“Ҡарындаш, минең үкенестәремде еткер әле бер апайыңа. Ныҡ ғәйеплемен уның алдында. Ҡайҙа йәшәгәнен белмәйем. Белһәм дә, янына барырға оялыр инем. Хәҙер ныҡ ҡыйын миңә...”
Алтмыш йәште уҙған ағайҙың һөйләгәндәрен тыңлап, сираттағы мәртәбә кеше һүҙенең – кеше үлтереүенә инандым.
Бына ниҙәрҙе һөйләне ул:
- Армиянан ҡайтҡас, ҡалаға барып төпләндем. Тағы ике дуҫ егет тә килде. Унда-бында эшләп йөрөй торғас, бер ойошмаға килеп урынлаштыҡ. Эй, күңелле саҡтар ине. Бер йылдан ойошмаға нәҙекәй билле, бик һылыу ҡыҙ килде. Барыбыҙ ҙа уның янында өйөрөлә башланыҡ. Беҙ – өс ауылдаш, бигерәк тә. Уйламағанда ҡыҙ минең киноға саҡырыуымды ҡабул итте. Унан тағы осраштыҡ, тағы... Арабыҙҙа ғишыҡ уттары тоҡанды. Өйләнеү тураһында уйлана башланым. Ҡыҙ ҙа ҡаршы түгел. Шундай һылыу ҡыҙҙың мине һайлауына ышанып бөтә алманым. Ҡыуанысымдан ни ҡылырға белмәй инем. Мине сираттағы командировкаға ебәрҙеләр. Ун көндән ҡайттым да, төн булһа ла һөйгәнем янына йүгерҙем. Ул өйҙә булмай сыҡты...
Икенсе көнө эштә дуҫ егеттәргә өйләнергә йыйыныуымды һөйләп бирҙем. Теге икәү хахылдап көлә башланы минән. Мин аптырайым. “Үәт, дүрәк, ул ҡыҙ күптән ҡыҙ түгел бит! Уны икебеҙ ҙә күптән “тәмләп” ҡараныҡ һәм бер мәртәбә генә түгел!”-тип көлдө былар минән. Унан береһе: “Ярай, бажалар булабыҙ инде”,-тине мыҫҡыллы тауыш менән.
Мин асыуымдан ни эшләргә белмәнем. Минең менән ҡыҙ булып ҡыланып, яҡын килтермәгән була, ә үҙе барыһы менән дә түшәк уртаҡлашып йөрөй икән! Шуға төнөн өйҙә булмаған инде! Бәлки, ишеген асмағандыр кем менәндер булып. Эшкә килеп, яныма йүгереп килеп еткән ҡыҙҙы этә төрттөм дә, сығып киттем. Ул иҙәнгә барып төшөп, аптырап ултырып ҡалды. Ошонан һуң ул минең менән бер-ике мәртәбә һөйләшергә маташып ҡараны, мин уны ҡыуҙым, алама һүҙҙәр менән һүгендем. Тиҙҙән был ҡыҙ эштән китте. Ҡаланан да күсеп китте.
Яңыраҡ теге ике дуҫ егеттең береһе менән мәжлестә осраштыҡ. Йәш саҡтарҙы иҫләп ултырҙыҡ. Унан теге: “Их, ҡайҙа икән теге ҡыҙ? Ни тиклем һылыу ине бит ул. Барыбыҙ ҙа ғашиҡ инек бит уға. Һин уның менән йөрөй башлағаныңды белеп ҡалып, әй йәнебеҙ көйгәйне”,-тип көрһөнөп ҡуйҙы. Мин аптырап ҡарап: “Һуң һин икебеҙ ҙә уның менән йоҡлап йөрөйбөҙ, тигәйнең бит”,-тинем. Теге: “Ҡайҙан инде ул? Һин шул хәбәргә ышанған булдың бит әле. Фәрештә ине лә инде ул! Йөҙө лә, буй-һыны ла, күңеле лә матур, сафлыҡ бөркөлөп тора ине. Ә һин беҙҙең көнләшеп әйткән һүҙҙәрҙе ысынға алдың, ышандың... Беҙ һине шулай шаяртырға ғына уйлағайныҡ бит. Ә һин шунда уҡ ысынға алып, ҡыҙҙы рәнйеттең. Беҙ ҙә өндәшеп торманыҡ шул...”-тип уфтанды.
Минең өсөн донъя емерелде. Ғүмер буйы шул ҡыҙҙы уйлап, йөрәгем яртылаш булып йәшәйем бит. Ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә мин Айһылыуымды бер мәлгә лә онотҡаным юҡ. Ғәфү итһен ине ул мине...
Кисер мине, Айһылыу!..
Айҙарың.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды
Фото: legkopolezno.ru