Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
8 Август 2022, 10:44

“Аҡылдан яҙҙырған мөхәббәт”

Яҙма аҫтында берәүҙәр ҡатынды яҡлай, йәнәһе, “беҙ улар араһында нимәләр булғанын белмәйбеҙ, ир кешегә бар донъяға яу һалыу килешмәй”, тиҙәр. Кемеһелер, киреһенсә, ҡатынға ябырылған: “Иҫәр! Кумир кумир ғына булырға тейеш! Башы эшләмәйҙер ул!”

“Аҡылдан яҙҙырған мөхәббәт”
“Аҡылдан яҙҙырған мөхәббәт”

“Ул бөтә ерҙә һағалап йөрөй, өйҙән сыҡҡанды көтөп тора, ят номерҙарҙан шылтырата. Хатта бөтә халыҡҡа, беҙ өйләнешәбеҙ, тип һөйләй. Уның менән осрашып, барыһын да аңлатып ҡараным. Ләкин ул һаман, беҙ бер-беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән, ти...”
Башҡортостанда, Татарстанда билдәле йырсы күптән түгел уға тынғы бирмәгән бер ҡатын тураһында интернетҡа ошолай тип яҙған ине. Яҙма аҫтында берәүҙәр ҡатынды яҡлай, йәнәһе, “беҙ улар араһында нимәләр булғанын белмәйбеҙ, ир кешегә бар донъяға яу һалыу килешмәй”, тиҙәр. Кемеһелер, киреһенсә, ҡатынға ябырылған: “Иҫәр! Кумир кумир ғына булырға тейеш! Башы эшләмәйҙер ул!”
Был хәл 150 йыл элек булған ваҡиғаларҙы хәтерләтә. Тап шул йылдарҙа мөхәббәт тарихы психик ауырыу тарихына әүерелә. Ә үлеп ғашиҡ булған ҡыҙ исеме менән психик ҡаҡшауҙы атап йөрөтә башлайҙар — Адель Гюго синдромы.

Мөхәббәтме? Ауырыумы?

Адель Гюго — билдәле яҙыусы Виктор Гюгоның ҡыҙы. Адель бала саҡтан бик оялсан, үҙенә йомоҡ булып үҫә. Донъялағы иң яҡын кешеһе лә, серҙәше лә, дуҫы ла — апаһы Леопольдина. Тик уның менән генә Адель үҙен иркен һәм тыныс тоя. Әммә Аделгә 13 йәш булғанда, 19 йәшлек Леопольдина һыуға батып үлә. Был аяныслы хәл Аделгә ныҡ тәьҫир итә. Былай ҙа кешеләр менән аралашып бармаған үҫмер тағы ла нығыраҡ үҙенә йомола.
Йылдар үтә бара, Аделдең ҡайғыһы бер аҙ баҫылғандай була. Ул бик сибәр, ипле, һомғол ҡыҙ булып үҫеп етә. Оҫта итеп пианинола уйнай. Ҡыҙға бик яҡшы киләсәк күҙҙаллайҙар.
Әммә Адель кейәүгә сығып, яҙмышын кем менәндер бәйләргә ашыҡмай. Тәҡдимдәрҙе кире ҡағып бара. Ул донъя гиҙергә, сәйәхәт итергә ашыға. Шулай бер ҡалала 31 йәшенә еткән Адель офицер Альберт Пинсон менән таныша. Бына кемде ғүмер буйы эҙләгән ҡыҙ! Адель шунда уҡ тиерлек был тәртипле, ыҫпай кейенгән, тәрбиәле ир-егеткә ғашиҡ була. Альбертҡа ла бөйөк яҙыусы ҡыҙының иғтибары бик оҡшай. Тик сибәрҙән ул бик тиҙ ялҡа. Адель теңкәгә тейгес бәйләнсеккә әйләнә. Ир нисек тә булһа ла ҡыҙ менән осрашыуҙарҙан ҡасырға маташа. Мөхәббәтенән күҙе томаланған Адель ғына “юҡ” һүҙен ишетергә лә, аңларға ла теләмәй. Нисек инде бергә була алмайҙар? Улар бит бер-береһе өсөн яралтылған!.. Һөҙөмтәлә Альберт ҡыҙҙан ҡасып, башҡа ҡалаға күсергә мәжбүр була.
Адель үҙен генә түгел, туғандарын да алдай. Ул яҡындарына Альберт менән мөнәсәбәттәрен ентекле һүрәтләп, хаттар яҙа. “Альберт миңә тәҡдим яһаны... беҙ өйләндек... беҙ бала көтәбеҙ... балабыҙ үле тыуҙы...”
Альберт күсеп киткәс тә, Адель башта уға ла оҙон-оҙон, хистәре, һөйөүе һүрәтләнгән юлдарҙа сәләмдәр ебәрә. Көтөп-көтөп тә яуап алмағас, Альберт артынан икенсе ҡалаға күсә. Бында ул Альберттың өйләнергә йыйынғанын белеп ҡала. Шуға ҡарамаҫтан Адель бар халыҡҡа, беҙ инде күптән өйләнешкәнбеҙ, тип хәбәр тарата. Хәлде асыҡлағансыға тиклем туйға әҙерлек туҡтатылып тора. Әлбиттә, улар бер ваҡытта ла өйләнгәндәре булмай...
Аделдең Альберт артынан ҡаланан ҡалаға, илдән илгә күсеп йөрөүе ун йылдай дауам итә. Көндән-көн бәхетһеҙ ҡатындың аҡылы томалана бара. Ул инде үҙен Адель Пинсон тип таныштыра, Альберт менән күптән өйлә­нешкәндәре тураһында һөйләй. Ысын­барлығы менән уй-хыялдары араһында һуңғы сик юйыла. Аделде элекке сибәрлегенән бер ни ҙә ҡалмай: үҙен бөтөнләй ҡайғыртмай, уйында — тик һөйгән йәре. Тышҡы ҡиәфәте лә кешеләрҙең ҡотон ала: алама, йыртылып, туҙып бөткән, бысраҡ күлдәген алмаштырырға кәрәк тип тә белмәй. Бәлки, хыялында ул үҙен элеккесә сибәр ҡатын-ҡыҙ тип хис иткәндер.
Ҡыҙының хәлен яттарҙан ишетеп торған Виктор Гюго Аделде көс-хәлгә Парижға ҡайтырға күндерә. Тик был бик күңелһеҙ ҡайтыу була: Аделдең бөтә туғандары күптән мәрхүм, уны тик яңғыҙ атаһы ғына ҡаршы ала. Ә тиҙҙән Аделдең үҙен психиатрия клиникаһына урынлаштыралар. Әммә ҡатынға унда ярҙам ғына итә алмайҙар.
Адель күптән инде үҙенең шәхесен юғалтҡан, хыялдарында ғына көн иткән булып сыға. Ул ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем Альберт Пинсон менән бәхетле йәшәүенә ышана. Ә Аделдең ғүмере бик оҙон була: 84 йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтай. Хатта һуңғы секундта ла һөйгәненең исемен ҡабатлай.
Ошо күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һуң яңы психик ҡаҡшау — Адель Гюго синдромы теркәлә. Был ауырыуҙы алкоголизм менән сағыштыралар. Тик кеше эсемлектәрҙән түгел, ә башҡа кешенән бойондороҡлоҡта. Ауырыуға һөйгән йәре менән бер яҙмыш әҙерләнеп ҡуйылған, уларҙың мөхәббәте күктәрҙә яралған тип тойола. Әгәр бергә булмаһалар, ғаиләләре йә башҡа кешеләр ҡамасаулай, тип уйлай ауырыу кеше. Йәре лә уны үлеп яратҡанына ысын күңелдән ышана.

Ысын мөхәббәттән
нисек айырырға?

Бындай мөхәббәт күберәк йондоҙҙар араһында осрай. Дөрөҫөрәге, йондоҙҙар шундай хәлгә тарығас, бар халыҡ ишетеп-белеп тора. Хәтерегеҙҙәлер, Филипп Киркоровтан ауырлымын тип, телешоуҙарға йөрөгән ҡатын булды. Бәлки, ул ҡатын да ошо синдром менән яфаланғандыр? Бәлки, “хайп” һәм аҡса өсөн генә йөрөгәндер, теүәл әйтеп булмай.
Ә бына “ The Beatles” төркөмөнөң йырсыһы Джон Леннонды аҡылдан яҙған фанаты үлтерә. Билдәле булыуынса, ул фанат бала сағынан төркөмдөң ижадын күҙәтеп бара. Бөтә йырҙарын яттан белә, улар кеүек кейенеп, атлап, һөйләшеп маташа. Шулай уҡ билдәле кеше булырға, кумирҙары менән бер сәхнәлә йырларға хыяллана. Әммә “The Beatles” ул үҫмер сағында тарҡала. Быны фанаты кисерә алмай һәм Джон Леннонды, төп кумирын, үлтереүҙе маҡсат итеп ҡуя...
Шулай ҙа Адель синдромы “фанат — кумир” формулаһы буйынса ғына эшләй тип әйтеү яңылышлыҡ булыр. Парҙарын “әгәр минән китһәң, үҙемә ҡул һалам” тип ҡурҡытыуҙар ошо ауырыу тирәһендәге хәл. Һөйгәндәренә зыян килтереүселәрҙе лә яңылыҡтарҙа ишетеп торабыҙ: биттәренә кислота һирпәләр, ҡыҙғаныуҙан ҙур йәрәхәттәр ҡалдыралар... Быларҙы сәләмәт мөнәсәбәт, сәләмәт хистәр тип атарға тел дә әйләнмәй.
Адель синдромы менән ауырыуға “урын” бала саҡтан “әҙерләнә”. Йыш ҡына ата-әсә һөйөүе етмәгән балаларҙа, нәҫелендә психик ауырыуҙары булған кешеләрҙә, үҙенә ышанмаған социофобтарҙа, күберәк үҙенең уйҙарында йәшәгәндәрҙә был синдром күҙәтелеүе ихтимал. Яҡын кешеһенең үлеме лә, алда кисерелгән ауыр мөнәсәбәттәр ҙә кешенең психикаһына ҙур зыян килтереүе бар.
Адель синдромы менән ауырыусы кешене бер ҡараштан башҡаларҙан айырып булмай. Яфаланған кеше лә үҙен бер ҙә ауырыуға һанамай. Әммә синдромдың бер нисә билдәһен айырып әйтеп була: кешене эҙәрлекләү, һөйгән йәрҙән башҡа ҡалғандарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы юғалыу, йәренә ныҡ бәйләнсек булыу, аппетит юғалыу, йоҡонан яҙыу, шамтыр тышҡы ҡиәфәт, ҡул һалыу тураһында уйҙар, янауҙар. Ысын мөхәббәттән кеше тик яҡшы яҡҡа үҙгәрһә, кәйефе шәбәйһә, күңелендә тауҙарҙы шылдырырлыҡ көс барлыҡҡа килһә, ә Адель синдромы менән ыҙаланған кешенең мөхәббәте, киреһенсә, бар көсөн, дәртен, матурлығын ала.

Дауалап буламы?

Адель синдромын шартлы рәүештә өс стадияға бүләләр. Беренсе стадияла кеше үҙ идеалын осрата. Ғашиҡ булыусы тәү сиратта танышырға, ниндәй ҙә булһа ла мөнәсәбәткә инергә маташа. Әммә ризаһыҙлыҡ менән тап булғас та, ҡул һелтәмәй. Мөхәббәте өсөн көрәшеүен дауам итә: йәрен бар яҡлап иғтибар, хәстәр менән урата. Беренсе стадияла кеше үҙен-үҙе дауалай ала. Бары тик яратҡанын хәтерләткән бар нәмәнән ҡотолорға, осрашыуҙарҙан, аралашыуҙан ҡасырға кәрәк.
Икенсе стадияла кеше баш көлләй һөйөү ялҡынына инеп китә. Йәренән башҡа бер кемде лә уйлай алмай. Тап ошо стадияла ысынбарлыҡ менән хыялдар бутала башлай. Ауырыу кеше йыш ҡына теләгәнен ысын булған тип һөйләй. Үҙен дә, башҡаларҙы ла мөхәббәте яуаплы булыуҙа ышандыра. Йәренең иғтибарын теләһә нисек йәлеп итергә әҙер. Хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу, йәренең туғандарына зыян килтереү менән ҡурҡытыуы ла ихтимал. Һөйгәнен эҙәрлекләй, күҙәтә, уның шәхси тормошона ҡыҫыла. Икенсе стадияла дарыуҙар ҡулланып, психотерапия үткәреп, кешене дауалап була.
Өсөнсө стадияла ауырыуҙың психикаһы тулыһынса ҡаҡшай. Кешенең шәхесе бөтөнләй үҙгәрә, хатта элекке дуҫтары ла уны саҡ таныясаҡ. Хәл кешенең деградацияһына ла барып етә. Ул инде бында, ерҙә, түгел, ә ҡайҙалыр күктәрҙә, татлы хыялдарында йәшәй. Был стадияла дауаланыу мөмкин түгел. Тик ҡайһы бер дарыуҙар менән генә хәлен әҙерәк яҡшыртырға мөмкин.
Адель Гюго синдромы әлеге көнгә тиклем Халыҡ-ара ауырыуҙар исемлегенә индерелмәгән. Был ауырыу бик һирәк осрай, әле яҡшылап өйрәнелмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, психиатрҙар был синдромды кеше һаулығына, ғүмеренә зыян килтергәнен танып, алкоголизм кеүек ауырыу менән бер рәткә ҡуя.
Әллә күпме шиғри юлдар, романдар, әҫәрҙәр яҙылып та, һаман да тулыһынса сере асылып бөтмәгән хис — мөхәббәтһеҙ кеше тормошон күҙ алдына килтереп тә булмай. Тик шул донъялағы иң матур хис аҡылдан яҙҙыра ала. Ә, бәлки, киреһенсә, аҡылдан яҙыу мөхәббәт кеүек әйберҙе бысрата алалыр. Тик бер нәмәне генә аныҡ әйтеп була: бындай “мөхәббәт”те хатта дошманыңа ла теләмәйһең.


Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: