Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Ғинуар 2012, 12:29

Американдарҙа ҡунаҡта

Eйламағанда яҙмыш мине америкалылар ғаиләһе менән таныштырҙы, дуҫлаштырҙы. Джереми Америка-Башҡорт интерколледжында инглиз теленән уҡыта, ә Эйми әлегә эшләмәй, бала бағыу һәм йорт ҡарау уның өҫтөндә. Өфөнән алыҫ булмаған Шамонин ауылында өй һатып алып, быйыл йәй күсеп сыҡты улар. Бөгөн, шәмбе, мин Джереми һәм Эйми Саваждарҙа ҡунаҡта...

Бәләкәйерәк ваҡытта “американдарҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтәсәкһең” тиһәләр, билдәле, ышанмаҫ инем. Әммә уйламағанда яҙмыш мине тап шул халыҡ вәкилдәре менән таныштырҙы, дуҫлаштырҙы. Ирле-ҡатынлы Линдси менән Крейг, улар һеҙгә киң мәғлүмәт саралары аша таныштыр ҙа, хәҙер башҡортса матур итеп һөйләшеп йөрөй. Әле уларҙың дуҫтары Джереми һәм Эйми Саваждар өйрәнә башланы. Джереми Америка-Башҡорт интерколледжында инглиз теленән уҡыта, ә Эйми әлегә эшләмәй, бала бағыу һәм йорт ҡарау уның өҫтөндә. Өфөнән алыҫ булмаған Шамонин ауылында өй һатып алып, быйыл йәй күсеп сыҡты улар. Бөгөн, шәмбе, мин Джереми һәм Эйми Саваждарҙа ҡунаҡта.



- Был һәр шәмбе әҙерләнә торған иртәнге ашыбыҙ, - тип аңлатма бирҙе Эйми ҡабарып торған оладьиларҙы һәм колабаса ҡушып ҡыҙҙырылған йомортҡаны өҫтәлгә килтереп ултыртҡас. Ҡоймаҡтарҙы бал, ҡайнатма һалып та ашарға мөмкин, әммә минең тап уларса ауыҙ иткем килде һәм береһенең өҫтөнә сироп ҡойҙом, ә икенсеһенә сәтләүек майы һөрттөм (был май уларҙа беҙҙәге ҡаймаҡ кеүек киң ҡулланыла.


- Бында ике йыл йәшәйбеҙ, әкренләп рус кухняһына күсеп барам шикелле, - тип йылмайҙы Эйми. – Борщ бик оҡшай. Былау яратабыҙ. Иремдең “оливье” салаты тип иҫе китә. Өй һалмаһы киҫергә лә өйрәнеп алырға ниәт бар. Бер көндө пицца бешергәйнем. Аҙаҡ скайп аша әхирәтем менән һөйләшкәндә был турала әйтә ҡуйҙым. “Өҫтөнә майонез һөрттөм” тигәс, шунда уҡ ”фуууу” тип танау сирған була. Америкала майонез урынына күп итеп сыр һалалар. Ә миңә тегеләй ҙә, былай ҙа оҡшай. Шулай уҡ сэндвичым да бутербродҡа әйләнде хәҙер. Ғәҙәттә, сэндвичтың өҫтөн булканың икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар. Ә минеке асыҡ килеш ҡала. Бындағы салаттар бик оҡшай. Байрамдарҙа уларҙы мотлаҡ эшләргә тырышам. Улымдың тыуған көнөнә әҙерләгән “көнбағыш” һәм “ҡояш апай” тигәндәре телеңде йоторлоҡ килеп сыҡты.


Өйҙәрен ыҡсым ғына итеп эшләп алғандар. Уларҙың тыуған йорттары бынан дүрт тапҡырға ҙурыраҡ икән. Ғөмүмән, Америкала халыҡ иркен, рәхәт йәшәргә ярата. Өҫ кейемдәрен дә улар көн һайын алыштыра һәм көн дә кер йыуа. “Бында йәшәмәһәм, аҙна буйы бер кейемдә йөрөгән Рәсәй кешеһенә сәйерһенеп ҡарар инем, әммә хәҙер аңлайым, - ти Эйми. - Америкала автомат кер йыуыу машиналары күптән ҡулланыла, ә Рәсәйҙә, бигерәк тә ауыл ерҙәренә, ул яңы барып етә башлаған. Шуға күрә, ҡул менән кер йыуған инәй-апайҙарға ҡарап һоҡланам ғына. Ә беҙҙең халыҡ рәхәтлектән ни эшләргә белмәй, ахырыһы…” Ысынлап та, күршеңдең өйөнә инмәйенсә, уның хәлен белеп булмай. Һәр кемгә сит илдә йәшәп ҡайтыу мөмкинлеге тейһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Ул ваҡытта әлеге американдар кеүек тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай башлар инек.


Стеналарында ҡулдан сигелгән төрлө аҡыллы һүҙҙәр, һүрәттәр күп. Һәм һәр береһенең йә үҙҙәренә генә мәғлүм мәғәнәһе бар, йә ниҙелер иҫләтеп тора. Мәҫәлән, улдары Самуилға дүрт йәш булғанда улар Англияға барған, бәләкәй малай ҡайтыр көндө түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөгән. Һәм бөгөн юлға сығабыҙ тигән иртәлә: “Ура! Ниһайәт, бөгөн – беҙ бик оҙаҡ көткән иртәгә!..” тип ҡыуанып килеп торған. Ҡайтҡас, туғандарына ҡыҙыҡ итеп һөйләгәндәр, ә өләсәһе был һүҙҙәрҙе төрлө төҫтәр менән сигеп, үҙҙәренә бүләк иткән.


Джереми ҙа, Эйми ҙа Вашингтон штатындағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе – Сиэтлдан. Был штатты йәшеллеккә бай булыуы өсөн “мәңге йәшел”, “изумруд” тип атайҙар икән. Ғөмүмән, төбәктең тәбиғәте тауҙарға ла, йылғаларға ла, урманға ла бик бай, тиҙәр. Штатты тауҙар теҙмәһе урталай бүлә, уның океанлы яғында дымлы һауа, йәшеллек хөкөм һөрһә, икенсе өлөшө беҙҙең Башҡортостан климатына тартым. Унда ҡоро һауа өҫтөнлөк итә, ҡышын ҡар ята, картуф, кукуруз үҫтерәләр.


Джеремиҙар уның дымлы, әммә йәшел төбәгенән.


- Беҙҙә ямғырҙар күп яуа, - ти ул. – “Йылдың туғыҙ айы буйы ямғыр туҡтамай, унда нисек йәшәргә мөмкин?” тип аптырай бәғзеләр. Ысынлап та, ҡайһы берҙә айҙар буйы ҡояш күрмәйбеҙ. Әммә нимәһе ҡыҙыҡ: ҡояштан һаҡлай торған күҙлекте иң күбе беҙҙә һатып алалар икән! Хикмәте шунда: әҙ генә ҡояш күренһә, күҙлек эҙләй башлайбыҙ. Аҙаҡ, оҙаҡ ваҡыт көн болотло булғанлыҡтан, уны ҡайҙа һалғанды иҫләмәйбеҙ. Яңыны алырға тура килә. Шулай уҡ китап уҡыусылар һаны беҙҙә иң күбе. Ямғырлы көндә шунан да шәберәкшөғөлдөң булыуы мөмкине һуң! Йәнә кофе яраталар беҙҙә. Быға ла, моғайын, болотло һауа торошо тәьҫир итәлер. Тәбиғәтте яҡын күреүебеҙ тураһында әйтеп торорға ла түгел. Мүк еләге, ҡара бөрлөгән күп үҫә. Ҡырағай еләк, әлбиттә, тәмлерәк, әммә халыҡ үҙе үҫтерергә ярата. Улары эрерәк була. Вашингтонды “алма штаты” тип атауҙары ла юҡҡа түгел. Алма бик күп үҫә. Ҡалабыҙҙа төрлө милләт кешеләре йәшәй. Мәктәптәрҙә етмешләгән милләт балаһы уҡый. Бигерәк тә Ҡытай, Япония, Африканан күптәр…


Эйми менән Джеремиҙарҙың ғаиләһе Сиэтлға бер ваҡыттараҡ, уларға яҡынса ун-ун ике йәш булғанда күсеп килә. Шунда уҡ танышып, дуҫлашып китәләр. Уларҙы “өйҙә уҡыу программаһы” буйынса шөғөлләнеү яҡынлаштыра. Уға туҡталып китеү ҙә әһәмиәтле булыр тип уйлайым. Американың ҡайһы бер мәктәптәрендә тәртип бик шәптән түгел, уҡыу-уҡытыу сифаты ла түбән. Балаһын ҡайғыртҡан ата-әсә, әлбиттә, мәктәп ишеген асыр алдынан, башынан төрлөһөн үткәрә. Тап шуның өсөн уйланған да инде өйҙә белем алыу ысулы. Беҙҙең геройҙарыбыҙға уның яңы башланған, иң ауыр осор тура килә. Тәүҙә был системаға ышанмай, шикләнеп ҡарайҙар, бигерәк тә юғары уҡыу йорттарында. Әммә ваҡыт бының киреһен күрһәтә: өйҙә уҡыған балаларҙың күрһәткестәре юғарыраҡ булып сыға. Сөнки, ни генә тимә, мәктәптә утыҙ балаға бер уҡытыусы, ә бында яңғыҙыңа берәү. Унан, белемдәренең мәктәп кимәленә тура килеүен иҫбат итеп, йыл аҙағында һәр фәндән имтихан тапшыралар.


Эйми менән Джереми Сиэтлға күскәнсе ябай мәктәптә белем ала.


- Өйҙә уҡый башлағас, күнегеп китеүе ауыр булды, - тип һөйләй Джереми. – Мәктәптә еңел ине: уҡытыусы ҡыҙыл ручка менән тикшереп сыға. Ә өйҙә әсәйем шундай талап ҡуйҙы: хаталарҙы табып, уйлап, үҙем төҙәтергә тейеш инем. Ул ваҡытта йәнем көйһә лә, хәҙер әсәйемә рәхмәтлемен.


Ә Эймиҙың әсәһе йомшағыраҡ күңелле булғандыр, ҡыҙы уны химияны өйрәнмәҫкә күндерә алған.


Улдары Самуилға әле алты йәш. Шамонинда балалар баҡсаһына йөрөй. Ул инде мәктәптә уҡыясаҡ. “Инглиз теле буйынса ғына уның менән үҙемә шөғөлләнергә тура килер”, - ти Эйми. Ситтә йәшәһәләр ҙә, улының үҙ телендә камил аралашыуын, байрамдарын, йолаларын белеп барыуын теләй. Был уңайҙан Самуилға өләсәһе лә ярҙам итә. Скайп аша ейәне менән йыш ҡына һөйләшеп тора, әкиәттәр уҡый. Еңел түгел бәләкәй кешегә лә. Уға ике мәҙәниәтте берләштереп, аңлап үҫергә тура килә.


Бында килгәс, “шок” була малайға. Бөтөнләй икенсе мөхит, бер кем дә уның туған телендә һөйләшмәй, уны аңламайҙар… Әммә әкренләп русса һөйләшә башлай, дуҫтары барлыҡҡа килә, бындағы аш-һыуға ла өйрәнә, башҡортса әллә күпме һүҙ белә. Эйми, ошондай “шок”тар әҙерәк булһын өсөн, культуралар араһында үҫкән балаларҙың психологияһын өйрәнә, улын киләсәккә әҙерләй.


Саваждар Башҡортостанға дуҫтары Линдси менән Крейг тәҡдиме буйынса килә.


- Тәүҙә ҡаршы булдым, - тип икеләнеп йөрөгән мәлдәрен иҫенә төшөрҙө Джереми. – Быға тиклем Мәскәүҙә булғаным бар ине, тик бөтөнләй оҡшамағайны: шау-шыулы ҙур ҡала, ығы-зығы күп… Әммә Мәскәү - Рәсәй түгел икән әле. Башҡортостандың фотоларына күҙ һалғас, уйлана башланыҡ, килеп күргәс, бөтөнләй оҡшаттыҡ. Белорет, Бөрйән райондары беҙҙең яҡтарға тартым… Халҡы тыныс, йомшаҡ холоҡло, ихтирамлы, ҡунаҡсыл. Шамониндан йорт алыуыбыҙ ҙа юҡҡа түгел: Америка ауылдарына оҡшап тора.


Джереми электән ситтә йәшәргә теләй. Башҡа халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен, ни менән шөғөлләнгәнен күргеһе килә. Бер ни тиклем ваҡыт Йемендә тороп та ҡайта. Әммә, өйләнгәс, Эйми унда барырға теләмәй. “Фотоларҙан ҡарап ҡына ла оҡшатманым мин ул яҡтарҙы”, - ти.


Америкала Джереми электрик булып эшләй. Унда был һөнәр престижлы һанала һәм эш хаҡы ла зарланырлыҡ түгел. Рәсәйҙә ҡул көсө хеҙмәтенең түбән баһаланыуы, дипломдың ҙур роль уйнауы аптырата Саваждарҙы. Ә Америкала иң тәүҙә һинең холҡоңа, эш таһыллығыңа ҡарайҙар. Әгәр үҙ һөнәреңде яҡшы башҡараһың икән, эшһеҙ булмаясаҡһың. “Әммә миңә балалар уҡытыу, кеше менән аралашыу бик оҡшай, - ти Джереми. - Башҡорт телен өйрәнеүемде белеп күптәр, нимәгә ул һиңә, тип аптырай. Ә миңә ҡыҙыҡ. Башҡортостан ерендә йәшәгәс, төп халыҡтың телен белмәү яҙыҡ кеүек. Унан, күп нәмә аңларға ярҙам итә сит тел, мейене лә эшләтә.” Их, бына ошо һүҙҙәрҙе һәр урыҫлашҡан башҡортҡа ишеттерергә ине! Беҙ үҙ телебеҙҙе һанға һуҡмаған, кәрәкмәгәнгә һанаған ваҡытта, сит ил кешеһе уның мөһимлеген күрә, телебеҙҙе лә, халҡыбыҙҙы ла ихтирам итә. Киң күңелле кеше генә эйә була алалыр был сифатҡа… “Күптәр Америкала рәхәтләнеп йәшәп ятмауыма аптырай. Уларға шулай яуап бирер инем: һеҙ Рәсәйҙә тыуып-үҫеп, бындағы бөтә нәмә таныш, өйрәнелгән булған кеүек, мин дә Американы яҡшы беләм. Беҙгә Рәсәйҙә ҡыҙыҡ. Бындағы кешеләрҙең йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен өйрәнгем килә. Һәр кем үҙ иленән ситкә ынтыла…”


Әлбиттә, уларҙың илебеҙ тураһындағы уй-фекерҙәрен дә белгем килде.


- Бер Америка яҙыусыһының Рәсәй тураһында яҙған китабы сыҡҡан, - тип йыраҡтан башланы һүҙен Эйми. – Быны ишетеп көлкөм килеп ҡуйҙы. Сөнки ул яҙыусы бер тапҡыр ҙа бында булмаған. Элек ишеткәндәрем, уҡығандарым буйынса мин дә “Рәсәйҙе беләм” тип уйлай торғайным, әммә рус күңелен бөтөнләй аңламағанмын икән. Ул китапта хәҙер әллә күпме дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙе табыр инем… Ике мәҙәниәтте сағыштырыу ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, Америкала халыҡ план буйынса йәшәй. Ниндәй ҙә булһа байрамға улар бер нисә ай алдан уҡ әҙерләнеп ҡуя. Ҡунаҡтарҙың исемлеген төҙөйҙәр, күлдәк һайлайҙар, ниндәй аш-һыу буласағы һәм уларға ниндәй аҙыҡтар кәрәклеге лә алдан билдәнеп, һатып алына. Ә бында иртәгә нимә буласағын да белмәй кеше. Беҙ ҙә хәҙер шулай йәшәргә өйрәнеп барабыҙ. Былай хатта уңайлыраҡ та, берәй көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, аптырап тормайбыҙ.


Бәләкәстәргә өлкән кешегә ҡарған кеүек ҡарайҙар бында, уларҙан ниндәйҙер һөҙөмтә көтәләр. Әйтәйек, балалар баҡсаһындағы байрамдар һоҡландыра мине. Үҙҙәре бәләкәй генә, ә йырлап-бейеп, шиғырҙар һөйләп, әкиәттәр сәхнәләштереп йөрөйҙәр. Ә беҙҙә мәктәпкәсә йәштәгеләргә, ул әле сабый ғына, тип ҡарайҙар. Белһәләр икән кескәй баланың да нимәгә һәләтле икәнен!


Бер саҡ Самуил менән йәйәү ҡайтып киләбеҙ. Шамонинға тиклем байтаҡ атларға. Шул ваҡыт бер машина килеп туҡтаны. Үҙҙәре күмәк, бер балаларының аяғы гипста, юҡ, шундай мәлдә лә йәйәү барған бер малайҙы йәлләгән улар. Баш тартһаҡ та, ай-вайыбыҙға ҡуймай ултыртып алдылар. Шунда үҙен генә ҡайғырҡан милләттәштәрем өсөн уңайһыҙ булып китте. Үҙем дә, артта аяғы ауыртҡан балам ултырһа, юлда барған таныш түгел кешене йәлләп туҡтар инемме икән?..


- Эйе, - тип һүҙгә ҡушылды Джереми. – Бөтөнләй сит ерҙә, өҫтәүенә телде насар белһәң, ҡыҙыҡ хәлдәргә лә йыш тарыйһың… Эйми рус телен алдараҡ өйрәнде. Ә мин бында килгәс кенә тотондом. Бер ваҡыт урам буйлап китеп барғанда миңә бер ир ниҙер әйтте. Аңламаным. Ҡабатланы. Йәнә төшөнә алманым. Ахырҙа, килде лә күлдәгемдең осон салбарым эсенә тығып китте. Иҫем киткәйне шунда! Америка кешеһе, күрһә лә, был хаҡта өндәшмәҫ ине. Беҙҙә кешегә “юҡ” тип әйтеү уңайһыҙ. Әйтәйек, дуҫыңдың прическаһы үҙенә килешмәгән хәлдә лә “О, ҡайһылай матур!” тип әйтергә тейешбеҙ. Был тәңгәлдә рәсәйҙәрҙең тура һүҙлелеге оҡшай беҙгә.


Автобусҡа килеп инһәм, барыһы ла миңә әйләнеп ҡарай торғайны. Был мине гел уңайһыҙ хәлгә ҡуя ине. “Ниңә улай итәләр?” – тип аптырап бөтәм. Аҙаҡ аңлап ҡалдым: улар мине генә түгел, һәр ингән кешене шулай ҡаршылай икән.


Бер ваҡыт кисен, йоҡларға ваҡыт еткәс, бер студентым шылтыратты. “Хәлдәр яҡшы. Ял итәм” тигән яуап ишеткәс: “Мин бында, яҡында ғына йөрөйөм, хәҙер инеп сығам”, - тип шаҡ ҡатырҙы. Беҙҙә сәғәт киске туғыҙҙан һуң кемгәлер барыу түгел, шылтыратыуҙы ла әҙәпһеҙлеккә һанайҙар. Һәм был дөрөҫтөр тигән фекерҙәмен.


- Тәүге ваҡытта килеп ингән кешегә сәй тәҡдим итергә ҡурҡыңҡырай торғайным, - тип һүҙҙе үҙенә ала Эйми. - Сөнки уның ни теләгәнен белеп булмай. Беҙҙә эйе йә юҡ тип тураһын әйтәләр, ә бында бик ныҡ эскеһе килһә лә: “Юҡ, рәхмәт, эсмәйем”, - тип баш тартасаҡ. Хәҙер, быны аңлап алғас, юҡ тип торһа ла, сәй ҡуйып ебәрәм.


Америкала кеше ниңәлер һыуыҡ һутҡа, һөткә, һыуға ла боҙ һалып эсә, бында йылыны хуп күрәләр. Транспортта “ел һуға” тип бик эҫе булғанда ла тәҙрәләрҙе астырып бармайҙар, ә Америкала бөтөн ерҙә кондиционерҙар өрөп тора, шуға күрә, кешеләр һыуыҡ елгә күнегеп бөткән…




Ысынлап та, һәр илдең үҙ йәшәйеше, үҙ йолалары. Бер-беребеҙҙән өйрәнеп, фәһем алып йәшәрлек нәмәләр бик күп. Уларҙың тик яҡшыларын ғына ҡабул итһәк ине үҙебеҙгә.


Беҙгә диңгеҙ аръяғында әкиәти донъя бар төҫлө. Барғыбыҙ, күргебеҙ, шунда йәшәгебеҙ килә. Ә унан ҡыҙыҡ эҙләп беҙгә киләләр. Улар өсөн Рәсәй - мәңгелек йомаҡ. Ул, моғайын, ғүмер буйы шулай булып ҡалалыр ҙа.


Саваждарҙың урамында “Приора” автомобиле тора. Был да күптәрҙе аптыратыр. Кейемдәре лә рәсәйҙәрҙекенән һис айырылмай. Барыһы менән дә ихлас һөйләшәләр, иғтибарлы, ихтирамлылар. “Иң мөһиме – кеше булыу, күңел сафлығы” – бына уларҙың йәшәү девизы.


Читайте нас: