Ул 90-сы йылдар аҙағында бик популяр ине: “Юлдаш” радиоһынан йырҙары көнө-төнө тигәндәй яңғыраны, бер-бер артлы төрлө йыр бәйгеһендә призлы урындар яуланы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының барлыҡ тапшырыуҙарында ла уның менән әңгәмә ҡорҙолар. Тәнҡитселәр, ҙур йырсылар дан-шөһрәт, яҡты киләсәк юраны. Биш-алты йыл буйы шулай үтә лә популяр булып йөрөнө лә, сығыштары һирәкләнде, яйлап юғалды. Бөҙрәләнеп торған ҡара сәсе, матур йөҙө, моңло тауышы бик күп ҡыҙҙы ғашиҡ иттергәйне, 16 йәшлек мин дә тәүге һөйөү уттарында уның тураһында хыялланып яндым. Халыҡ йырҙары менән бер рәттән, эстрада әҫәрҙәрен дә башҡарған йырсыны йәше-ҡарты үҙ итте. Сәхнәнән юғалғас, эскелек һаҙлығына батҡандыр тип уйланым. Институтта уның күрше ауылынан бер ҡыҙ менән уҡырға тура килде, һорашҡанымда ниндәйҙер район мәҙәниәт йортонда эшләүен әйтте. Интернет селтәренән эҙләү ҙә һөҙөмтә бирмәне, “Яндекс” тик элекке йырҙарын, уның хаҡындағы тапшырыуҙарҙы ғына күрһәтте.
Йәйҙең эҫе бер көнөндә халыҡ телендә “Колхоз баҙары” тип йөрөтөлгән сауҙа үҙәге эргәһендә йөрөй инем. Юл төҙөлөшө хеҙмәткәрҙәре соҡорҙарҙы асфальт менән тултыра, шул айҡанлы юлдарҙа тығын, машиналар бер-береһенә өҙлөкһөҙ сигнал бирә. Етмәһә, ике ир юл ситендәге газон ишаратын электр сапҡысы менән саба башланы. Ҡыҫҡаһы, ул тирә үлгән кеше тороп ултырырҙай тауыш, мәхшәр менән тулды. Ҡулымдағы реклама буклетына яҙылған адресты таба алмай башым ҡатҡанға миңә тынлыҡ кәрәк ине. Ошондай эҫе көндә тун эҙләп йөрөгән үҙ-үҙемә асыуым сиктән ашты (ташламалар күргән ҡатын-ҡыҙ аҡылын юғалта, тиҙәр, шул дөрөҫтөр, имеш, берәү 30 мең һумға шәшке тун алмаҡсы!) Аптырағандың көнөнән, туңдырма менән һыйланмаҡсы булып, эргәләге аҙыҡ-түлек магазинына индем. Магазин эсендә бер аҙ тынлыҡ, йән көсөнә әйләнгән вентилятор тәнгә рәхәтлек бирә. Ваҡытты һуҙыр өсөн яйлап кәштәләрҙе ҡарарға тотондом. Шул саҡ махсус костюмы асфальтҡа, ниндәйҙер майҙарға буялып бөткән, ҡара футболкаһы лысма тир булған ир (юл төҙөлөшө хеҙмәткәре икәне күренеп тора) килеп инде лә, һатыусынан минераль һыу, ике ҡап тәмәке һораны. Ул миңә үтә лә таныш күренде, әммә кем икәнен тиҙ генә иҫләй алманым. Иҫемә төшкәндә ул һатыусы ҡыҙ менән иҫәпләшеп, ишеккә табан йүнәлгәйне инде.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙ Уралмы ул? – тип ҡысҡырып һораным. Күңелемде бер аҙға икеләнеү ялманы: бәлки, ул түгелдер, әҙме ни донъяла оҡшаш кешеләр. Ир әйләнеп миңә ҡараны:
– Эйе. Беҙ таныштармы? – уның ошо һүҙе икеләнеүемде юҡҡа сығарҙы. Алдымда ысынлап та ул – меңдәрсә тамашасының яратҡан йырсыһы тора. Тик бөҙрә сәсенә сал төшкән, кәүҙәһе бер аҙ ҡалынайған, күҙҙәре лә элекке кеүек көлөп, бәхетле итеп ҡарамай ине.
