Студентмын. Уҡыуҙан буш ваҡытта эшләп алырға булдым. Уңайлы графиклы эш эҙләп Интернет ҡыҙырам… Етәксегә ярҙамсы, call-үҙәк операторҙары, һ.б. бик күп вакансиялар бар. Ҡыҙыҡһындырырлыҡ. Шылтыратам, яғымлы ғына ҡатын тауышы: “Беҙҙең компания үҫеш кисерә, шуға бик күп эшсе көстәр кәрәк, килегеҙ!” – тип, барыһын да аңлатып бирҙе. Уҡыған ерҙән алыҫ түгел, шуға барып ҡарарға булдым. Әйтеүҙәре буйынса, “Үҫтереүсе үҙәк” исеме аҫтындағы бер бинаға индем, минән тыш тағы ла әллә күпме халыҡ ағыла.
Ыҫпай ғына кейенгән ҡатын ҡаршы алды үҙемде. Ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итеүемде аңлатып та өлгөрмәнем, анкета тултырығыҙ ҙа миңә килтереп бирерһегеҙ, тип, ҡағыҙ тоттороп, ишек төбөндә урын күрһәтте. Күңелгә ятманы, шулай ҙа арлы-бирле анкетаны тултырҙым да кире бирҙем (мин төбәп килгән вакансия тураһында һүҙ ҙә булманы). Теге ханым ҡағыҙымды алып, артына мине ҡабул итергә тейеш кешенең исем-фамилияһын яҙҙы ла, көтөргә ҡушып, ҙур залға оҙатты. Ә унда… халыҡтың күплеге, иҫең китерлек, кем генә юҡ: йәше лә, ҡарты ла, ағы ла, ҡараһы ла, тигәндәй! Ҡайҙа барып эләккәнемде аңланым – селтәрле маркетинг. Кире боролоп сығып та китер инем, тик ҡыҙыҡһыныуым ирек бирмәй. Залдағы ултырғыстарҙың береһенән урын алдым да көтәм… Стенала мәктәптәге һымаҡ интерактив таҡта, эргәһендә телевизор, ниндәйҙер музыкаль тапшырыу бара. Тик иғтибарым икенсе нәмәлә, мин кешеләрҙе күҙәтәм: кемдер һаман да яҡшы эш табырына ышана, кемдер ултырып түҙә алмай, бер тора, бер ултыра, сығып киткәндәре лә бар, ҡайһыларын әңгәмәгә саҡыралар… Һаман ултырам. Бына миңә лә сират етте. Кабинетҡа индем, һәр мөйөштә берәр кеше, бушамайҙар. Бер егет анкетамды алып уҡый башланы: “Күпме аҡса эшләгең килә, шунса эшләйәсәкһең”, – ти. “Минән нимә талап ителә?” “Өс көнлөк лекцияларға йөрөргә тейешһең. Бына һиңә уҡыу ваҡытында кәрәк буласаҡ китаптар, хаҡы – 300 һум. Һуңынан, уҡыуҙар бөткәс, уларҙы кире бирәһең һәм беҙ һиңә аҡсаңды ҡайтарасаҡбыҙ. Һеҙҙең кандидатурағыҙ тап киләме-юҡмы икәнен, директор менән кәңәшләшкәс, кискә шылтыратып әйтербеҙ”, – тип өҫтәй. Кандидатурам тап килһә лә, бында кире килмәйәсәгемде белә инем инде, кисен шылтыратһалар ҙа, телефонымды алманым… Бындай ойошмаларҙа һаҡ булырға кәрәк, йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртыуҙары ихтимал…
Шулай ҙа ышаныслы ойошмалар ҙа бар, ундайҙарына ла эләккәнем булды. Быныһында әхирәтем миңә бик шәп тренинг вәғәҙә итеп алып китте. Алдан уҡ уның нәмә менән шөғөлләнгәнен белһәм дә, ярай, әхирәт бит, таныш кеше насарға өйрәтмәҫ, тинем дә, барырға булдым. Киң билдәле компания, шулай уҡ шығырым тулы халыҡ, “тренинг”ҡа килгәндәр. Әхирәтем бер егет менән һөйләште лә, уныһы минең янға килеп, сереп байыу юлдарын өйрәтә башланы. Һис шикһеҙ, матур һөйләй, барыһы ла аңлашыла. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе лә дөрөҫ һымаҡ, бер ниндәй ҡытыршылыҡ һиҙелмәй! Баҡтиһәң, был компанияла аҡса эшләү юлдары бик ябай икән: үҙеңдең артыңдан бер нисә кеше эйәртеп алып килһәң һәм етештерелгән продукцияһын һатһаң, шул еткән. Күберәк кеше килтергән һайын аҡса ла мулыраҡ төшәсәк. Тик мин, улар әйтеүенсә, “еңел аҡса” артынан ҡыумайым, шуға ризалашманым.
Ҡайһы бер кешеләр был күренеште “пирамида” тип атай. Тик төптө яңылыш фекер ул. Финанс пирамидаһы яңы килгән кешеләр иҫәбенә йәшәй. Аҡса һалаһың һәм бер айҙан ике тапҡырға күберәк алаһың. Кешеләр өҫтәлгән һайын алдан килеүселәргә аҡса төшә. Шулай уҡ асыҡ сауҙа (прямые продажи) тигән күренеш бар. Һеҙгә компанияға инергә, билдәле бер суммаға продукцияһын һатып алырға һәм шуны һатырға тәҡдим итәләр. Сауҙанан килгән аҡсаның күпмелер проценты һинеке буласаҡ. Бында һеҙгә алсаҡлығығыҙ, ихласлығығыҙ ярҙам итәсәк. Ә бына селтәрле маркетинг Пирамида менән Асыҡ сауҙаның ҡушылмаһы: продукция ла һатаһың, кешеләр ҙә йәлеп итәһең, шулар ярҙамында аҡса эшләйһең. Ҡайһы бер компанияларға аҡса түләп инәһең, ә ҡайһыларына бушлай инеү мөмкинлеге бар. Балдар, бонустар йыяһың, һәм, билдәле бер баҫҡысҡа барып еткәс, бүләкләүҙәр, үрләтеүҙәр һ.б. була.
Күп баҫҡыслы селтәрле маркетинг күп билдәле фирмаларҙа ҡулланыла. Бер нисә илдә, мәҫәлән, Көньяҡ Корея, Ҡытай, АҠШ-та, был эшмәкәрлек закон менән сикләнгән. Ә беҙҙең илдә бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, шуның өсөн бындай фирмалар ҡаланың һәр мөйөшөндә бар тиерлек. Эш эҙләгәндә йыш ҡына шуларға тап булаһың. Хатта хәҙер ауылдарҙа ла таралған. Үҙенең артынан әйҙәүсе, тау-тау аҡса вәғәҙә итеүселәр таныштар араһында ла баштан ашҡан, яйы килгән һайын йә сәй эсергә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа килергә булып китәләр. Уларҙың маҡсаты билдәле: тағы ла компанияға керергә тәҡдим итеп ҡарау, йә булмаһа, етештерелгән әйберҙәрҙе һатыу.
Селтәрле маркетингҡа ыңғай ҙа, кире ҡарашта ла түгелмен. Бындай эш менән булышыусыларға ла, тәҡдим ителгән продукцияға ла бер ниндәй дәғүәм юҡ. Кеше үҙенә нимә оҡшай, шуның менән шөғөлләнә. Әгәр ҙә ул шундай юл менән аҡса эшләй ала икән, ниңә уны тыйырға? Ә бит юғары баҫҡысҡа күтәрелеп, етәрлек кимәлдә байлыҡ туплаусылар ҙа юҡ түгел! Ә шулай ҙа...
Лира Исмәғилева.