Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
7 Ғинуар 2016, 12:56

"Миңә бурыслы түгелдәр..."

... Үткәндәрең – ул бит һин үҙең, яҡшыһы-яманы, уңышы-уңышһыҙлығы менән. Улар һәр саҡ үҙең менән. Үткәндәргә – салауат, тим дә алға ҡарап барыуҙы хәйерле күрәм. Элеккенең тик яҡшыһын иҫкә алырға күнеккәнмен, йә иһә – фәһемлеһен. Нимә генә булмаһын, изгегә юрарға тырышам...


МӘҢГЕЛЕК ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП ТАБЫП БУЛАМЫ? БУЛҺА ЛА, ҺӘР КЕМ ӨСӨН УЛ ҮҘ МӘҒӘНӘҺЕ МЕНӘН АСЫЛАЛЫР. СӨНКИ ТӘБИҒӘТТӘ ҠАБАТЛАУҘАР ЮҠ. ҺӘР КЕМ ТОРМОШ ЮЛЫН ТИК ҮҘЕНСӘ ҮТӘ. УЙЛАП ҠАРАҺАҢ, ҮТӘ ЛӘ СЕТЕРЕКЛЕ ҺОРАУҒА ЮЛЫҒАҺЫҢ: НИ ӨСӨН НӘҠ ОШО КЕШЕ НӘҠ ОШО ОСОРҘА ЙӘШӘЙ ИКӘН? ТИМӘК, УЛ ОШО ЗАМАНҒА КӘРӘК, МӘҢГЕЛЕКТЕҢ ОШО ӨЛӨШӨ УҒА ЗАРУР. ҺӘМ КЕШЕ ЗАМАНЫНА ЛАЙЫҠЛЫ ЙӘШӘРГӘ БУРЫСЛЫ, АХЫРЫ… БЫЛАР ХАҠЫНДА, ҒҮМЕР МИҘГЕЛДӘРЕ ТУРАҺЫНДА ШАҒИРӘ, ЙӘМӘҒӘТ ЭШМӘКӘРЕ, БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ АТҠАҘАНҒАН МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРЕ, ҒӨМҮМӘН, ТОРМОШОН ХАЛҠЫНА, ИЛЕНӘ БАҒЫШЛАҒАН, ГЛОБАЛЬ СЕЛТӘР КИҢЛЕКТӘРЕН ГИҘЕҮҘӘ ЙӘШТӘРҘЕҢ ТАНАУЫНА СИРТКӘН ШӘХЕСЕБЕҘ – ГҮЗӘЛ РАМАҘАН ҠЫҘЫ СИТДИҠОВА МЕНӘН ҺӨЙЛӘШТЕК.



КИСӘ
– Үткәндәргә байҡау яһау кәрәкме? Әллә шәхес ҡарашын гел киләсәккә йүнәлтергә тейешме?

– Үткәндәрең – ул бит һин үҙең, яҡшыһы-яманы, уңышы-уңышһыҙлығы менән. Улар һәр саҡ үҙең менән. Үткәндәргә – салауат, тим дә алға ҡарап барыуҙы хәйерле күрәм. Элеккенең тик яҡшыһын иҫкә алырға күнеккәнмен, йә иһә – фәһемлеһен. Нимә генә булмаһын, изгегә юрарға тырышам.

Күп йылдар күрешмәгән әхирәтемә ваҡыт-ваҡыт яҙып барған тәьҫораттарымды уҡырға биргәйнем.

– Кешеләр менән мөнәсәбәттәрең ерле-юҡ. Булғаны – әйтерһең, тик шатлыҡ килтереп тороусылар ғына. Ҡайһы сағында берәйһенә төрттөрөп кенә әйттеңме әллә? Күңелле ваҡиғалар менән йәшәйһең икән, – тип минең үҙем өсөн көтөлмәгән һығымта яһап ҡуйҙы.

Уйландырҙы…

Ысынлап, яманлыҡ эшләүселәрҙе күңелдән юйырға тырышам, ахыры. Шуға яҙмаларыма ла индермәгәнмендер. Уҡығанда ниңә инде күптәнге яраларҙы ҡабаттан ҡуҙғатырға, асырға?..

Төрттөрөү иһә, ғөмүмән, минең холоҡ түгел. Ҡаты итеп күҙгә ҡарап әйтә алам. Унда ла – ныҡ йәнемә тейһәләр генә.

Әҫәрҙәремә, күпселек телефильмдарҙағы кеүек, “Барлыҡ тап килеүҙәр ҙә осраҡлы” тип алъяҙма бирергә кәрәк булыр, ахыры.

Нимәлер буйынса фекер белдерәм икән, был тәғәйен кеше тураһында түгел, күренеш тураһында...

Арттағы – үткән инде, булыры булған – туны туҙған. Юлдарыңдан имен генә үтер, ниәтләгән ереңә барып етер, атыңдан осоп ҡалмаҫ, донъя матурлыҡтарын күрер өсөн алға ҡарап барыу хәйерлерәк түгелме?

– Йәш сағығыҙҙа бөгөнгө яулаған үрҙәрегеҙ тураһында күҙалланығыҙмы? Ғөмүмән, барлыҡ ниәт-хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа аштымы?

– Хәтеремдә, IV класта уҡығанда рус теле дәресендә уҡытыусы таҡтаға сығарып, кем булырға теләгәнемде яҙырға ҡушты. Әле булһа еүеш сепрәк эҙе ҡалған таҡтала аҡбуры тоноғораҡ ҡына килеп сыҡҡан “Я буду дирОктором” тип яҙылған һөйләм күҙ алдымда! Уҡытыусы уны “дирЕктор” тип төҙәтеп ҡуйҙы. Атайым мәктәп директоры булып эшләй ине, минең өсөн был иң шәп һөнәр, иң юғары үр ине.

Әммә “карьерист” булғанмын бит.

Беҙҙе үҫкәндә, иң мөһиме – кеше булыу, тип тәрбиәләнеләр. Кем булһаң да, кеше бул! Дөрөҫ һүҙҙәр! Ә карьеризм ғәйепләнгән, өнәлмәгән сифат тип һаналды. Әйтерһең, етәксе булыу менән кеше булыу – үҙ-ара һыйышмай торған сифаттар!

“Синыф менән – ауылда” тигән оран ташланылар бер мәл. Мин редакцияла эшләй инем инде. “Йәшлек” гәзитендә быға ризаһыҙлыҡ белдергән мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, күренекле бер ағайҙың: “Ә ауылда кем һыйыр һауыр, ер һөрөр?” – тигән тәнҡите баҫылды. “Ниңә йәһүд кешеһе бер ҙә, кем һыйыр һауыр, тип ҡайғырмай?!” – тигән яуап яҙҙым. Уҡыһындар, юғары белем алһындар, унан үҙҙәре ҡайҙа йәшәүҙе хәл итер, тигәйнем.

Беҙҙе ана шулай ауыл кешеһе итеп ҡалдырырға торҙолар бит.

Үҙемә килгәндә, шулай уҡ, педучилищенан һуң ауылға ҡайтырмын, тип уйлағайным. Тормошҡа сығып, ҡалала ҡалдым.

Карьера эшләргә уйым да юҡ ине, тормош үҙ ағышына өйрөлтөп алды ла китте. Бер нәмәне лә алдан уйлап эшләмәнем, тип әйтһәң дә була. Үҙе шулай килеп сыҡты ул.

– Тормош ҡояш балҡышынан ғына тормай. Иң ҙур күңел тетрәнеүегеҙ?

– Ауыр мәлдәр күп булды инде.

Уларҙы иҫкә төшөрәһе килмәй.

– Иң бәхетле миҙгелдәрегеҙ?

– 1986 йылда редакцияла эшләгәндә йәйләүгә автоклуб менән сығып китеп, юл фажиғәһенә осраныҡ. Тере ҡалып, балаларымды үҙем аяҡҡа баҫтыра алыуым – бәхет. Айҙар буйы түшәктә ятҡанда үҙ аяғың менән йөрөй алыу ҙур бәхет итеп тойолдо. Бәхетте, ғөмүмән, ҙурға- бәләкәйгә бүлеп буламы икән?!

Ошо хаҡта уйланып күптән яҙған шиғырым:

Бәхетлеһеңме, тиҙәр ҙә...

Нимә ул бәхет?

Һанап бөткөһөҙ аҡсамы,

Данмы йә тәхет?

Бер ҡыйынлыҡ күрмәй генә

Көн күреү микән,

Йорттан йортҡа ҡунаҡ булып

Тик йөрөү микән?

Һөйгән менән өйләнешеү

Бәхетме? Әллә...

Мөхәббәт тә һүрелеүсән –

Бына бер ғиллә!

Бәхет микән әсәйлегең?..

Был да икеле:

Бала була белһен балаң,

Тиҙәр шикелле.

Атаң-әсәң, тыуған ерең –

Шул микән ырыҫ? –

Улар ҙа бит яҙмышыңа

Булғылай ҡырыҫ...

Бер ҡайғыһыҙ бармы икән?

Күпме һап-һауҙар?

Бәхетле буламы кеше

Килгәндә яуҙар?

Бәхетһеҙме ҡан ҡойоштан

Тере ҡайтҡандар,

Аслыҡ йылы бер ҡыйырсыҡ

Икмәк тапҡандар?

Бер иш кенә түгелдер ул

Бәхет баһаһы,

Йомаҡ: ҡайҙа юғалтаһы,

Ҡайҙа табаһы…

Яҙмыш та ул – тәбиғәттәй:

Бар йәйе, ҡышы.

Бәхетһеҙлек булмағаны –

Бәхеттер ошо.
– Һеҙҙең йәш сағығыҙҙағы һәм бөгөнгө замандарҙы сағыштырып буламы?

– Йәшлек – йәшлек инде ул, һәр заманда ла ғүмер яҙы. Әлбиттә, беҙҙең быуын менән бөгөнгөһөн сағыштырып булмайҙыр. Беҙ бит совет иле ҡиммәттәре менән үҫтек, ә бөгөнгөләрҙе ул заманға тәнҡит менән ҡарарға өйрәттеләр.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа беҙгә “Үктәбер эрбәлүтсәһе”нә (ололар әйтмешләй) арналған оҙон күңелһеҙ доклад тыңлата, шунан гәзитте бәрәңге менән йәбештереп эшләнгән тоҡсайҙарҙа сысҡан теше эҙҙәре күренеп торған перәник, бишинйә һәм кәнфит бирәләр ине. Инде шатланышып, донъялағы иң шәп илдә йәшәүебеҙгә инанып, Лилин быуайға рәхмәттәр әйтә- әйтә ҡайта торғайныҡ.

Беҙ бөгөн тормошобоҙға килеп ингән күп нәмәне хатта төштә лә күргәнебеҙ юҡ ине. Мәҫәлән, мин беренсе тапҡыр 16 йәшемдә генә коммутатор аша телефондан һөйләштем, телевизорҙы 15 йәштә генә тәүге тапҡыр ҡараным.

Беҙ үҫкәндә радио аша башҡортса тапшырыуҙар күҙ дарыуындай ғына ине – көнөнә 3 тапҡыр яртышар сәғәт концерт та ял көндәре спектакль, йәнә һуңғы хәбәрҙәр, балалар өсөн ҡыҫҡа ғына тапшырыу.

Белеүемсә, йырсылар тура эфирҙа ла сығыш яһағылай торғайны.

Шулай әҙ булғас, концертты тыңлай алмай ҡалыуҙы бигерәк ауыр кисерә инем. Ул ҡыҫҡа ғына концерттарҙа әле, классика тигән булып, эс бошорғос көйҙәр ҙә һала торғайнылар.

