Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
3 Апрель 2022, 11:55

Ә мин тыуасаҡ балама Сайран тип исем ҡушырмын

Их, Сайран, ниңә һин шундай ҡыйыуһыҙ инең икән һуң? Берҙән-бер тапҡыр үпкән булдың... Их, ниңә мин үҙем шул ҡәҙәр ғәмһеҙ булдым?! Бына хәҙер балабыҙ булыр ине бит, һинең төҫөң, йөрәк парәң ҡалыр ине...  

Ә мин тыуасаҡ балама Сайран тип исем ҡушырмын
Ә мин тыуасаҡ балама Сайран тип исем ҡушырмын

 

Ҡыҙҙар күңеле иртә уяна шул. Малайҙар тәнәфестә дыу килеп уйнай йә булмаһа ихатаға сығып туп тибә, рәхәтләнеп бала саҡтарын үткәрә, ә ҡыҙҙар инде юҡ-юҡ та малайҙарға серле ҡараш ташлап ала. “Ниндәй булыр икән?” – тигән һорау яҙылған был ҡарашта. Ниндәй һөйгән йәр, ниндәй ир? Шәһиҙәнең дә бар күҙе төшкән егете.

Күҙе төшкән тип, уныһы арттырыу инде, аҙыраҡ оҡшай кеүек, бары шул ғына. Күңел ятҡан нәмә күп булыр, тип үҙ-үҙен тыя ҡыҙ был хаҡта уйлағанда. Ваҡытһыҙ килгән хистәр ҡурҡыта шул. Ағастар ҙа бит яҙ етмәй бөрө ярмай.
Шулай ҙа күңелдә бар ул бөрө. Юғиһә Шәһиҙә: “Ниңә мине ваҡытында уҡырға бирмәнегеҙ?” – тип әсәһенә үпкә белдерер инеме ни? Ноябрь айында тыуған ул. Шуға, йәше тулмаған тип, ул йылы уҡырға алмағандар, һәм ул бер синыфҡа тороп ҡалған. Юғиһә, мәктәпкә бергә барырҙар, бергә ҡайтып, бәлки, бер партала ултырырҙар ине. Күңел тартҡан малай менән йәнәшә ултырыуы нисек була икән ул, ҡыҙ быны күҙ алдына килтерергә тырыша ла биттәренә ҡыҙыллыҡ йүгереүен тоя.
Ҡыҙҙың теләгәне күктәргә барып иреште, ахырыһы. Инде бер нисә йыл үтеп, Шәһиҙә уҡытыусы булып эшләй башлағас, ә Сайран механизаторҙар курсын тамамлап, трактор йөрөткәндә, яҙғы бер көндә умырзаялар тотоп килгәйне ул ҡапҡа төбөнә.


– Собханалла, ҡара әле ниндәй матурҙар! Ҡайҙан йыйҙың? – тип шатланды ҡыҙ.
— Ҡыҙылбай урманында күп ул, – тине егет.
— Ҡыҙылбай урманында?! Шунда ҡәҙәр барҙыңмы? Йыраҡ бит.
– Бер ҙә йыраҡ түгел, – тине Сайран. – Һинең өсөн әллә ҡайҙа барыр инем әле, – тип әйтеп үк бөтөрмәне.
Эйе шул, ғәжәп нәмә икән ул һөйөү тигән илаһи хис. Йәштәр көн буйы бер-береһен иҫтән сығармай, бөгөн осрашһаҡ, шулай әйтер инем, былай тиер инем, тип икеһе лә әллә күпме матур һүҙҙәр уйлап ҡуя, ә осрашҡас инде, бөтәһе лә онотола. Зиһен сыуала, хыялдар таша, йөрәк сәйер тибә, әллә ләззәт, әллә ғазап кисерәләр, аңламаҫһың. Хәйер, уйлап ҡараһаң, һөй­лә­шеүҙең артыҡ хәжәте лә юҡ бит инде, тип йыуана ҡыҙ. Сәскәләр килтергән, тимәк, ул ярата. Ярата торғандыр! Теле менән дә әйтер, ниңә ашығырға.
Ә йәмле май айында Сайранға повестка килде. Башты ташҡа орорҙай бәлә түгел, һәр егет әрмегә бара. Ләкин ғашиҡтар өсөн ул иҫ киткес аяуһыҙлыҡ, көтмә­гәндә башҡа ишелеп төшкән тау шикелле тойолдо. Егетте оҙат­ҡанда Шәһиҙәнең йөҙө ап-аҡ, ирендәре ҡалтырай ине. Барыһы менән дә һаубуллашып сыҡҡас, Сайран үҙен көтөп торған машинаға табан йүгерҙе, ләкин кинәт туҡталып ҡалды, ҡайы­рылып артына ҡараны.
– Кире боролма! – тине уны аңлап торған дуҫы.
Нисек инде боролмайһың, һөйгәне ҡала бит. Күпмегә икәнен кем белгән. Бәлки, бик оҙаҡ осрашмаҫтар. Үкенеп йәшәгәнсе... Шундай уй менән Сайран кирегә атланы. Тамам юғалып ҡалған Шәһиҙәнең сикәләренән ҡыҫып тотоп, ирендәренән һурып үпте лә башҡаса артына ҡарамай машинаға йүгерҙе.
– Киттек тиҙерәк,—тине ул шоферға, гүйә, уны самаһыҙлығы өсөн кемдер орошорға йыйынған кеүек.


Машина китте. Ауыл урамында егеттең һуңғы иҫтәлеге булып саң ғына уйнап ҡалды.
...Ваҡыт. Уның уҙғанын нисек беләһең? Беҙҙә ул шатлыҡҡа күмелеп уҙа. Бигерәк тә йәй көнө. Яҙғы ташҡындан һуң ләйсән ямғыр, йәшел сиҙәм, беренсе сәскәләр, йәм-йәшел бәпкәләр, һабантуй, шунан һыу ҡойоноу, бесән өҫтө, алтын иген ҡырҙары. Һәр көндө шатлыҡ менән ҡояш сыға, ул ҡыҙарып тау артына йәшенеүгә, клубҡа төшөү, һөйгәнең менән осрашыу...
Ә бында быларҙың береһе ла юҡ, хатта ҡояш сығыуы ла ҡыуан­дырмай, киске шәфәҡ тә шатландырмай, сөнки ваҡыт бында күберәге үлем менән иҫәпләнә. Теге саҡта фәлән һалдат үлде, төгән ваҡытта фәлән дуҫ минаға эләкте. Афғанстан көндәре бары тик ошолай хәтерҙә ҡалып бара. Берҙән-бер йыуаныс — һөйгән йәрҙәре булған һалдаттар шулар тураһында уйлай, хат артынан хат яҙып йыуана.
Сайран да йыш яҙа хатты, ләкин вертолет аҙнаға бер генә килә һәм һалдаттың бер юлы өс-дүрт хатын алып китә. Шәһиҙәгә рәхмәт, ул да күп яҙа, унан да бер килгәндә бер нисә хат була. Егет йотлоғоп шуларҙы уҡый. Береһендә Шәһиҙә өсөнсө курс зачеттарын бирҙем тип яҙа, икенсе хатында зачет бирергә әҙерләнәм, төн уртаһына тиклем китап уҡыйым, тигән. Юҡ, яңылыш яҙылмаған, Сайран үҙе шулай, хаттарҙың датаһына ҡарап тормай, ҡайһыһы эләкһә, шуны алдан уҡый. Нисек кенә уҡымаһын, ул барыбер белә. Һөйгәненең һәр көн нисек йәшәүен, ниҙәр уйлауын һиҙеп тора шикелле. Арала хаттар ғына түгел, фәрештәләр ҙә йөрөй әллә. Был донъяны кем белә...
Әллә ана шул фәрештәләрҙең береһе һалдаттың бимазалы башына бер яҡшы фекер индерҙе: егет тыуған илгә, республика баш ҡалаһына, радиостанцияға һөй­гәне өсөн йыр тапшырыуҙарын һорап, үтенес хаты яҙырға булды. Хәҙерге заманда йыр күп ул, ҡайһыһын һайларға? Сайран умыр­заялар йыйып ҡайтып Шәһи­ҙәгә бүләк иткән көндә уның йөҙө нисек бәхетле балҡығанын иҫенә төшөрҙө. Эйе, “Умырзая” тигән бик матур, һағышлы ғына көй бар бит әле. Нимәгәлер хәҙер уны бик йырламайҙар ҙа.


Танһығыраҡ йыр булғас, биге­рәк тә һәйбәт. Һүҙе лә, көйө лә беҙҙең өсөн тап килеп тора, атап яҙғандар, тиерһең...
Икенсе көндә мөжәһидтәр Сайрандар ротаһы урынлашҡан тауға айырыуса үжәтләнеп ябырылды. Мина, пуля ифрат күп яуҙы. Һуңғы миналарҙың береһе рядовой Сафин янына төшөп ярылды...
Хәрби часта мәйеттең көйгән, теткеләнгән кейемен һалдырып, йүнлерәген кейҙерҙеләр. Шунан инде цинк ҡалайҙан табут, самолет... Күпмелер ваҡыт уҙғас, складтағы кейемдәрҙе барлап, яраҡһыҙҙарын юҡ итергә тип аралап ултырған интендант бер куртканың түш кеҫәһенән хат табып алды. Өфөгә, радиоға тип яҙылған ине конвертҡа. Интендант, хатты алай-былай ҡараш­тырғылап уйланып торҙо ла, һуң булһа ла уң булһын тигәндәй, адресы буйынса оҙатырға булды. Их, егеттәр, йәп-йәш көйө... Аҙ ғына йәшәп, яратып та өлгөрә алманығыҙ бит, нәҫелегеҙҙе дауам итергә балағыҙ ҙа ҡалмай. Хатта, ана, кейемегеҙҙе лә янды­рабыҙ, һеҙҙән бары тик ошо хаттар ғына тороп ҡала. Исмаһам, шуларҙың ҡәҙерен белеп һаҡлау­сы булһа ине...
Сайрандың ҡалай табутта ҡай­тыуын Шәһиҙә һис башына һый­ҙыра алманы. Ерләп тә ҡуйҙылар, инде йылы ла тулып бара, ә ҡыҙ тиле хәлендә тороп ҡалды, ышанмай ине ул һөйгәненең ҡара ерҙә ятыуына.
Ҡарҙар иреп, ер ала-ҡола торған көндәрҙең береһендә йөрәк һағыштарына түҙә алмаған Шәһиҙә радионан хаттар буйынса тапшырылған концерт тыңларға ултырҙы. Кинәт уның ҡолаҡтары таныш исемде ишетте: дикторҙың яғымлы, илтифатлы тауышы ап-асыҡ итеп һөйгәненең исемен әйтте түгелме һуң?! Афғанстанда хеҙмәт итеүсе рядовой Сайран Сафин үҙенең өҙөлөп һөйгәне Шәһиҙәгә һағынышлы сәләмдәрен юллап, үҙҙәре яратҡан “Умырзая” йырын тапшырыуҙы һораған. Рәхим итеп тыңла, Шәһиҙә һылыу.
Юҡ, китәһем килмәй ер йөҙөнән,
Умырзая кеүек тиҙ һулып.
Йыр дауамында Шәһиҙә бер генә тапҡыр ҙа ҡымшанманы. Шунан ул үҙе лә аңғармаҫтан кейе­нергә тотондо, аяҡтарына резина итек табып алды, ниндәйҙер ашҡыныу хисе уны ҡайҙалыр ҡыуа ине. Ҡыҙ ауылды сығыу менән асфальт трассанан төштө лә Ҡыҙылбай урманына илтеүсе, әле яңы ғына ҡар аҫтынан сығып килгән батҡаҡлы юлға аяҡ баҫты. Умырзаялар ысынлап та бар ине. Иң матурҙарын бер бәйләм йыйып, Шәһиҙә кире ҡайтты ла тау битләүендә урынлашҡан зыярат­ҡа йүнәлде. Бында ҡояш яҡшы төшкәнлектән, ер парланып кибеп үк килә ине инде. Шәһиҙә сәс­кәләрен ҡәбер өҫтөнә туҙғытып һалып, зәңгәр беретлы һалдат һүрәтенә текәлде.
Иҫәнме, Сайран! Бөгөн радио һинең музыкаль сәләмеңде тапшырҙы. Хәтерләйһеңме, һин миңә умырзаялар бүләк иткәйнең, бөгөн килеп – “Умырзая” йыры. Ә мин һиңә нимә бүләк итә алдым һуң? Бер нәмә лә. Бына сәскәләр алып килгән булдым, уныһын да һуңға ҡалып. Их, Сайран, ниңә һин шундай ҡыйыуһыҙ инең икән һуң? Берҙән-бер тапҡыр үпкән булдың... Их, ниңә мин үҙем шул ҡәҙәр ғәмһеҙ булдым?! Бына хәҙер балабыҙ булыр ине бит, һинең төҫөң, йөрәк парәң ҡалыр ине...


Ғәфү ит һин мине, Сайран. Мин һине нисек кенә ныҡ яратһам да, барыбер миңә икенсе берәүгә кейәүгә сығырға тура киләсәк. Ә мин тыуасаҡ балама Сайран тип исем ҡушырмын. Ишетәһеңме һин мине, ҡәҙерлем? Ер йөҙөндә барыбер һинең төҫөң дә, исемең дә ҡалыр, сөнки һине яратҡан йөрәк бар. Бел, мөхәббәтте үлем еңә алмай...
Ҡыҙ тынып ҡалды, һүҙе өҙөлдө, сөнки ике бите буйлап күҙ йәше аға ине. Ә күктә яп-яҡты ҡояш мул итеп йылыһын өләшә.
Гүйә, ул да ғәйебен таный, кәрәк саҡта мин һеҙҙе күп шатландыра алманым, һуңлап булһа ла йылытайым әле, ти кеүек.

Заһит МӨРСИЕВ.

Фото : potokmedia.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: