Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
14 Декабрь 2017, 12:49

11 бала - 11 донъя!

Ҡыштың тәүге көндәре булыуға ҡарамаҫтан, тыш та һыуыҡ ҡына. Бына кәрәкле автобус һуңлап ҡына килеп туҡтау менән барыһы ла урын алып ҡалыу өсөн алға ынтылды (сөнки билеттар урынһыҙ)...



КҮҢЕЛЛЕ СӘФӘР
... Шәмбе. Баймаҡ автовокзалы.

– Балалар ялға ҡайтҡан саҡта беҙ юлда йөрөмәһәк тә була бит инде, әллә нишләп йөрөйбөҙ ул?!. – тип өндәште бер инәй.

– Әллә нишләп йөрөйһөгөҙ шул! Беҙ студент саҡта: “Был әбей-һәбей нишләп йөрөй икән!” – тип һуҡрана торғайныҡ, хәҙер үҙебеҙ ҙә әбей булып барабыҙ инде, – тип көлдө бер ҡатын.

Ҡыштың тәүге көндәре булыуға ҡарамаҫтан, тыш та һыуыҡ ҡына. Бына кәрәкле автобус һуңлап ҡына килеп туҡтау менән барыһы ла урын алып ҡалыу өсөн алға ынтылды (сөнки билеттар урынһыҙ). Ябылмаҫҡа тырышҡан ишекте лә туҡмап ябып ҡуҙғалып киткәс, һәммәһенең дә күңелдәре күтәрелде – йәштәр ҡолаҡтарына ҡолаҡсындарын тыҡты, оло йәштәгеләр донъя хәленә күсте. Ә минең уйҙарым берсә студент мәлендәге поездан автобусҡа күсеп ултырып тыуған яҡҡа ҡайтҡан күңелле саҡтарға, берсә ниәтләнеп юлға сыҡҡан маҡсатым тирәһендә өйөрөлдө. Тыуған ауылыма түгел, ә дан ғаиләләрҙең береһен яҙырға тип Икенсе Этҡол ауылына юлланыуым. Инерҙән алда сығырыңды уйла, тиһәләр ҙә, ҡайтыу яғына автобус булмаһа ла, көндөң буранларға тороуына ла ҡарамаҫтан, “йән биргәнгә – йүн биргән” тип китеп барыуым...

Кинәт автобустың туҡтауына барыһының да зиһене ишектә күренгән тумалаҡ ҡатынға йүнәлде.

– Һеҙ Байымғамы? Ә миңә Беренсе Этҡолға кәрәк! – тине лә ул кире боролоп төшөп тә китте. Бер секунд тынлыҡтан һуң дәррәү көлөүҙән автобус осоп китерҙәй булды.

– Автобустың тышына “Байым” тип ҙур хәреф менән яҙылған да инде! Күрмәй микән? – тип водителебеҙ йүгереп төшөп ишекте саҡ-саҡ япҡандан һуң, юлыбыҙ ары дауам итте. “Тумалаҡ”тың йөҙө айҙай балҡып йылмайып тороп ҡалды.

– Онотоп булмай!.. – тигән уфтаныулы йөрәк ауазына тәрән уйға батҡан еремдән һиҫкәнеп киттем. Ике ҡыҙ егеттәре менән ташлашыуҙары, дөрөҫөрәге, үҙҙәре ташлауҙары хаҡында һөйләшә икән. “Их, ҡыҙҙар! Тәүге һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!” – тип әйтерҙәй булып йөрәгем һыҙлап киткәйне генә, “Икенсе Этҡол” тигән яҙыу артынса күңелле генә булып бер-бер артлы төтөндәре үргә күтәрелгән, ҡолас етмәҫлек булып йәйрәп ятҡан ауыл күренде...

КӨМӨШ ТУЙҒА – КӨМӨШ БАЛДАҠ
Бөгөнгө көндә лә 11 бала тәрбиәләгән ғаиләләр бар икән, рәхмәт яуғыры!.. Икенсе Этҡол ауылынан Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтарға ҡарап нисек һоҡланмаҫһың да, нисек тел шартлатмаҫһың!

– Мин сығышым менән Ишей ауылынан булһам да, атай-әсәйем миңә өс йәш булғанда Икенсе Этҡолға күсеп килгән, – тип һөйләй Зөлфиә. – Вәкил менән беҙ бер класта уҡыныҡ. Беҙҙең өйләнешеүебеҙ ҙә ҡыҙыҡ килеп сыҡты: 1992 йылдың 27 ноябрендә никах уҡыттыҡ, ә 28 ноябрендә һөйөклөм әрме хеҙмәтенә юлланды. Мин ҡайны-ҡәйнә йортонда уны көтөп ҡалдым. Ул ике йылдан хеҙмәт итеп ҡайтып төшөүенә 1 йәшлек Илсиә исемле өлкән ҡыҙым менән ҡаршы алдыҡ.

...Шулай итеп һөйөклөһөн әрменән көтөп алып, ғаилә матур итеп йәшәп алып китә. Ғаиләлә береһенән-береһе матур Илгиз, Вилиә, Гөлфиә, Таңгөл, Заһиҙә, Зөмәрә, Нәфисә, Заур, Нәргизә, Камил исемле бәпестәр донъяға килә. Ҙур ғаиләне ҡарау өсөн ғаилә башлығы тәүҙә “Урал” колхозында, унан урман хужалығында, 2 йыл Себерҙә, хәҙер инде 2014 йылдан алып “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы”нда иретеп йәбештереүсе-токарь булып эшләй. Тынғыһыҙ ғаилә йылҡы, һыйыр, һарыҡ көтә, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә.

2007 йылда өлгөр йорт хужабикәһе Зөлфиә “Әсәлек даны” миҙалы ала. 2016 йылда ғаиләгә “Газель” машинаһының аҡсаһы бирелә.

– Иртәнсәк етенсе яртынан тороп ут яғам да балаларҙы уята башлайым, – ти Зөлфиә. – Беребеҙ кейенә, беребеҙ сәй эсә, беребеҙ сәс үрә. Өйҙән 8 кеше йәйәүләп сығып китәбеҙ: дүртәүһе – мәктәпкә, дүртәүһе – балалар баҡсаһына. Мәктәп, баҡса алыҫ ҡына, балалар яй атлай. Уларҙы урынлаштырып ҡайтам да мал ҡарарға сығам. Төшкө аш йүнәтеүгә мәктәптәгеләр ҡайтып тамаҡтарына ашай ҙа түңәрәктәргә йүгерә, сәғәт һигеҙһеҙ ҡайтып инмәй. 5-тәрҙә балалар баҡсаһына барырға ваҡыт етә. Шулай итеп, таң ата ла кис була. Вәкил, ҡышҡы һыуыҡтар төшкәс, Вилиә ҡыҙым менән Баймаҡта фатирҙа ятып эшләйҙәр, уҡыйҙар. Вилиә визажист, парикмахерға белем ала.

Өлкән ҡыҙыбыҙ Илсиә менән улыбыҙ Илгиз Себерҙә. Ҡалған бәләкәстәр үҙебеҙ менән йәшәй. Өйҙөң тарлығы ла балалар өсөн уңайһыҙыраҡ. Шуға күрә йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торабыҙ, Баймаҡтан ҙурыраҡ йорт алыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Балаларҙың һәр береһенең үҙ бүлмәһе булһын, дәрестәрҙән һуң теләгән түңәрәктәрендә шөғөлләнә алһындар, тип тырышабыҙ. Балаларыбыҙ һау, бәхетле булһындар! – ти әсә кеше.

– Һеҙ нисә бала табырға уйлағайнығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынып һорайым. Зөлфиә:

– Минең хыялым – 2 ҡыҙ һәм 2 малай табыу ине. Тәүгеләре ҡыҙ һәм малай булды. Улым ҡусты һорағас, малай табырға уйлағайным, 6 ҡыҙ табып ташланым. Шулай ҙа 9-сыһы малай булды тәки. Балаларыбыҙ тағы бәпес һорағастар, бер ҡыҙ һәм бер малай алып ҡайттыҡ. Тағы ла һорайҙар әле. Өлкән ҡыҙыбыҙҙың бәпесе Борхан тыуғайны, бәләкәстәрем: “Әйҙә уларҙың бәпесен үҙебеҙгә алайыҡ, улар үҙҙәренә яңынан алырҙар әле”, – тиҙәр. Үҙ-ара татыу булыуҙарына һөйөнәм, – тип йылмая ул. – Үҙәк Баймаҡ ҡала дауаханаһының бала табыу бүлегенә ысын күңелдән рәхмәтлемен – бәпес табырға барған һайын ихлас ҡаршы алып тора торғайнылар.

– Балаларығыҙҙың исемдәре матур! Тик Заур тигән исем генә ятыраҡ төҫлө? – тигән һорауыма Вәкил:

– Әрмелә саҡта Ингушетиянан Заур исемле шәп хеҙмәттәшем булды, уның исемен ҡуштыҡ.

Зөлфиә:

– Иң оҙағы Таңгөлдөң исемен уйланыҡ. Өс ай булып китте. Әсәйем: “Баланы улай оҙаҡ исемһеҙ йөрөтөргә ярамай!” – тиһә лә, исем бит ул иң мөһим әйбер, кешенең ғүмерлек яҙмышын хәл итә, тип Вәкил китапхананан Таңһылыу Күсимованың “Исемдәр донъяһында” китабын алып ҡайтты. Бер көндө таң менән килеп торҙо ла: “Ҡыҙыма исем таптым – Таңгөл!” – ти. Ысынлап та, таңда тыуғайны шул.

Эшкә тилбер Зөлфиә ханымдың иң яратҡан ғәҙәттәренең береһе – бешеренеү икән. “Ике көн аша мейес тултырып 5 икмәк һалам. Ҡамыр аштарын йыш бешерергә тырышам, балалар ҙа мәктәпкә киткәндә: “Әсәй, шуны бешер әле!” – тип әйтеп китәләр ҙә ҡайтыуҙарына әҙерләп ҡуям”, – ти ул. Мин барғанда төшкә тиклем генә әллә күпме ризыҡ бешереп өлгөргән Зөлфиәгә ҡарап һоҡланмаҫлыҡ түгел шул. Ҡыҙыҡһынып ул тиклем баланы нисек мунса төшөрөүе серҙәрен дә яҙып алдым әле.

Боҫҡоновтарҙы башланғыс класта уҡытҡан ауылдың ағинәйе, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә инәй Әлмөхәмәтова-Хәсәнованан уҡыусылары хаҡында һорашам. Ни тиһәң дә беренсе кластан алып бергә уҡыған кешеләрҙең ғаилә ҡороуы – һирәк күренеш.

Сәлимә инәй:

– Икеһе лә ипле ғаиләнән. Зөлфиә үҙе 12 балалы ғаиләлә үҫте, ата-әсәләре лә, туғандары ла килеп тороп эшлеклеләр. Балалар беренсегә килгәс ҡыҙҙар менән малайҙарҙы парлап ултыртырға кәрәк бит инде. Вәкил ҡыҙҙар янына ултырырға ояла, Зөлфиә барҙы ла үҙе уның янына ултырҙы. Өйрәнеп киттеләр, бергә матур уҡынылар. Ярыштар булһа, Зөлфиә Вәкил янында ярҙам итешеп йөрөнө, Вәкил дә уға иғтибар итә башланы. Зөлфиә егетен әрмегә оҙатып көтөп алды. Ата-әсәләре лә үҙ-ара татыу булды. Ауылдың йәмәғәт эштәрендә икеһе лә әүҙем ҡатнаша. Балалары ла итәғәтле, эшлекле. Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуылыр инде – баштан уҡ бер-береһенә тартылып торҙолар. Бәхетле булһындар инде! – тип тамамланы һүҙен ағинәй.

Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, тигәндәй, Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтарҙың да, балаларының да Маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары бер һандыҡлыҡ йыйылған. Афарин, дан ғаилә! Әйткәндәй, ноябрь аҙағында ғына улар бергә йәшәй башлауына 25 йыл тулыуын – көмөш туйҙарын билдәләгән. Бер-береһенә көмөш балдаҡ бүләк итешкәндәр. Бәхеттәренә күҙҙәр генә теймәһен! Тормош һынауҙарына бирешмәй, илебеҙҙең демографияһын күтәреүгә тос өлөш индергән, бәләкәстәрен эшһөйәр, илһөйәр итеп үҫтергән Боҫҡоновтар ғаиләһенә һаулыҡта, именлектә балаларының шатлыҡ-һөйөнөстәренә генә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!

БЫЛ ДОНЪЯЛА ӘЛДӘ ДУҪТАР БАР!
Икенсе Этҡолға йыйыныуым тураһында урындағы “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, әсе телле шағир Әкрәм ағай Ҡәйепҡолов һәм ауылдың абруйлы ир-уҙаманы Айбулат ағай Ғүмәровҡа алдан хәбәр итеп ҡуйғайным. Боҫҡоновтар менән һөйләшеп бөтөр-бөтмәҫтән: “Баймаҡҡа ҡайтмаҫҡа уйлайһыңмы әллә? Беҙ һине ҡайғыртып бөтә Этҡол буйлап машина эҙләйбеҙ!” – тип Әкрәм ағай елтерәтеп тау башында ултырған машинаға йүгертеп алып та китте. Рәхмәт инде, әлдә дуҫтар бар! Йөрәгемдең бер өлөшө татыу ғаилә янында тороп ҡалғандай тойолдо...

...Буран юлды һеперә генә. Сәфәремдең шул тиклем уң булыуына һөйөнөп, юл буйына эстән генә йырлай-йырлай ҡайтып барам. Машинаның фары, төн ҡараңғылығын һәм өйөрөлөп яуған аҡ ҡар пәрҙәһен тишеп тигәндәй юлыбыҙҙы көслө яҡтыртҡан кеүек мин танышҡан ғаилә лә, заман ауырлығы алдында һис баҙап ҡалмай, киләсәккә яҡты уйлы бәләкәстәр үҫтереүе – шул тиклем һоҡланғыс! Тормош юлдарында аҙашмай, тейешле ылауыңа ултырып, һөйөүҙең ҡәҙерен белеп йәшәгәндә, йорт эсе бала тауыштары менән тулып торғанда йәшәүҙең мәғәнәһе тағы ла нығыраҡ аңлашылғандай миңә лә.

Баймаҡ районы.


Читайте нас: