- Нейә, нормальный кеше хәҙер уҡытыусылыҡҡа бармай инде ул...
Әсә ауыҙынан сыҡҡан ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, тәүҙә шаңҡып киттем. Ә бит хаҡлыҡ бар! Шундай ата-әсәләр менән эшләр өсөн ысынлап ненормальный булырға кәрәк. Өс тин эш хаҡына кеше балаһын уҡытырға, тәрбиәләргә тырышып, өҫтән төшкән бөтмәҫ отчёт-ҡағыҙ эшенә егелеп, етмәһә төрлө яҡтан ябырылған ата-әсәләргә яраҡлашып эшләү өсөн нормальный кеше түҙмәйҙер ул. Бында ҡорос нервы, сыҙамлыҡ, көслө энтузиазм кәрәк. Иң мөһиме, самаһыҙ талант кәрәк! Талант һүҙе грек телендә "норманан тыш" тигәнде аңлата, йәғни ненормальный. Юҡһа, шул ҡәҙәре һөнәреңә тоғро булып, бер нимәгә ҡарамай, тырышып эшләп йөрөү мөмкин түгелдер ул!
Уҡыусылар менән эшләргә була ул, хатта юғарынан төшкән яңынан-яңы талаптарҙы ла тиҙ үҙләштерәләр, ләкин юғарынан ҡараған ата-әсәләр мөнәсәбәте нығыраҡ ҡаҡшата уларҙы. Ҡырҡ атанан тыуған ҡырҡ балаға индивидуаль иғтибар талап итеп, уҡытыусының эш сәғәтен дә, ялын да һанламай, көнө-төнө борсоуҙар, отчёт алыуҙар, ғәйепләүҙәр күп. Эштән ҡайтҡас шылтыратыуҙар, кис еткәс өйгә эш һорауҙар, һ.б. Әйтерһең, уҡытыусының үҙ ғаиләһе, шәхси тормошо юҡ. Ул чаттарҙы әйтеп тә тормайым! Торғаны колхоз баҙары. (Үҙем ата-әсәләр чаттарында тормайым, бәхәс, талаш уҡып ултырырға теләгем юҡ. Миңә төп чаттар еткән). Бәләкәс кенә проблеманан ҙур ғауға ҡуптарып, шунан кем уҙарҙан уҡытыусыларға ошаҡлашыуҙар, директорҙарға барып етеүҙәр күп. Асылда, ундай хәлдәрҙә бер ниндәй етди сәбәп тә юҡ, бары тик ата-әсәләр үҙ һүҙен һүҙ итеү, башҡаларҙы "аҡылға ултыртыу", кеше балаһын тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Әйтерһең, педагогтарҙың шунан да мөһимерәк эше юҡ!
Бына ошондай күренештәрҙә ата-әсәләрҙең мәктәп менән идара итеүе, уҡытыусыларҙы әҙәмгә һынамауы, педагогик талаптарҙы ҡыйратыуы сағыла. Балаһының еңмешлеген яҡлап, мәктәп хеҙмәткәрҙәрен үҙ көйөнә бейетеү - яҡшы өлгө күрһәтеүме? Артабан ул бала тағы ошаҡлаша, тағы шаша, башҡалар алдында уҡытыусыларҙың бәҫен төшөрә. Үҙ балаһының тәрбиәһе өсөн башҡаларҙы ғәйепләүселәр, үҙҙәренән себен осороп, кеше балаһын тәрбиәләүселәр күп. Уҡытыусылар хәҙер уҡыусыларҙы ғына түгел, ана шундай ата-әсәләрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл. Төп эшенән тыш шуға ваҡытын сарыф итә.
Был хаҡта күп яҙырға була, ләкин бер һорауҙы бирге килә: уҡытыусыларҙы ата-әсәләрҙең психологик атакаһынан яҡларлыҡ берәй сара күреп булалыр бит? Педагогтың шәхси ваҡытына, хеҙмәт графигына, һөнәри бурыстарына сик ҡуйырлыҡ. Бының өсөн яңы закон сығарыу кәрәкмәй, бары тик РФ Хеҙмәт Кодексына таянып, мәктәп администрацияһында эшләргә була. Табибтарҙы сменанан һуң бер пациент та борсомай, магазин бикләнгәс, һатыусыны берәү ҙә эҙләмәй (ауылдағылар аҡса өсөн генә асмаһа), почта ябылғас һис кем почтальон таптырып йөрөмәй, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән бер тамашасы ла шәхсән отчёт һорамай, ғөмүмән төрлө инстанция хеҙмәткәрҙәрен эш графигынан тыш һис кем йолҡҡоламай. Нишләп уҡытыусыларға "доступ" асыҡ һуң? Телефон элемтәләре, ватсап чаттары, электрон журналдар педагогик бурысты тағы ҡатмарлаштырып, йөктө арттырып ебәрҙеме?! Әллә ул шәхси няня, репетитор кеүек даими бәйләнештә булырға тейешме?! Уҡытыусының шәхси номерын бирмәү, класс чатын мәктәп территорияһында ҡалдырыу, шылтыратыуҙарға эш ваҡытында ғына яуап биреү өсөн ниндәйҙер норма булырға тейеш.
Бына шулай. Мәктәптәргә үҙебеҙ яҡшы уҡытыусылар килеүен, балаларыбыҙҙы шәп белгестәр уҡытыуын теләйбеҙ, ә хеҙмәт өсөн тейешле шарттар юҡ. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек иң яҡшы педагогтарҙы һөҙөп алырға теләһәк, мәғариф системаһын ныҡлы үҙгәртергә кәрәк. Ҡаймаҡ айырыу түгел, бөгөнгө хәлебеҙ һәр килгән практикантҡа йәбешеп ятырлыҡ. Мәғарифты әле өлкән быуын тота. Улар китһә, мәктәптәрҙә уҡытыусылар ҙа ҡалмаҫ. Шунан, түләүле клиникаға йөрөгән кеүек, балаларыбыҙҙы шәхси мәктәптәргә бирербеҙме? Ә ҡайҙан һәр кемгә ундай мөмкинлек?! Булғанының ҡәҙерен белмәһәк, шундай хәлгә ҡаласаҡбыҙ. Мәғариф һәм медицина системаһы коммерцияға әйләнә икән, илдең төп стержены емереләсәк.
Уҡытыусың абруйын күтәреү ныҡ ҡатмарлы мәсьәлә. Эш хаҡын күтәреп кенә был бөйөк һөнәргә лайыҡлыларҙы һайлап булмай. Ул да мөһим, ләкин ҡайҙа аҡса - шунда блат-сват. Ә балалар тәрбиәләр өсөн ысын педагогтар, Хоҙай тарафынан бирелгән талант эйәләре, һөнәрен өҙөлөп һөйгән энтузиастар кәрәк. Шуға күрә "ненормальный" уҡытыусыларҙың ҡәҙерен беләйек, "нормальныйға әйләнеп", мәктәптән ҡасырға мәжбүр итмәйек, шундай шарттарҙа эшләп йөрөгәндәренә рәхмәтле булайыҡ! Ул ғына ла түгел, үҙебеҙ яҡлайыҡ. Нисек кенә булмаһын, уҡытыусы ул ошо тормошҡа тәрбиә һалыусы, доняның күсәрен тотоп тороусы иң төп һөнәр.
Мәктәптәрҙә был темаға сығыштар кәрәктер тип уйлайым. Үҙем, ата-әсәләр комитеты рәйесе булараҡ, гел әйтәм: бөгөнгө менән йәшәмәйек, татыу булайыҡ, балалар талашыр ҙа ярашыр, беҙ аҡыллы булып ҡалайыҡ. Уҡытыусыларыбыҙҙы яҡлайыҡ!
Ошо мәҡәләне лә таратайыҡ, мәктәп йыйылыштарына сығарайыҡ!
Дәүләт тарафынан лайыҡлы иғтибар һәм сәләмәт йәмғиәт кенә уҡытыусы абруйын һаҡлап ҡала ала. Был минең фекер.
Светлана Насырова.