Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
27 Март , 20:00

Селән ҡоштоң ҡарғыш-рәнйеше ҡасан бөтөр?!

“Ниңә генә киленемде тол, ейән­дәремде етем ҡалдырҙың?! Ниңә генә тәҡуа** улымды минең урыныма язаланың?” – тип ергә тубыҡ­ланып, ҡулдарын күккә күтәреп, тыйы­ла алмай, ҡысҡырып-ҡысҡы­рып иланы Тайсын.

Селән ҡоштоң ҡарғыш-рәнйеше ҡасан бөтөр?!
Селән ҡоштоң ҡарғыш-рәнйеше ҡасан бөтөр?!

Ҡарағас, тыуған еренең кәрен, тупрағының һутын һурып, һауаһын һулап, тамыр йәйә, буйға үҫә, көс йыйып, быуаттар буйы йәшәй. Түңгәүер башҡорттары ла, ошо ҡарағас кеүек, монгол-татар ханлығы ҡыҫымынан Һаҡмар башында төпләнеп, донъя көтөп, йән биргән еренә хыянат итмәй, ата-бабалары рухына тоғролоҡ һаҡлап, ырыуын дауам итеүселәргә аманат – шәжәрә ағасы төҙөй, аҫабалығын һаҡлай, ил ғәмендә йөрөгән затына ғорурланып, көн күрә.

Түңгәүер Абуталип, малайҙарын аттарына атландырып, ҡартолатаһы Биксәнтәй ерҙәрен ҡарауылларға ашҡынды. Олатаһы Йәһүҙә старшина нигеҙен тотҡан йортҡа ауылда Абуталип Биксәнтәйгә тиң булмай. Ата-бабалары ҡомартҡыһы, улар тыуған йорт нигеҙе – белгәндәргә алтындан да ҡиммәт, нигеҙен күҙе ҡараһылай һаҡланы. Старшина дәүерендә олатаһы ошо алты мөйөшлө йортто кантон идараһы итеп тотто. Йәһүҙә старшина, ошо ерҙәге аҫабаларға дарман биреп, мораҙына ирешергә әйләне. 1859 йылда генерал-губернатор Абуталип улына зауряд-хорунжий чины биреп, Талҡала өйәҙе Ырымбур губернаһының бишенсе кантоны өсөнсө участкаһына (ыҙанына) үҙенә ярҙамсы итеп тәғәйенләне.

Ай-һай, хозур башҡорт ерҙәре! Һырғый ҡарағайҙарында тейендәре уйнай, ҡор-селдәре, һуйырҙары, ҡоралайҙары... Һанап бөтөрлөк тү­гел. Мең төрлө сәскәләргә биҙәлгән болон-туғайҙарында бүҙәнәһе, бытбылдығы, тартайы ҡысҡыр­ғанда, егет тирмәһендә ятырмы. Түңгәүер Йәһүҙә үҙе лә биш йәшенән һунарға йөрөнө. Атының ялына сат йәбешкән малайына ҡарап, атай кеше сикһеҙ ҡыуанды, кинйәһенә ҙур өмөттәр бағланы.

“Малайҙарым – ҡалҡаным” тип, малайҙарына, ике ҡатынына таянып, иркен йәшәне түңгәүер. Урал буйында, тау-урмандар араһында ултырған ауылда көн күргәндәрҙе кейек-ҡоштары арбамай ҡуймай. Һунарсылыҡ бындағы һәр башҡорттоң ҡанына һеңгән, хәйер, Урал төбәгендә балыҡ тотаһың да һунарға йөрөйһөң, солоҡтарыңды ҡарайһың.

Күсей, Ҡылыс ағаларына эйә­реп, Тайсын да тәү башлап һунарға сыҡты. Хәйер, тәүгеһе тип әйтеү яҙыҡ булыр, аңы уянғандан бирле, Һаҡмар буйы талдарынан йәйә яһап, уҡ-һаҙаҡ юнып, малайҙар менән күккә уҡ сойорғоталар. Һунарҙан бер көн алда уҡ-һаҙағын рәтләне, баштарына осло беҙ ҡаҡты ла таш игәү менән игәне. Изге йомала һунарын Аллаһы Тәғәлә хуплар, тигән өмөттәләр.

Көҙҙөң гүзәл сағы. Урал буйын­дағы Көмөшташ, Сәүкәташ, Һәүә­нәк­таш, алыҫтарҙан күренгән Илек­теҡырға сыбар балаҫ түшә­гәндәр­ме ни, төрлө сағыу төҫтәрҙән күҙең­де ала алмай, һушың китеп, һын­ташҡа әйләнәһең. Алтынһыу, көрән сейә, ҡыҙыл яҡут, мәңге йәшел... Төҫтәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Көҙһы­лыуҙың матур аҫалы балаҫтарына хайран ҡалып, һылыулығына баштар әйләнә. Эй, Һаҡмарым! Баш алған ереңдә йәшәгән аҫаба халҡың ниҙәр генә күрмәгән дә, ниҙәр генә кисермәгән... Уралтау ҡуйынындағылар кеше аяғы баҫмаған шырлыҡта, ҡара урманда көн күрә. Буҙ һуйырҙар, ҡорҙар, селдәрҙең майға бөрөлгән сағы. Тайсын – тәбиғәт балаһы, яҡын-тирәләге урман шырлыҡтарындағы ҡоштарҙың тауышын еңел айыра. Һуйырҙар уйнаған осорға иртәрәк әле. Һупай өкөнө төнөн һирәк-һаяҡ ишетергә була. Ул Тайсынды һағайта, ниндәйҙер хәүефте иҫкәртеп шомландыра.

Һаҡмар йылғаһы бөгөлөндәге һандуғас һуңғы йырын тамамлағас та, ике үркәсле Шүрәле тауы түбәһендә өс һыбайлы хасил булды. Ҡарағайморон тауы янындағы йомро күл алыҫтарҙан көҙгөләй ялтлай. Күсер һыу ҡоштары ике-өс көнгә ошо тауға терәлеп ятҡан һыу ятҡылығына төшә. Ул осорҙо мәлендә генә тап итергә кәрәк. Бөгөн һунар уңырға тейеш. Һәр төрлө ҡош күлдең көмөш тулҡындарында әкрен иҫкән елгә тирбәлә. Һыҙғыраҡ сөрәгәй, ҡыр ҡаҙҙары, һуналар, оҙон муйынлы, зифа буйлы ғорур аҡҡоштар... Ғәжәйеп күренеш... Ҡанатлылар сума, сыға ла ҡанаттарын елпеп алып, мамыҡ ҡауырһын араларын суҡыштары менән таҙарта, балыҡ ҡарпый, әммә бер-береһенең табышына ташланмай...

Был – күсер ҡоштар төйәктәрен ташлап китер алдынан булған илаһи тынлыҡ. Һәммә ҡанатлы йән эйәләре бер-береһенә мәрхәмәтле. Йәнтөйәгенән алыҫ сәфәргә юл төшә. Күл тирәләй уны уратып алған ҡаты йәшел ҡамыш, екәндәр, һарыға һабышып, тал сыбығылай, әкрен иҫкән елгә эйелеп-бөгөлөп, уларға хәйерле юл теләй. Ҡоштар үҙҙәренә тиңәлгән бәпкәләре менән Ҡаран күленең ебәк шикелле нағышлы тулҡындарында бәүелеп, ҡояштың һаран нурҙарына ҡойона.

Бааах! Бааах! Бааах!.. Бер-бер артлы ҡоштарға уҡ яуҙы.

Тоноҡ күл өҫтө сайҡалды ла ҡолаҡ тондорғос тауыш ҡубып, ҡоштар өйөрө күккә күтәрелде.

Бааах! Бааах! Бааах!..  Егеттәр йәйәнән тағы уҡ яуҙырҙы...

Әле генә күлде биҙәгән ҡоштар тыуҙырған матурлыҡ донъяһы юҡҡа сыҡты. Барса ҡоштар өйөрө күккә күтәрелде. Улар, тирә-яҡҡа яу һалып, төрлө яҡҡа тайпылды. Алабайҙар, унан-бынан ҡоштарҙы табып алып, һунарсыларға ташыны. Ҡыр ҡаҙҙары, һуна өйрәктәр... Торнаға оҡшаған оҙон суҡышлы, нәҙек сыбыҡ аяҡлы, аҡ түшлеһе – селән дә бар.

– Кемегеҙ атты был ҡошто? Ни ите, ни йөнө, тигәндәй. Был ҡош беҙгә ҡыуаныс килтермәйәсәк, – тине ҡустыларына күҙ йөрөтөп, араларында иң олоһо, оҫта һунар­сы булған Ҡорман ағалары. Өндә­шеүсе булманы. Тәүгә һунарға сыҡҡан ҡустылары Тайсындың өлөшө икәнен һиҙһәләр ҙә, тыйылдылар. Ысынлап та, был юлы һунарҙың хәйерһеҙ икәненә төшөн­дөрөп, бейек күк йөҙөндә нөктәләй генә ҡош иптәшен саҡырып, асырғанып ҡысҡырырға тотондо.

Ҡаран күле буйында ҡырау төшкәндә лә тынманы был саҡырыу. Урманға йөрөүселәр уның үҙәктәргә үтеп ингән үтә лә зарлы, моңло, һағышлы ауазына иңбаштарын ҡалҡытты, ҡышты сыға алмай әрәм була инде, тип һағайып ҡайғырҙы. Яңғыҙ ҡош, аяныслы яҙмышына риза булмай, бар әҙәми затты аптыратып, күл өҫтөнән осоп моңланды, һағышлы саҡырып, һыңарын эҙләне. Яңғыҙ ҡоштоң аһ-зары алыҫтарға, Һаҡмар башы тирмәләренә лә ишетелде.

Тайсын уға уғын тоҫҡағайны, Ҡорман ағаһы ҡулын этәләне. Улдары Абуталип ҡартҡа хәүефле һунарға барыуҙарын өндәшмәҫкә ҡарар ҡылды. Хәйер-саҙаҡа бирерҙәр ҙә үтер ҙә китер, тип тынысландылар. Әммә Хоҙай Тәғәлә лә бар бит әле. Ул күк йөҙөнән барыһын да күрә, һәр ҡылған ғәмәлгә тейешле мөһөрөн дә һуға.

...Ағалары күптән өйләнде, ҡатындары итәк тулы бала тапты. Кинйәкәй Тайсынды ла атаһы йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы ҡатай һылыуы Нәүшәмбикәгә өйләндерҙе. Яҡты йөҙлө, күңелсәк килене Яйҡара, Торғәле исемле туп шикелле малайҙар табып ҡыуандырҙы. Әммә килене ырыуҙы ишәйтә алманы, бесән эшләгәндә биртендеме, башҡаса балаға уҙманы. Бөрйән ырыуындағы билдәле имсе Өмөлхаят әбейҙән эсен дә һылатты, һәр төрлө үләнгә лә күмелеп ҡараны, барыбер килешмәне. Ике малайы туп шикелле тәгәрәп уйнаны, айыу балаларылай солоҡҡа үрмәләне, һәр башҡорт балаһылай талдан йәйә яһап, уҡ-һаҙаҡтан атышты, Урал тауы буйы ҡурайын ҡырҡып алып, унан көй ҙә сығарҙы.

Яйҡараға ун дүрт тулды. Нәүшәмбикәһе, улы күрше ырыу ҡыҙына күҙ ата, тигән хәбәрҙе алғас та, был турала Тайсындың ҡолағына төшөрҙө. Уныһы эште ҡыҙыуында һуҡты, яҡын-тирәлә туғанлыҡтың осмото булһа ла була торған, ҡан боҙолмаҫ борон тип, йөҙ саҡрым алыҫ араларға хәбәр ебәрҙе. Бер нисә ырыуҙан сәләм килде. Тайсын оҙаҡҡа баҫым яһамай, ҡотло димсе исемен алған Сәғифә еңгәһен Нуғай-Бөрйән ырыуына ебәрҙе. Еңгәһенең ҡулы еңел була, тигән ышаныс күптән таралған. “Түңгәүер ырыуына тиң бер сәскә бар. Төҫ-башҡа ла арыу, ҡулы етеҙ, остандаҡ түгел, төшкән еренә таштай батырға тейеш”, – тигән хәбәрҙе алғас та, бер аяғына калуш, икенсеһенә итек кейҙереп, ыштанының һул балағын эскә тыҡтырып, уңын тышҡа һалдыртып, билбауын һығып бәйләтеп, яусы ебәрҙе. Ике яҡ та туйға әҙерләнә башланы.

Һәр тирмәлә солоҡ балынан бал әсеттеләр, көбөлә ҡымыҙ бештеләр, ҡаҙыһын, буҙаһын, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына бүләктәрен дә хәстәрләнеләр.

– Ҡоҙалар килә! Түңгәүер байы килә! Ҡоҙалар килә!

Дуғаларында ҡыҙыл таҫмалар елберләтеп, затлы кейемдәр кейеп, текә кәүҙәле ир заттары, йөҙҙәрен ҡаплаған ҡатын-ҡыҙҙар тейәгән аттар һебә артынан сабып килде. Ете тау, ете йылға артылып, миллион һум ҡалым түләп, Гөлйәүһәр һылыуҙы килен итеп алып ҡайтты Тайсын. Ағаларының етеп килгән ҡыҙҙары Һаҡмар йылғаһына һыу юлы күрһәтте. Никахтан һуң, улы­ның йылмайған йөҙөн күргәс тә, Тайсындың күңеле тынысланды.

Нәүшәмбикәһе, ап-аҡ мендәргә генә баҫтырып, ауыҙына бал да май ҡаптырып, мәрйенле ҡашмау кейгән, оҙон ҡара толомдарында саф көмөш, фирүзә ташлы сулпыларын сыңлатҡан киленен аҡ тир­мәгә етәкләп индерҙе. Килен кеше семәрләп биҙәлгән һандығынан ҡәйнештәренә янсыҡ, бикәстәренә көмөш йөҙөктәр, һарауыстар таратты. Нәүшәмбикәнең апһындары шаршауға теҙеп ҡуйған түшелде­ректәрҙе килен-елкенсәк, еңгәләр һатып алып ҡыуанды. Бөрйән-нуғай, түңгәүер ҡоҙалар думбырала уйнап, ҡурай тартып, ете тирмәлә ете төн, ете көн буйы туй үткәрҙе. Һажлап ултырған бал-батаны үрге ос Хисаметдин бер ҡуй һарығын биреп һатып алды. Байҙың байлығы бөтәме, туй йолалары мәшәҡәттәре ике йылға һуҙылды. Баш килене үтә ипле, бит-йөҙөн ир затына күрһәтмәне, һөйләшмәне.

Килене ейән бүләк итте. Мөхәмәтшакир мулланан Тимер тип исем ҡысҡыртып, Һаҡмар буйында байрам ойошторҙо, бүләктәр таратты. Тайсын ейәнен усына ғына ултыртып, күккә сөйөп яратты. Һаҡмар һыу буйындағы тал сыбыҡтан сәңгелдәген дә эшләне, атына ла ултырта башланы. Тимер аттың ялын матҡып тотҡас, ысын башҡорт үҫә, тип сикһеҙ ҡыуанды.

Йәйен Талҡала сиктәрен ҡал­мыҡ­тар, ҡаҙаҡтар баҫа, йылҡы­ларын, ҡыҙҙарын урлап йонсота. Һәр дүрт хужалыҡтан бер ир заты шунда хеҙмәткә барырға тейеш. Яйҡараға ла сират етте. Кәләшен, малайын ата-инәһенә ҡалдырып, үҙ атына атланып, шул тарафтарға юлланды.

Һалҡын ҡыштарын күк төҫлө кафтан, киң ҡыҙыл лампаслы шул уҡ төҫтәге салбар, ике яҡтан ҡырҡылып, йәйелгән аҡ осло кейеҙ кәпәс кейеп, тире портупеяға патрондар һалған бәләкәй сумкаһын тағып, ҡылысын алып, ат тиреһе­нән тегелгән итектәрен кейеп, ҡайтып төшә. Күкрәгендә көмөш миҙалдар ҙа емелдәй. Ҡышлағас, шул уҡ өйәҙҙе ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ баҫҡынсыларынан һаҡларға тип, йәйен тағы шунда юллана. Тормош – башыңа ормош, тип тиккә әйтмәгәндәр икән шул. Бер шатлыҡта, бер ҡайғыла, тигәндәй, һарысайҙа түгел, буранайҙа ла ҡайтманы, ейәндәренең атаһы һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Бергә хеҙмәткә киткән иптәше Әбделхәсән уҡ-һаҙаҡтан уң ҡулбашы яраланып ҡайтып төшөп, ҡалмыҡтар менән алышҡан яуҙа аймылыш булыуҙарын һөйләгәс, оҙон юлға әҙерләнде.

Берәүгә лә һиҙҙермәй, иң шәп дөлдөлөнә атланды, оҙаҡлап кит­һәм-фәлән тип, юлда төрлө хәлдәр була торған, тип күпләп кипкән ҡорот алды. Ҡара таңдан юлға сы­ғырға булып, башын яҫтыҡҡа терә­гән Тайсын ярты төн уртаһында һаташып, ырғып килеп торҙо. Ҡа­ран күле буйында һары ҡамыш араһында яңғыҙ ғына ҡош ҡысҡы­рып, уны янына саҡыра. Үҙе саҡы­ра, үҙе ҡаса... Уның артынан тотам да ҡалмай, эйәрә торғас, күлдең зөмбәйенә сумды. Тыны ҡыҫылып, тыпырсынып, өҫкә ҡалҡтым тигән­дә, кире төпкә китә. Ҡалҡып сыҡтым тигәндә генә, теге ҡош уны көтөп торған, күл төбөнә сума ла шунда саҡыра... Таныш тауыш. Үҙәкте өҙгән хәсрәтле тауыш. Ҡошо... Торна тиер инең, үҙе бәләкәй. Эй, был бит селән. Ҡарағай күлендәге. Нимәгә ишара? Бәлә-ҡазаға тартамы? Тәһәрәт алып, бөтә ғәйрәт­тәрен таҙартып, Тайсын намаҙға баҫып, Хоҙайына ялбарып, бәлә-ҡазанан аралауын үтенде...

Буранай аҙағы. Һаҡмар башында ҡайһы йылдарҙа һабанай, һөтайҙа ла ҡар ята торған. Ап-аҡ һөттәй ҡар ҡояш нурҙарына яңы ғына күгәрә башлаған, көләс яҙ тураһында уйларға әле иртәрәк. Тубыҡтан ҡар. Атына атланды ла, Һаҡҡолағын эйәртеп, оҙон юлға сыҡты Тайсын. Һаҡмар йылғаһы буйлап байтаҡ барҙы. Һәүәнәк­ташҡа баҫып, Ҡарағай күле яғын байҡаны. Шул яҡҡа ыңғайланы. Һаҡҡолаҡ ярһып өрөп, хужаһын саҡырҙы. Тайсын шунда сапты.

“Йә, Йәнабе Иләйһи*! Яйҡарам! Кемдең генә ҡарғышы, рәнйеше төштө?! Йәнабе Иләйһи ниндәй гонаһтарың өсөн һине язаланы?”. Уның тауышы, Ҡарағай морон тауының текә ярҙарына ҡағылып-ҡаҡлығып, шул тирәлә ҡышларға ҡалған ҡоштар пырхылдашып, унда-бында ташланды.

“Ниңә генә киленемде тол, ейән­дәремде етем ҡалдырҙың?! Ниңә генә тәҡуа** улымды минең урыныма язаланың?” – тип ергә тубыҡ­ланып, ҡулдарын күккә күтәреп, тыйы­ла алмай, ҡысҡырып-ҡысҡы­рып иланы Тайсын. Уның йөрә­генең яртыһын ҡырҡып алдылармы ни... Ғүмер мөҙҙәтенең ҡара көн­дәре башланды. Затында яңғыҙаҡ­тар, аңғармаҫтан ҡазаға тарыған­дар ишәйҙе... Селән ҡоштоң ҡарғыш-рәнйеше ҡасан бөтөр?!.

Зөһрә БӘШӘРОВА.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в