“Юлдаш” радиоһы был йәһәттән эфирҙа ҡырҡа боролош тип әйтерлек күренеш булды – дауыл ише килеп инде лә рухи тормошобоҙҙоң алмаштырғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Уның әһәмиәте иҫ киткес ҙур, тип уйлайым. Музы- каль яңылыҡтар менән бер рәттән, тиҫтәләрсә йылдар халыҡ хәте- ренән юйылмаған мәҙәниәтебеҙ гәүһәрҙәре лә яңғырап тора. Йәш композиторҙар, йырсылар һынау тота, улар көс һынаша ла, ижадҡа илһам да ала. Хәҙер яңы йырҙар ҡоймаҡ ҡойған тиҙлек менән донъя күрә башланы шикелле. Бының тиҫкәре яғы ғына түгел, ыңғай яғы ла бар – күңелгә ятышлы әҫәрҙәр мәҙәниәтебеҙ хазинаханаһына инә бара, ә “тоҙһоҙҙары” үҙенән-үҙе төшөп тә ҡала.

Радио тыңлаусылар менән тура эфирҙа аралашыу төшкә лә инмәгән хәл ине бит.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: радио эш башлағанда тура эфирға сығып, таҙа ғына итеп башҡортса, татарса һөйләүселәр һирәк осраһа, хәҙер бит тамашасылар ҙа телмәр йәһәтенән үҫеште!

Милли тел, матбуғат мәсьәләләре менән шөғөлләнгән комитетта эшләгәс, үҙ эшебеҙҙең емеше лә тип баһалайым быны.

Институтта “Информатика нигеҙҙәре” тигән дәрес була торғайны. Китаптан уҡып ҡына компьютер өйрәнеп буламы ни?! Беҙгә ул ғүмерҙә лә килеп етмәҫ кеүек тойола торғайны. Ә бит килеп етте! Киноға клубҡа йөрөгән була торғайныҡ – ул ҙур тамаша, ҙур байрам! Ошо йәһәттән ҡара ған да, беҙҙең быуын бик артта ҡалып йәшәгән кеүек. Тик беҙ рухи яҡтан бай тормош менән йәшәнек, бөгөнгө быуынға тормош маяҡтары табыу ауырыраҡ, буғай.

Беҙҙе эш менән тәрбиәләнеләр, иң ҙур ҡиммәт – хеҙмәт, тип өйрәттеләр. Артығын да ебәргәндәрҙер, бәлки. Итәкле комиссар итеп тәрбиәләнеләр инде. Шундай шиғырым бар:

Совет ҡатыны мин

Был ҡулдарым күпте хәтерләйҙәр:

Иҫ белгәндән – бала бишеген,

Апаймын бит – бәүетергә тейеш,

Уянманы һис тә бер шигем.

Үҙем ҙурлыҡ һеперткене тотоп

Сүп йыйыуым, туҫтаҡ йыуыуым,

Үлән араһынан саҡ күренеп,

Түтәлдәрҙе утап ҡуйыуым.

Биҙрәләрем ергә тейә-тейә,

Иңдәремә һалған көйәнтә,

Утын ярмай, бесән сапмай ҡыҙҙар,

Атта сапмай, тиеп кем әйтә?!

Был ҡулдарым күпте хәтерләйҙәр:

Өй һылаған ҡыҙыл балсыҡты,

Аҙбар көрәп, хатта таҡта йышып,

Баҡса ҡаҙып күпме талсыҡты!

Юрған һырып, ҡулъяулыҡтар сигеп,

Ойоҡбаштар бәйләп һәр кемгә,

Үҙем теккән ситса күлдәктәрем...

Эш етерлек ине һәр көнгә!

Был ҡулдарым хатта мылтыҡ тотто –

Ил һаҡларға илем өйрәтте.

Күпме китап асты, дәрес яҙҙы,

Ҡар өҫтөндә усаҡ дөрләтте.

Юҡтан бар итергә өйрәнде лә

Бойҙай итә белде арышты,

Майғул тиеп әйтмәһендәр өсөн

Ҡулым менән ҡулым ярышты.

Йүргәк йыуҙы, бала

һөйҙө ҡулым, Закон яҙҙы, яҙҙы китаптар.

Гел ашыҡтым, гел-гел ҡабаландым,

Тик үҙемә булды ваҡыт тар.

Барыһын да өйрәттеләр миңә, хатта

Һабан аты булырға.

Әммә бер кем бер саҡ өйрәтмәне

Нисек иргә ҡатын булырға.
“Я и баба, и мужик” тигән таҡмаҡ юҡтан килеп сыҡмаған инде ул. Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа аңлы рәүештә үҙебеҙҙе шул кәртәгә ҡыуып индереп тоттоҡ бит. Илде нығытабыҙ, коммунизмда йәшәйбеҙ тип, бар ынтылыштарҙы шул маҡсатҡа йүнәлткән илдә йәшәгәс ни...

БӨГӨН
– Интернетта йәштәрҙән дә иркенерәк “йөҙәһегеҙ”. Йәштәргә глобаль селтәрҙә ваҡытты бушҡа ауҙармаҫҡа һеҙҙең вәғәз- кәңәштәрегеҙ.

– Ғүмер бик ҡыҫҡа ул, күпте эшләп өлгөрәйем тиһәң, Интернетта ваҡытты кәрәкмәгән сәхифәләргә, юҡ-бар бәхәстәргә әрәм итмәҫкә кәрәк. Хатта үҙ-ара яҙышҡанды ла бер ергә туплап барыу зыян булмаҫ (шуныһы: мәғәнәһеҙ, тупһыҙ хәбәрҙәрҙе йыйыу оятһыҙлыҡтан башҡа бер ни ҙә бирмәй). Көндәлек рәүешле бер нәмә килеп сығыр, бәлки, шулай ижадҡа ла инеп китерһегеҙ.

Үҙем ваҡытым булғанда башҡорт Википедияһына инеп, мәҡәләләр ҡуям, тулыландырам, төҙәтәм. Ул мәғлүмәттәр менән күптәр файҙалана. Хәйер, һәр кем шулай итә ала.

“Бәйләнештә” селтәрендә бер нисә башҡорт төркөмөн астым, унда алыҫ ауылдарҙан, хатта сит илдәрҙән дә инеп, милләттәштәр яҙмалар ҡалдыра, кәңәштәр һорай – бер-беребеҙгә аралашыр, кәңәш, яуап алыр мөмкинлек-майҙан бар. Үҙ-ара тиҙ ярҙам һымаҡ та күреп китәм был төркөмдәрҙе. Ауыл уҡытыусылары шул тиклем тәрбиәле, фәһемле яҙмалар һалып ҡуя, йәғни халҡыбыҙҙың “улға – утыҙ ерҙән, ҡыҙға ҡырҡ ерҙән тыйыу” йолаһы виртуаль киңлектә эшләй хәҙер. Үҙ-ара рух байытыу, тәрбиә бара.

Глобаль селтәрҙе башҡортсалаштырыу йәһәтенән ирекмәндәр төркөмдәре барлыҡҡа килде, мәҫәлән, үҙем “Бәйләнештә” селтәренең интерфейсын баш- ҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡат- наштым. Барыһы күңел ҡушыуы буйынса эшләнә, бының өсөн бер кем дә хеҙмәт хаҡы алмай.

Хәйер, түләүе – ғүмерең зая үтмәүгә ҡәнәғәтлек кисереү. Ә бит был бик ҡиммәт тойғо!

Бына шундай проекттарҙа ҡатнашығыҙ һеҙ ҙә, йәштәр!

– Донъя мәшәҡәттәре бөтмәҫ. Баҫылмайса, нисек барыһына өлгөрөргә?

– Барыһына ла өлгөрөп булмай ул, кеше арый, туҙа. Бары тик алдыңа ниндәйҙер маҡсат ҡуяһың икән, көстө шуға күберәк һалаһың. Миңә йорт эштәрендә хәҙер ҡыҙым менән ейәнсәрҙәрем булыша, улар ижад өсөн мөмкинлек тыуҙыра. Ә бына үҙем баҡсала эшләргә яратам, йәй көнө яҙышыуҙы артҡараҡ ҡуйып торам.

