Студенттар лекция башланғанын көтә. Бына уҡытыусы инә һәм өҫтәлгә ҙур быяла банка килтереп ултырта. Был барыһын да аптырашҡа һала.
— Бөгөн мин һеҙҙең ме нән тормош тураһында һөйләшергә теләйем. Был банка тураһында нимә әйтер инегеҙ?
— Ә-ә, ул буш, — ти кемдер.
— Тап шулай, — тип раҫлай уҡытыусы, ә һуңынан өҫтәл аҫтынан тоҡ, уның эсенән эре таштар сығарып, өҫтөнә сыҡҡансы банкаға һала.
— Банка тулды! – ти бер студент.
Уҡытыусы тағы бер тоҡ алып, банкаға борсаҡ бушата. Ул таш араларындағы бушлыҡты тултырып, банка өҫтөнә күтәрелә.
— Хәҙер банка тулы!!! – тип ҡабатларға тотона студенттар. Шул саҡ уҡытыусы сираттағы тоҡто алып, банкаға ҡом ҡоя башлай. Һауытта инде буш урын ҡалмай.
— Хәҙер банка тулды! – ти уҡытыусы. – Инде нимә булғанын аңлатайым: банка – ул беҙҙең тормош, таштар – йәшәйешебеҙҙәге иң мөһим ҡиммәттәр, йәғни ғаилә, балалар, яратҡан кешеләр. Борсаҡ – әллә ни мөһим түгел әйберҙәр, әйтәйек, ҡыйбатлы костюм йәки автомобиль… Ә ҡом – ул һис тә әһәмиәте булмаған, беҙҙе ғүмер буйы оҙата килгән ваҡ мәшәҡәттәр.
Бына нимә, әгәр мин банкаға тәүҙә ҡом ҡойһам, борсаҡтарҙы йә таштарҙы һыйҙыра алмаҫ инем. Шуға ла бер ваҡытта ла тормошоғоҙҙо ваҡ әйберҙәр менән тултырмағыҙ.