Ҡош балаһы ике ҡанаты булғанда ғына оса алған кеүек, әҙәм балаһы ла ике терәккә—атай-әсәйгә таянғанда ғына бәхетле. Бер терәүҙә генә үҫкәндәр үҙҙәрен һәр ваҡыт ышанысһыҙ тоя. Әсәйем, мәҫәлән, 5 йәшендә атаһын юғалтҡан. «Тиҫтерҙәрем атай тип әйтһә, миңә ҡыйын була торғайны. Нимә икән ул атай?—тип уйлай инем»— ти ул.
Хатта кем дә түгел бит әле.
Ысынлап та кем һуң, атай?
Тәрбиә башы—ғаиләлә
Быға һәр кем төрлөсә яуап бирә. Минең атайым, мәҫәлән, беҙҙе 7 балаһын үҫтерәм тип көнө-төнө эшләне. Беҙҙе күберәк өләсәйем баҡты. Атайым аҡса эшләһә, әсәйем донъябыҙҙы бөтәйтәм тип тырышты.
—Үҙем атайһыҙ үҫкәс, балаларым етем булмаһын өсөн барлыҡ көсөмдө, түҙемлегемде, сабырлығымды һалдым. Ир менән йәшәй белергә лә кәрәк бит ул. Етмәһә, 36 йыл ҡәйнәмде көттөм,—тип һөйләй әсәйем.—Атайыңдың атаһы фронтта ҡалған. Атай тәрбиәһе күрмәй, өс апаһына иркәләнеп үҫкән яңғыҙ малай үҙе. Ғүмере буйы әсәһе янында әпәүләп кенә тора. Шулай ҙа уның ирлек мин-минлеге көслө булды, мәмәй, әсәһенең балаһы булманы. Шуға ла йәшәгән- беҙҙер.
Ғәфү итмәҫтәй ҡыланыштарын да янъялһыҙ үткәрә белдем. Ике балабыҙ булғас, Белоретҡа шоферҙар курсына уҡырға китте был. Өс ай үткәс, водитель танытмаһы алып ҡайтыр тип көтәбеҙ быны. Ә ул юҡ та юҡ. Ҡыҙҙарҙы өләсәйеңә ҡалдырҙым да киттем эҙләп. Барһам, быным фатирға төшкән ҡатынға инеп йәшәп ята. Ул бисараға өйләнмәгәнмен тип әйткән. Уныһы атайыңдың исемен Сәитәхмәт тип әйтә алмай, Әүхәҙи тип исем ҡушып алған. Атаңа шул ғына кәрәк бит инде. Права алам да ҡасам тип уйлаған. Тик тоҙаҡҡа ныҡ эләккән, бер нисек тә ҡайтармай икән, 1 май демонстрацияға ҡултыҡлашып сығайыҡ, ти икән. Атайың: “Ҡайтып костюм-салбарымды алып киләйем. Кеше араһында йөрөрлөк кейем юҡ”,—тип һаман ҡасыу яғын хәстәрләгән. Ҡайтыр ҙа китер ине документтарын бирмәгән. Аптырап йөрөгәнендә мин барып төшкәнмен. Атайың мине теге ҡатынға һеңлем тип таныштырҙы. Шулай кәрәктер тип уйланым, аңын-тоңон аңламай торам бит инде. Төн төшөп, ҡатын урынды үҙҙәренә бергә, миңә айы- рым һалғас ҡына сығырымдан-сыҡтым. Мин ҡысҡырғанға, ҡатындың 7 йәштәрҙәге ҡыҙы илай башланы. Бисараҡай атаңа документтарын тоттороп, ҡыуып сығарғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Төндө вокзалға уҙғарҙыҡ та, таңға поезға ултырып ҡайтып киттек.
Шулай үҙ бәхетең өсөн көрәшкән саҡтар бик күп булды. Үсегеп, донъяны пыран-заран килтереп, балаларымды етәкләп әсәйемә ҡайтып китәм тип ынтылманым. Атаң Белореттан ҡайтҡас, тағы 5 бала таптым, 45 йыл бергә ғүмер иттек, —ти әсәйем.
Өлгө алырлыҡ кешебеҙ бар, Аллаға шөкөр. Барыбыҙ ҙа тулы ғаиләле, торлаҡлы һәм имен. Тәрбиә башы ғаиләлә булыуға ишара был.
Сереткеләр ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Таныш ҡатындар бер-береһенә хәл-әхүәлдәрен һөйләй: өс ҡыҙым да бына тигән итеп донъя көтә, кейәүҙәр шәп, килеп һыҙырып эшемде эшләп китәләр, күстәнәс, бүләктәр яуып тора. Ә бына улдарым икеһе лә серетке булып сыҡты: бисәләренә баш була алманы. Икеһе лә әле айырылған...
Был хәбәрҙе ишеткәс, уйға ҡалдым. Бер ғаиләлә үҫкәндәр, бер үк тәрбиә алғандар, ә ни өсөн тормоштары төрлө-төрлө һуң?
Теге ҡатын аһ-зарын һаман һөйләй: өлкән улымды матур итеп туй яһап өйләндерҙем. Бер-бер артлы өс балалары тыуҙы. Ҡаланан ипотекаға фатир алдылар. Улым аҡса табам тип гел ҡырҙа, гел эштә йөрөнө. Аҡсаһын ебәреп тора, түләүҙәрен түләй. Башта арыу ғына йәшәгән һымаҡтар ине, тора-бара аралары һыуынды. Киленде лә аңларға була, йәшлеген заяға үткәреп ултыра алмай. Улым да инде икенсегә әүрәгән. ..
Ярай әүрәһендәр ҙә, ти. Ә бына өс баланы кем ҡарай? Әсәһенең үҙ тормошон көйләр кәрәк, атайҙары ла аҡса ебәрә лә шуның менән уның тәрбиәгә ҡыҫылышы бөттө, йәнәһе. Ике арала балалар йөрөп боҙола. Балаларын тәрбиәләр урынға үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусы өлкәндәрҙән күреп үҫкән ҡыҙҙар-малайҙар ҙа тормош шулай икән, бик булмаһа, сығаһың да китәһең, ҡалғаны минең эш түгел тип йәшәргә өйрәнә.
Улдары тормошона зарланған был ҡатындың үҙен дә ире ҡасандыр биш балаһы менән ташлап сығып киткән. Шул китеүҙән хәбәре лә, өнө лә булмай. Алимент түләү түгел, был донъяла барлығын да белгертмәй. Уны хатта күптән вафат булғандыр тип тә уйлайҙар. Бер мәл пропискаһы буйынса административ штрафын түләүҙе талап иткән хат килеп төшә. Шунда ҡатын: «Был ҡартайғас беҙгә килеп йығылып ҡуймаһын»,—тип ҡурҡыуға ҡала. Пенсияға сығыу йәшенә еткәндә айырыусаға хафаға төшә. Ләкин ул күҙен дә, эҙен дә күрһәтмәй. Күптән түгел ирҙе ауылдаштары баш ҡалала күргән.
—Хәҙер бит интернет заманы. Бер ҡайҙа ла йөрөмәйенсә генә пенсия юллап була,—тигән ул.
—Балаларыңды һағынмайһыңмы һуң? Ейән-ейәнсәрҙәрең үҫеп килә. Шуларҙы күргең килмәйме?
—Мин уларҙың тормошон социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп барам. Ҡыҙҙарҙың йәшәйештәре яҡшы. Улдарымдың миңә оҡшауын теләмәгәйнем дә. Ҡан тарталыр, икеһе лә ғаиләләренән киткәндәр,—тип әйтә ти бошмай ғына.
Бәлки, атайҙары улар менән йәшәһә, ваҡытында терәк-таяныс булһа яҙмыштар ҡабатланмаҫ, улдары серетке булмаҫ ине. Эш ата ҡаҙҙа икән.
Атайҙы эҙләгәндә
Ҡасандыр шулай ҡатынын, ҡыҙын тормош ҡосағына ташлап киткән бер ирҙе эҙләүҙә ирекһеҙҙән шаһит булырға тура килде. Юғары уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙ үҙен тыуғас та ҡалдырып киткән атаһын барып күргеһе килеүен белдерҙе. Йәй көнө ине, уға эйәреп сыҡтым да киттем. Килешле итеп кейенде, алтын-көмөштәрен таҡты был ҡыҙ, йәнәһе лә ул бер нәмәгә лә мохтаж түгеллеген атаһына күрһәтә. Ә ниңә ул атаһына был хәлдә күренгеһе килә тиһегеҙме? Һинһеҙ ҙә үҫтем, белем алдым, яҡшы эшкә урынлаштым, тип иҫбатлағыһы килде. Ә ни өсөн барырға? Ул ваҡытта үрҙәге яҙмалағы кеүек интернет заманы түгел ине шул.
Ҡыҙ атаһының исем-шәрифен, йәшәгән ауылын ғына белә. Автобусҡа ултырҙыҡ та юлға сыҡтыҡ. Тәғәйен ауылға кискәрәк барып еттек. Йорт эскәмйәһендә бер ир ултыра ине. Был ҡыҙ үҙ һөйәген үҙе таныны ахырыһы, уға туп-тура атлап барҙы ла: “Һаумыһығыҙ! Мин фәлән булам!”—тине лә ҡапҡаны асып эскә инде лә китте. Артынан эйәрҙем. Өйҙә бер ҡатын ҡаршы алды. Ҡыҙ уға ла кем булыуын әйтте. Тынлыҡ. Ҡатын сәй ҡуйҙы ла тышҡа сығып китте. Икәү ултырабыҙ гәпләшеп, берәү инмәй. Шунан хужабикә инеп сәй ултыртып беҙҙе өҫтәлгә саҡырҙы. Шул ваҡытта ғына ишек төбөндә теге ир күренде. Күҙҙәре шешенеп киткән, илағаны беленә.
—Ҡыҙым, ҡасан да булһа килереңде белдем. Хатта көттөм был көндө. Әллә нисә тапҡыр күҙ алдына ла килтерҙем. Ә һин аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек, ҡапыл килеп индең. Ҡаушаным, юғалып ҡалдым, йәшермәйем иланым,—тине ул ҡалтыранған тауыш менән.
Шым ғына ултырып сәй эскәс, ҡатыны сығып китте. Мин дә уларға һөйләшергә ҡамасауламайым тип икенсе бүлмәгә сыҡтым. Икенсе бүлмәлә булыу менәнме ни?! Ҡолаҡ бар бит, бөтәһе лә ишетелә...
—Әсәйең менән танышҡанда мин яға еҫкәгән, йәғни кәләш алып айырған ир инем. Ике улымды, ҡатынымды ташлап тыуған яҡтарыма ҡайтып йөрөгәнемдә йәш ҡыҙға ғашиҡ булдым. Ул әсәһе менән генә тора ине, донъяларын бөтәйтеп, ҡәҙимге йәшәп киттек. Һин тыуып бер ай үткәс... Ошонда ҡыҙ атаһын бүлдерҙе:
—Эйе, беҙҙе ташлап сығып киткәнһең. Йомош менән ҡайҙалыр барам да ҡайтам тип сығып киткәнһең дә, юҡҡа сыҡҡанһың,—тине ҡыҙы үпкәләп.
—Хат алдым бит мин, ҡыҙым. Ошо ҡатыным яҙған ине уны. Йәнең булһа, килеп хәлде белер инең. Өлкән улың гүр эйәһе булды,—тип яҙған ине.
—Эйе, ул хатыңды әсәйем аҙаҡ һинең күлдәгеңде йыуғанда түш кәҫәңдән тапҡан. Шунда кире ҡайтмаҫыңды аңлаған ул. Шулай мин атай һүҙен бер тапҡыр ҙа әйтә алмай үҫтем. Минең өсөн атай ул аҡ ҡағыҙға яҙылған 4 хәрефтән торған һүҙ генә булды,—тип һаман үпкәләүҙәрен теҙҙе ҡыҙ.
—Эх, шул хат, хаттағы үлем тураһындағы алдаҡ хәбәр булмаһа ине. Уны ҡатыным мине ҡайтарыр өсөн генә яҙғандыр, бәлки. Әммә үлем һүҙе менән шаярырға ярамаған да бит... Был хәбәрҙән шаңҡып, тәүге ҡатыныма барһам, улдарым йүгерешеп килеп ҡосағыма һырылды. Шатлығымдың сиге булманы, барыһы ла теүәл, имен. Кәләш тә үҙемдеке, йылы һүҙе, түшәге ымһындырғыс. Кире йәшәп киттек, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Әммә кире әсәйеңә барырға, унан ғәфү үтенергә көсөмдән килмәне. Өләсәйең, әсәйең һине яҙмыш ҡосағына ташламаҫын белдем. Улар, минән айырмалы рәүештә, еңел-елпе кешеләр түгел ине. Һорашып-белешеп торҙом, баш ҡалала уҡының, ҙур ерҙә эшләйһең, барыһын да беләм. Һинең өсөн доғалар ҡылдым, балаларыма Аллаһ Тәғәләнән иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер һорағанда һине телемдән төшөрмәнем, уйымдан сығар-маным.
Ирҙең ҡыҙына быларҙы илай-илай һөйләүенән ирекһеҙҙән минең дә күҙҙәргә йәш тулды.
—Бына һин килдең, мин күңелемде бушаттым, инде үлһәм дә үкенмәйем. Әммә иң үкенеслеһе шул, балам: теге хатта улың үлде тип яҙылған ине тигәйнем бит. Шул улыбыҙ, ысынлап та, хат яҙылғандан һуң бик күп йылдар үткәс был донъяларҙан фажиғәле китеп барҙы. Юғары уҡыу йортон тамамлап, кәләш алырға йөрөгәндә генә йәш ғүмере өҙөлдө: йылғанан һал менән ағып төшкәндәрендә көслө ағым йәштәрҙе ҡаяға бәргән...
Фото интернет селтәренән