Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Март 2018, 14:22

Ниндәй ул бөгөнгө башҡорт ғаиләһе?

Атай кеше нисек тә булһа ғаиләһен ҡарарға тырыша. Кәрәк икән, Себер тарафтарына вахтаға сығып китә, таһылы етһә, үҙ эшен дә асып ебәрә. Ул бер ҡасан да аяҡ күтәреп диванда ятмай.

Ул башҡа милләт ғаиләләренән айырылып тора. Ауылда ғүмер итһенме ул, ҡалаламы – йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе хөрмәт итә. Интеллигент кешеләрме, әллә физик эш менән аҡса тапһындармы – ололарҙы ололай белә, тыйылғандарҙы һанға һуға. Башҡорт ғаиләһе тыйнаҡ, унда насар ғәҙәттәргә урын юҡ.


Атай кеше нисек тә булһа ғаиләһен ҡарарға тырыша. Кәрәк икән, Себер тарафтарына вахтаға сығып китә, таһылы етһә, үҙ эшен дә асып ебәрә. Ул бер ҡасан да аяҡ күтәреп диванда ятмай. Буш сағында балаларына ваҡыт бүлә, уларҙың мәктәптәге, түңәрәктәрҙәге хәле, уңыштары менән ҡыҙыҡһына.


Башҡорт әсәйе – иң беренсе сиратта ғаилә тотҡаһы. Ул үҙенең донъя көтөргә ынтылышы менән тормош иптәшенә лә илһам бирә, балаларының да күңел тыныслығына булышлыҡ итә. Төп иғтибары – ғаиләһендә. Көндәлек уйы – нисек тә балаларын тәмлерәк ризыҡтар менән һыйлау, өҫ-башын ҡарау, башҡалар араһында кәм-хур итмәй үҫтереү. Әллә ҡайҙан үҙен ҡарауға ла ваҡыт таба, дәүләт эшенә лә өлгөрә, төрлө яҡлап үҫешә лә. Уның әҙ генә эш хаҡын бәрәкәтле генә итеп тотона белеү сере лә бар.


Башҡорт ғаиләһе ер, баҡса эшен ярата, күп ризыҡты магазиндан һатып алмай. Байрамдарын ҡымыҙ менән үткәрә, өҫтәленән кәрәҙле бал, ҡорот өҙөлмәй, сәй ярата, итле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Ял көндәрен мунсаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Өйөнөң иң түрендә ҡурай эленеп тора, балалары бәләкәйҙән уны уйнап үҫә. Ҡумыҙ, баян кеүек музыка ҡоралдарында ла һыҙҙыралар. Ғөмүмән, башҡорт ғаиләһе йыр-моң ярата. Концерттар, театрҙарға йөрөй, башҡорт телендә радио тыңлай, телевизор ҡарай.


Башҡорт ғаиләһендә тик башҡортса ғына һөйләшәләр. Төрлө байрамдар өсөн түшелдерек, милли костюмдары, бүрек, түбәтәйҙәре бар.


Һанай китһәң, башҡорт ғаиләһенең үҙенсәлектәре бик күп. Ул сит йоғонтоға бик бирелеп бармай, һис юғы уның ыңғай яҡтарын ғына үҙләштерә, үҙенсә яраҡлаштырып ала. Хатта сит илдә йәшәгән башҡорт ғаиләһе лә милли үҙенсәлектәрен юғалтмай. Ул ҡайҙа ғына бармаһын, “был бит башҡорт ғаиләһе” тип әйтерлек.


Был яҙма ысынбарлыҡмы, хыялмы? Ниндәй хаталар күрәһегеҙ? Тағы ла ниҙәр өҫтәр инегеҙ?



Читайте нас: