Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
5 Февраль 2023, 19:05

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла эскеселәр артамы?

Иғтибарлы замандаштарыбыҙ быға үҙҙәре лә шаһит: мәжлестәрҙә эскелектән бөтөнләй баш тартҡан ир-ат һаны һиҙелерлек артты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла  эскеселәр артамы?
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла эскеселәр артамы?


Яңыраҡ “Айыҡ Рәсәй” ойошмаһы сираттағы айыҡлыҡ рейтингын иғлан итте: Башҡортостан 19-сы урындан 21-се урынға “тәгәрәгән”. Әммә миндә икенсе мәғлүмәт ҡыҙыҡһыныу уятты – баҡтиһәң, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың күберәк эсә башлауы асыҡланған.

АҠШ һәм Австралия ғалимдары 1948 йылдан алып барылған архив материалдарын тикшереп сыҡҡан. Һуңғы 65 йыл эсендә алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙа ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы айырма бик ныҡ кәмегән. Европа һәм Америкала иһә бөгөн бөтөнләй юҡ тиерлек. Был бигерәк тә 1990 йылдан һуң тыуған быуын өсөн хас: ҡайһы бер илдәрҙә 18–25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән дә күберәк эсә икән. Эскелек менән даими мауыҡҡан гүзәл заттарҙың һаны һуңғы ун йылда 44,9 проценттан 48,3-кә тиклем артҡан, ә ир-егеттәрҙә был күрһәткес 57,4 проценттан 56,1-гә тиклем кәмегән. Иғтибарлы замандаштарыбыҙ быға үҙҙәре лә шаһит: мәжлестәрҙә эскелектән бөтөнләй баш тартҡан ир-ат һаны һиҙелерлек артты. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар араһында күңел асырға яратыусылар кәмей тип раҫлап булмай. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙың иҫерткес эсемлектәр ҡулланған көндәре лә арта төшкән (уртаса айына 6,8 көндән 7,3 көнгә), ә ир-аттарҙа был күрһәткес түбән төшә (уртаса айына 9,9 көндән 9,5 көнгә).
Ғалимдар раҫлауынса, 1891–1910 йылдар арауығында тыуған ир-ат араһында эскелектән барлыҡҡа килгән проблемалар ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда яҡынса өс тапҡыр күберәк булған. Хәл тигеҙләшһен өсөн бер быуат самаһы ваҡыт талап ителгән. Хәҙер 1991–2000 йылдар арауығында тыуғандар араһында алкоголик ир-егеттәр һаны шундай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан ни бары 1,2 тапҡырға ғына артыҡ.
Был күренеш белгестәрҙе аптырауға һалған – сәбәбен аныҡ ҡына аңлата алмағандар. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, бының феминизм эҙемтәһе лә булыуы ихтимал. Йәнәһе, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса ир-аттан ҡалышмаҫҡа тырышып салбар ҙа кейә, тәмәке лә тарта, араҡы ла эсә...
Әммә сәбәбе төптәрәк, шикелле. Билдәле булыуынса, кешелек тарихында алкоголь йыш ҡына ҡорал булараҡ та ҡулланылған. Бөгөн дә был үҙ көсөн юғалтмаған. Урындағы халыҡҡа әллә ни таныш булмаған “утлы һыуҙы” үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн колонизаторҙар бик оҫта файҙаланған. Миҫал артынан алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй: башҡортто иҫертеп, ерҙәрен бушлайға тиерлек һатып алған алпауыттар онотолмаған әле. Был алым Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ҡулланыла. Иҫеректе алдаш­ты­рыуы еңел шул. “Бер тинлек эскән, биш тинлек иҫер­гән”, “Иҫерек малынан яҙыр, бара-бара аңынан яҙыр” тигән мәҡәлдәрҙе генә телгә алыу ҙа етә. Дуҫ­та­рын һәм иптәштәрен араҡы менән һыйлап маҡ­сат­та­рына өлгәшергә яратҡан таныштарыбыҙ аҙмы ни?..
Һуғыш ваҡытында ла алкоголь ҡеүәтле ҡорал була. Тарих дәресендә генерал Владимир Каппель ҡулы аҫтындағы һалдаттарҙың үлемдән ҡурҡмайынса һөжүмгә барғанлығын уҡып аптырағайным, был турала киноларҙа ла күрһәтелде. Баҡтиһәң, уларға батырлыҡты алкоголь өҫтәгән икән. Бөйөк Ватан һуғышында ла Совет һалдаттары ла, илбаҫар фашистар ҙа ҡыйыулыҡ өсөн бер көрөшкәнән баш тартмаған.
Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәрендә лә алкоголь киң ҡулланыла. Быны бөтәһе лә төшөнә, әммә ни өсөндөр иғтибарға алмаҫҡа тырыша. Ир-аттың эскегә һалышыуында ҡатынының да туранан-тура ғәйебе бар.
Бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа эскесегә кейәүгә сығырға хыялланмай. Ир башлыса ғаиләлә эскесегә әйләнә. Минеңсә, бының төп сәбәбе – йәш ҡатындың ғаилә бюджетын үҙ ҡулына алыу теләге. Бергә йәшәй башлағанда бәғзе ҡатын ирен “йомшартыу” өсөн йыш ҡына уның ҡыйыш һалғанын “күрмәҫкә” тырыша. Һөҙөмтәлә иренең эскелеккә һабышҡанын аңғармай ҙа ҡала. Әммә ул төп маҡсатына өлгәшә – ғаилә бюджеты, ниһайәт, уның ҡулында! Артабан иһә ирен “йәшел йылан” һаҙлығынан һөйрәп сығарырға маташа, хәленән килмәһә инде, айырылырға мәжбүр була.
Әлбиттә, гүзәл заттарҙың күпселек өлөшө минең менән килешмәҫ. Үҙ иреңде эскесегә әйләндереүҙе нисек маҡсат итеп ҡуйырға була? Эйе, бында маҡсат башҡа – ғаилә бюджеты. Уны үҙ ҡулыңа алмайынса ирҙе ауыҙлыҡлап булмай тигән ҡатындар өсөн яҙам быны. Юҡ, берәүҙең дә үҙ ирен эскесегә әйләндергеһе килмәй. Әммә төп маҡсатҡа өлгәшеүҙең иң еңел юлы – ирҙең кәйефен күтәреү, йәғни уны иҫертеү. Ә эскесе менән көн иткәнеңде аңлағанда һуң була шул…
Гүзәл заттарыбыҙҙың күпләп эсә башлауының да төп сәбәбе ошондалыр. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа ғаилә төҙөй алмаған замандаштарыбыҙ артҡандан-арта: ауылдар буйҙаҡ егеттәр, ҡалалар яңғыҙ ҡыҙҙар менән тулы. Яңғыҙ егеттәргә шәһүәтен ҡәнәғәтләндереүҙең иң еңел юлы – ҡатын-ҡыҙҙы иҫертеү. Хәмер үҙ сиратында бында ҡатын-ҡыҙға ла булышлыҡ итә: тәбиғи тормоздар юғала йә онотола.

Бөгөнгө йәш быуын ғаилә институтын инҡар итеп, артабан да яңғыҙлыҡты өҫтөн күрһә, яҡын киләсәктә йәмғиәт өр-яңы яман күренешкә шаһит буласаҡ. Иҫереп үҙенең әҙәм затынан икәнлеген онотҡан ир-ат урынына ошо хәлгә төшкән гүзәл заттарҙың артыуына шаҡ ҡатасаҡбыҙ. Ә алкоголдең ҡатын-ҡыҙға булған йоғонтоһо күпкә аламараҡ икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Халыҡ юҡҡа ғына: “Донъя – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа”, – тип әйтмәгәндер. Ә эскесе ҡатын-ҡыҙҙарҙың тарҡаласаҡ ғаиләләрен, ҡарауһыҙ ҡаласаҡ балаларын иҫәпкә алһаң, был киләсәкте күрмәүең яҡшыраҡ...


Илдар ҒӘБИТОВ.

Архив, 2017 йыл.

Автор:
Читайте нас: