Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был тормоштоң ысын кешеһе

Сөм ҡара күҙле, ҡап-ҡара шырт сәсле бер ҡарасман малай тәүге тапҡыр рәхәтлекте үҙенә ҡайғы килгәс аңлай. Уға бит йылы ғына, рәхәт кенә ине, тамағы ла туҡ булғандыр, эсе ауыртып та ыҙалатмағайны. Ә бер көндө ул һалҡын, ҡараңғы ерҙә уянып китте лә ҡурҡыуҙан да, өшөүҙән дә, асығыуҙан да шым ғына илай башланы. Һәм бер ул ғына иламауын аңғарып ҡала, унан-бынан да илаған тауыштар сыға. Ҡапыл ут ҡабына һәм бер асыулы ҡатын илашҡан балаларҙы әрләргә, елтерәтергә тотона. Бына ҡара малайға ла сират етә, уға шап-шоп һуҡҡылағандан һуң руссалап: “Йә, нимәгә мышҡылдайһың? Нимә кәрәк һиңә?” – тип екеренә. Шулай илашҡан балаларҙы ҡурҡытып, кире йоҡларға һалғас, утты һүндереп сығып китә. Был хәл оҙаҡ ҡына ҡабатлана... Ауыҙ асып нәмәлер әйтергә, аңлатырға тырышҡанда: “Русса һөйлә, русса әйт”, – тип башын төйгөсләйҙәр. #Шоңҡаржурналы #ИбраһимҒиззәтуллинисемендәгеконкурс #АйҙарБайтимеров Артабан уҡырға:

Таңсулпан РӘСҮЛ
Сөм ҡара күҙле, ҡап-ҡара шырт сәсле бер ҡарасман малай тәүге тапҡыр рәхәтлекте үҙенә ҡайғы килгәс аңлай. Уға бит йылы, рәхәт ине, тамағы ла туҡ булғандыр, эсе ауыртып та ыҙалатмағандыр. Ә бер көндө ул һалҡын, ҡараңғы ерҙә уянып китә лә ҡурҡыуҙан да, өшөүҙән дә, асығыуҙан да шым ғына илай башлай. Баҡһаң, ул бер үҙе генә түгел икән, унан-бынан илаған тауыштар сыға. Ҡапыл ут ҡабына һәм бер асыулы ҡатын илашҡан балаларҙы әрләргә, елтерәтергә тотона. Бына ҡара малайға ла сират етә, уға шап-шоп һуҡҡылағандан һуң руссалап: “Йә, нимәгә мышҡылдайһың? Нимә кәрәк һиңә?” – тип екеренә. Ауыҙ асып нәмәлер әйтергә, аңлатырға тырышҡанда: “Русса һөйлә, русса әйт”, – тип башын төйгөсләйҙәр. “Русса” нимә була икәнен белмәгән малай бөтөнләй бер нәмә лә аңлата алмай. Шулай илашҡан балаларҙы ҡурҡытып, кире йоҡларға һалғас, утты һүндереп сығып китә. Был хәл оҙаҡ ҡына ҡабатлана... Күпмелер ваҡыттан һуң һыуыҡҡа, әленән-әле ыштанға эш боҙоу сәбәпле яланғас арт һанына, аяҡтарына эләгеп торған йоҙроҡтарға, эс ауыртыуына ла өйрәнелә башлай. Унда күпме булғандыр, билдәһеҙ: бәләкәй малай айҙарҙы ла, көндәрҙе лә, сәғәттәрҙе лә һанай белмәй ине...
Ә берҙән-бер көндө уға рәхәтлек килә. Ул был бәхетте бөҙрә сәсле инәй эргәһендә тимер юл вокзалының таш иҙәнендә матур ғына, тик үҙенеке генә лә булған уйынсыҡ вертолетты уйнатып йөрөгәндә тоя... Шунан башлап ул тик бәхетле була. Уның башын башҡа “русса һөйләш” тип төйөүсе булмай. Үҙенә генә ашарға бирәләр. Ә иң мөһиме уға йылы, рәхәт. Малайҙың үҙе кеүек ҡап-ҡара сәсле бер ҡарасман бабай уны аяҡтарында һикертеп шаярта, алдына ултыртып уйната, атта, хатта тимер атта ла алып йөрөй... Ә ҡурҡышынан теле русса асыла башлаған малай ишек алдында йөрөгән тауыҡтарҙы: “Бер тауыҡи, ике тауыҡи, өс тауыҡи” – тип һанай ине...
Был малайҙың бәхетле көндәре шулай башланды. Артабан инде тормоштары нисек кенә ҡатмарлашмаһын, ҡайҙа ғына боролмаһын, ул теге һыуыҡ, ҡараңғы бүлмәнән ҡотола алыуы өсөн сикһеҙ бәхетле булды... Эйе, башҡа балаларға, иптәштәренә, дуҫтарына тейгән бәхетле өлөш уға тәтемәй... Башҡа тиңдәштәре матур уйынсыҡтар менән уйнап, атай, әсәйгә иркәләнеп, йылы өйҙә телевизор артында ғына ултырғанда, уға барлыюҡлы өй йыһаздарын йыйнап, өйһөҙ ҡаңғырған атай-әсәй ыңғайына билдәһеҙлеккә атларға тура килә... Эйе, кейем, мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға аҡса булмағас, кешенекен, үткән йылдан ҡалған ҡәләм, дәфтәрҙәрен һаҡлап тотонорға мәжбүр була... Эйе, эш боҙған өсөн уға атаһының ҙур ҡулдары яланғас тәнен яндыра һуҡҡанда, өҫтәүенә, крандан аҡҡан һыуыҡ һыу аҫтында торорға тура килә... Эйе, ҡала мәктәбендә уҡыған башҡа тиңдәштәре уның ярлылығынан көлгәндә ул “ауыҙы тулы ҡара ҡан” булһа ла, төкөрмәй...
Шулай ҡағылып-һуғылып, яҡшы тормошҡа мохтажлығы арҡаһында үҙенең тырышлығы, егәрлелеге арҡаһында хеҙмәт баҫҡысының иң түбәненән уңышлы үрләгән Айҙар Азамат улы бөгөнгө көндә үҙ эшенең оҫтаһы, милләтебеҙ, йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле белгес – профессионал ҡурайсы. Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының (академияһының) Ҡурай бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлап, артабан шунда уҡ ассистент-стажерға уҡырға инә. Һәм уҡыу йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, республика ғына түгел, халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты ла булған, белемле егетте инде уҡытыусылары институттың Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының етәксе-дирижеры итеп эшкә ҡалдыра. Унан тыш ул Өфөнөң 13- сө һанлы мәктәп-интернатының төнгө тәрбиәсеһе һәм Өфөнөң 7-се һанлы Музыка мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы, мәктәп ансамбленең етәксеһе лә. Эштән бәхет тапҡан яуаплы, намыҫлы, егәрле был хеҙмәттәштәрен етәкселәре лә, барыһы ла яҡын күреп, хөрмәт итә. Ҡасандыр ҡар-ямғыр тип тормай, иртә-кис тип тормай урам һепереп, кешегә ялланып, ҡара эш башҡарған үҫмер малайҙың яҡшы тормошта йәшәү хыялы ысын, эскерһеҙ булған, күрәһең. Бөгөн уны яратҡан эше, өйөндә үҙенең ошо урындан башланған нәҫеленең дауамы, үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған малайы һәм йылы аш, яҡты йөҙ менән көтөп торған яратҡан ғаиләһе бар.
Дауамын "Шоңҡар" журналының декабрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: