Яңыраҡ 75 йәшлек бер апай менән танышҡайным. "Ышанаһыңмы, юҡмы, 14 йәшемә тиклем әсәйемде имдем. Хәтеремдә, математика дәресе алдынан 20 минутлыҡ оҙон тәнәфес. Уҡытыусы миңә ҡарап, хәлемде аңлап торған, күрәһең, бар, йүгер, имеп кил, райондан тикшереү килгән, таҡтаға һине сығарам, ти. Мин йүгереп ҡайтып инәм дә, әсәйемдең күлдәге аҫтына инеп китәм. Әсәй, ваҡыт юҡ, тиҙ бул, имәм дә, йүгерәм, тим. Телемдә бер - ике тамсы татлы шыйыҡса тәмен тойоу менән мейемдә "зыңҡ" итеп ҡала. Әллә үҙенсә бер наркотик кеүек тәьҫир иттеме икән, хәҙер килеп аптырайым. Башым эшләп китә, зиһенем асыла. Бишлегә генә уҡыным. 14 йәшемә тиклем урындыҡта атайым менән әсәйемдең уртаһында яттым. Тубыҡтарына баҫыптырып иҙәнгә һикерә инем. "Был бала үлтерә бит беҙҙе", - тип атайым һуҡранып ала, әммә бер ҡасан әрләмәнеләр. Һуғыштан һуң тыуған ҡыҙҙары булғанға ла шулай иркәләнеләр. Ағайымдар ҙурайып бөткәйне. Ауыр йылдарҙа ла ҡытлыҡ кисермәнем, гел яңы күлдәк алып бирҙеләр, матур кейенеп йөрөһөн, ти ине атайым. 14 йәшемдә ауылдан сығып киттем, интернат, институт, аҙаҡ инде эш. Тормошҡа сығып бик бәхетле йәшәйем. Иркәләп баланы боҙалар, тигәнде дөрөҫ түгел тип уйлайым. Иркә булһам да эш эшләп, үҙаллы булып үҫтем. Яратыу бер ҡасан да артыҡ булмай. Үҙеңде яратырға кәрәк", - тигәйне ул апай. Психологтар, психология тигән төшөнсә хатта булмаған осорҙа ла бәләкәй генә бер ауылда бәләкәй ҡыҙҙарының иңенә ҡанат нығытҡан, үҙен һәм тормошто яратырға өйрәткән ғаиләләр ҙә булған икән, тип уйланым был апай менән һөйләшеп ултырғанда. Кисә "Килен" спектаклен ҡарағанда ошо апай һөйләгәндәр иҫкә төштө. Ҡапма - ҡаршы айырылып торған мөхиттә үҫкән ике ҡыҙ бала яҙмыштары...
Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Регина Камалова битләүенән.