– Һеҙҙе белмәгән кеше юҡтыр ул. Ғәләмәт матур йырлайһығыҙ ҙа…
– Сәхнәгә бөтөнләй сыҡмауыма бер нисә көндән теүәл ун йыл була. Үҙенә күрә юбилей...
– Ә ни өсөн? Беҙ бит һеҙҙең йырҙарҙы яратып тыңланыҡ, яңылышмаһам, сәнғәт институтын да тамамланығыҙ шикелле. Ниңә асфальт һалып йөрөйһөгөҙ? Урынығыҙ сәхнәлә бит һеҙҙең...
– Быны магазинда тороп ҡына аңлатып булмай. Киске сәғәт 8-ҙә эшебеҙ тамамлана, көтә алһаң, осрашырбыҙ, – тип, ул сығып китте. Бер аҙҙан ҡабат башын тығып ҡысҡырҙы. – Онотмауығыҙ өсөн рәхмәт! Иҫләүселәр һаман да бар икән әле мине…
Сәғәтемә күҙ һалдым. Кискә тиклем ваҡыт күп әле, хәҙер инде уны үткәрер өсөн генә булһа ла, ҡиммәтле тундар һатылған магазинды эҙләп сығып киттем.
* * *
Урал бала саҡтан йыр менән шөғөлләнә башлай. Бер туған ағайҙарының, апаһының көн режимы мәктәп менән йорт эштәренән торһа, кинйә малай мәктәп менән мәҙәниәт йортонан ҡайтып инә белмәй. Уҡыуҙа ла алдынғы, йырға ла һәләтле. Бәләкәй улдарын өйҙә лә өф итеп кенә торалар. 9-сы синыфты тамамлағас, ул Өфө педагогия училищеһының музыка бүлегенә уҡырға инә. Үҫмер сағында оялыу хистәре үҙенекен итә: ул сәхнәнән бер аҙ ситләшә төшә. Уҡыуын тамамлап, тыуған ауылында эш башлай. Яҙмышын “Каруанһарай” төркөмө егеттәре хәл итә: гастролгә килгән саҡта улар мәҙәниәт йортонда барған репетицияға юлыға. Оҙаҡ ҡына инәлткәндән һуң, Уралдың сәхнәгә сығып: “Зәңгәр томандар артында-а-а”… – тип йырлап ебәреүе була, баш ҡала артистары янына йүгереп килеп тә етә.
– Әйҙә беҙҙең менән гастролгә, йәй көнө театр факультетына уҡырға индерәбеҙ.
Егет көтөлмәгән тәҡдимдән аптырап ҡала, шулай ҙа тәүәккәлләргә була. Йәй көнө, имтихандар ваҡытында, ул йырҙары менән уҡытыусыларҙы шаҡ ҡатыра. Кемдер моңло тауышлы егет хаҡында мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевҡа һөйләй. Имтихандарҙың икенсе турына балыҡ ҡармаҡлау тураһында этюд күрһәтергә әҙерләнгән егеткә ҡапыл халыҡ йырын йырларға ҡушалар. Ул ҡаушай биреберәк “Илсе Ғайса”ны башлай. Билдәле шәхес егеттең документтарын театр факультетынан алып, вокал бүлегенә бирә. Урал студент һурпаһын һемерергә тотона. Был юлы ысын “йондоҙ”ға әүерелә. Конкурстар, еңеүҙәр, дан, аҡса һәм, әлбиттә, мөхәббәт...
– Кеше һәр нәмәне тырышлыҡ менән, көс һалып башҡарырға тейеш бит. Ә миңә бөтәһе лә еңел бирелде. Шуғалыр ҙа яҙмыш һынауҙарҙы һуңлатып, яйлап ҡына өйә башланы кеүек. Тик, еңеллеккә өйрәнгән кеше булараҡ, ваҡытында уларҙы ауыҙлыҡлай алманым, – тип һөйләй башланы Урал үҙе хаҡында. – Институт янында ғына ашхана бар ине, көн дә тиерлек шунда тамаҡ ялғарға инәм. Тәүҙә аш бүлгән ҡыҙға бөтөнләй иғтибар итмәнем, бер көн нисектер һөйләшеп, танышып киттек. Зәлифә ине исеме. Шул көндән һуң хәл белешеү матур йолаға әйләнде. 8 Март алдынан сираттағы концертҡа саҡырыу ҡағыҙы биргәйнем, ул миңә сығышымдан һуң гөлләмә бүләк итте. Яйлап-яйлап, аралаша торғас, был ҡыҙға ғашиҡ булдым. Әйтергә кәрәк, башымды юғалтырлыҡ хәлдә булмаһам да, минең өсөн тәүге татылған таҙа, ихлас һәм ҡәҙерле хистәр ине ул. Уҡытыусымдың бер аҙ көтөргә өгөтләүенә ҡарамайынса, 3-сө курсты тамамлау менән өйләнергә хәл иттем.
– Сәнғәт кешеһенең тормошон ябай халыҡ аңлай алмай. Күптәр шуның менән яна ла инде. Өйләнмәй тор, бик булмаһа, дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә алып, йәшәп кенә тороғоҙ. Бер-берегеҙҙе аңларға кәрәк әле һеҙгә. Етмәһә, ул уҡымаған, сәнғәтте аңламаған, асыуым да килмәгәйе, мәҙәниәтһеҙ бер ашнаҡсы ҡыҙ! Концерттарҙан ҡайтыуыңды сабыр ғына көтәсәкме? Гастролгә йөрөгәнеңде аңлармы? Һин әле студент, эшләй башлағас ҡына һөнәреңдең ауырлығын аңлаясаҡһың. Йырлама, тиһә, нимә эшләргә йыйынаһың? – тине уҡытыусым.
– Әйтмәй, ул минең йырлағанымды ярата!
– Йырсыны тыңлау – бер, ә уның менән йәшәү – бөтөнләй икенсе эш. Их-х-х, тыңламайһың мине, әрәм булаһың бит, ә!
Белһәм икән дә бит уҡытыусымдың дөрөҫ әйткәнен! Уны тыңлаһам, яҙмышым бөтөнләй икенсе булыр ине, моғайын. Ғаилә тормошо матур башланды. Көндөҙ ул – эштә, мин – уҡыуҙа. Кис көнө театр-концерттарға йөрөйбөҙ. Конкурстарға, гастролгә барған саҡта, автобуста урын табып, Зәлифәне лә үҙем менән алып барам. Атай-әсәйем аҡсалата ярҙам күрһәтә, конкурстар еңеүсеһе булараҡ, юғары стипендия алам. Ҡатынымдың эштән артып ҡалған аш-бәлештәрҙе алып ҡайтыуы ла аҡсаһыҙлыҡтан ҡотҡара килде. Хәйер, ул саҡта кеҫәлә елдәр уйнаһа ла күңел көр, тормош бөтөн ине. Көйһөҙләнеү ҡатыным ауырға ҡалғас башланды. Мин уға әллә ни иғтибар итмәҫкә, күңелен күрергә тырыштым. Сығарылыш имтихандары алдынан, хәл иткес мәлдә генә, уның сираттағы көйһөҙлөгө башланды. Тик ашыға инем, уға тауышымды күтәрә биреберәк тынысланырға ҡуштым да, институтҡа йүгерҙем. Уңышлы сығыш яһап, курсташтар менән бер аҙ кафела ултырып, ҡайтыр яҡҡа йүнәлдем. Мине вахтала ултырған әбей борсолоулы хәбәр менән ҡаршы алды: Зәлифәне "Тиҙ ярҙам" машинаһы алып киткән. Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй торғанымда комендант үҙ бүлмәһенә саҡыртып алды:
– Бәләһенән баш-аяҡ, иртәгә үк бүлмәне бушатығыҙ. Ҡатынығыҙҙың психик ауырыу икәнен белһәм, һис кенә лә йәшәргә рөхсәт итмәҫ инем. Ватылған тәҙрә өсөн стипендияғыҙҙан тотоп ҡаласаҡбыҙ!
Бер нәмә лә аңламайынса бүлмәгә табан киттем. Ундағы хәл ҡот осҡос ине: һауыт-һаба, тәҙрә ватылған, минең кейемем иҙәндә туҙып ята, гөлдәр ауҙарылған. Ҡайтыуымды ишетеп, күршеләр инде һәм бында нимә булғанын һөйләп бирҙе. Мин сығып китеү менән ҡатыным ҡысҡырып илай башлаған, аҙаҡ һауыт-һабаны онтарға тотонғас, улар инеп, уны тынысландырмаҡсы була. Тик Зәлифә уғата ярһып китә һәм, тәҙрәне ватып, дүртенсе ҡаттан тышҡа һикермәксе була, саҡ тотоп ҡалалар. Хәл нимә менән тамамланыр ине, әгәр ҙә тулғаҡ тота башламаһа.
Тәүге сабыйыбыҙҙың – Рәмиләбеҙҙең донъяға килеү тарихы шулай булды. Уларҙы дауахананан сығарыуға икебеҙ ҙә тынысланғайныҡ инде, ҡуртымға алынған фатирҙа һәүетемсә генә йәшәп киттек. Диплом алғас, опера һәм балет театрында эш башланым. Шул саҡта, уҡытыусым әйткәненсә, икебеҙҙең ике донъянан булыуы үҙен һиҙҙертте лә инде. Классик сәнғәттең нимә икәнен белмәгән Зәлифә мине: “Олоған кешегә лә аҡса түләрҙәр икән”, – тип мыҫҡыл итә башланы. Эш башлауыма ярты йыл да үтмәне, сит илдәр буйлап 40 көнлөк гастролгә ебәрҙеләр. Китер алдынан тауыш сыға биреберәк ҡуйғайны инде, ҡайтыуыма тәүгеһенән дә ҡурҡынысыраҡ хәл көтә ине. Был хаҡта тәфсирләп һөйләп тороу кәрәкмәй, әммә мин шул саҡта ғаиләмде һаҡлар өсөн сәнғәттән китергә тейешлегемде аңланым. Ә ҡайҙа барырға? Йыр һәм музыканан тыш бер нимә лә белмәйем. Тәүге белем алған уҡыу йортона – педагогия училищеһына уҡытыусылар кәрәк тигәнде ишеттем дә шунда киттем. Ятаҡтан ҙур ғына бүлмә бирҙеләр, эш хаҡы юғары булһын өсөн, дәрестәрҙән тыш, түңәрәк эштәрен дә йөкмәттеләр. Тыныс ҡына йәшәй башланыҡ кеүек. Тик ҡатынымдың яңы алама холҡо – көнләшеүе асыҡланды. Белеүегеҙсә, был уҡыу йортонда башлыса ҡыҙҙар уҡый. Дәрестәр ваҡытында уйнаш иткәндә тотам тип килеп инһенме, мин өйҙә юҡта ятаҡ буйлап бүлмәнән бүлмәгә йөрөһөнмө... Ҡыҫҡаһы, ярты йылдан үҙ теләгем менән эштән китеүемде һоранылар. Ул ваҡытта икенсе балабыҙҙы көтә инек. Шул саҡта элекке бер танышым, фатир бирергә вәғәҙәләп, үҙҙәренең район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙы. Шунда юлландыҡ. Бында ҡатыныма концерттар менән ауылдан ауылға йөрөүем оҡшаманы, тағы ла талаш, ыҙғыш китте. Тыныс эш тип, билдәле генә шифаханаға мәҙәниәт сараларын ойоштороусы булып күстем. Мине көнләп, вазифалы урында эшләгән ханыма һуғышырға ташланғас, ҙур янъял ҡуптарып, статья менән эштән ҡыуҙылар. Нимә эшләргә? Ауылға, атайымдар йортона ҡайттыҡ.
Ҡатынымды тынысландыра торған юлдарҙы таба алманым. Иғтибар бирмәй ҡараным, ҡаршы ла һуғыштым, иркә һүҙҙәр ҙә әйттем – ярҙамы булманы. Һин дә мин йөрөгән кеше ярты минутта дөрләп янған утҡа әйләнә ине. Өфөлә нимә ҡыланғандарын туғандарыма һөйләмәнем, әммә ауылға ҡайтҡас, үҙенең кем икәнлеген уларға ла танытты. Апайымдың тыуған көнөн үткәрә инек, эсергә етмәй ҡалды. Берҙән-бер айныҡ кеше булараҡ, мине машина менән күрше ауылда тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазинға ебәрҙеләр. Юлда тәгәрмәс тишелеп, ярты сәғәт тирәһе һуңлап ҡайттым. Шул арала Зәлифә, һөйәркәһенә китте, тип янъял ҡуптарырға, туғандарым менән талашырға, аҫылынып үләм, тип арҡан алып, йылға буйына йүгерергә өлгөргәйне. Тыуған көн кәйефе юғалған, туғандар ғына түгел, ауылдаштарҙы ла күтәреп, ҡатынымды эҙләй башланыҡ. Ярҙа тапмағас, һыуға батҡандыр тип, ирҙәр һыу эсенә төштө. Бер аҙҙан күрше ҡыҙы килеп, уның кәртә артында илап ятыуын әйтте. Асыуымдан уны үлтерергә әҙер инем, туғандарым тыйып ҡалды. Бына ошолай тағы ла ике йыл йәшәп маташтыҡ. Ахырҙа, атай-әсәйем уның ҡыланыштарына түҙмәне, беҙгә ҡабаттан ситкә китергә тәҡдим итте. “Тыныс ҡартлыҡта йәшәгебеҙ килә”, – тинеләр. Ҡатынымды ҡәйнәмдәрҙә ҡалдырып, Себер тарафтарына эшкә китергә булдым. Тик был да яҙманы: уйымды белгәс, ҡатыным бөтә документтарҙы утҡа яҡты.
Аҙаҡ айырылыштыҡ. Статья менән эштән ҡыуылыуымды беләләр ине, ҡатынымдың ҡылыҡтары ла күптәргә таныш – мине һөнәрем буйынса эшкә алманылар. Биш йыл ижад өсөн күп ваҡыт: даими шөғөлләнмәгәс, профессиональ яҡтан оҫталыҡ юғалған, талантлы йәштәр ҙә исемемде йыр сәнғәтенән юйған. Яңы йырҙар, сығыштар кәрәк бит хәҙер. Йәшермәйем, төшөнкөлөккә бирелеп, бер ни тиклем эсеп, берәҙәк хәлендә лә йөрөп алдым. Был алама юлдан әсәйемдең күҙ йәштәре туҡтата алды. Күптән йырлағаным юҡ, хатта яҡын туғандар йыйылған табындарҙа ла шым ултырам. Күңелемә ҡурҡыу оялағанмы, әллә ҡатҡанмынмы – белмәйем. Башҡаса өйләнмәнем, ҡатын-ҡыҙға һаҡ ҡарайым. Ауыҙ бешһә, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабаһың, тиҙәр бит, ә мин бөтөнләй ҡапмаҫ хәлгә еттем...
Иң ҡыҙығы, айырылышҡас, ҡатыным бөтөнләй тынысланды. Балаларҙы күрергә барһам, матур итеп һөйләшә, эш тапмай йөрөгән осорҙа бөтөнләй алимент түләй алманым. Уның өсөн дә әрләшмәне, киреһенсә, юлға аҡса биреп ебәрә торғайны. Шулай, һылыуым, минең хәлдәр. Һандуғас ағайың бөгөн, ҡарға кеүек, ҡараға батып йөрөй. Атылды балҡып янған йондоҙ…
* * *
Тик мин уның йырҙан төңөлөүенә ышанманым. Бынан 18 йыллап элек ауылыбыҙ сәхнәһендә үҙе үк үҙәктәрҙе өҙөп, үҙенә ғашиҡ иттереп йырлай ине бит:
Моңло бала кәкүк кеүек яңғыҙ,
Аҡҡош кеүек зарлы булалыр.
Тик шулай ҙа төңөлмәнем әле,
Күңелемдә йәшәй моңло йыр...
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.