-4 °С
Болотло
Ниһайәт, йәй башланды, ура! Бындай эҫе көндәрҙә иң яҡшыһы: ҡояштан ҡасып йә өйҙә генә ятырға, йә иртә таңдан һыу буйына йүгерергә!
Бигерәк тә бала саҡта йылға-күлдәрҙән ҡайтышмайһың: ашау ҙа, өйҙәге эштәр ҙә, арыу ҙа онотола, ысын һыу баҡаһына әйләнәһең. Тик шул мәлдә йөҙөү-сумыуҙың организм өсөн ни тиклем файҙалы икәнен уйлап та бирмәйһең, ҡәҙерен белмәйһең. Ә бит йөҙөү, һыуҙа күнегеүҙәр эшләү, уйындар уйнау - башҡа төр спорт алымдарына ҡарағанда тотош сәләмәтлек өсөн иң һөҙөмтәлеһе: мускулдар, арҡа һөйәге нығына, йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн һәйбәт, тынысландыра, ябыҡтыра. Диңгеҙ, күл йә йылға һыуы булһынмы – бөтәһе лә берҙәй файҙалы.