Бер яҙғыһын ер ҡаҙып йөрөйбөҙ. Улым бәләкәй ине әле. Атаһына:

– Әйҙә трактор алайыҡ, – тине.

Уныһы мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайҙы ла:

– Беҙгә бер трактор етә ул, – тип минең яҡҡа ымлап, көлөп ебәрҙе. – Ишшеү ҡысҡыртҡысы шәп.

Улым балалығы менән аңламай ҙа ҡалды.

Өйөндә сөй ҙә ҡаға белмәгән ирҙәр була – минең хәләлем ирҙәр эшләргә тейешле бар нәмәне лә үҙе хәстәрләй, ул барыбыҙға ла ныҡлы таяныс, ул – беҙҙең ныҡлы арҡабыҙ.

Ейәнебеҙгә 5 йәшенән балта-бысҡы, ҡасау-сүкеш тоттороп ҡуйҙы ла икәүһе мәж киләләр. Туғыҙ йәше менән бара ине, йәйгеһен бер заман олатаһы эштә саҡта баҡсала әллә нәмәләр туҡылдатты ғына. Сыҡһам, балаҡай йоҡа таҡтанан тартмалар эшләп, төбөн һауа үтһен өсөн бырау менән тишеп тә ҡуйған. “Өләсәй, бына һиңә алманы һаҡларға һалырға”, – тип торған була.

Ғаиләлә балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтереү уларҙың үҙе өсөн дә, ололар өсөн дә бик мөһим. Балаларын елкәһенә ултыртып, алдарынан алып эшләй ҙә аҙаҡ бер нигә лә өлгөрә алмаған атай-әсәйҙәр бар. Бар нәмә тәрбиәнән килә, шуны белһен йәштәр.

– Йәш саҡта һәм бөгөн ижадҡа ҡарашығыҙ бер үк төрлөмө (күңел выжданы, яҙмыш ҡушыуы, ләззәтлек йә, киреһенсә, ғазапмы)?

– Бәләкәйҙән яҙышһам да, утыҙҙы уҙғас, ике балалы булғас ҡына баҫыла башланым. Өфөлә уҡымағас, Белоретта йәшәгәс, етмәһә, филфак бөтмәгәс, миңә ижадҡа башкөллө инеп китеү ауыр булды. Атайым мәктәптә телдәр уҡытты, беҙ әҙәбиәтте белеп үҫтек, әйтергә кәрәк, башҡорт әҙәбиәтен генә түгел, төрки халыҡтарҙыҡын да, рус әҙәбиәтен дә, сит ил классикаһын да күп уҡый инек, өйҙә фекер алыша торғайныҡ. Атайым иҫ киткес матур итеп шиғырҙарҙы яттан һөйләр ине. Һаҙый Таҡташты үлеп ярата торғайны. Ғаилә гәзите сығарған була инем, һүрәттәрен дә үҙем төшөрәм, төртмә таҡмаҡтарын да үҙем яҙам.

Педучилищела яратҡан дәресем әҙәбиәт ине. Силәбелә иһә рус, донъя әҙәбиәте мөхитенә сумдым. Әҙәбиәткә ҡарашыма унда уҡыу ныҡ тәьҫир итте.

Дөрөҫөн әйткәндә, Өфө өсөн мин ят бауыр булып ҡалам шикелле ул һаман. “Гүзәл Рамаҙановна, китапханала һеҙҙең шиғырҙарға тап булдым да үҙем өсөн асыш яһаным, шағирә икәнегеҙгә инандым – мин бит һеҙҙе тик депутат итеп күреп йөрөгәнмен”, – тигәнде лә ишетергә тура килде.

Эйе, депутатлығым алдан йөрөнө булһа кәрәк. Ә был булмышҡа йоғонто яһамай ҡалмай. Минең өсөн дөйөм мөхит, ил, милләт яҙмышы алдараҡ йөрөй, ахыры, ә эске халәтем, кисерештәрем шулар күләгәһендә ҡалалыр, бәлки.

ИРТӘГӘ
– Иртәгәләрҙән ниҙәр көтәһегеҙ, өмөт итәһегеҙ?

– Өмөтһөҙ – шайтан, ти халыҡ. Ни булһа ла, яҡшыға юрайыҡ.

Бер кеше бик һаҡсыл булған, ти. Аҡсаһын гел “ҡара көнгә” тип һалып барған. Гел шулай үҙенән йәлләп, хөрт кейенеп, насар ашап йәшәгән. Шулай олоғайып та киткән. Ҡартайҙым инде, аҡсаны бер аҙ тотонайым тип, үҙе ғүмер буйы теләп тә, ашамай йөрөгән ҡиммәтле ризыҡтар алған – насар туҡланып боҙолған ашҡаҙаны ҡабул итмәгән. Баҙарға барып кейем алайым тиһә, иңкәйгән кәүҙәһенә бер кейем дә килешмәй икән.

Шунан әйткән, ти, бабай:

– Ашау – барғанда, кейем – килешкәндә икән.

Аңлаған да, тик һуң булған инде. Тиҙҙән “ҡара көнгә” тип ғүмер буйы йыйған аҡсаларын ҡалдырып, мәңгелек донъяға күсеп тә киткән, ти. Ә был аҡсаһы теге донъяға яраймы ни – эт-ҡошҡа киткән.

Иртәгәне уйла, әммә бөгөн йәшәргә онотма.

Башҡортса сайттарҙы, төркөмдәрҙе ҡарап барам. Тормошобоҙҙа булған етешһеҙлектәр өсөн кемделер: йә интеллигенцияны, йә етәкселәрҙе, йә исемдәре билдәле кешеләрҙе ғәйепләп, һүгеп яҙыуҙар ярайһы йыш осрай. Имеш, милләт шул хәлгә ҡалыуға кемдер ғәйепле, ә бына ул – шәп, бер ғәйебе лә юҡ, ә уға КРАСИВО яһап бирмәгәндәр!!! Уны алға әйҙәмәйҙәр, уны яҡлап көрәшмәйҙәр!!!

Кемделер ғәйепләр, талап итер алдынан әйт әле, тәнҡитләүсе, зарланыусы милләттәш, ә һин үҙең ни ҡырҙың, ни ҡылдың да ни башҡарҙың?! Һиндә лә ике аяҡ, ике ҡул, бер баш түгелме һуң? Аяҡ тигәндән, ана, ике аяҡһыҙ Ирек Зарипов атлы ир-азаматыбыҙ милләткә дан килтергәнен иҫкә төшөрәйек.

Эйе, баланы ата-әсәһе яҡларға, ҡурсырға, әйҙәргә, тәрбиәләргә тейеш. Әммә бит күптән йүргәктән сыҡҡан кеше иң тәүҙә ҮҘЕН ҮҘЕ яҡларға, ҡурсырға, улай ғына ла түгел, ғаиләһе, яҡындары, милләте хаҡына хеҙмәт итергә бурыслы!

Ҡыл да ҡыбырлата алмай түшәктә ятҡан бер ханымды күрһәткәйнеләр яңыраҡ – күҙ хәрәкәте менән генә компьютерҙа һүрәттәр төшөрөп ята! Ул һүрәттәрен һатып алалар!

Һәр кем үҙе өсөн, милләт өсөн нимәлер эшләргә бурыслы! Илап, имсәк һорап ултырыр йәштән үткәнһең икән, тырыш, эшлә быны, эсәгең өҙөлһә – эсеңдән ялғап эшлә!

Һиңә бурыслы түгелдәр, һин үҙең бурыслыһың ғүмер, Урал һынлы Урал мираҫ итеп ҡалдырған ҡанбабаң рухына, халҡыңа!

– Фәһемле лә төплө яуаптарығыҙ өсөн оло рәхмәт, Гүзәл Рамаҙановна! Хаҡ Тәғәлә һеҙгә оҙон ғүмер бирһен! Халыҡ мәнфәғәтенә эшләргә лә эшләргә яҙһын һеҙгә!




Читайте нас: