Ауыҙыма алыу түгел, еҫенән уҡшый инем. Эскән бисәләрҙе ҡатын затынан тип әйтке лә килмәй хатта. Күреп үҫтем, шуға бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, ти торғайным. Ытырғана инем. Араҡы, бал, көмөшкә, ә хәҙер ана — һыра...
Шул кешеләр айнып алһалар, әллә кем булып, аҡыллы хәбәр һөйләп йөрөйҙәр. Ауа-түнә атлап улар йөрөмәгән, ҡайҙа теләй, шунда итәк күтәреп хәжәтенә ултырмаған, әшәке һүҙҙәр һөйләмәгән, оятһыҙ таҡмаҡтар әйтеп бейемәгән.
Ә бит үҙҙәренең ҡулынан килмәгән эш һирәк ине. Барҙы юҡтан булдыра беләләр ине. Аш-һыумы, бәйләү-тегеүме — барыһын да булдыра улар. Ыҙғытып балаһын да табалар, деүелдәтеп донъяһын да көтәләр. Сибәрҙәр, һөйкөмлөләр бит әле үҙҙәре.
Элек ҡатындарға эш күп булды бит. Иләп-бәйләп кейҙерәһең, тегәһең, ямайһың. Унан ҡалһа, утыны-бесәне, мал-тыуары, ҡош-ҡорто... Бисәнән бисә быуаҙый тип үҙе белгәнде икенсеһенә өйрәтеп йәшәнеләр. Быуаҙый тигәне бер береһенән эш, һөнәр отоп алалар тигән һүҙ.
Гел шулай ғына барһа ине лә, юҡ бит... Эсеп алһа, тиҫкәреһен әйләндереп ҡуялар тиерһең. Ә эсеп алыу өсөн сәбәптәре етерлек. Йә өй йыуышалар ҙа һыныҡ яҙалар, йә һарыҡ ҡырҡышалар, кәзә тарашалар, һуғым һуйышалар ҙа эсәк таҙалашалар. Һәр береһенең аҙағы — эске. Әҙҙән өйрәнә бит кеше. Мәжлестәрҙә, ҡунаҡ-төшөмдәрҙә бер-береһенә ымлашып, шыбырлашып ҡына: "Эсәйек, ирҙәргә күп була атыу", - тип йәшереп эсеүҙән дә башлана бисәләр эскеһе.
Ошонан да алйотораҡ, мәғәнәһеҙерәк һылтау юҡ эсергә өйрәнеп китеү өсөн. Кешелектән, эшлектән, әсәлектән сығыу өсөн ишек кәрәкмәй, шешә тишеге лә етә.
Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина.
"Үҙ юлым бар" төркөмөнән.