Исемдәре билдәле күренекле кешеләр менән күрешеп йөрөйһөң, улар тураһында гәзит-журнал биттәрендә уҡыйһың һәм был кеше хаҡында барыһын да беләм тип уйлайһың. Әммә, күҙмә-күҙ һөйләшергә тура килһә, уны үҙең өсөн яңынан асҡандай булаһың. Әйтәйек, шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның “Шоңҡар”ҙың тәүге баш мөхәррире икәне күптәр ишетеп беләлер, әммә журналдың асылыу тарихы, ошо бәләкәй, нескә, нәфис кенә ҡатындың ул ваҡытта күпме ауырлыҡтар аша үткәне бик һирәктәргә генә мәғлүмдер. Кеше ҡолағына еткермәй, йәғни ҡағыҙ битенә төшөрмәй торған серҙәре лә байтаҡ әле уның...
Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева быйыл 70 йәшен туйланы. Уның менән һөйләшергә теләүемде белдергәс: “Тик бер үтенесем бар: ниндәйҙер бөйөк һүҙҙәр һөйләп, аҡыл һатмайыҡ, мине ябай ҡатын-ҡыҙ итеп яҙығыҙ”, – тип иҫкәртте. Тик...
Ыҡсым ғына ике бүлмәле фатирҙа йәшәй Таңһылыу апай. Күҙҙән үткәреүемде аңғарып: “Ошонда сыҡты ла инде “Шоңҡар”ҙың тәүге һандары, – тип йылмайҙы. – Бына был бәләкәй бүлмәлә декретта ултырған ҡыҙым ғаиләһе менән көн күрһә, ҙурында иртәнән кискәсә беҙ журнал эше менән булдыҡ...” “Йәшлек”гәзитенең “Ленинсы”нан айырылып, үҙ аллы сыға башлауында Таңһылыу апайҙың өлөшө ҙур, был оло эштең уртаһында ҡайнай ул, шуғалыр ҙа “Китап” нәшриәте директоры Ғәлим Хисамов йәштәр өсөн айырым журналдың башында тап уны күрә. Таңһылыу апай был тәҡдимдән баш тартып ҡараһа ла, тыңларға ла теләмәй. Аҙаҡ йәш ҡатын үҙе лә сәмләнеп эшкә тотона. Үҙ бинаһы ла булмаған “Шоңҡар”ҙы асып ебәреү еңелдән булмай. Тәүге һаны ла журнал булып түгел, ә китап формаһында “Китап” нәшриәтендә баҫыла, сөнки рәсми асыр өсөн, Уставын яҙырға, документтарын әҙерләргә, учредитель табырға кәрәк... Ул мәлдәрҙә ваҡыт та, заман да икенсерәк булғандыр инде, хәҙер берәйһе кемдеңдер фатирында бушҡа эшләп ултырыр инеме икән? Ә “Шоңҡар” бына шулай сыға. Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Рухия Насипова, Зәйтүнә Арсаевалар һәр иртә эшкә йөрөгән кеүек килә, көнө буйы рубрикалар уйлап, материалдар туплап, уларҙы тикшереп, әҙерләп, журналдың биҙәлеше өҫтөндә эшләп, Таңһылыу апайҙың баҡсаһында үҫкән картуф менән тамаҡ ялғап, кис кенә таралышалар. Бер нисә айҙан һуң ғына Яҙыусылар союзының йылытылмаған бәләкәй бер бүлмәһенә күсеп ултыралар. Бының менән генә туҡтап ҡалмай баш мөхәррир, редакция өсөн урын юллап йөрөүен дауам итә. Ул арала Матбуғат йортонан башҡа журналдарҙы ла ҡыҫырыҡлап сығара башлайҙар. Шул мәлдә Таңһылыу апай әлеге йомошо менән Х. Барлыбаевҡа инеп, бөтә журналдар өсөн Әй урамындағы ятаҡтың бишенсе ҡатын алыуға өлгәшә. Унда ла еңел генә урынлашып китә алмай әле редакциялар, ни өсөн тигәндә, ятаҡтың төп ишегенән индермәйҙәр, икенсеһенән инер өсөн хеҙмәткәрҙәргә ҡойма аша төшөп йөрөргә тура килә. Телевидение килеп, репортаж эшләгәндән һуң ғына ишектән кешесә йөрөргә рөхсәт итәләр. “Баҡсамда ятҡан барлыҡ кирбестәрҙе, таҡталарҙы алып килдем, бүлмәләр бүлеп, матур итеп ремонт эшләп алдыҡ, тәҙрәләргә түлдәр элдек, – тип иҫләп алды ул ваҡыттар тураһында Таңһылыу апай. – Мэрияға барып Фирдус Ямалетдиновтан аҡса һорап, редакцияға машина алдыҡ, күп тә тормай, Яҙыусылар союзы микроавтобус бирҙе, редакциялар араһында тәүгеләрҙән машиналы, компьютерлы булдыҡ. Журнал асып йөрөгәндә ярҙам итмәһәләр ҙә, ҡыҙығып та, көнләшеп тә ҡараусы ҡараштарҙы тоя башланыҡ хатта...” Әммә Таңһылыу апайға, нисек кенә “балаһын” ҡалдырыу ауыр булһа ла, эштән китергә тура килә...
Оло тарих – ата-бабам яҙмышы
Таңһылыу Ҡарамышева Бөрйән районы Байназар ауылында тыуып үҫкән. “Хан заманғы Таңһылыу инде мин”, – тип көлөп алды ул бөтә яҡлап та йәштәрсә әүҙем булғаны өсөн шул һүҙҙәр менән орошҡан әсәһен хәтерләп. Бында йәшәһәләр ҙә, Бөрйән атаһының да, әсәһенең дә тыуған ере түгел. Атаһы Фаяз Шәңгәрәй улы Ишембай районы Маҡар ауылынан, Ҡарамыш бей нәҫеленән. Ибраһим Ҡарамышевтың туғыҙ балаһы була. Иң өлкәне – Мөхәммәтйософ (халыҡта уны Йософ майор тип йөрөтәләр) – тарихта билдәле шәхес, губернатор Перовский ғәскәрендә Аҡ мәсет походында ҡатнашҡан. Уның ике улы була. Солтангәрәй – тәүге ҡатынынан, Батыргәрәй икенсе ҡатынынан тыуған бала. Батыргәрәй үҙе лә, уның дүрт улы ла Башҡортостан Автономияһы төҙөүҙә актив ҡатнаша, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәре була. Таңһылыу апайҙың ата-бабаһы Солтангәрәйҙең биш улының береһе лә Зәки Вәлиди хәрәкәтендә ҡатнашмай. Ул, 1917 йылғы түңкәрелештән һуң, илдә тыныслыҡ урынлашҡансы тип, балаларын алып, ҡаҙаҡ далаларына сығып китә, ҡасаҡ булып йөрөйҙәр. Ҡаҙағстанда ла боларыш башланғас, берәм-һәрәм Маҡарға ҡайталар. 1928 йылдарҙа, ғәйепһеҙҙән ғәйепле яһап, шәхсән үҙҙәре ҡатнашмаһа ла, бер ниндәй хәрәкәттә хеҙмәт итмәһә лә, контрреволюционерҙар тип, Стәрлетамаҡ төрмәһенә ябып ҡуялар. Бының өсөн, күрәһең, үҙҙәре ҡатнашмаһа ла, улдарының Зәки Вәлиди хәрәкәтендә йөрөүе лә еткәндер. Адвокат яллап төрмәнән сығалар, әммә 30-сы золом йылдары килеп етә һәм Солтангәрәйҙең биш улын да (дүртәүһен унар, кесе Шәңгәрәйҙе – Таңһылыу апайҙың олатаһын – өс йылға) Архангелдәге Холмогор концлагерына ебәрәләр. Маҡарҙан биш Ҡарамышевтан башҡа кешеләр ҙә була. Дүрт улдың һөйәктәре шунда сереп ятып ҡала, өс йылға хөкөм ителгән Шәңгәрәй 1933 йылда срогын тултырып, ҡаҡ һөйәккә ҡалып, Маҡарға ҡайтып йығыла. Бер йыл үтер-үтмәҫтән, инде хәҙер Таңһылыу апайҙың өләсәһе Зәйнәпте, кулак яһап, Нарым крайына, хәҙерге Томск өлкәһенә, һөргөнгә һөрәләр. Шәңгәрәй ғаиләһенән айырылмай, улар менән бергә китә. Зәйнәп өләсәһе юлға сыҡҡанда салғыйы аҫтына балта ҡыҫтырып алған була. Ошо балта ҡотҡарҙы ла инде беҙҙе, тип һөйләгән ул аҙаҡ. Ҡышҡы урманға вагондарҙа мал һымаҡ тейәп килтерелгәс, утын ҡырҡып, усаҡ яғырға ла, аҙаҡ өй һалырға ла ярҙам итә был балта, шулай йәшәп китәләр. Сталин үлгәс, тыуған яҡтарына ҡасып ҡайталар. Үҫмер малайын (Таңһылыу апайҙың атаһы Фаязды) Шәңгәрәй нисек тә булһа тыуған яҡҡа оҙатыу ниәте менән вокзалға алып килә. Башҡортостанға ҡайтҡан таныш урыҫын осратып, үҙе менән алыуын үтенә. Ә теге, Шәңгәрәй күҙҙән юғалыу менән, малайҙы ташлап китә. Фаяз вагон баштарына эләгеп-һарҡып Башҡортостанға ҡайтып етә. Иң ҡыҙығы аҙаҡ була. Элек Ағиҙелдән һал ағыҙалар. Һалсыларҙың конторҙары һал өҫтөндә урынлашҡан. Парторг булып эшләп йөрөгән Фаяз конторға барып инһә, ҡасандыр үҙен ташлап ҡасҡан теге урыҫ тора. Шунда уҡ таный улар бер-береһен. Ҡарашалар ҙа ҡатып ҡалалар. Бер һүҙ ҙә өндәшмәйҙәр, шулай ҙа урыҫтың йөҙөндә ҡыуаныу билдәләре сағылып ҡала. Фаяз ҡайта һалып һарыҡ һуйып ебәрә, һалма киҫтереп, аш һалдыра. Урыҫты алып ҡайтып, ашатып-эсереп ебәрә. “Берәй нәмә һөйләшкәндәрен хәтерләмәйем, һүҙ әйтергә лә ҡурҡҡан ваҡыттар булғандыр инде, – тип иҫләй Таңһылыу апай. – Шулай булмаһа, золом йылдарында кисергәндәре, репрессияға эләккән мәлдәре тураһында һөйләмәҫтәр инеме ни?!. Бер нәмә лә белмәй үҫтем. Уйнарға сыҡһам, бала-саға “контра, контра” тип үсекләй. Кәмһетеп әйткәндәрен аңлайым, тик һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем. Илап, йүгереп ҡайтып атайымдан һорайым, ә ул, минең контра ҡыҙымды, тип көлә лә икенсе нәмәләр менән алдаштыра ла ҡуя торғайны. Шулай ауыҙ биш ҡат йоҙаҡҡа бикләнгән заманда үҫкән балалар беҙ. БДУ-ла уҡып йөрөгәндә Жәлил ағай Кейекбаев коридорҙа: “Һинме Таңһылыу?” – тип туҡтатты. Мин, эйе, тип баш ҡаҡҡас, районымды һораны. Бөрйәндән, тигәйнем, “Никакой ҙа Бөрйәндән түгел, белеп ҡуй, һин – Маҡарҙан! Ҡайтып атайыңдан Ҡарамышевтар тураһында һораш та, көҙгөһөн килгәс, һөйләрһең”, – тине. Икенсе йылына Жәлил ағай үлеп ҡалды, беҙ осраша алманыҡ...”
Ата-бабаларының тарихы, яҙмышы менән Таңһылыу апай икенсе курста уҡып йөрөгәндә, каникулға ҡайтҡанда таныша. Атаһының ике туған ағаһы Сәйетгәрәйҙең улы Әхмәтгәрәй килә уларға. Төнө буйы һөйләшеп сығалар. Айырым бүлмә булмағас, балаларға барыһын да тыңлап ултырыу бәхете тейә. “Ошо төндә беренсе тапҡыр нәҫелебеҙҙең фажиғәһен белдем, – ти Таңһылыу апай. – Береһе лә Маҡарға ҡайтмаған, юл өҙөлгән, тыуған ауылыбыҙға һыймағанбыҙ...”
Атаһы Фаяз Өфөлә рабфакта уҡый, моторҙар заводында эшләй, уҡытыусылар курсын үтә. Ҡатыны менән шунда танышып, өйләнешәләр. Һуғыш алдынан уларҙы Бөрйән районының Аҫҡар ауылына уҡытырға ебәрәләр. Таңһылыу апайҙың хәтерләүҙәренән: “Атайым һуғышҡа киткәс, әсәйем Зәйтүнә Шәриповаларҙа йәшәй. Ул ваҡытта эш хаҡы урынына бойҙай биргәндәр, шул бойҙайҙы он итеп тарттырып, икмәк бешереп ашағандар. Әсәйем, ҡала ҡыҙы булғас, бер нәмә лә эшләй белмәгән. Бойҙайҙы ла ебетеп, сүпләп кенә ашап ултыра икән. Балалар ҙа күп булған был өйҙә, уның бойҙайғынаһын ашай ҙа бөтәләр. Тамағы ас йөрөй, тип йәлләп, әсәйемде Самат Ғәбиҙуллиндар өйөнә сығаралар. Уларҙың хәле бигерәк тә ауыр булған, әсәйемдең бойҙайы әҙме-күпме ярҙам итер тип тә уйлағандарҙыр инде. “Аслыҡтан шешенеп, Саматтың аяҡ-ҡулдары еп кеүек кенә булып ҡалғайны”, – тип хәтерләй әсәйем. Унда йәшәгәнен белә инем, сөнки Самат ағай беҙгә килеп йөрөнө. Әсәйем тегене ашата-эсерә, ихлас һөйләшәләр, ҡосаҡлашып хушлашалар. Нишләп шул хәтлем ярата икән уны, тип эй аптырай торғайным башта...”
Әсәһе төрлө ауылдарҙа уҡыта, аҙаҡ Байназарға килеп төпләнә. Фаяз һуғышта булғанда, Аҫҡарҙа йәшәгән сағында, улдары тыуа, Спартак тип исем ҡуша. Әммә ғүмере булмай малайҙың, атаһы ҡайтыр алдынан өс көн генә ауырый ҙа үлеп ҡуя. Фаяз ныҡ көйә улын күрә лә алмай ҡалғанға. Таңһылыу апай инде Байназарҙа Ишбулатов Ғәлимйән тигән кешеләрҙә фатирҙа торған саҡтарында тыуған. Аҙаҡ урам аша ғына үҙҙәре өй һалып сыҡҡан. Тыштан һылап, аҡланған бәләкәй генә был өйҙә һигеҙ кеше йәшәй, нәнәйҙәре лә улар менән тора.
Таңһылыу апайҙың әсәһе лә Бөрйәндеке түгел. Уны үҙҙәренең балалары булмаған Миңлеғәрифә менән Исламғәле тигән Шишмә районы кешеләре, Благовар районы Топорин ауылынан ҡыҙлыҡҡа барып ала. “Үлгәнсе әсәмә кем балаһы икәнен әйтмәнеләр, – тип һөйләне Таңһылыу апай. – Ярамағандыр инде. Аҙаҡ нәнәйемдән мин дә төпсөп-төпсөп һорашып ҡараным, Мең ырыуынан, Ҡәнзәфәр бей нәҫеленән икәнен генә белә алдым. Нәнәйемдәр малай алырға тип бара. Дүрт ир бала араһында ошо бер ҡыҙ була. Әсәһенең тамсы һөтө булмаған күкрәген сабый тылҡый ҙа тылҡый, тип һөйләне ул. Аслыҡтан үлеп ҡуйыр, тип ҡурҡып, әсәйемде алып ҡайтып китәләр. Үҙенең әсәһе әсәйемде эҙләп килеп йөрөй башлағас, Ҡурған ҡалаһына күсенәләр. Унда ун йыл торалар. Үҙ әсәһе үлгәс кенә кире ҡайталар Өфөгә. Бик ҡәҙерләп, затлы кейемдәр кейҙереп, иркә генә итеп үҫтерәләр әсәйемде. Әммә ул ғүмер буйы туғандарын уйланы, аслыҡтан үлеп ҡуйҙылармы, әллә һуғышҡа киттеләрме, тип ҡайғырҙы. Бер туғанымды ла белмәйем, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, тип әрләр ине беҙҙе, бала саҡта һуғышып китһәк. Нәнәйемдәрҙең Өфөлә Сутолока йылғаһы буйында өйҙәре була, магазин тоталар. 1943 йылда, бар донъяларын ҡалдырып, әсәйем янына Байназарға күсеп киләләр. Олатай шул йылды уҡ урманға утынға барғанда туңып үлеп ҡала. Нәнәйем ғүмеренең һуңғы көнөнәсә Байназарҙа йәшәне. Ныҡ яраттыҡ үҙен. Өйҙөң хужаһы, йәме булды ул. Хатта атайымды ла “нәнәйемә әйтәм” тип ҡурҡыта торғайным. Уның һүҙе закон ине. Беҙҙең менән уйнаны ла, әкиәттәрен дә һөйләне, өйгә эште эшләгәндә, бәйләмен тотоп, гел эргәлә ултырҙы...”
Буй шағирә булырға ҡамасауламаны
Кешенең тормошондағы бәләкәй генә бер хәл-ваҡиға уның бар яҙмышын үҙгәртеп ебәрергә мөмкин.
Таңһылыу Ҡарамышева менән дә шулай була. Байназар мәктәбендә уҡып йөрөгәндә, БДУ-ны тамамлаған Мөнир Ишбулатов уҡытырға ҡайта. Әҙәби түңәрәк ойоштороп ебәрә. Шиғыр яҙып алып килергә эш тә бирә. Таңһылыу апай ашҡынып, ҡабаланып ҡайта, шунда уҡ берәй нәмә яҙғыһы килә. Бәләкәй өй, биш бала, электр уты юҡ. Карауат аҫтына инеп ята ла шәм яҡтыһында бер дәфтәр шиғыр яҙа. Әсәһенә уҡытып ҡарай, ә ул, кит, бындай оҙон шиғыр буламы, тип ҡыҫҡартырға ҡуша. Һеңлеһе, ҡустыһы дәфтәрен талап ирештерә. Бына ошо шиғырҙарын стена гәзитенә баҫалар. Шул мәлдә мәктәпкә “Урал” район гәзитенән Тайфур Сәғитов килә. Әҙәби түңәрәктең эше менән таныша, стена гәзитен, Таңһылыу апайҙы фотоға төшөрөп алып китә. Бер заман, сәй эсеп ултырһалар, гәзит килә. Унда Таңһылыу апайҙың әлеге шиғырҙары баҫылған була! Сәләх Кулибай редакцияға килгән мәлдә гәзиттәге шиғырҙарҙы күреп ҡала ла үҙе менән алып ҡайтып китә. “Совет Башҡортостаны”нда эшләгән Рәми Ғарипов менән Рәшит Шәкүргә бирә. Бер ваҡыт Рәми Ғариповтан: ”Таңһылыу-һылыу, тиҙҙән республика гәзитендә шиғырҙарың баҫыласаҡ, иптәштәрең алдында танауыңды күтәрмә, һауаланма, тырышып уҡы, юғары уҡыу йортона инергә әҙерлән” тигән мәғәнәләге хат килеп төшә. Бына шулай, осраҡлы рәүештә яҙылған шиғырҙар Таңһылыу апайҙың яҙмышын хәл итә. Шиғырҙары республика гәзитендә баҫылып сыҡҡас, төрлө райондарҙан бик күп хаттар ала: Рәмзилә Хисаметдинова, Әхмәҙин Әфтәхов, Әлмира Ғәйнетдинова, Мирас Нәзиров, Гөлфиә Юнысова һ.б. Һәм улар менән аҙаҡ БДУ-ла бергә уҡыу бәхете тейә. Уның менән генә бөтмәй әле был хикмәттәр. Бер заман атаһына 1-се интернат-мәктәп (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернат) директоры Төхвәт Аслаевтан хат килеп төшә. “Хөрмәтле Фаяз Шәнгәрәевич, ҡыҙығыҙҙы кеше иткегеҙ килһә, башҡорт интернат-мәктәбенә уҡырға ебәрегеҙ”, – тип яҙылған була. Көҙгө бер көндә өйҙәре эргәһенә йөк машинаһы килеп туҡтай. Атаһы һикерә баҫып килеп инә лә, йыйынығыҙ, Таңһылыуҙы Өфөгә уҡырға алып китәбеҙ, ти. Туғандары йүгереп йөрөп сумаҙанға ҡыҙҙың әйберҙәрен тултыра, барыһы ла шатлана, Таңһылыу апайҙың ғына бер ҡайҙа ла барғыһы килмәй. Атаһы кузовҡа бер яҡтан мендереп ултыртһа, ул икенсе яҡтан төшөп ҡаса, баҫтырып тоталар ҙа яңынан ултырталар. Шулай үкертеп илатып Өфөгә интернатҡа алып барып ташлайҙар. “Минән ҡотолорға теләйһегеҙме, Байназарһыҙ йәшәй алмайым”, – тип илай икән Таңһылыу апай. Ярты йыл буйы, килеп алығыҙ, бында бөтә фәндәр урыҫса, минең башҡортса уҡығым килә, тип аптырата әсә-атаһын. Дәрестәр рус телендә үтһә лә, Таңһылыу апай аптырап тормай, демонстратив рәүештә башҡортса һөйләй. Химия уҡытыусыһы ғына мәрйә була.
Интернатта уҡый башлағас та Рәми ағай менән Тимер Йосопов хәл белешеп, тырышып уҡы, филология факультетына уҡырға инерһең, тип теләктәрен әйтеп китә. Бер балаға ҡайһы тиклем иғтибар, тип аптырай Таңһылыу апай. Рәшит Шәкүр ҙә килә, әммә уның маҡсаты ҡыҙ күҙләү булған икән. Мин һомғол буйлы, оҙон ҡара толомло ҡыҙҙы күрергә теләгәйнем, ти ул бәләкәй буйлы, асыҡ сәсле ҡыҙҙы күргәс. “Оҙон буйым да булманы, оҙон толомом да, әммә башҡорт рухы миңә ныҡ һеңгән, башҡорт тәрбиәһен алғанмын, телгә мөхәббәт һалғанмын. Уларҙың барыһын да Бөрйән ерендә тыуған ауылым Байназар бирҙе. Шағирә булырға буй ҡамасауламаны”, – тип көлөп алды Таңһылыу апай.
Башҡорт рухы, туған телгә мөхәббәт бәләкәй саҡтан һалынған уға. Беренсе класҡа уҡырға барған йылды Байназар мәктәбен урыҫ мәктәбенә әйләндерергә тигән күрһәтмә килә. Әсәһе ҡыҙға ҡағыҙ менән ручка тоттороп, беҙ башҡортса уҡыйбыҙ, тигән ғаризаға ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйырға сығарып ебәрә. Шулай мәктәптә туған телдә уҡытыуҙы һаҡлап алып ҡалалар. “Туған телебеҙ бөгөн йәнә ҡыл өҫтөндә: мәктәптәрҙән ҡыҫырыҡлап сығарыла бара. Тәрбиә бит ғаиләлә генә алынмай, – тип әсенеүен белдерҙе Таңһылыу апай. – Бала телде белһен өсөн мөхит кәрәк. Беҙҙә бына ошо мөхит юғалып бара. Башҡорт балаһы үҙ телен онотоп, русса һөйләшеүгә күсә. Сараһын хәҙер күрмәһәк, маңҡорттар үҫтерәсәкбеҙ бит...”
Таңһылыу апай бәләкәй саҡта артист булырға хыяллана. Кластары менән ауылдар буйлап пьесалар ҡуйып, концерттар ойоштороп йөрөйҙәр. Таңһылыу апай төп героиня булһа, класташы, юмор оҫтаһы Юнир Салауатов – төп герой. “Ул минең хыялымды юҡҡа сығарҙы, – тип көлә әҙибә. – “Таңһылыу, ни тиклем матур уйнаһаң да, йырлаһаң да, бейеһәң дә, һәйбәт уҡыһаң да, һине театр бүлегенә алмаясаҡтар, сөнки буйың бәләкәй, ә бәләкәй артистар булмай”, тине ул”. Ысынлап та, Юнир Салауатов актерлыҡҡа бара, ә Таңһылыу апай филология юлын һайлай.
БДУ-ны тамамлағас, Рәми Ғарипов кәңәше менән Таңһылыу апай хеҙмәт юлын “Башҡортостан ҡыҙы" журналында башлай. Шул йылда Рәми Ғариповҡа һөжүм башлана, милләтсе тигән исем тағып, эшенән бушатыла. “Башҡортостан ҡыҙы”нда эшләгән Фәүзиә Рәхимғолова, Миңлебикә Йәрмөхәмәтова, Таңһылыу апайҙар ҙа протест йөҙөнән эштән китә. Ошонан һуң “милләтсе” Таңһылыу апайҙы эшкә алмай йонсоталар. Бында ла Рәми ағай ярҙам итеп ебәрә: матур итеп ҡылыҡһырлама яҙып, ҡыҙҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына Әкрәм Бейешкә ебәрә һәм уны Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторына кесе ғилми хеҙмәткәр итеп алалар. “Алты йыл эшләнем был бүлектә, – тип иҫләне был йылдарҙы Таңһылыу апай. – Телгә оло мөхәббәт шул мәлдә тыуҙы, телдең серҙәренә төшөндөм, шағир булыр өсөн телде яҡшы белергә кәрәклеген аңланым. Һәр бер һүҙҙең күсмә мәғәнәһе – әҙер образ, фекер ул, бер нәмә лә уйлап сығарырға түгел. Ҡайһы бер шиғырҙарым телдең образынан сығып ҡына яҙылған. Телде тойһаң, башҡорт рухы менән һуғарыла алаһың”.
Таңһылыу апай алдында һайлау тыуа: кандидатлыҡ диссертацияһы яҙып, ғалим булып китергәме, әллә шағирлыҡ юлын һайларғамы? Оҙаҡ уйлағандан һуң, Таңһылыу апайҙы шағирә булыу теләге еңә. Шунан һуң “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, “Һәнәк”, “Ағиҙел” журналдарында эшләп алырға тура килә. “Ниндәй генә ауырлыҡтар аша уҙырға тура килһә лә, яҙмышымдан уңдым тип һанайым. Миңә иҫ китмәле кешеләр менән эшләргә тура килде. Әкрәм ағай Бейешев кеүек телде яҡшы белгән ғалимды белмәйем. “Йәшлек”тән һуң Башҡорт халыҡ үҙәге “Урал”да Марат Ҡолшәриповтың ҡул аҫтында яуплы секретарь булып эшләнем. Марат ағай арҡаһында ҡурҡмаҫҡа, ҡыйыу булырға өйрәндем. “Ағиҙел” журналында эшләгән йылдарымдан Әмир Гәрәевты һағынып иҫкә алам. Шул хәтлем ипле редактор ине. Йомшаҡ ҡына һөйләп, эшләргә өйрәтте. Әмир Әминев менән проза бүлеген алып барҙыҡ, тауҙай романдарҙы тикшерергә тура килә ине. Йыһат Солтанов менән дуҫлашып киттек. Ауырлыҡтар ҙа күп булды, әммә Хоҙай Тәғәлә кешегә үҙе күтәрә алған тиклем генә ауырлыҡ һала тиҙәр бит, барыһын да йырып сыға алдым. Күңелем урынында бөгөнгө көндә...”
Бөтә ғүмерен туған телебеҙҙе һаҡлауға, уны үҫтереүгә арнаған, халҡының рухын байытырға ынтылған Таңһылыу Ҡарамышеваны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләге килә. Ниндәй ауырлыҡтар аша асылған гәзит-журналдар юғалмаһын, тел байлығыбыҙ һайыҡмаһын ине. “Беҙ барыбер уҡымайбыҙ”, - тип әйтер алдынан һәр кем әҙ генә уйланһын ине: ябыуы, юҡҡа сығарыуы шул тиклем рәхәт, уға артыҡ аҡыл да кәрәкмәй. Ә бына юғалғанды тергеҙер өсөн көндәр, айҙар ғына түгел, йылдар ҙа ярҙам итмәй бит... Китап, журнал-гәзиттәрҙә күпме рух, тел таҙалығы, аҡыл һаҡлана, шуны онотмайыҡ.