Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
12 Ғинуар 2015, 11:43

Башҡорт тарихының асылып етмәгән биттәре күп әле

Бөгөн кешелек тарихының өйрәнеү буйынса популяцион генетика фәне йылдам үҫешә. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар төрлө халыҡтарҙың Y-ДНК-һын (атанан улға күсә торған ген) өйрәнеп, бер-береһенә оҡшаш гендарҙы төркөмдәргә бүлеп, көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килгәндәр.

Ҡурай моңо шотланд офицерын хайран иткән
1839 йылдың сентябрендә Бородино һуғышы иҫтәлегенә бағышланған тәүге байрам тантаналары ойошторола. Ырымбур генерал-губернаторы тырышлығы менән был саранан башҡорттар ҙа ситтә ҡалмай. Губернатор Бородино яланына ҡурайсылар менән башҡорт тирмәһен ебәрә. Әммә үҙе был тантанала ҡатнашырға баҙнат итмәй, сөнки ул 1812 йылғы һуғыш ваҡытында әсирлеккә эләгеп, һуғыш бөткәнсе француздар ҡулында була. Ләкин ул ебәргән башҡорт тирмәһен байрамда ҡатнашҡан һәр кем тиерлек инеп ҡарай, ҡурай моңон тыңлап сыға.

Бородино байрамында ҡунаҡ булып йөрөгән шотланд офицерын башҡорттарҙың ҡурай моңо хайран итә. Был хаҡта голланд полковнигы Ф. Галер үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: “4-го сентября... после обеда я гулял с сухтеленом, который в чине гвардейского поручика был ранен в Бородинской битве. Затем мы вместе смотрели башкирскую палатку, или кибитку, присланную сюда генералом Перовским, оренбургским генерал-губернатором; но самому Перовскому нельзя было приехать.

6-го сентября... вечером soiree (кисә. – А. Я.) в кибитке оренбургского губернатора. В кибитке, освещенной разно- цветными (национальными) фонарями, башкиры играли и пели. Инструментом им служат странные камышовые дудки; музыка их в неизменно минорном тоне, даже веселые песни носят тот же отпечаток грусти. Офицер из шотландцев, присутствовавший при этом, нашел, что эти мелодии поразительно похожи на его родные. Один из башкир без всяких инструментов, одним только ртом, произвел своеобразные, перекатывавшиеся и дрожавшие звуки, точно во рту у него находился варган; этого, однако, не было”.


Шотландтар менән ирландтар башҡорттарҙың туғанымы?

Бөгөн кешелек тарихының өйрәнеү буйынса популяцион генетика фәне йылдам үҫешә. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар төрлө халыҡтарҙың Y-ДНК-һын (атанан улға күсә торған ген) өйрәнеп, бер-береһенә оҡшаш гендарҙы төркөмдәргә бүлеп, көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килгәндәр. Мәҫәлән, һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, башҡорттарҙың R1b гаплотөркөмөнә (башлыса ғәйнә, бөрйән һәм түңгәүер башҡорттары) ҡарауҙары асыҡланған. Шуныһы ҡыҙыҡлы, R1b генын йөрөтөүселәр, тикшереүҙәргә ҡарағанда, иң күп таралған урыны Көнбайыш Европала икән. Мәҫәлән, көньяҡ Англияла (70%), көнбайыш һәм төньяҡ Англияла, Уэльс, Шотландия һәм Ирландияла 90%-ҡа барып етә. Шулай уҡ баскыларҙа – 88,1%, испандарҙа – 70%, белгийҙарҙа – 63%, итальяндарҙа – 40%, немецтарҙа – 39%. Ә бына Көнсығыш Европа халыҡтары араһында R1b генын йөрөтөүселәр күп түгел: поляктарҙа — 11,6 –16,4 %, латыштарҙа — 15%, венгрҙарҙа — 13,3%, эстондарҙа — 9 %, литовецтарҙа — 5%, белорустарҙа — 4,2%, урыҫтарҙа — 2,8 – 21,3%, украиндарҙа — 2 –18,9%.

Балҡан ярымутрауында — гректарҙа — 13,5– 22,8 %, словендарҙа — 21%, албандарҙа — 17,6 %, болгарҙарҙа — 17%, хорваттарҙа — 15,7%, румындарҙа — 13 %, сербтарҙа — 10,6%, босниҙарҙа — 1,4% ҡына тәшкил итә.

Уның ҡарауы, Евразияның уртаһында борон-борондан йәшәгән башҡорттарҙа был һан 87% етә икән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса – 43%). Шуныһы ғәжәйеп, R1b гаплотөркөмөнә ҡараған генды йөрөтөүселәр Көнбайыш Европала ныҡ таралған да һәм Уралда башҡорттарҙа күп. Ғалимдар хатта башҡорттарҙы R1b гаплотөркөмөнөң Урал субклады тип атай. Ә бына башҡорттарҙың ут күршеләре татарҙарҙа R1b гаплотөркөмөнә ҡарағандар 8,7% ҡына тәшкил итә, ҡаҙаҡтарҙа — 5,6%, үзбәктәрҙә — 9,8%, уйғырҙарҙа — 8,2–19,4 %. Пакистанда – 6,8 %, Һиндостанда – 0,55%.

Заманында тарихсы Р. Кузеев ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының килеп сығышын (мәҫәлән, түңгәүер ырыуын) боронғо монголдар менән бәйләп яҙған ине. Генетик тикшеренеүҙәр был фекерҙең дөрөҫ булмауы тураһында әйтеп тора. Монголдар бөтөнләй икенсе гаплотөркөмгә ҡарай (C3 гаплотөркөмө). Тимәк, башҡорттарҙың Уралға Азиянан күсеп ултырыуы тураһында фекер ҙә дөрөҫ түгел булып сыға. Ә бына 1839 йылда шотланд офицерының ҡурай моңон тыңлап, шотланд көйөнә оҡшатып хайран ҡалыуы башҡорттар менән шотландтарҙың бик боронғо осорҙа ниндәйҙер бәйләнештәре булыуы тураһында һөйләмәйме һуң?


Башҡорт ауылдары бөтә Рәсәй буйлап таралған

Хәҙер Интернет заманында башҡорттар тарихы буйынса донъя селтәренән бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға мөмкин. Мәҫәлән, “Яндекс”та “башкиры” тип яҙһаң, был атама менән бәйле бихисап мәғлүмәт килеп сыға. Революцияға тиклем башҡорттарҙы “башкир- цы” тип атағандар. Ошо атаманы яҙыуым булды, Мордовия Республикаһының Тень- гушевский (быныһы ла төрки атамаһы, күрәһең) районында Башкирцы ауылы бар- лығын асыҡланым. Ауыл тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән: “Башкирцы – село, населенный пункт в России, Теньгушевский район, Мордовия, Приволжский федеральный округ, Россия. Русское село. Теньгушевский сельсовет Теньгушевского района. 77 домовладе- ний, 188 жителей (2008).

Деревня Башкирцы появилась в начале XVII века как поместье Мансыревых. Первые жители были завезены из сельца Княжево Вознесенского района. Княжево было родо- вым имением татарских князей Мансыревых, по которым был назван один из станов в Кадомском уезде – Мансыревский”. Бөгөнгө урыҫ ауылының “Башкирцы” исемен йөрөтөүе бер ҙә ғәжәп түгел. Был ауылды башҡорттар нигеҙләгән булыуы ла ихтимал. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, XIII быуатта монголдар менән киткән башҡорттарҙың (“Үҫәргәндәр” риүәйәтендә был хаҡта асыҡ бәйән ителә) һуңынан Ҡасим ханлығында төп- ләнеүе билдәле. Мәҫәлән, 1539 йылда Йәнекәй кенәзгә бирелгән грамотала:

«...татар из тарханов и башкиры и можеря- нов, которые живут в Темникове, судить и ведать их по старине, по тому же, как наперед сего судил и ведал отец Тениш», – тиелә. Был төбәктә башҡорттарҙың булыуы тураһында башҡа ер-һыу атамалары ла һөйләй. Мәҫәлән, XVII быуат сығанаҡтарында Шацк өйәҙендә Башҡорт тауы телгә алынһа, хәҙер Сыуашстандың Алатырь районында Сура йылға буйында Башҡорт күле барлығы билдәле (ул күл “Башкирское” тип атала).


Шуға күрә бөгөнгө Мордовиялағы Башкирцы ауылы башҡорт тарихының әле асылмаған биттәрен һаҡлай, тип уйлайым. Сер тигәндәй, башҡорт атамаһын йөрөткән ауылдар бер Мордовияла ғына түгел икән шул. Мәҫәлән, Башкирь исемен йөрөткән ауылдар бөгөнгө көндә Киров өлкәһенең Орловск районында һәм Кострома өлкәһенең Октябрьский районында бар икән. Бынан тыш, хәҙерге Орел өлкәһенең Шабликинский районында Башкирево ауылы урынлашҡан. Ул ауыл хатта революцияға тиклем сыҡҡан Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедияһына ингән. Унда: “Башкирово, село Орловской губернии, Карачев. у.; богатые рудн. пласты сферосидерита; мел; фосфориты”, – тип яҙылған.

Улай ғынамы ни? Интернет киңлектәрендә ҡаҙына торғас, XVIII быуаттың тәүге яртыһын- да Мәскәү янында ла башҡорт исемен йөрөткән “Башкирцево” ауылы булыуын асыҡланым. Был ауылға дәүләт эшмәкәре, сенатор А. Б. Куракин хужа булған: “...владел жребиями сельца Одинцово, деревнями Судаково, Башкирцево и Зиновкино...” – тип яҙылған.

Шулай уҡ Курск губернаһында Башкирев фамилияһын йөрөткән боронғо дворяндар нәҫеле йәшәгәнлеге хаҡында Интернет-мәғлүмәт табырға мөмкин. Унда: “Башкиревы, ста- ринный дворянский род, происходящий от Осипа Исаевича Б., верстанного поместьем в 1644 году. В XVIII веке потомки его были записаны в однодворцы, но в 1841 году они были восстановлены в своем первобытном состоянии. Род записан в VI часть родослов- ной книги Курской губернии”, – тиелә. Башкиревтарҙың – христиан динен ҡабул иткән башҡорт тархандары нәҫеленән булыуы бәхәсһеҙ, тип уйлайым. Рәсәй тарихында был ғәҙәти күренеш булған. Мәҫәлән, Нуғай урҙаһы бейе Йосоптоң улдары Ибраһим менән Ил урыҫ батшаһына хеҙмәткә алына, уның нәҫелдәренән күренекле кенәздәр Йосоповтар династияһы тарала.


Бына шулай, башҡорт тарихының аслып етмәгән биттәре күп әле. Уларҙы өйрәнеү көтөлмәгән асыштарға килтереүе лә мөмкин.

Читайте нас: