Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
3 Апрель 2022, 21:25

"Йөрәк һүҙе.Рәми" һеҙҙе саҡыра!

"Йөрәк һүҙе". Халҡыбыҙ өсөн оло байрамға әүерелде был сара. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән автобустарҙа ылау-ылау килеп, дәртләнеп, рухланып, көс алып ҡайта тамашасы был тантананан. Ә һеҙ быйыл был сараға килергә әҙерме? Уның әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?

"Йөрәк һүҙе.Рәми" һеҙҙе саҡыра!
"Йөрәк һүҙе.Рәми" һеҙҙе саҡыра!

“Әйтер һүҙем бар” тигән проект менән башлап ебәргәйне күренекле замандашыбыҙ, сәнғәт әһеле Наилә Сәфәрғолова шиғыр һөйләү буйынса телевизион тапшырыуҙы.

Бөгөн халыҡ араһында попу­лярлыҡ яулаған, тәрән ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан “Йөрәк һүҙе” баш­ҡорт шиғриәтен һөйөүселәр конкурсы республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ араһында ла иң яратып ҡаралған, көтөп алынған сараларҙың береһенә әйләнде.

“Йөрәк һүҙе” – ул башҡорт теленә, башҡорт халҡының бөгөн­гөһөнә мөнәсәбәт, тәрән һөйөү. “Йөрәк һүҙе” – ул тарихыңа тая­нып киләсәгеңде хәстәрләү, һүҙ сәнғәте аша гражданлыҡ пози­цияңды белдереү. “Йөрәк һүҙе” – милләтеңә тоғролоҡ, йөрәк­тәге ихтилалдарҙы заманса ысулдар менән халыҡҡа еткереү.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: