Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
11 Август 2023, 10:25

Белемең файҙа килтерәме?

Мәҫәлән, 1979 йылда РСФСР-ҙа 8,3 миллион юғары белемле граждан булһа, бөгөн Рәсәйҙә – 27 миллион тирәһе, йәғни өс тапҡырға күберәк. Шуныһы ла мәғлүм: уларҙың күбеһе һөнәре буйынса эш таба алмай яфалана.

Белемең файҙа килтерәме?
Белемең файҙа килтерәме?

...Бына тағы сираттағы уҡыу йылы тамамланырға тора. Йәнә меңәрләгән үҫмерҙе ҡайҙа барырға, кем булырға тигән һорау борсойҙор. Үкенескә ҡаршы, күптәр һөнәрҙе һуҡыр килеш һайлай. Ҡайһы берәүҙәр бары техникумға, колледжға, институтҡа инеүҙе, бәхетле студент тормошо менән йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ә киләсәктә был һөнәрҙең перспективаһын, күпме эш хаҡы алып эшләйәсәген, күңеленә ятыу-ятмауы хаҡын да уйлап та тормай. Ғәҙәттә, ауыл балалары гуманитар уҡыу йорттарына күпләп инә. Ә уҡып бөткәс, эш хаҡы аҙ түләнеү сәбәпле, күпселеге алған һөнәре менән риза түгел.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙә гуманитар белемле һөнәр эйәләренең хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай шул. Мәҫәлән, баҙар шарттарында, айырыуса ҡала ерлегендә, әгәр ярҙам итеүсе булмаһа, яңы эш башлаған уҡытыусы йәки табип, тәрбиәселәр, шәфҡәт туташтары аҙ ғына эш хаҡына нисек йәшәһен дә, нисек фатир алһын? Аграр университетты тамамлаусыларҙың күпселеге ауыл ерҙәренә ҡайтырға ашыҡмай. Шуға күрә улар артабан ҡалала ҡалыуҙы хуп күрә, полиция органдарына йәки башҡа ергә эшкә урынлаша. Йәшерен түгел: егеттәрҙең ҡайһы берҙәре ваҡытты һуҙыу, әрме хеҙмәтенән ҡотолоп ҡалыу өсөн генә юғары уҡыу йортарына юл тота, инергә еңелерәк булған вузды һайлай. Әммә ундайҙар ныҡ яңылыша. Был, моғайын, күп мәктәптәрҙә, ғаиләләрҙә уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш бирә белмәүҙән дә киләлер. Мәҫәлән, бөгөн бухгалтерҙар, иҡтисад белгестәре, юристар саманан тыш күп әҙерләнгән. Әйткәндәй, юғары белем хаҡында бөгөн күпте һөйләргә була. Мәҫәлән, 1979 йылда РСФСР-ҙа 8,3 миллион юғары белемле граждан булһа, бөгөн Рәсәйҙә – 27 миллион тирәһе, йәғни өс тапҡырға күберәк. Шуныһы ла мәғлүм: уларҙың күбеһе һөнәре буйынса эш таба алмай яфалана.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, бөгөн иң юғары эш хаҡын яғыулыҡ-энергетика тармағында, химия, нефть, банк өлкәһендә эшләүселәр ала. Әлбиттә, тормошта һәр ваҡытта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай. Теләге булған бөтә кеше лә техникумдарға, юғары уҡыу йорттарына инә алмай. Ундайҙарға: “Борсолмағыҙ, вузда уҡымайынса ла бына тигән эше лә, аҡсаһы ла булған һөнәр алырға мөмкин”, – тип әйтке килә.
Мәҫәлән, бөгөн республикабыҙҙа төҙөлөш киң ҡолас менән бара. Күп ҡатлы йорттар төҙөлә, шулай уҡ шәхси өйҙәр һалырға теләүселәр күп. Тимәк, төҙөүселәр бер ваҡытта ла эшһеҙ, аҡсаһыҙ интекмәйәсәк. Асфальт йәйеүсе, ташсы, экскаватор машинисы, киң профилле тракторсы, йәшелсә үҫтереүсе, балта оҫтаһы, слесарь-сантехник, токарь, фрезлаусы, иретеп йәбештереүселәр һәм башҡа шундай һөнәр кешеләренә ихтыяж ҙур. Ун юрисҡа ҡарағанда бер оҫта иретеп йәбештереүсене табыуы ҡыйыныраҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ашханалар, кафелар, ресторандар, магазиндар күпләп асыла. Шулай булғас, үҙ эшен белгән кондитерҙар, һатыусылар, официанттар, ашнаҡсылар ҙа кәрәк. Билдәле булыуынса, был һөнәрҙәрҙе училищеларҙа, колледждарҙа үҙләштерергә мөмкин.
Әйткәндәй, профессиональ белем биреү системаһы эшенә туҡталып үтке килә, сөнки бөгөнгө заманда тап ошо йүнәлештә белгестәр әҙерләү өсөн әллә ни күп ваҡыт кәрәкмәй. Училищела ике-өс ай уҡығандан һуң, йәш кеше практикала үҙенең һөнәре менән яҡындан таныша, бер-ике йыл эсендә кәрәкле һөнәр алып сыға. Теләһә, һуңынан белемен юғары уҡыу йортонда камиллаштыра ала.
Һуңғы йылдарҙа ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдәрҙе тергеҙеүселәр арта, сөнки ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә һорау ҙур. Шуға ла семәрләп эшләнгән тәҙрә йөҙлөктәре, һандыҡтар, каминдар эшләү һәм башҡа шундай кәсептәргә эйә булыу ҙа ғаиләгә табыш килтерәсәк.
Нимәгә иғтибар итергә?
Һәр кемдең яратҡан шөғөлө була. Тап шуға ла ошоға оҡшаш һөнәрҙе һайлау зыян итмәҫ, ти белгестәр. Күңелгә ятҡанға күрә лә ул еңел бирелә, артабан ошо өлкәлә мөмкинлегеңде үҫтереүгә юл аса.
Хеҙмәт хаҡы, әлбиттә, һәр эштә мөһим. Әммә һөнәр һайлағанда уны берҙән-бер аспект тип тә ҡарарға ярамай. Күп һанлы тикшереүҙәр бары аҡса ғына кешегә эшенән ҡәнәғәтлек килтермәүен күрһәтә. Күптәр өсөн аҡсаға ҡарағанда күңелгә ятҡан шөғөл булыуы кәрәк.
Алған һөнәрегеҙ ниндәйҙер сәбәп менән һеҙҙә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тыуҙырмай икән, уны үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ. Күптәрҙең олоғайған көнөндә лә һөнәр алмаштырыуы мәғлүм. Ҡайһы берәүҙәр хатта бер нисә тапҡыр үҙгәртеп, уңышлы эшләп йөрөүе билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, уны ғүмерлек тип уйларға ярамай икән. Был үҙебеҙҙе табыуҙа әлегә тәүге генә аҙым бит. Берҙән, уй-хыялдарыбыҙ үҙгәрергә мөмкин. Икенсенән, хеҙмәт баҙары ла даими үҙгәреш кисерә. Беҙ алған һөнәр 10 – 15 йылдан әһәмиәтен юғалтыуы мөмкин. Шуға күрә беренсе белемде фундамент тип ҡарарға ярай.
Һеҙҙең атай-әсәйегеҙ үҙенең һөнәренән иҫ киткес бәхетле, ти. Улар, балалары ла ошо йүнәлештән китһә, ҡәнәғәт буласаҡ, тип уйлай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө кешеләр. Шуға ла уҡырға инер алдынан был һөнәр менән ҡыҙыҡһынығыҙ, уның нескәлектәрен өйрәнегеҙ. Бәлки, ул бөтөнләй күңелегеҙгә ятмаҫ. Һөнәр һайлау – киләсәктә уңышлы булыу өсөн етди аҙым ул.

Илгиз Хаҡов.

Миниә ВӘЛИЕВА, педагогия фәндәре кандидаты, психолог:
– Халҡыбыҙҙа юғары белемһеҙ яҡшы эш табып булмай, тигән фекер нығынған. Өлкәндәрҙең: “Уҡы, балам, уҡымаһаң, ана көтөүсе йәки урам һепереүсе булырһың”, – тигәнен һәр кем ишеткәне барҙыр, моғайын. Үкенескә ҡаршы, юғары белем, диплом алыу ғына тормоштоң көйлө барыуы хаҡында аңлатмай әле. Мәктәптә яҡшы уҡып, һуңынан вузда белем алып та үҙ урынын тапмағандар арабыҙҙа осрап тора. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә өлгәше менән әллә ни ҡыуандырмаған баланың да үҫкәс, бына тигән кеше булып, етеш йәшәгәнен дә күреп-белеп торабыҙ. Тап шуға ла вузға инер алдынан ныҡлы уйларға, психологтар менән кәңәшләшергә кәрәк. Уңышлы булыу теге йәки был фәнде үҙләштереүҙән генә түгел, ә тормошҡа яраҡлашыу һәләтенән дә тора. Юғары белемһеҙ ҙә, ниндәйҙер оҫталығың булһа, бына тигән яҡшы эш табыуы ҡатмарлы түгел. Мәҫәлән, фатирҙа ремонт эшләү өсөн күптәрҙең оҫталар эҙләгәнен күргәнегеҙ барҙыр. Самолетта борт проводнигы булып эшләү өсөн дә юғары белем талап ителмәй. Бындай исемлекте артабан да дауам итергә булыр ине. Уларҙың күпселеге, кәрәк булһа, һуңынан ситтән тороп уҡый.
Әйткәндәй, шаҡтай һөнәрҙәр өсөн юғары белем мотлаҡ та түгел. Мәҫәлән, күп гуманитар йүнәлештәр үҙ аллы өйрәнелгән. Махсус белем алмайынса ла ҙур уңышҡа өлгәшкән һәм тарихта ҡалған яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, йырсылар аҙмы ни! Техник белгестәр араһында ла шөғөлөн үҙ алдына өйрәнгән программистарҙың эшләүе бөтәбеҙгә билдәле. Улар дипломлы хеҙмәттәштәренән бер нисек тә ҡалышмай. Әлбиттә, миҫалды күп килтерергә мөмкин булыр ине. Бының мәғәнәһе шул: юғары белем һәр ваҡытта һөнәр үҙләштереү өсөн берҙән-бер сығанаҡ булып тормай. Тап шуға ла институтҡа инеү-инмәүҙе һәр кем үҙ аллы хәл итергә тейеш. Кемгәлер ул ысынлап та кәрәк, унһыҙ эшләү мөмкин түгел. Шулай ҙа бөгөнгө заманда вузда белем алмайынса ла бына тигән йәшәргә мөмкин булыуын да иҫтән сығармаһаҡ ине. Барыһы ла шәхестең үҙенән тора.

 

Автор:
Читайте нас: