ХУШ КИӘЛӘҺЕҢ, РАМАҘАН!
Хуш киләһең, Рамаҙан -
Айҙарҙың иң яҡшыһы!
Һиндә ҡылған ғәмәлдәр
Булһын йәннәт асҡысы!
Хуш киләһең, Рамаҙан! -
Ун ике ай батшаһы!
Тыйғанынан тыйылып,
Ураҙаны башлайһы...
Хуш киләһең, Рамаҙан!-
Көтөп алған ҡунаҡһың.
Ут өткәндәй барыһын,
Яндыр беҙҙең гонаһты.
Хуш киләһең, Рамаҙан,
Артһын күңелдә иман!
Эй, мосолман ҡәрҙәшем,
Хаҡ ҡөҙрәтенә инан!
Ялбарамын, йә Раббым,
Рәхмәтеңә ирештер!
Үҙең риза булырҙай
Ғәмәлдәргә керештер!
Доға
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ –
Һибелешеп юғалған.
Беребеҙ – уңға, икенсебеҙ
Һул тарафҡа юл алған.
Таралған болот ишебеҙ –
Берекһәк, күкрәр инек.
Эх, ҡасанғы быуаттарҙа
Ҡалҡандай күкрәк инек...
Туҙҙырылған иләүҙәй беҙ –
Ҡымырйып ҡына тынған.
Рух бағанабыҙ ауғандай,
Иман терәге һынған...
Йырҙаһын юғалтҡан йылға –
Маҡсатһыҙ барған юлсы...
Эй, бер Аллам, башҡортома
Рәхмәтең менән баҡсы!
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ –
Һибелешеп ятабыҙ,
Был – беҙҙәргә тигән ҡапҡан,
Был – бик оло хатабыҙ.
Аҡыҡ саҡтарына ҡайтар
Аҫыл ғына халҡымды –
Йығылған еренән торһон,
Ятҡанынан ҡалҡынһын!
Ғүмер
Һүтә икән – үтә икән
Йүгерек елдәй.
Маңлайҙағы бураҙналар –
Ул һалған билдә.
Уҙа икән, туҙа икән
Төҙөк тәнең дә.
Ғәмдәр һала, сәмдәр һала
Яйлап йәнеңә.
Кире ҡайтмай, юлын бормай,
Үҙгәртмәй йырҙа.
Тәҡдиргә нисек яҙылған –
Ул шулай уҙа...
Ҡышҡы ямғыр
Ҡышҡы ямғыр ҡоя ғына –
Ҡыйығымда туй ҡора.
Һимә1 ҡарҙар, шиңә көрттәр –
Яйлап-яйлап ултыра.
Ҡышҡы ямғыр ғиллә микән –
Аңларлыҡ юҡ аҡылым.
Беҙгә бер ым-билдә микән
Аңғартыр мәл ахырын...
Миңле бәхет
Миңле бәхет, минле бәхет
Миңә генә тәғәйен.
Хәләл булһын кейгәндәрем,
Ҡапҡан һәр бер тәғәмем.
Миңле бәхет тик минеке –
Йәшәй-йәшәй төшөндөм.
Тормош һынауҙары ҡаты –
Йә яндым, йә өшөнөм.
Миңле бәхет түгел тәхет,
Миңле бәхет – яҙмыштан.
Башҡаларға һис үпкәм юҡ,
Ғәйеп миндә – яң(ы)лышһам.
Миңле бәхет сәйлән төҫлө
Өҙөлә лә ялғана.
Мин риза ошо өлөшкә –
Рәхмәтлемен Аллама!
Милләттәшкә
Хоҙай биргән хазинам ул –
Телкәйем.
Күңелемә һәр ынйыһын
Теркәйем.
Әсәйемдән күскән миңә
Нур булып.
Көс алыр ҙа, сығыр йәнә
Урғылып.
Башҡортомдоң мөһөрө ул,
Рух заңы.
Алмаштырмаҫ уны инглиз,
Руссаһы.
Ғаризалар яҙып унан
Биҙмәйек.
Балаларға һеңдерер юл
Эҙләйек.
Хоҙай биргән ниғмәттең тел –
Олоһо.
Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт
Балаһы!