Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
3 Апрель 2022, 19:50

3 апрель - Геологтар көнө Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер

Басир Мәһәҙиев Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән. Республиканың иң алыҫ төбәктәренең береһендә буй еткергән ир-егеттә ҡаҙылма байлыҡтар менән ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан тыуҙы икән? Мәскәү һынлы Мәскәүгә уҡырға барырға нисек йөрьәт иткән?

3 апрель - Геологтар көнө                           Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер
3 апрель - Геологтар көнө Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер

Башҡортостандың билдәле геологы Басир Мәһәҙиевкә 1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә. Күптәр уның ошо юғары премияға ни өсөн лайыҡ булыуын белмәйҙер ҙә, моғайын. Республикабыҙ геологтарының бер төркөмө бик тәрәндә, ер өҫтөндә бер ниндәй билдәһе күренмәгән алтынға бай баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын эҙләү методикаһын булдыра. Был, ысынлап та, Рәсәй кимәлендәге оло асыш итеп ҡабул ителә. Хатта уларҙың ошо алымы АҠШ һәм Канаданың күренекле белгестәрен дә ҡыҙыҡһындыра. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, беҙҙең геологтарҙың эштәре менән танышырға киләләр.

Басир Дәүләтбай улы был алым хаҡында геологтарҙың Мәскәүҙә һәм Пекинда үткәрелгән Халыҡ-ара конгресында сығыш та яһай.
Башҡортостандың атҡаҙанған геологының тормош һәм хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса ғына танышҡанда ла уның йәшнәп йәшәүенә инанаһың. Урал тауҙарының аҫылташтарына, ҡаҙылма байлыҡтарына арналған 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы булыуын әйтеү генә лә һәр көнөнөң энә менән ҡойо ҡаҙығандай үткәненә ышандыра.
Басир Мәһәҙиев 1956 йылда М. И. Калинин исемендәге төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлағандан һуң башкөллө яратҡан хеҙмәтенә сума. Ике тиҫтә йылдан ашыу Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә, Әбйәлил районында геология-разведка экспедицияһында, Өфөлә тематик партия геологы, өлкән геолог, партия начальнигы булып эшләп бай тәжрибә туплай. Артабан уны береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифаға тәғәйенләйҙәр. 1978 — 1992 йылдарҙа — "Башкиргеология" берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары, баш геологы, ә 1992 — 1997 йылдарҙа Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетына етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар.
Басир Мәһәҙиев Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән. Республиканың иң алыҫ төбәктәренең береһендә буй еткергән ир-егеттә ҡаҙылма байлыҡтар менән ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан тыуҙы икән? Мәскәү һынлы Мәскәүгә уҡырға барырға нисек йөрьәт иткән?
Ул мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай, һүрәт төшөрөргә маһир була, шиғырҙар яҙа. Тимәк, бәләкәйҙән тирә-яҡҡа рәссам күҙлегенән баҡҡан, матурлыҡты, хозурлыҡты күрә белгән. Шиғри күңеллелеге иһә — тәбиғәт балаһы булыуҙан. Рәссам да булырға теләгән, әҙәбиәт донъяһы ла үҙенә тартҡан. Ә ер аҫты байлыҡтары менән ҡыҙыҡһыныуҙы ауылдашы Мираҫ Исмәғилев уятҡан. Мәскәүҙән беренсе курсты тамамлап ялға ҡайтҡан студент, аҫылташтар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләп, күңеленә ҡуҙ һалған. Шулай итеп, мәктәптә математиканан уҡытып йөрөгән егет, икеләнеп тә тормай, Мәскәүгә юл тотҡан.
Талантлы кеше бөтә йәһәттән дә талантлы, тиҙәр. Басир Дәүләтбай улы рәссам булһа ла юғалып ҡалмаҫ ине. Шулай уҡ һис ҡасан ҡулынан ҡәләмен дә төшөрмәне, гәзит-журналдарға йөкмәткеле мәҡәләләр яҙып торорға ла ваҡыт тапты. Геология өлкәһендә бай тәжрибә туплаған белгес "Башҡортостан энциклопедияһы"н төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге закондар системаһын әҙерләү, дәүләт сәйәсәтен булдырыу һәм камиллаштырыу эшенә лә тос өлөш индерҙе. Тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды — 1986 йылда Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды, "Башҡортостандың атҡаҙанған геологы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

2014 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Ейәнсура районының Абҙан ауылы зыяратында ерләнгән.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: