Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
2 Май 2022, 22:35

Өйләнер инем дә ул...

Иптәшебеҙ, беҙҙән айырмалы, бер ҡасан да өйләнеп ҡараманы һәм быны эшләргә маташманы ла шикелле. Ул бик ҡыйыуһыҙ егет ине, ҡыҙҙар кеүек оялсан булды. Йөрөгән ҡыҙын өйгә алып ҡайтһа, туғандары ни әйтер тип ҡурҡа торғайны.

Өйләнер инем дә ул...
Өйләнер инем дә ул...

(Буйҙаҡ монологы)

Тыуымды арттырыуға, демографияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар илдә ҡабул ителеп тора. Әле яңы ғына икенсе, өсөнсө бала тыуғандан һуң бирелгән Әсәлек капиталын ҙур яңылыҡ итеп ҡабул иткәйнек. Хәҙер унан тыш әллә нисәмә төр түләү бирелә. Әммә хәл илдә лә, республикала ла маҡтанырлыҡ түгел. Ғаиләләр, бигерәк тә яңы өйләнешкәндәр ғаиләһен ишәйтергә ашҡынып тормай. Быны Башҡортостанда тәүге сабый тыуыу күренеше кәмеүе лә иҫбатлай. Уның ҡарауы өсөнсө һәм артабанғы балалар донъяға килеүе артҡан. Әммә быға ҡыуанырғамы, әллә юҡмы? Һан артынан ҡыуып, сифат хаҡында оноторға ярамай. Был, әлбиттә, минең шәхси фекер.

Күп балалар тыумай ҡалыуында шулай уҡ айырылышыуҙар ҙа ҙур роль уйнай. Бер бала менән айырылһалар, башҡаға өйләнгән йәки кейәүгә сыҡҡан осраҡта ла күптәр икенсегә әсәй-атай булырға теләмәй. Шуға күрә демографияны күтәреү, тыуымды арттырыу өсөн йәмғиәттә бөтә системаны үҙгәртеп ҡороу кәрәк. Йәштәр ваҡытында өйләнһен, ғаилә ҡорһон өсөн дәүләт кимәлендә өҫтәмә саралар ҡабул ителмәй тороп, ныҡлы нигеҙле ғаилә ҡороп та, һау-сәләмәт балалар табып та булмаясаҡ, минеңсә. Быны мин үҙ тормош тәжрибәмдән сығып әйтәм.

Беҙ өс дуҫ үҫтек. Йәш араларыбыҙ икешәр йәш булһа ла, уны һиҙмәнек. Тағы бер айырма бар - өсөбөҙ өс милләттән. Мин- башҡортмон, Александр - урыҫ, Әнүр - татар милләтенән. Үҫмер саҡта, бөтәһе кеүек үк, киләсәккә пландар ҡороп үҫтек. Өйләнеп, күп итеп балалар үҫтереү тураһында ла хыялландыҡ. Әммә йәшлек йүләрлеге менәнме бер-беребеҙгә биргән һүҙебеҙ ҙә бар ине: өсөбөҙгә бергә йөҙ йәш тулмайынса өйләнеү тураһында ауыҙ асырға тейеш түгелбеҙ!

Шулай итеп, өсөбөҙгә бергә 100 йәш тулғанда миңә утыҙ өс йәш ине, Саша утыҙ биш йәшлек юбилейын билдәләгәйне, ә Әнүр утыҙ берен тултырғайны. Йәш саҡта ҡуйған шартыбыҙ үтәлһә лә, артабан да буйҙаҡ тормоштан ҡотолорға бер кем дә ашыҡманы.

Бында мәсьәләнең тағы бер яғы бар ине - өсөбөҙ ҙә атай-әсәйҙәр менән йәшәйбеҙ, йәғни өйләнеп, кәләш алып ҡайтыр өсөн үҙ ҡыйығыбыҙ юҡ. Александрҙың ҡала ситендә апаһы менән уртаҡ шәхси йорто булды. Дуҫыбыҙҙың бөгөнгәсә буйҙаҡ йөрөүендә ошо туғаны ғәйепле, тип иҫәпләйем. Иптәшебеҙ күрше ҡаланан һөйгән ҡыҙын алып ҡайтҡас, егеттең апаһы уны ата йортона индермәүгә бөтә көсөн һалды. Ситтән килгән ҡатын был өйгә хужа булыр ҙа, уға үҙенә урын ҡалмаҫ тип ҡурҡты. Был мәкерле уйын ата-әсәһе аңына ла һеңдерҙе һәм маҡсатына иреште.

Дуҫыбыҙ ошо ваҡиғанан һуң өйләнеү тураһында башҡа һүҙ күтәрмәне. Уларҙың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, гүр эйәһе булғас, әсәләре әллә ни оҙаҡ йәшәмәне. Ә йорт өсөн низағ һаман бара әле. Быйыл етмеш йәшлек юбилейын билдәләгән Саша уны ремонтларға уйламай, сөнки апаһы менән бер нисә тапҡыр судлашты, уның ҡарары ҡасандыр өлкән туғаны файҙаһына булырына ышана ул. Был хаҡта һүҙ күтәрһәк, йорт минең ғүмергә етәсәк әле, ти ҙә ҡуя.

Мин үҙем дә шундайыраҡ хәлде үткәрҙем. Теге үҙебеҙгә үҙебеҙ һалған табу - өсөбөҙгә бергә йөҙ йәш тулғанда йәмғиәттә рухи ҡиммәттәр үҙгәреп тора ине. Ҡыҙҙар асыҡтан-асыҡ тәмәке тарта, енси мөнәсәбәттәр бәйһеҙләнде - бында инде әҙәпле кәләш һайлау ҡырҡа ауырлашты. Мин эшләгән һөнәрселек училищеһына йомош менән күрше мәктәптең хеҙмәт уҡытыусыһы килә торғайны. Дуҫлашып киттек. Йәш ҡатын әсәһе, алты йәшлек улы менән йәшәй ине. Атайым мин бәләкәй саҡта уҡ вафат булған, шуға күрә беҙ ҙә әсәй менән икәү. Теге ҡатын менән осраша башланыҡ. Улы мине яҡын күреп “атай” ти башланы. Бер аҙҙан өйләнешергә булдыҡ. Был хаҡта әсәйемә өндәшкәйнем. Уның балалы ҡатын икәнен ишетеү менән ҡыҙып китте. “Үҙең бала булдырырға һәләтһеҙме әллә, ниңә ят кеше балаһын ҡарарға тейеш, фәлән дә фәсмәтән...”, - әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Мин, әсәй һүҙенән сыҡмаған яҡшы ул, өйләнеү тигән уйҙан төңөлдөм һәм әсәй иҫән саҡта был теманы башҡа күтәрмәнем.

Хәҙер ул үлгәнгә лә ун йылдан ашыу ваҡыт уҙып китте. Мине

атай тип йөрөгән малай ҙа үҫеп етте, бөгөн үҙенең балалары үҫеп килә. Ә мине унан башҡа ошо күңелгә яҡын “атай” тигән һүҙҙе әйтеүсе булманы. Ғаиләлә мин бер генә бала инем, әсәй ҡаршы төшкәс, шулай итеп, өйләнмәнем, өйләнһәм, балабыҙ булһа, мин атай ғына түгел, әсәйем дә өләсәй булыр ине. Ә былай, үҙенең тар күңеллелеге арҡаһында “өләсәй” һүҙен дә ишетмәй донъя ҡуйҙы. Ауыр тупрағы еңел булһын…

Хәҙер иң кесе дуҫыбыҙ ҙа алтмыш алты йәшен тултырҙы. Әйткәндәй, уҙған йыл өсөбөҙгә бергә ике йөҙ йәш булды. Ул да ғүмер буйы ата-әсәһен ҡараны. Әнүрҙең ике ир туғаны бар ине. Икеһе лә юғары белемле, икешәр бала үҫтерәләр. Иптәшебеҙ, беҙҙән айырмалы, бер ҡасан да өйләнеп ҡараманы һәм быны эшләргә маташманы ла шикелле. Ул бик ҡыйыуһыҙ егет ине, ҡыҙҙар кеүек оялсан булды. Йөрөгән ҡыҙын өйгә алып ҡайтһа, туғандары ни әйтер тип ҡурҡа торғайны.

Бына шулай. Атай-әсәйҙе тыңлайыҡ, туғандарға ярайыҡ тип, ғүмерлеккә буйҙаҡ ҡалдыҡ. Әлбиттә, ғәйеп яҡындарыбыҙҙа ғына түгел, үҙебеҙҙә лә бар. Әммә... шуныһына иғтибар иттем: буйҙаҡ йәшәүебеҙгә беребеҙ ҙә үкенмәй ҙә шикелле. Яҡындарым, таныштарым араһында төн йоҡоһон йоҡламай үҫтергән ул-ҡыҙҙары менән аралашмай, ярҙам кәрәкһә генә балалары үҙҙәре хаҡында иҫкә төшөргәнен күрһәм, ишетһәм, үҙемде хатта ундайҙарҙан күпкә бәхетле итеп тойғаным бар...

Буйҙаҡ монологын Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: