Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
10 Май 2018, 11:50

Үҙең бул!

Кеше лә был донъяла Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса,уның тарафынан ниндәй итеп яратылғанбыҙ, шул ҡиәфәттә йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙе кем менәндер сағыштырыу урынһыҙ.


Борон бер батшаның баҡсаһы күкрәп сәскә атып, мең төрлө емештәр биреп балҡып ултырған. Ул күп ваҡытын ошонда үткәрергә яратҡан, рәхәтләнеп ял иткән. Ләкин бер көн иртән тороп тышҡа сыҡһа, баҡсаһының ҡорой башлағанын күргән.

– Нимә булды? – тип ҡысҡырған ул асырғанып.

Тәүгеләрҙән булып имән тауыш биргән:

– Мин ҡарағай кеүек мөһабәт, бейек була алмағаныма йәнем көйөп ҡороп барам, – тигән.

Ҡарағай иһә виноград кеүек татлы емеш бирә алмағанға һары ҡайғыға һабышҡан. Ә

виноград Лилиә кеүек сәскә атып, тирә-яҡты хуш еҫкә күмә белмәгәне өсөн ғәрләнгән. Лилиә сәскәһе имәндәй көслө, ныҡ түгеллегенә әсенеп һулып бара, ти.

Ҡайғыһынан нимә эшләргә лә белмәгән батша. Шул саҡ бер ситтә генә әле һаман да балҡып, күҙҙең яуын алып ултырған кескенә сәскәне күреп ҡалған. Батша уға ла һорауҙарын яуҙырған.

– Һин нәҡ мине сәскәнһең икән, тимәк, баҡсаңда Фрезия үҫтергең килгән. Тап минең хуш еҫем һәм матурлығым өсөн ҡыуанырға теләгәнһең. Шулай булғас, бүтән берәүгә оҡшарға тырышыуҙың бер

мәғәнәһен дә күрмәйем.

КЕШЕ ЛӘ БЫЛ ДОНЪЯЛА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА. УНЫҢ ТАРАФЫНАН НИНДӘЙ ИТЕП ЯРАТЫЛҒАНБЫҘ, ШУЛ ҠИӘФӘТТӘ ЙӘШӘЙБЕҘ. ҮҘЕБЕҘҘЕ КЕМ МЕНӘНДЕР САҒЫШТЫРЫУ УРЫНҺЫҘ.

Читайте нас: