Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
10 Апрель 2022, 11:15

Йырсы ла була алманы Гөлдәриә ВӘЛИТОВА

Тик Гөлсирә генә һаман шул уҡ. Эшләгән эше лә, уҡыған уҡыуы ла, фатиры ла, ғаиләһе лә юҡ. Йырсы ла була алманы. Һаман да ата-әсәһе ай һайын пенсияһынан ун мең һум аҡса ебәреп, ҡыҙҙарына тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.

Йырсы ла була алманы      Гөлдәриә ВӘЛИТОВА
Йырсы ла була алманы Гөлдәриә ВӘЛИТОВА

йәки Балҡый алмаған “йондоҙ”

Бына инде 14 йыл беҙ, дүрт әхирәт, бергәләп аралашып йәшәйбеҙ. Тормошта төрлө саҡ булды, әммә бер ваҡытта ла дуҫлыҡҡа хыянат итмәнек, ауырлыҡты ла, бәхетте лә бергә бүлешәбеҙ. Характерҙар ҙа, биләгән вазифалар ҙа, һөнәребеҙ ҙә төрлө, әммә күңелдәребеҙ бер бөтөн.
Мин һөнәрем буйынса журналист, ярайһы ғына танылыу яуланым шикелле, һәр хәлдә, барған ерҙә танып, хәбәр ҡушып торалар. Әммә бының менән артыҡ маһайырға яратмайым, яңы танышлыҡтарға ышанып етмәйем. Уҫалыраҡ, тураһын бәреп әйтә торған холҡома әхирәттәремдән башҡа таныштарым үпкәләп кенә бара. Иремдән айырылғанға ете йыл, улымды яңғыҙым үҫтерәм. Тәүге мөхәббәт уттары ҡанаттарымды көйҙөрөп, һауанан дыңҡылдатҡансы ергә һуғып төшөрһә лә, һөйөү хистәренән ваз кисмәнем әле. Аҡбуҙаттағы әкиәт егетен көтмәһәм дә, юлымда арыу ғына мосолман егете осрауына өмөтөм ҙур.
Гөлназ класташым иһә хоҡуҡ белгесе, арабыҙҙа иң тыныс һәм аҡыллы кеше. Һәр һүҙен үлсәп һөйләй, беҙҙең менән уйнап-көлөп йөрөһә лә, ят кешеләр алдында үҙ-үҙенә йомола. Бер ҡасан да аҡылын юйып ғашиҡ булғаны юҡ, киреһенсә, горизонтта күренгән (хатта урамда шаяртып һүҙ ҡушырға маташыусы ла) һәр ир-егетте буласаҡ ире кеүек күреп, энә күҙәүенән үткәреп, сифатһыҙ тауар яһап ҡуя.
Әлиә баш ҡаланың мәғариф бүлегендә ҙур ғына вазифа биләй. Вазифаға ярашлы, үҙен кешеләр алдында һауалы тотоп маташа, ә беҙҙең менән ихласлап ултырып һөйләшә, байрамдарҙа һәйбәт шараптар менән һыйлап ала. Күп кешенән һәм эштән ҡәнәғәт түгел, хатта үҙенең тормошо һәм вазифаһы менән дә. Алты йыл инде ғаиләле ир менән аралаша, айына ике-өс тапҡыр осрашыу ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерә. Беҙ ҙә кеше тормошона ҡыҫылмайбыҙ, 40 йәшкә етеп барған кеше үҙ башы менән уйлар хәлдә була бит. Әлиә менән беҙ ниндәйҙер студенттар байрамында танышып, аралаша башлағайныҡ.
Алтынайыбыҙ – ике балаға әсәй, иренә яратҡан ҡатын. Бер түгел, ике юғары белеме бар, әммә үҙен тулыһынса ғаиләһенә һәм йортона арнаған. Нуғай ҡасабаһындағы өйөн гөл итеп тота, балалары һәр саҡ таҙа, бөхтә, дәрестәре ҡаралған, әллә нисәмә түңәрәккә йөрөй. Ә ире өсөн нисек өҙөлөп торғаны һәр кемгә өлгө булырлыҡ. 3-сө кластан алып ярат­ҡан класташына кейәүгә сыҡҡайны, һаман да уны ярата, йән атып тора. Иртәнсәк тороуына таҙа кейем, һөттә бешкән бутҡа, ә төшкө һәм киске табынға кәм тигәндә өс төрлө ризыҡ бешерелә. Иренең рөхсәте булмаһа, беҙҙең менән дә аралашмаҫ ине, моғайын, әлдә уныһының ышанысын ныҡлы яулағанбыҙ. Шулай ҙа бер нәмә эсте бошора: осрашҡан һайын Алтынай телефондан күрһәтмәләр яуҙырып ҡына тора.
– Зилә, күгәрсенем, алгебранан өйгә эшеңде эшләнеңме? Балыҡтарыңды ашаттыңмы? Батырхан ҡустың витаминын эстеме? Атайың ҡайттымы?
– Йәнем, һыуытҡыста кәбеҫтә ашы ҡалдырҙым, мотлаҡ йылытып аша, яраймы? Мунса тоҡандырылған, ҡыҙыу сағында барып, имән миндеге менән сабынып ал, йәме! Мин тағы берәй сәғәт ултырам да ҡайтам. Бына ҡыҙҙар һиңә сәләм әйтә, ҡасан шешлек бешереп, ҡунаҡҡа саҡырыр икән, тиҙәр (ә ул турала бөтөнләй һүҙ ҙә булманы). Эштән арып ҡайта шул, тинем. Эйе, күҙ нурым, ай аҙағына саҡырырмын.
– Алтыным, мунсанан сыҡтыңмы? Һүҙгә әүрәп, онотолоп киткәнмен, әҙерәк ял ит тә мине килеп кенә ал инде, йәме. Әлиәнең фатирында ултырабыҙ. Такси саҡыртам тиһәм, оялмай ҙа 500 тәңкә һорай (саҡыртырға уйламағайны ла). Ул аҡсаға һин әллә күпме заправить итәһең, эйеме? Ярай, алтыным, үҙ яйыңа ғына ҡарап килерһең.
Һорау артынан һорау яуып ҡына тора. Шулай татлы телле булғанға ла матур итеп йәшәйҙер инде ул. Алтынай Гөлназдың ҡоҙасаһы була, 20 йәшенә ҡунаҡҡа килгәнендә танышҡайныҡ, шунан бирле айырылышҡан юҡ. Тыуған көн һәм төрлө байрам һылтауы менән осрашып алабыҙ, театрға, концерттарға йөрөйбөҙ. Тағы ла өй ремонтлау, ихата йыйыштырыу, мунса йыуыу кеүек эштәрҙе лә бергәләп башҡарабыҙ. “Бәйләнештә” һәм ватсапта айырым чат булдырҙыҡ та, көн һайын шунда аралашып торабыҙ. Йылдар дауамында бер туғандар кеүек булып, яҡынайып бөттөк, бер аҙ күрешмәһәк, бер-беребеҙҙе һағынып бөтәбеҙ.
Беҙҙең тағы ла бер уртаҡ дуҫ ҡыҙыбыҙ бар. Гөлназ, мин, Алтынай Өфөгә килеп, ҡуртымға фатир алып йәшәй башлаған саҡта, дүртенсе ҡыҙ кәрәккәс, иғлан буйынса уны табып, бергә йәшәгәйнек. Исеме Гөлсирә, йырсы булырға хыялланған Нефтекама ҡыҙы. Тик беҙ уны үҙебеҙҙең әхирәт тип атай алмайбыҙ, быға бер нисә сәбәп бар. Беренсенән, уның аралашыу даирәһе бигерәк ҙур, һәр береһенә ваҡыт таба алмай. Беҙҙең менән йылына ике, уҙа барһа, өс тапҡыр осраша. Икенсенән, уның йәшәү рәүеше беҙҙең өсөн аңлашылмаған ребус булып ҡала килә. Ундағы эгоизм, вайым­һыҙлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ беҙҙең аҡылға бөтөнләй һыймай. Тағы ла, ул үҙен кешеләр араһында ла, ҡунаҡта ла “йондоҙ” итеп тоя. Барыһын да баштан яҙып үтәйем әле.
Фатирға килеп инеү менән Гөлсирә үҙен: “Йырсы, музыка белгесе”, – тип таныштырҙы. Беҙ, ауылдан килгән “томана” ҡыҙҙар, ауыҙ асып уға текәлдек. Һомғол буйлы, оҙон ҡара сәсле, ялтыр-йолтор биҙәүестәр таҡҡан, мул биҙәнгән, бейек үксәле туфли менән ҡыҫҡа итәкле ҡара күлдәк кейгән һылыу ҡыҙға һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә текәлдек. Ике егет уның артынса төрлө ҙурлыҡтағы ҡумталарҙы ташый ҙа башланы. Аҙаҡ, белеүебеҙсә, уларҙа кейем-һалым һәм биҙәнгестәр булып сыҡты. Зал бүлмәһенең яртыһын яңы ҡыҙҙың тренажеры биләне. Ике йыл бергә йәшәү дәүерендә ул бер генә көн дә эшләмәне. Беҙ иртәнге сәғәт 6-нан тороп эшкә китәбеҙ, ул рәхәтләнеп йоҡлап ҡала. Кискә табан биҙәнеп, яһанып, әле беребеҙҙең, әле икенсебеҙҙең эшенә килеп китә.
– Айҙар Ғәлимовтың студияһына вокал дәресенә барҙым. Мотлаҡ бейеү менән дә шөғөлләнергә ҡуштылар. Буй-һының бейеүселәрҙеке кеүек, ниндәй спорт менән шөғөлләнәһең, тип һоранылар. Ысынлап та, башҡорт эстрадаһында минең кеүек һомғол буйлылар юҡ шул.
– Бөгөн урамда Булат Йосопов менән таныштыҡ. Яңы фильм төшөрә башлаған икән. Төп героиняның әхирәтен уйнарға саҡырғайны, баш тартырға тура килде. Миңә бит вокал менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк.
Килгән һайын хеҙмәттәштәрем алдында шундайыраҡ хәбәр һөйләй ине Гөлсирә. Аҙаҡ аңлап ҡалдым, уға кешеләр­ҙең һоҡланыулы, аптыраулы ҡараштары кәрәк икән. Әммә журналистар көн һайын тигәндәй тере яҙыусылар, йырсылар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып торғас, уға артыҡ иғтибар бирмәнеләр. Шуға ла ул аҙаҡ матбуғат йортон урап үтер булды. Өйҙә ашарға сиратлап бешерә инек, бергәләп туҡланабыҙ. Һәр көн тигәндәй итле һурпа, бик булмаһа, йәшелсәләр менән төрлө ярма быҡтырабыҙ, ял көндәрендә бергәләп ҡамыр ризыҡтары бешерәбеҙ. Ә Гөлсирә, сираты етһә, беҙҙе һыуҙа бешкән дөгө, һоло йәки арпа менән һыйлай, бик булмаһа, магазин билмәне бешерә, йомортҡа ҡура. Иртәнсәк һуң торғас, кисен телевизор ҡарарға, оҙаҡ итеп телефондан һөйләшергә ярата, тик беҙ уны был ғәҙәте өсөн тәнҡитләй башлағас, төнгө клубтарға сығып китер булды. Әйткәндәй, йоҡоһо туйғас, ул иң тәүҙә сәғәттәр буйы физик күнекмәләр эшләй, артабан ванна бүлмәһенә инеп юғала. Йыуына, битенә һәм муйынына массаж яһай, төрлө битлек һылай. Кәштә тулып ултыр­ған төрлө төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы флакондар араһынан кәрәклеһен нисек табалыр, аңламаҫһың. Икмәкһеҙ генә сыр, йомортҡа һәм әфлисун менән тамаҡ туйҙырып алғас, биҙәнергә ултыра. Был “изге эш” өсөн ваҡытын һәм аҡсаһын һис йәлләмәй ул. Аҡса тигәндән, беҙ уның эшһеҙ килеш һәр ваҡыт аҡсалы йөрөүенә аптырай инек. Серен аҙаҡ ҡына, беҙҙең яндан күсеп киткәс, аңланыҡ. Баҡтиһәң, Гөлсирә төрлө банктан кредиттар алған икән. Һәм, әлбиттә, уларҙы түләмәгән. Берҙән-бер көндө беҙгә коллекторҙар шылтырата башланы, хатта бер нисә тапҡыр, Гөлсирәне эҙләп, өйгә лә килеп киттеләр. Ә ул был ваҡытта Төркиәлә ял итә ине.
Был хәлдәргә инде 16 йыллап ваҡыт үтте. Беҙ, дүрт әхирәт, яҡты хыялдар һәм юғары маҡсаттар артынан тормош юлы буйлап алға атланыҡ. Ипотека тигән ауға эләкһәк эләктек, һәр беребеҙ торлаҡлы булды. Белем алдыҡ, эшләнек, ниндәйҙер кимәлдә дәрәжәләр яуланыҡ, вазифалар йөкләнек. Кемебеҙҙер – ир ҡатыны, бала әсәһе. Отпуск, оҙайлы байрамдар мәле етһә, тейәнешеп тыуған яҡтарға, атай-әсәйгә ярҙам итер өсөн сабабыҙ. Иҫән саҡтарында ошолай ғына итеп булһа ла ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышҡан көнөбөҙ.
Тик Гөлсирә генә һаман шул уҡ. Эшләгән эше лә, уҡыған уҡыуы ла, фатиры ла, ғаиләһе лә юҡ. Йырсы ла була алманы. Һаман да ата-әсәһе ай һайын пенсияһынан ун мең һум аҡса ебәреп, ҡыҙҙарына тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.
– Гөлдәриә, һин алйотмо әллә, фатир алам тип, банкка ай һайын ярты эш хаҡыңды биреп ятырға? Был бит көпә-көндөҙ кеше талау! – тине ул, минең ипотекаға фатир алыуымды белгәс.
– Яртыһын түгел, өстән ике өлөшөн. Һуң, 40 йәшкә тиклем кеше тупһаһын тапап булмай бит. Хәҙер ыҙаланам, ә аҙаҡ улымдың үҙ фатиры булыр.
– Ә атаһы ниңә алып бирмәй? Айырылғанда шундай шарт ҡуйырға ине...
– Мөнәсәбәттәр айырылышыуға барып еткән икән, шарт ҡуйып торғо килмәй ул. Икенсенән, беҙҙең айырылышыуға бала ғәйепле түгел бит.
– Барыбер бала өсөн һин генә яуаплы түгел. Йәйге ялдарға улыңды иреңә йәки атайыңдарға ҡайтарып, ял итеп ал. Эш, бала, ипотека тип йонсоп йөрөйһөң, ирҙәр ҡарар ҡиәфәтең ҡалмаған. Бына мин урамға сығыу менән мотлаҡ 2 – 3 ир танышырға тәҡдим яһай.
– Ә ниңә берәйһе менән танышып, кейәүгә сыҡмайһың һуң?
– Ни өсөн? Һинең кеүек айырылырғамы әллә Алтынай кеүек өй тауығына әйләнергәме? Арағыҙҙа Әлиә иң аҡыллыһы, ирле лә түгел, яңғыҙ ҙа. Әммә ул да лоханулась. Ҡала мэрияһынан шундай вазифалы, аҡсалы ир-аттар менән аралаша, ә һөйәркәлеккә бер хәйерсене һайлаған. Сәскә менән күстәнәскә риза булып тора. Һөйәркә булғас, кәмендә шәшке тун бүләк итерлек булһын!
– Эй, Гөлсирә, һинең менән миңә шул сәскәне биреүсе лә юҡ бит әле әлеге мәлдә.
– Мин эҙләмәйем генә, машина бүләк итерлеген таба алам. Улар өсөн ваҡыт кәрәк, ә миңә яңы йырҙар яҙҙырырға кәрәк. Ике килоға һимергәнмен, фитнесҡа йөрөй башланым.
Гөлсирә нисек кенә үҙен “йондоҙ” итеп күрһәтергә тырышмаһын, унан йырсы сыҡманы. Сағыу талантың булмаһа, матурлыҡ менән генә тамашасы күңелен яулап булмай шул. Әммә һуңғы тапҡыр дүрт йыл элек концертта ҡатнашыуына ҡарамай, беҙҙең танышыбыҙ сәнғәт тураһында һүҙ сыҡҡан һайын үҙен ҡыҫтыра.
– Беҙҙең артистар араһында ундай нәмә юҡ...
– Фидан Ғафаров менән концертта ҡатнашҡан саҡта...
– Рөстәм Ғиззәтуллин менән киләһе осрашыуҙа мотлаҡ ул турала кәңәшләшермен...
Беҙҙең менән уға ҡыҙыҡ түгел, сөнки беҙ инде күптән ауыл томаналары түгел, уның кеүек кенә “йондоҙ”ҙарға иҫебеҙ китеп бармай. Бибисара Азаматова, Илһам Вәлиев, Флүрә Үҙәнбаева, Әлфиә Юлсурина кеүек йырсыларҙың талантына мөкиббән китеп, яныбыҙҙа ғына йөрөгән “аҫылташ”ты һанламай башлағанбыҙ. Гөлсирәнең был үпкә һүҙҙәре телдән-телгә күсеп, эйәләренә, йәғни беҙгә лә, килеп етте. “Ауыл ауыл инде, сәнғәтте аңлайҙармы ни улар?!” Шуғалыр ҙа аралашыу йылдан-йыл һирәкләнә бара. Әйткәндәй, Гөлсирә алған кредиттарын барыбер түләмәгән. Ысын булһа, улар­ҙың бер өлөшөн атаһы менән әсәһе түләй, ти. Үҙенән был турала һорағаным юҡ.
Яланда төрлө сәскә, үлән булған кеүек, ерҙә кешеләр ҙә күп һәм төрлө. Матур гөлләмәне боҙған сүп үләне кеүек, дуҫлыҡта ла бер үк тулҡынға көйләнгән кешеләр араһына ситтәр килеп эләгеүе бар. Әммә ят тупраҡҡа берегә алмаған гөл кеүек, улар ҙа был төркөмгә инә алмаясаҡ.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: