Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
1 Апрель 2023, 21:29

Кем аҡыллы, кем иҫәр?

“Ошоға ышанырға буламы?” — тип әсәйем телефонына килгән ниндәйҙер приз отоуы хаҡындағы хәбәрҙе күрһәтә.

Кем аҡыллы,  кем иҫәр?
Кем аҡыллы, кем иҫәр?

“Ошоға ышанырға буламы?” — тип әсәйем телефонына килгән ниндәйҙер приз отоуы хаҡындағы хәбәрҙе күрһәтә.
“Юҡ, әлбиттә. Был спам”, — тип яуаплайым. Интернетты яҡшы белгәндәр, айырыуса йәштәр, ундай мутлашыусыларға эләкмәй, фейк сәхифәләрҙе, реклама баннерҙарын, спамды, хатта ниндәй һанлы номерҙарға яуап бирмәҫкә кәрәк икәнен шунда уҡ айыра ала. Ә бына һуңғы ике-өс йылда ғына ҡуллана башлаған урта һәм өлкән йәштәге кешеләр йыш ҡына алдаҡсылар ҡорбанына әүерелә.

Хыялдағы юлдаш

Илдә ун көнлөк ялдар иғлан ителгәс, ауылға, атай-әсәйемә, ҡайтып килергә тип, йәһәтләп “попутчик” эҙләй башланым. Интернетта күбеһенсә “ҡайтырға урын кәрәк” тигән иғландар осрай, ә “урын бар” тигәндәре бөтөнләй юҡ. Булғандары ла хаҡты ғәҙәттәгенән ике тапҡырға арттырған. Эҙләнеп ултыра торғас, бер нисә минут элек кенә ҡуйылған “урын бар” тигән яҙмаға тап булдым. Моғайын, ошо арала тулмағандыр тип яҙа һалдым. Яуап шунда уҡ килде. “Эйе, урындар әле бар”, — тине водитель. Мин яҙышыуы оҙоҡ булыр тип, телефон һандарын һораным. Юлдашым биреүгә бирҙе, әммә әлегә һөйләшә алмайым, тине. Ҡайҙан һәм нисә һумға алып барғанын һораштым. “Адрестан адресҡа тиклем алып барам, хаҡы — 700 һум”, — тине яуапҡа. Ҡайһылай арзан! Эш көндәрендә лә былай арзан хаҡҡа йөрөп булмай. Хыялдағы юлдаш! Ҡыуанып өлгөрмәнем, артынса хәбәр алдым: “200 һумды бронь өсөн хәҙер үк түләгеҙ, ҡалған 500-ҙө барып еткәс”. Әһә, тинем, ниңә тиҙ генә яуап биргәне лә, телефондан һөйләшә алмауы ла, ниңә улай арзан хаҡ һорауы ла аңлашылды. Ваҡытымды әрәм итеп, тиккә мутлашыусы менән яҙышҡанмын.

“Сәләм, аҡса биреп тор әле!”

Был мутлашыу “Бәйләнештә” осрай. Берәй дуҫыңдан “Сәләм” тип хәбәр алаһың. Яуап биреүең була, ул, эште оҙаҡҡа һуҙмай, “3000 аҡса биреп тор әле, бер аҙнанан ҡайтарам”, — тип яҙа, картаһының номерын да өҫтәп ҡуя. Ярҙам итергә әҙер генә торған изге күңелле кеше был һандар буйынса аҡсаһын уйлап та тормай ебәрә. Күптән таныштар бит! Әммә дуҫың исеменән уғры яҙа. Мутлашыусылар уның сәхифәһен боҙоп инеп, һәр бер дуҫына шундай йөкмәткеле хаттар яҙа башлай. Уларға эләкмәҫ өсөн, дуҫығыҙҙан тауышлы хәбәр ебәреүен йә шылтыратыуын һорағыҙ.

“Сабыйыма ҡиммәтле операция талап ителә...”

Төн уртаһында ауылдашымдың ҡыҙы “Бәйләнештә” фото ебәрҙе. Фотола уның сабыйы ауыр хәлдә булыуы, дауалауға аҡса менән ярҙам итеүҙәрен һораған иғлан. Мин был иғланды шунда уҡ ауылымдың төркөмөнә ҡуйҙым. Иртәгеһенә “Бәйләнештә”ге сәхифәмде аса алманым, уны юйғандар. Сәбәбе — иғланды таратыу. Аптырауға ҡалдым. Ауырыған балаға хәҙер аҡса йыйырға ярамаймы? Баҡһаң, бындай иғландарҙы йыш ҡына мутлашыусылар ҡуллана икән.
Уғрылар аҡса табыр өсөн бер ниндәй ҙә кәртә күрмәй. Уларҙың әхлаҡи сифаттары юҡ. Киң таралған мутлашыу юлы – хәйриә ойоштороу. Интернет селтәрендә шул-шул бала ҡаты ауырый, ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҙур сумма аҡса кәрәк, ата-әсәһе кредитҡа батҡан, ярҙам итегеҙ, тигәнерәк иғлан ҡуйыла. Хатта эргәһенә документтар ҙа, фотолар ҙа өҫтәлә. Күп осраҡта был фотоһүрәттәр, документтар күсермәһе тоноҡ, насар сифатлы була. Йомшаҡ күңелле кеше, изгелек эшләйем тип, уларға аҡса күсерә, ә ысын ярҙамға мохтаж булған балалар иғтибарһыҙ ҡала.
Ундайҙарға эләгергә теләмәһәгеҙ, абай булығыҙ. Берәй хәйриә фонды телгә алынһа, уға шылтыратып, ысынлап та шул-шул кеше бармы, тигән һорау бирә алаһығыҙ. Алдамаған кешеләр йыш ҡына ярҙам һорағандан һуң, аҡса нисек сарыф ителгәне хаҡында отчет та һалып бара, шуға ла иғтибар итегеҙ.

“Һеҙ 100 000 һум оттоғоҙ!”

Берәй сайтҡа инеүең була, шунда уҡ “Һеҙ 100 000 һум оттоғоҙ!” тигән баннер килеп сыға. Аҫтараҡ: “Һылтанма буйынса үтегеҙ”, — тиелә. Һылтанма буйынса үткәс, һеҙгә хәбәр яҙалар: “Сумманы алыр өсөн нисәлер процент һалым түләргә кәрәк. Шул хаҡты түләгеҙ һәм отошоғоҙҙо һеҙгә көн дауамында күсерәбеҙ!” Әлбиттә, аҙаҡ бер кем дә бер ниндәй ҙә приз күсермәй. Бындай отоштарға бөтөнләй ышанырға ярамай!
Ҡайһы саҡ билдәле банктар исеменән һорау үтергә тәҡдим итәләр. Һорауҙарға яуап биргәс, аҡса ла түләргә вәғәҙә итәләр. Әммә шул аҡсаны алыр өсөн әлеге лә баяғы ниндәйҙер проценттар йә һалым түләргә кәрәк. Аҡса һораһалар, тимәк, алдайҙар.
Тағы ла һеҙгә шундай уҡ йөкмәткеле СМС-хәбәр килеүе ихтимал. “Һылтанма буйынса үтегеҙ һәм аҡсағыҙҙы алығыҙ”, — тиҙәр. Унда инеү була, махсус вирус һеҙҙең телефонға үтеп, барлыҡ сер һүҙҙәрегеҙҙе, шул иҫәптән онлайн-банктыҡын, яҙҙырып ала.

“Бушлай бирәм!”

Шул уҡ “Бәйләнештә” хәҙер “Бушлай бирәм” тигән төркөмдәр бихисап. Унда кешеләр үҙҙәренә кәрәкмәгән, әммә ташларға йәл булған әйберҙәрен бушлай тарата. Бында алдау юлы ябай. Берәй елле әйбер, мәҫәлән, ноутбук, хужаһы: “Фекер яҙыусылар араһынан үҙем һайлап алам”, — тип иғлан ҡалдыра. Аҙаҡ, ғәҙәттә, һәр бер кешегә: “Ҡотлайым, был ноутбук — һеҙҙеке! — тип хәбәр яҙа. — Почта аша ебәрер өсөн адресығыҙҙы яҙығыҙ һәм сығым­дарҙы ҡапларға 300 һум күсерегеҙ”. Аҡсаны алғас, бер ниндәй ҙә ноутбук ебәрелмәй.
Был схема буйынса ҡараҡтар билдәле һатыу-һатып алыу сайттарында ла эшләй. Тиҙ генә һатырға кәрәк шуға ла, йәнәһе, арзан, тигән ҡайһы бер иғлан хужалары почта сығымдарын ҡаплар өсөн башта аҡса һорап яҙа. Һуңынан уларҙы көндөҙ шәм яғып эҙләһәң дә тапмаҫһың.
“Эшкә урынлашам...”

Беренсе курста уҡығанда эшкә урынлашырға булдым. Күп студенттар шулай итә: уҡыуҙан һуң, ял көндәрендә эшкә сыға. Әлеге лә баяғы интернетта иғланға юлыҡтым. Эш тәҡдим итәләр, уңайлы график, сессия ваҡытында ялға ебәрәләр, яҡшы эш хаҡы. Әммә аҙыҡ-түлек менән эш иткәс, мотлаҡ “санкнижка” тигәне кәрәк. Уны үҙеңдең аҡсаңа эшләтәһең дә, сумманы тәүге эш хаҡы менән кире ҡайтаралар. Иғланда күрһәтелгән адрес буйынса офисҡа барҙым. Мине һаҡсы кабинетҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы. Унда мөләйем ҡыҙ документтарымды алып, һорауҙар бирҙе. “Санкнижка” өсөн аҡса кәрәклеген аңлатты, шикләнһәм дә, ҡыҙҙың ихласлығына ышанып, аҡсамды бирҙем. Улар миңә иртәгә шылтыратып, ниндәй медицина ойошмаһына барырға икәнен хәбәр итербеҙ, тип ҡалды. Өс көндән һуң да шылтыратыу булмағас, кире офисҡа юл тоттом. Барып етһәм, ишектәр йоҙаҡҡа бикле, ә офис бөтөнләй юҡ. Шулай мин эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа ҡалдым. Хәҙер ниндәйҙер иғландарҙа, тәҡдимдәрҙә барыһы ла яҡшы булһа, шикләнә башлайым.
Ундай тәҡдимдәр интернетта күп. Кешенән аҡса алыр өсөн сәбәптәр төрлө: эшкә урынлашыр алдынан уҡыуҙар үтергә, билеттар алырға һәм башҡа, һәм башҡа.

“Фатир эҙләйем...”

Был хәл әхирәтем менән булды. Ҙур ҡалаға уҡырға килде, әммә ятаҡ бирмәнеләр. Фатир табырға кәрәк. Ҡалала таныштары ла юҡ. Шуға ла махсус агентлыҡ аша фатир эҙләргә булды. Уның хеҙмәткәре менән килешеү төҙөгәс, аҡсаһын түләгәс, уға телефон һандары бирҙе. Һеҙҙе шул-шул метрола, шул-шул ваҡытта фатир хужаһы ҡаршы алыр, тип вәғәҙә итте. Сумкаларын тотҡан әхирәтем тейешле урынға килеп, көтә башланы. Әммә ваҡыт үтә, кис етә, фатир хужаһы күренмәй. Биргән һандар буйынса шылтыратырға була, ниһайәт. Яуапҡа был агентлыҡ тураһында тәү ишетеүҙәре, ә фатир инде күптән ҡуртымға бирелгәне тураһында әйтәләр.
Фатирға тигән аҡсаһы тотонолған, тышта — төн. Ни эшләргә? Илау ҙа файҙа килтермәҫ. Ярҙамға төркөмдәштәре килмәһә, шулай төндә урамда ҡалыр ине.
Баҡһаң, агентлыҡ, риэлтор ролен үтәйбеҙ, тип фатир эҙләүсенән аҡса ала һәм интернеттағы иғландарҙа күрһәтелгән теләһә ниндәй телефон һандарын уға бирә. Килештереп килешеү төҙөйҙәр, күсермәһен дә тотторалар. Ә кеше ул килешеүҙе ғүмерҙә лә уҡып тормағас, уҡыһа ла ауыр тел менән яҙылған һөйләмдәрҙе аңлап етмәгәс, аҙаҡ аҡсаны ҡайтарып булмай.

Онлайн-күрәҙәсе

Күрәҙәселәрҙең “Бәйләнештә”ге төркөм­дәрендә ултырырға ярата инек. Әхирәтем менән берәй проблема уйлап табабыҙ ҙа хәбәрҙәргә яҙабыҙ. Бер төркөмдә минең фотоны ҡуйҙыҡ та, яҙҙыҡ: “Был минең апайым. Һуңғы арала уны алмаштырҙылармы ни, көтмәгәндә миңә ташлана, һуғыша, ҡысҡыра... Аҡсабыҙҙы урлай башланы. Әллә берәй наркотиктар ҡулланамы икән? Нимә эшләргә? Ярҙам кәрәк!” Шул көндә үк бер төркөм “күрәҙәселәр” әңгәмә асып, әхирәтемә хәбәрҙәр яҙырға тотондо: “Коллектив менән фотоны ҡараныҡ. Ысынлап та, апайығыҙҙың ҙур проблемаһы бар шул. Амфетамин ҡуллана, бик характерлы энергети­каһы уның”. Икенсе күрәҙәсе симптомдарҙы һанап китте. Әхирәтем яуапҡа яҙа: “Эйе, тап шулай! Быға тиклем иғтибар итмәгәйнем. Әле генә әсәйемдең алтындарын таптырып, мине туҡмап сығып китте... Һеҙҙең ярҙамға бик ышанам. Моғайын, наркоман егете уны ҡоторта...” Күрәҙәселәр ошоно ғына көткәндәй, йәнәһе, апайығыҙҙың хәле ауыр, етмәһә, бала саҡтан килгән комплекстары бар, бер-ике йылдан үлеүе лә ихтимал, тип ҡурҡытырға тотондолар һәм шунда уҡ: “Ярҙам итә алабыҙ, насар дуҫтарҙан һаҡлау ҡуйырбыҙ, кармаһын рәткә килтерербеҙ, организмын таҙартырбыҙ, аңын яңыртырбыҙ”, — тигән тәҡдимдәр яуҙыр­ҙылар. Хаҡын да яҙырға онотманылар. Әхирәт менән уҡып-уҡып көлдөк тә, яуап ҡайтарманыҡ.
Ярай, беҙ ни эшләргә белмәй, ҡыҙыҡ өсөн, көлөп яҙа инек. Ә ысын бәләгә осраған кеше һәр нәмәгә ышанып бара бит, һуңғы һаламға тотона. Бындай намыҫтары булмағандар кеше ҡайғы­һында бизнес эшләргә лә оялмайҙар.
Интернет киңлектәре алдаҡсыларға яңынан-яңы мөмкинлектәр аса. Уларҙың фантазияһына иҫең китер. Шунан һорау тыуа ла инде: халыҡ иҫәрме әллә мутла­шыусылар аҡыллымы? Уларҙы язаға тарт­тырыу ҙа ауыр. Һаҡ булығыҙ! Бушлай сыр тик ҡапҡанда ғына!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: