Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Август 2018, 20:33

Бәхетенә төшкән өлөшө

90-сы йылдар. Башҡорт дәүләт университетының ҡайнап торған сағы. Һәр факультеттың бюджет урынына егерме биш-утыҙлап студент ҡабул ителә, башҡорт бүлегенең хатта параллель бүлектәре бар...

90-сы йылдар. Башҡорт дәүләт университетының ҡайнап торған сағы. Һәр факультеттың бюджет урынына егерме биш-утыҙлап студент ҡабул ителә, башҡорт бүлегенең хатта параллель бүлектәре бар.

Әрменән ҡайтҡан Ейәнсура егете Илдар Аҡъюлов та башҡорт-рус бүлеге студенты булып китә. Уға – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған егеткә, тәртипкә күнеккән кисәге һалдатҡа – уҡыуы ауыр булмай. Ә ғаиләлә алған тәрбиә уны насар ҡылыҡтарҙан, яман эштәрҙән һәр саҡ ҡурсалап тора. Шулай итеп, Илдар бөтә хәселен уҡыуға һалып, күңелле студент тормошона сума.


Илдар уҡыған бүлектә егерме һигеҙ ҡыҙ һәм бары ике егет була. Республиканың иң шәп, матур ҡыҙҙары йыйылған факультетта бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған егеттәргә һайлау мѳмкинлеге ҙур. Әммә шул йѳҙәрләгән һылыу араһынан уның күңеле башҡорт бүлегендә уҡыған Баймаҡ ҡыҙы Розаға ята. “Ни ѳсѳн нәҡ Розаны оҡшаттың?” – тип ҡыҙыҡһынам хеҙмәттәшемдән. “Беҙҙең Ейәнсура халҡы үҙенә бикләнеп йәшәүсән, ә Роза баймаҡтарға хас алсаҡлығы менән минең иғтибарҙы йәлеп итте”, – ти Илдар.

Роза Рәжәп ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһында белем ала. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә.

– Беренсе курстан Илдар менән бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Ул саҡта икебеҙҙең дә быуындар нығынған ине. Икенсе курстан ныҡлап дуҫлаша башланыҡ. Ә инде ѳсѳнсѳ курста, 1994 йылдың мартында, никах уҡытып, йәй туй яһаныҡ. Шулай итеп, ике ауыҙлы, бер һүҙле булып, бергә кәңәшләшеп йәшәп киттек, – ти Роза йәш саҡтарын хәтерләп.

Студент ғаиләһе булһа ла Аҡъюловтарға йәшәп китеүе ауыр булмай. Ике яҡтан атай-әсәйҙәр аҙаҡ-түлек менән ярҙам итә. Ошо уҡ йылдың декабрендә ғаиләгә йәм, ырыҫ өҫтәп тәүге ҡыҙҙары Зѳһрә тыуа. Йәштәр бала ҡарауҙы ауырһынмай. Баланы Роза Рәжәп ҡыҙының педагогия училищеһында бергә уҡыған һәм Ѳфѳлә йәшәгән курсташтары ла, дѳйѳм ятаҡтағы студенттар ҙа ҡараша. Ул заманда студент ғаиләләр күп була. Улар татыулығы менән дә айырылып тора.

– Беҙҙең курсташтарҙың күптәре студент йылдарында уҡ ѳйләнеште, егермеләп булғанбыҙҙыр. Илдар уҡыған тѳркѳмдә бары ике егет бар ине. Икеһен дә башҡорт бүлеге ҡыҙҙары тартып алды. Уҡытыусылар ҙа, профессорҙар ҙа ғаиләле студенттарҙы аңлап ҡабул итте. Мәҫәлән, Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов: “Әсә кеше нимә эшләп ултыра?! Бар, ҡайтып балаңды ҡара”, – тип лекциянан ҡайтарып ебәрә ине. Бер яҡтан уңайһыҙ булһа ла, икенсе яҡтан – кинәнес. Әсә кешене хѳрмәт иткәндәре ѳсѳн ҡыуана инем. Риф Барый улы Әхмәҙиев: “Кемдәр ѳйләнешкән, ир фамилияһын алаһығыҙ”, – тине диплом алғанда. Был һүҙҙәр менән ул ирҙәрҙең баһаһын, абруйын күтәрергә теләгәндер. Шуның менән никахтарҙы нығытып ҡуйғандыр, – ти Роза Аҡъюлова.

Ысынлап та, ул ваҡытта ѳйләнешкән студент ғаиләләренә иғтибар көслө була. Аҡъюловтарға ла университеттың беренсе ятағынан айырым бүлмә бирелә. Йәш әсәләргә лекцияларға ирекле рәүештә йѳрѳү ҙә рѳхсәт ителә.

Һуңғы курста уҡығанда бәләкәс Зѳһрәне Баймаҡҡа ѳләсәһе Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы һәм олатаһы Рәжәп Зѳлҡәрнәй улы Рәжәповтар тәрбиәһенә ҡалдырырға мәжбүр булалар. “Ул саҡта баланы йәлләү тигән тѳшѳнсә булманы, сѳнки беҙгә уҡып бѳтѳргә кәрәк ине”, – ти улар.

Уҡыуҙы тамамлағас, Илдар Мѳхәмәт улы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә эшкә урынлаша. Бер нисә йылдан Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәгенә саҡыралар. Ә 1999 йылдан бирле “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитендә хәбәрсе, бүлек мѳдире йѳгѳн тарта.

Йәшәргә урын булмағас, Роза Рәжәп ҡыҙына ауылға ҡайтып йәшәп торорға тура килә. Бер аҙҙан уларға Һәҙиә Дәүләтшина урамындағы бер йорттан бүлмә бирәләр. Шулай итеп, ғаилә яңынан бергә тупланып йәшәй башлай, ә Роза Рәжәп ҡыҙы Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтына эшкә урынлаша.

– Аҡыллы, тәүфиҡлы ир биргәнгә Хоҙайға рәхмәт. Әммә тәрбиә ғаиләнән башлана икәнлеген оноторға ярамай. Бейемем Фатима Харис ҡыҙы Аҡъюлованың балаларына матур һыҙаттар һала алыуына һоҡланып бѳтә алмайым. Дүрт улын да эшкә ѳйрәткән. Насар ҡылыҡтарҙан аралап үҫтергән. Уларҙың береһе лә тәмәке тартмай, эскелек менән дә мауыҡмай. Мин белгәндән уларҙа ѳҫтәл артында эсеү булманы. Ҡайным Мѳхәмәт Хәсән улы эшһѳйәрлек, уңғанлыҡ ѳлгѳһѳ ине. Колхозда водитель булып эшләгәс, ғүмере юлда үтте. Бейемем йортто һәр саҡ ялтыратып тотто. Ул оҫта баҡсасы ла ине, ҡарбузына тиклем үҫтерҙе, – тип Роза иренең туғандарын һәр саҡ яҡшы яҡтан ғына телгә ала.

Ул үҙе лә матур, тәртипле ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы ҡыҙҙарын: “Ҡыҙ булғас, сәсе оҙон булһын”, – тип ҡыҙҙарына сәс ҡырҡырға рөхсәт итмәй. Шулай уҡ улар аталары алдында салбар кеймәй. Башҡорт ҡыҙҙарына хас булған сәс үҫтереү ғәҙәтен Аҡъюловтар ғаиләһендә лә дауам итәләр. Рәжәп Зѳлҡәрнәй улы ваҡ-тѳйәк хәбәрҙәрҙән дә ѳҫтѳн була. Ул ғәйбәт яратмай, ѳйҙәрендә лә һѳйләтмәй, кеше яманлап һүҙ йѳрѳткәндәрҙе лә үҙ итмәй. Ҡатыны йәш сағында ныҡ ҡына ауырып алғас, ул: “Бала ҡарап ѳйҙә ултыр”, – тип башҡаса йәмғиәт эшенә сығырға рөхсәт итмәй. Әммә бар яҡтан да уңған Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы шәл бәйләп һатып, ғаилә бюджетына ҙур ѳлѳш индерә. Рәжәповтар ғаиләһендә тағы бер алтын ҡағиҙә урынлашҡан: улар балалары һәм килен-кейәүҙәре мөнәсәбәттәренә ҡыҫылмай, үҙ-ара килешегеҙ, тип ҡуйыуҙы хуп күрә. Шулай уҡ кейәү һәм киленде үҙ балаһындай яҡын күреп ҡабул итәләр, уларға ҡарата насар һүҙ әйтеү ҙә тыйыла.

Шәл бәйләү шѳғѳлѳнә килгәндә, ейәнсураларҙың даны иһә тирә-яҡҡа таралған. Унда беренсе класҡа уҡырға барған ҡыҙ бала ойоҡ-бейәләй бәйләп кеймәһә, ул эшлекле түгел тип иҫәпләнә. Илдарҙар ҙа бәйләнгән әйберҙәр кейеп үҫә. “Әгәр ҙә әсәйемдең бәйләгән шәлдәрен йәйеп һалһаң, ул тотош Ейәнсура районы биләмәһен ҡаплар ине. Шуға ла тырышлыҡ, эшкә ѳйрәнеү ғаиләнән килә. Беҙҙең бала саҡта эшләмәй ултырыу мѳмкин түгел ине. Ошо сифаттарҙы балаларыбыҙға ҡала шарттарында тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ҡала ерендә балаларҙы тѳрлѳ яҡлап үҫтерергә мѳмкин. Ҡалала йәшәп, балаларын өйҙә ултыртып ҡуйған атай-әсәйҙәрҙе аңлап етмәйбеҙ”, – ти Илдар Мѳхәмәт улы.

Аҡъюловтар оло ҡыҙҙары Зѳһрәне бәләкәстән һүрәт тѳшѳрѳү, тасуири уҡыу, бал һәм халыҡ бейеүҙәренә йѳрѳтә. Йәғни бала иртәнән кискә тиклем файҙалы шѳғѳл менән булыша. Аҙаҡ ул Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетында уҡып, инглиз теле буйынса белем ала. Зѳһрәнең телдәрҙе яҡшы белеүендә, еңел үҙләштереүендә Фатима Мостафина исемендәге 20-cе Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыуы ыңғай йоғонто яһаған. Тырыш ҡыҙ репетитор ялламайынса ғына бушлай уҡырға инә. Ул бер урында ултыра торғандарҙан түгел, шуға ла уҡып бѳткәс, Ҡытайға эшкә китеүенә бер ҙә аптырарға кәрәкмәйҙер. Әле Фошань ҡалаһында ҡытай балаларына инглиз теле серҙәрен ѳйрәтә.

Уртансы ҡыҙҙары Шәүрә тәүҙә ете йыл Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһына йѳрѳй. Ошо ваҡытта ул тѳркѳм менән Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Астана, Әстерхан кеүек ҡалаларҙа гастролдәрҙә була. Әле Шәүрә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала һәм ошо уҡыу йортоноң “Аҡйондоҙ” ансамблендә бейей. “Бәлки, бейеүсе булмаҫ, әммә уның зыяны теймәҫ”, – тип иҫәпләй Аҡъюловтар.

Кинйәбикә Фатима биш йәше менән бара. Уға Илдарҙың әсәһенең исемен ҡушҡандар. Әле ҡыҙ бейеү һәм тасуири һѳйләү түңәрәктәренә йѳрѳй. Атай менән әсәй, бар яҡлап та үҫешһен ѳсѳн, балаларын ҡалала булған мәҙәни сараларға үҙҙәре менән йѳрѳтѳргә тырыша. Йәйге каникулда иһә, балалар башҡорт тиҫтерҙәре менән аралашһын тип, мотлаҡ башҡорт йүнәләшле лагерға ялға ебәрәләр. Һуңынан ауылдағы олатай-ѳләсәйҙәре тәрбиәһенә тапшыралар.

– Беҙ ғаиләлә дүрт малай һәм бер генә ҡыҙ үҫтек, шуға ла мин ҡыҙҙарым булыуына ҡыуанып бѳтә алмайым. Беҙҙең ҡыҙҙар сама тигән нәмәне белеп үҫә. Уларҙа тәбиғәткә һѳйѳү тәрбиәләйбеҙ. Тыуған яҡтарыбыҙ Ѳфѳнән алыҫта ятҡас, унда ҡайтып килеү үҙе бер сәйәхәт. Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһе менән татыу, серләшеп, ярҙам итеп үҫә, – ти Илдар Мѳхәмәт улы.

Инде егерме дүрт йыл матур донъя кѳткән, үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән был тормошта яҡты киләсәктәренә юл ярған ғаилә итеп белә уларҙы дуҫтары, таныштары. Ә бындай татыулыҡтың сере нимәлә һуң?

– Мѳхәббәт, тип илереп йѳрѳмәнек тә. Беҙҙең ѳсѳн бер-береңде ихтирам итеп, кәңәшенә ҡолаҡ һалып, бер-береңә самалы ирек ҡуйып йәшәргә кәрәк. Беҙ саҡырған ергә һәр саҡ барырға тырышабыҙ. Был ѳләсәйҙән ҡалған тәрбиә. Өләсәйебеҙ беҙгә яҡын йәшәне, күп ваҡытты уның янында үткәрә инек. Аҡыллы ѳләсәйебеҙ: “Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас. Бер саҡырырҙар, ике саҡырырҙар, аҙаҡ саҡырмаҫтар. Ирҙәрҙе ихтирам итергә кәрәк. Тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ашат. Үҙең ашамаһаң ашама, иреңде ашат”, – тип әйтә ине. Ѳләсәй мәктәбен күреп үҫтек, ул күп нәмәгә ѳйрәтте. Әле беҙҙең балалар ҙа ошо юлды үтә, – ти Роза Рәжәп ҡыҙы.

Илдар иһә ғаиләлә ѳс ҡыҙ үҫеүе менән үҙен бәхетле тоя.

– Ҡыҙҙарымды шул тиклем яратам. Уларға шул тиклем ѳйрәнгәнмен, бар теләктәрен үтәргә әҙермен. Бѳтә атайҙарға ла ошондай ҡыҙҙар теләр инем. Минең өсөн бер бала – юҡ бала, ике бала – ярты бала, ѳс бала – бер бала. Әгәр ҙә йәш саҡта йәшәү шарттарыбыҙ яҡшы булһа, балаларыбыҙ күберәк тә булыр ине, – ти Илдар Мѳхәмәт улы.

Роза Рәжәп ҡыҙы ирен бар яҡлап та күтәрергә әҙер торған ҡатын. “Ғаиләң яҡшы булһын тиһәгеҙ, атайҙың абруйын күрһәтеп тәрбиәләргә кәрәк. Ҡыҙ бала тыуғанға бейем бик ныҡ ҡыуанды. Үҙем генә үҫтерәм, тип хыяллана ине, әммә аяуһыҙ сирҙән вафат булып ҡалды. Әле Илдар менән ҡыҙҙарға үҙебеҙҙең милләттән, мосолман булған кейәү булһын, тип теләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта балаларҙы үҙ иркенә ҡуябыҙ. Үҙҙәре хәл итһен тип тырышабыҙ”, – ти ул.

Шулай итеп, Аҡъюловтарҙың ике ҡалаҡ, ике стакан менән башлап ебәргән тормоштары тәүге көндәрҙән үк яйға һалына. Килешеп, бер һүҙҙән булған ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ҙа үҙҙәрен бәхетле тоя. Әле Илдар менән Роза үҙҙәрен осраштырған Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт уҡып йәшәһә, киләсәккә яуаплылыҡ, оло бурыстар тураһында онотмай.

– Ҡыҙҙар үҫтереүебеҙ ярты бәхет булһа, уларға юлдарында тәүфиҡлы, матур, татыу ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән егеттәр осрап, пар итһә, шул ҙур бәхет булыр. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, бер-береңде хѳрмәтләп, кәңәшләшеп йәшәй алһаң ғына бәхетле булаһың, – ти Аҡъюловтарҙың татыу ғаиләһе.

Өлөшөңә төшкән көмөшөң, тиҙәр. Роза Рәжәп ҡыҙы менән Илдар Мөхәмәт улы ла Хоҙай биргәнгә риза булып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәй белеүе менән бәхетле. Ошондай тәүфиҡлы, маҡсатлы башҡорт ғаиләләре күберәк булһын.



Читайте нас: