Шоңҡар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
21 Май 2022, 18:50

Ҡытайҙарҙы көтәм әле...

Ҡалаҡ осона яғып ҡына ғәжәйеп ризыҡтарҙы тәмләп ҡараған буласаҡ бизнес-уомәндәр ярыша-ярыша һауыт­тарҙы алдарына шылдыра ла башланы. “Һаулыҡ ҡына булһын, аҡсаһы табылыр. Бер һауыты ике мең һум ғына тора. Эшләп күтәрелеп китһәк, фрауҙар кеүек йәшәрбеҙ әле, Алла бойорһа”, – тип үҙ-үҙҙәрен тынысландыра-тынысландыра, ең һыҙғанып германдарҙың бизнесын алға ебәрергә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙеләр.

Ҡытайҙарҙы көтәм әле...

Пенсияға сыҡтым әле бына. Эй, был донъяның рәхәтлектәре! Үҙ яйыңа ғына йәшәүгә ни етә икән дә баһа! Ятҡан урыныңдан һуң ғына тораһың, яйлап ҡына сәйеңде ҡуяһың, йыуынаһың, ҡош-ҡортоң янына сығып урайһың... Иртәнге сәйеңде тәмләп эскәс, баҡсаңа сығып бер-ике түтәл утаһаң, тағы ла сәй ваҡыты етә. Эргәмдә көңгөр-ҡаңғыр буталып йөрөгән бабайыма шул ғына кәрәк. “Ҡарсыҡ, бар тиҙ генә ҡоймаҡ-фәләнеңде әтмәлә, сәйеңдең арыуырағын мулыраҡ һалып бешер, тамағым һәләк кипте”, – тип ашыҡтыра ла башлай.

Самауыр ҡәҙәре самауырҙы йыҡҡас ни, эш эшләрлек хәл ҡаламы? Бабайым аҙыраҡ серем итеп алғансы табаҡ-һауытыңды йыуып, төшкөлөккә тама­ғына хәстәрләп ҡуяһың. Төштән һуң ни, йәйгеһен ҡояшы ныҡ ҡыҙҙыра, яҙын-көҙөн ямғыры мишәйтләй, ҡышҡыһын һалҡыны өтөп ала... Шулай, һәүетемсә генә, көн артынан көн уҙҙырып, донъя­ның көтөлгәнен көтөп, көтөлмәгәнен ҡалдырып тороп, һәүетемсә йәшәп ятҡан булабыҙ шунда.
Ҡасандыр бергә эшләгән хеҙмәт­тәштәрем менән хәбәрләшергә зәрә яратабыҙ. Хәҙер ни, техника заманы, Интернеты ла, телефоны ла ҡул аҫтында. Донъянан сәпсим артта ҡалғандарҙан түгелбеҙ: скайп аша ла аралашабыҙ, “Бәйләнештә” лә ултыра­быҙ. Каникулға ҡайтҡанда ейәнем, рәхмәт яуғыры, ҡулланырға уңайлыраҡ булыр, тип үҙенең иҫке ноутбугын ҡалдырып киткәйне, хатта кәрәге тейҙе. Үҙем менән хан заманында бергә уҡыған класташтарымды, техникумда дөйөм ятаҡ һурпаһын һемергән курс­таштарымды табып, кемдең нисек һулыш алғанына тиклем белеп торам, Аллаға шөкөр.
Эй, әүҙем дә инде хәҙерге пен­сионерҙар! Береһе лә өй тауығы булып ултырыуҙы хуп күрмәй, йығылып ятып аҡса эшләү яғында. Барыһы ла бизнес-вумен да бизнесмен. Минең өйҙә юҡты бушҡа ауҙарғанға асыуланыпмы-асыуланалар. “Бабайыңдың уҫырығын еҫкәп күпме ятырға була, әйҙә беҙгә ҡушыл!” – тип, һәр ҡайһыһы минең финанс хәлен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя, рәхмәт төшкөрҙәр. Өйҙә ултырып ҡына кемдең сереп байығыһы килмә­һен? Беҙгә ныҡыш кешеләр кәрәк, тип һалпы яғыма һалам ҡыҫтыра-ҡыҫтыра бик ҙурлап саҡырғас, тиҫкәреләнеп булашманым – тренингтарға, мастер-клас­тарға йөрөп, эшҡыуарлыҡтың ҡылын тартҡылап ҡарарға булдым.
“Avon”, “Oriflame” һәм “Faberlic” косметика компаниялары тураһында хатта ғына ла мәғлүмәтлемен тип, тәүҙә саҡырыуҙарын инҡар итеп маташтым. Ни тиһәң дә, кеше араһына сыҡҡанда шуларҙың биттәге һырҙарға ҡаршы крем-фәләнен һөрткөләп, хушбуйын бөркөп, ауыҙҙы ҡыҙылға буяп ебәрәм. “Һи-һи, һинең менән минең биҙәнеүҙән тауыҡ көлөр, әйҙә, мастер-класҡа барып өйрәнеп ҡайтайыҡ”, – тип ғүмер буйы бухгалтер булып эшләгән Сәкинә бик дәртләндергәс, үҙебеҙсә һыланып-һый­панып, “AVON”дың офисына юллан­дыҡ.
Зифа буйлы матур ҡыҙҙар ҡолас йәйеп ихлас ҡаршы алды. Йыйылыу­сылар ара­һында урта йәштәрҙәге “ягодка опять”тар ҙа, беҙҙең ише сөрөшә башлаған “йөҙөм”дәр ҙә күренә. Әйҙүк­ләп, ҙур көҙгө алдына ултыртып та ҡуй­ҙылар. Бер сибәр­кәй компанияның эш­мәкәрлеге тура­һында тәфсирләп һөйләй башланы, икенсеһе беҙҙең бында килгәнсе сә­ғәт ярым буйы тырышып һылаған мара­фетыбыҙҙы хуш еҫле лосьон ярҙамында бер тынала юҡҡа сығарҙы. Теле һөйләй, ҡулы төрлө төҫтәге кершәндәрҙе яға бирә. Нәфис бармаҡтарында һәр төрлө ҡылҡәләмдәр уйнап ҡына тора. Ярты сәғәт тигәндә Сәкинә менән икебеҙ хәс кәртинкә булдыҡ та ҡуйҙыҡ. Башынан дебет шәле, аяғынан төпләнгән быймаһы өҙөлмәгән Сәкинә көҙгө алдынан китә алмай ыҙаланды.
– Ошолай гел матур булып йөрөргә теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылып, эш башлап ебәрегеҙ. Бының өсөн һеҙгә шунса суммаға биҙәнеү әйберҙәренә заказ бирәһе генә ҡала, – тип ҡалын каталогтарын алдыбыҙға килтереп үк һалдылар.
Һай, уңған да һуң Европа капиталис­тары! Һәр биҙәнеү әйберенең кәртиш­кәһен төшөрөп, элекке һәм әлеге акция хаҡтарын төҫлө маркерҙар менән күрһәткәндәр, хатта ҡағыҙға хушбуй­ҙарының еҫен дә һөртөп үк ҡуйғандар. Айлыҡ пенсияһының ҡап яртыһына заказ яһаған Сәкинә әхирәтем хушбуй­ҙарҙың ҡайһыһын алдырырға белмәй аптыранды.
– Ике кеше түгел, унды килтерәм үҙем артынан! Ошондай матурлыҡҡа нисауа не йәлке! Хәҙер Әхтәм күрһен әйҙә кемдең ҡарасҡы икәнен! Әтеүһә, уға алған пинсийәһен төтөнгә әйлән­дереп, ағас төбөнә ауҙарып йөрөргә ярай, миңә генә ғүмер баҡый кәпейкә һанап ултырырға тимәгән! – тип ҡыҙып-ҡыҙып хистәре менән уртаҡлашты.
Сәкинәнән арыу ғына суммаға заказ ҡабул итеүсе һылыуҡай шатлығынан сәпәкәй итеп ебәрҙе. “Апаҡайым, биҙәүестәр менән һеҙгә мең ярымлыҡ бүләк тә киләсәк, бынау хушбуйҙы алырһығыҙ, – тип әхирәтемдең танау төбөнә сәтәкәй бармаҡ ҡәҙәре генә флаконды терәне. – Их, еҫе һуң, еҫе, сәскәгә генә ҡойоноп йөрөрһөгөҙ, апаҡайым!”
Минең тиҙ генә ярыла торған сәтләүек түгеллекте һиҙенделәр, ахы­рыһы. Олпат йәштәге олпат кәүҙәле ханым тәмләп-тәмләп үҙенең ҡаҙаныш­тары менән таныштыра башланы. Тырышып эшләй торғас, ике йыл эсендә директор вазифаһына үрләткәндәр, имеш. Бөтә ил буйынса командиров­каларҙа, конференция­ларҙа, ошондай мастер- кластар ойош­тороуҙа үтә икән ғүмеркәйе. Компанияның бүләктәре менән өйөндәге кәштәләре тулған, аҡсаны көрәп ала. Яңыраҡ ҡына Ҡара диңгеҙҙә хәтәр шәп ял итеп ҡайтҡан. Ханым, ноутбугын асып, үҙенең ял сәхифәләре менән уртаҡлашыуҙы ла кәрәк тип тапты. Инәкәйем-атаҡайым, анау ҡәҙәре кәүҙәгә һыу инеү костюмы һис кенә лә килешмәй ҙә. Исмаһам, ҡапларлыҡ ерҙәрен дә ҡапламаған. Эргәһендә утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайып торған улынан да уңайһыҙ­ланмаған. Подиумдағы беренсе сибәр­кәйме ни, бер ҡулы менән бөйөрөнә таянып, икенсеһе менән улының муйынына аҫылынып торасы... Яурыны аша компания бүләк иткән дерматин сумкаһын да элеп ебәргән. Ғүмер буйы юрғаныма ҡарап аяғымды һуҙырға күнеккәнлек ярҙам итте – был эшҡыуарлыҡҡа ҡушылыуҙан саҡ-саҡ үҙемде тыйып ҡалдым.
Бер көн Гөлфирә хеҙмәттәшем: “Уҡытыусылар бизнесҡа тотонған икән, хатта Фәлән Фәләновнаға тиҙҙән автомобиль ҡайтып етәсәк!” – тип яр һалып килеп инмәһенме. Әстә, шулай тиҙ генә машина ҡәҙәре машина алырлыҡ ниндәй бизнес икән ул, тип ҡолағым “ҡарп!” итеп ҡалды. “Бөгөн йыйылыштары булырға тора, сәй табыны янында йәнле әңгәмә ҡора­саҡтар. Һин бәле­шеңде бешер, мин ҡаймаҡ, ҡорот, һөт алайым да, ҡыҙыҡ өсөн булһа ла, барып, тыңлап ҡайтайыҡ”, – тип ай-вайыма ҡуй­мағас, ризалаштым.
Өфөнән елле машинаға тейә­лешеп нәзәкәтле ханымдар килеп төшкәс, уларҙан бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙым хатта. Һәлмәк кенә баҫып атлап йортҡа ин­деләр, ашыҡ­ма­йынса ғына табын­дың түренә үттеләр. Педикюрлы- маникюрлы бармаҡтарының осо менән генә сумкаларынан матур-матур һауыттарҙы алып, өҫтәлгә теҙҙеләр. Буласаҡ авто-леди Фәләнә Фәләновна улар тирәһендә өйөрөлөпмө-өйөрөлә. Оҙаҡҡа һуҙмай һөйләшеүҙе башлап та ебәрҙеләр. Германиялағы “Алоэ-Вера” компания­һының продукцияһын таратыу менән мәшғүл икән был бизнес-ханымдар. Бәләкәй генә цилиндр һауыттарға тултырылған порошоктар, кисель, сироптар – барыһы ла алоэ һабағы ҡатнашмаһынан тора, имеш. Шуларҙы ҡулланғандарҙың ауырыуҙары ҡул менән һыпырып алған төҫлө юҡҡа сыға ла ҡуя икән. Бер нисә уҡытыусы апай теге йәки был сирҙәрҙән арыныуҙары тураһында ышандырырлыҡ итеп һөй­ләне. Һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн дәлил­ләргә теләгәндәй, тағы ла ҙур-ҙур заказдар эшләнеләр.
Ҡалаҡ осона яғып ҡына ғәжәйеп ризыҡтарҙы тәмләп ҡараған буласаҡ бизнес-уомәндәр ярыша-ярыша һауыт­тарҙы алдарына шылдыра ла башланы. “Һаулыҡ ҡына булһын, аҡсаһы табылыр. Бер һауыты ике мең һум ғына тора. Эшләп күтәрелеп китһәк, фрауҙар кеүек йәшәрбеҙ әле, Алла бойорһа”, – тип үҙ-үҙҙәрен тынысландыра-тынысландыра, ең һыҙғанып германдарҙың бизнесын алға ебәрергә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙеләр. Пирамидалы исемлектә береһенең артынан икенсеһе теркәлеп, ҡулға-ҡул тотоношоп татыу эшләргә һүҙ ҡуйышҡас, тәмләп сәй эсеп, бәхетле киләсәк хаҡында йырҙар йырлашып та алдылар.
Бәй, мин кемдән кәм, ҡайҙа тотоп булһа ла ҡарайым әле, тип цилиндр­ҙарҙы ҡулға төшөрәм. Эй әттәгенәһе, әллә немецтар ҡаҙаҡса яҙырға тотонған инде? Ә-ә-ә, Ҡаҙағстанда компанияның игеҙәк фирмаһы бар икән дә. Бизнес-ханымдарҙың шелтәле ҡарашынан ебеп төшәм. Ҡайҙа ла шул наҙанлыҡ ҡама­саулай, ҡәһәрең. Миңә ни, был аҫыл ризыҡтарҙы ҡаҙаҡтар түгел, шайтаным сығарһын, тик сифаты немецтарҙағыса булһа, ярай ҙа. Тәҙрә төбөм тулы алоэ гөлө, ҡыяҡлап өҙөрмөн дә, һәр төрлө ризыҡҡа тамсылап тамыҙып дарыуланырмын, тип был эшҡыуарлыҡтан да баш тарттым.
Гөлниса, Заһиҙә әхирәттәрем менән тағы әллә нисә төрлө бизнестың нескәлектәрен өйрәнеп ҡараныҡ. Кемдер баобаб сәтләүеге онтағының яман шеш сирен бөтөрә алыуы тураһында тәмләп-тәмләп һөйләй, кемдер артыҡ ауырлыҡҡа ҡаршы көрәш ҡатнашма­ларын тәҡдим итә... Мария Ивановна өй һайын тиерлек йөрөп, үлән сәйҙәрен тәҡдим итә. Шуларҙы эсә башлағандан бирле уның бит тиреһе шымарып, аяҡтары үҙенән-үҙе йүгереп тора икән. Пенсиялағы тарих уҡытыусыһы Платон Герадотович “Аmway” компанияһының продукцияһына мөкиббән киткән. Химия дәрестәрен хәтерләткән мастер-класта бер алһаң ун йылға етерлек теш пас­талары, һауыт-һаба, кер йыуыу порошоктары тураһында иҫебеҙ китеп тыңланыҡ. Ай-һай, Платон ағай, моғайын, химчисткала эшләгәндер, тигән уй килеп ҡуйҙы хатта башҡа.
Ҡуй, булмаҫ был сит ил капиталис­тарына хеҙмәт итеп, лутсы үҙем белгәнсә биҙәнәйем дә төҙәнәйем тип, ҡулымды һелтәп, эшҡыуарлыҡ тура­һында уйламай ҙа башланым. Битеңә һөртәм тиһәң, ана ҡатығы, йоморт­ҡаһының ағы-һарыһы, баҡсаң тулы емеш-еләк, йәшелсә һуты... Эсәйем тиһәң һуң, мәтрүшкәһе, аяҡ аҫты тулы дарыу үләндәре... Кәртә буйындағы сүп үләне – кесерткәне генә мең төрлө сиргә дауа. Ә балы һуң, балы! Ана бит, ҡытайҙар шул башҡорт балы тип йәндәрен бирергә лә әҙер. Юҡҡа түгел инде ул был халыҡтың беҙҙең балға ҡапланыуы. Заманында СССР-ҙан ул яҡтарға “пш-пш-пшеница-пшеница, уф-уф!” тип ауыр-ауыр эшелондар китте лә кире әйләнгәндә, “келтер-келтер, духи-мухи, шаҡы-шоҡо, одеколо-о-о-н-н-н!” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡайтты.
Оҙаҡламай ошондай паровоздар: “Башҡорт бал-ы-ы-ы! У-У-У!!!” – тип һөрәнләй-һөрәнләй тағы беҙҙең яҡтарҙы үҙ итер әле. Вагон тулы шором-бо­ромдоң ҡалдыҡ-боҫтоғонан әтмәлән­гәнгә бер тамсы башҡорт балы ҡушы­лып эшләнгән ҡиммәтле косметика, “ауыр сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырырлыҡ, әжәлде еңерлек” дарыуҙар булыр. Әле Европа капиталистарына бил бөккән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ҡараш­тарын 180 градусҡа ҡырҡа бороп, Ҡытай коммунистарына тоғро хеҙмәт итә башлар. Әлбиттә, мин һуң ситтә ҡала буламмы! Танауҙарына сиртербеҙ әле шул һөрһөгән капиталистарҙың!
Алла бирһә, был ғәжәйеп биҙәнеү әйберҙәренең, дарыуҙарҙың нигеҙендә башҡорт балы булыуы тураһында ауыҙ һыуыбыҙҙы ҡоротоп, сәғәттәр буйы һөйләрбеҙ, Башҡортостандың тәбиғәте, эшһөйәр бал ҡорто тураһында фильм­дар күрһәтеп, бауырһаҡлы-баллы сәй табындарында мастер-кластар күрһә­тербеҙ. Пирамидалағы исемлек көнләп түгел, сәғәтләп, минутлап үҫер. Күп­тәребеҙгә директор ғына түгел, генераль директор портфелен дә бүләк итерҙәр. Башҡорт балын донъяға танытыу эшенә төптән егелгән бизнес-уомәндәребеҙҙең күңеле, әлбиттә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо менән шыпа тулы булыр. Юҡ-юҡ, әлегә көсөмдө бушҡа сарыф итмәйенсә, тоҡ-сумкаларымды әҙерләп, ҡытайҙарҙы көтәм әле, көтәм...

Ҡәҙриә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Ҡытайҙарҙы көтәм әле...
Ҡытайҙарҙы көтәм әле...
Автор:
Читайте нас: