Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Август 2018, 15:11

Табип һөнәре - Хоҙайҙан

Балаларҙың имгәнеүенә кем ғәйепле һәм нимә сәбәпсе? Травматология пункттары эше нисек ҡоролған? Республика балалар клиник дауахана травпункты мөдире, травматолог-ортопед Ләйсән Зәки ҡыҙы ХӘМИҘУЛЛИНА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Ҡул һындырыу, имгәнеү, яраланыуҙан бала саҡта ҡасып булмай. Атай-әсәйҙәрҙең сабыйын төрлө алымдар менән ҡурсаларға маташыуҙары ла һөҙөмтә бирмәй. Кескәйҙәр барыбер “һуғыш яралары”н ала. Ике бала әсәһе булараҡ, мине лә имгәнеү, быуын сығарыу, аяҡ-ҡул ҡаймыҡтырыу кеүек күренештәр ныҡ борсой. Бер яҡтан, сабый өсөн тәбиғи күренеш тип ҡаралһа ла, әсә йөрәген утҡа ла, һыуға ла һала улар. Шуға ла травматолог менән күҙгә-күҙ осрашып, күңелемә тынғы бирмәгән һорауҙарыма яуап алыу теләге күптән тыуғайны.

Балаларҙың имгәнеүенә кем ғәйепле һәм нимә сәбәпсе? Травматология пункттары эше нисек ҡоролған? Ошо хаҡта әңгәмәләшеү, бер юлы яңы асылған бинаны барып күреү ниәте менән Республика балалар клиник дауахана травпункты мөдире, травматолог-ортопед Ләйсән Зәки ҡыҙы ХӘМИҘУЛЛИНАҒА юлландым.

Быйылғы ҡыштың ысын йөҙөн күрһәткән үҙәк өҙгөс тәүге һалҡын көндәренең береһе... Күҙҙәрем яңы ғына төҙөлгән травпункт бинаһын эҙләй. Бына Республика балалар клиник дауаханаһына терәтеп төҙөлгән, беренсе ҡатта урынлашҡан, уңайлы баҫҡыс, пандустар менән ҡулайлаштырылған ишек алды. Мине ҡаршы алған мөләйем ҡыҙҙарҙың береһенең түшенә беркетелгән бейджына күҙ һалам – Ләйсән Зәки ҡыҙы Хәмиҙуллина тап үҙе булып сыҡты.

Килешелгән ваҡыттан ярты сәғәт алда килһәм лә, Ләйсән Зәки ҡыҙы көттөрмәне. Коллегаларына күрһәтмәләр биргән арала мин тирә-яҡҡа күҙ йүгертеп сыҡтым: шөҡәтһеҙ дауахана түгел, ыҡсым ғына кабинеттар көҙгөләй ялтырай, бөтә ер бөхтә итеп тәртипкә килтерелгән. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған беренсе ҡабул итеү бүлмәһе, гипс һалыу, яраларҙы бәйләү, прививка яһау кабинеттары... “Беҙ тәүлек әйләнәһенә Ленин, Совет, Киров, Дим һәм Өфө районынан килгән пациенттарҙы ҡабул итәбеҙ, – тип һүҙ башланы мөдир, яныма килеп, – Беҙҙә тәүге ярҙам алыуҙан тыш, тар белгестәргә ла күренеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, нейрохирург, ЛОР, яңаҡ-бит хирургы консультацияларын алырға була. Рентген төшөрөү, репозиция, йәғни һынған йәки быуыны сыҡҡан һөйәктәрҙең остарын урынына ултыртыу кеүек ҡатмарлы процедуралар ҙа үткәрәбеҙ. Артабан пациенттарға район поликлиникаларына йәки йәшәү урыны буйынса 17-се ҡала балалар клиник һәм Республика балалар клиник дауаханаларына йүнәлтмә бирелә. Киҫкен хәлгә тарыусыларға стационар дауалау курсын бында үткәрәбеҙ.

Кисектергеһеҙ осраҡтарҙа столбняк ауырыуына, талпанға ҡаршы прививкалар яһайбыҙ. Ғәҙәттә, беҙгә күберәк көндәлек шарттарҙа имгәнгән, аяҡ-ҡулдарын ҡаймыҡтырған 11–14 йәшлек балалар мөрәжәғәт итә. Ул үткән йыл күрһәткестәре буйынса 28 процент тәшкил итә. Иң аҙ зыян күреүселәр – 3 йәшлек һәм унан да кесерәк сабыйҙар.

Ваҡыт-ваҡыты менән пациенттарыбыҙҙың һаны ҡапыл артып китә. Мәҫәлән, яҙғы-йәйге һәм көҙгө осорҙа талпан ҡаҙалыуынан зарарланыусылар күбәйә торғайны. Хәйер, былтыр ундай миҙгеллелек артыҡ һиҙелмәне. Ҡарҙың аҙ булыуы ла үҙен һиҙҙерҙе. Ғәҙәттә, беҙ ҡышҡы каникулдарға ныҡлы әҙерләнәбеҙ, махсус бригадабыҙ ҙа һәр ваҡыт әҙер тора. Сөнки ҡала тауҙары, һырғалаҡтарҙа имгәнгән балалар ағымы туҡтамай торғайны. Быйылғы байрамдар тыныс үтте”, – тип һөйләне Ләйсән Зәки ҡыҙы кабинеттар менән танышҡан арала.

Тәүге ярҙам күрһәтеү бүлмәһендә беҙҙе йәш кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡаршы алды. Һәр береһе нимә менәндер мәшғүл. Мөдир күренеү менән кемдер диагноз буйынса төҙәтмәләр индереп, кемдер рентген снимогын күрһәтеп, кәңәшләшеп алды. “Беҙҙең травпунктта йәмғеһе 2 табип, 9 шәфҡәт туташы, 3 кесе медицина хеҙмәткәре эшләй. Бөтәһе лә йәштәр. Бер йылға яҡын эш дәүерендә табиптарыбыҙ үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтте, байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрҙө. Әлбиттә, беҙҙең эштә бер бөтөн, бер команда булып ойошоу мөһим. Ҡул ярҙамы ла, тел ярҙамы ла кәрәк. Шуға һәр береһенең фекеренә ҡолаҡ һалып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итергә тырышабыҙ. Ни тиһәң дә, беҙҙең ҡулда – кеше ғүмерҙәре.

Шәхсән үҙемдең медицина өлкәһендәге стажым 14 йыл. Мәләүез районының Аптраҡ ауылы мәктәбен, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына тамамланым. Республика балалар клиник дауаханаһы нигеҙендә балалар хирургияһы буйынса интернатура үткән саҡта мине Калинин районының травпунктына эшкә саҡырҙылар. Унда мин 10 йыл балалар дауалау менән шөғөлләндем һәм параллель рәүештә травматология буйынса белем алдым. Аҙаҡ хеҙмәт юлымды 6-сы балалар поликлиникаһында дауам иттем. Улым менән декрет ялында ултырған саҡта мине әлеге травпунктҡа мөдир итеп саҡырҙылар.

Эшем менән ныҡ ҡәнәғәтмен. Ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫтай көс тарта мине пациенттарға. Етәксе булараҡ, бер урында ғына ултырыу форсаты юҡ, төрлө мәсьәләләр хәл итеп йөрөргә тура килә. Әммә минең ярҙамыма мохтажлыҡ кисергән сабыйҙы килтереү менән мин шундуҡ ҡабул итеү бүлмәһендә пәйҙә булам. Хоҙай Тәғәлә үҙе шулай әшкәртәлер, күрәһең. Тимәк, тәғәйенләнешемде дөрөҫ тапҡанмын.

Минең бар аңлы ғүмерем балаларға бағышланды. Артабанғы тормошомдо ла башҡа һөнәр эйәһе булараҡ күҙ алдына килтерә алмайым. Мөғжизә булып, ғүмер ҡуласаһын кирегә әйләндерһәләр ҙә, эшмәкәрлегем барыбер сабыйҙар тирәһендә уралыр ине. Ҡул эштәре менән булашырға яратам, бәлки, кескәйҙәргә оҫталыҡ дәрестәре бирер инем”, – тип дауахананың оҙон коридорҙары буйлап, кабинетына үткән саҡта тормошо хаҡында ла һөйләп өлгөрҙө табип.

Ысынлап та, балалар менән эшләгән кеше, ғәҙәттә, эскерһеҙ, асыҡ күңелле була. Уларҙың нескә йөрәге яһалмалылыҡты, хатта өлкәндәрҙең күҙенә эләкмәгән нәмәләрҙе лә тойоу һәләтенә эйә. Ләйсән Зәки ҡыҙына ҡарайым да, унда ла әлеге күркәм сифаттарҙы төҫмөрләйем. Аралашыуыбыҙға ярты сәғәт самаһы ғына үтһә лә, күптәнге таныштар кеүек көлөшөп һөйләшәбеҙ. Минең уйҙар солғанышына сумған арала ул икенсе мәртәбә ҡабул итеү кабинетына инеп киткән. Уның артынан үттем. Минең менән ихласлап һөйләшеп йөрөһә лә, үҙ бурыстарын онотмай икән. Ләйсән сабый баланың гипсын сисеп маташҡан йәш табипҡа ярҙамға ашыҡты. Ҡайсы менән етеҙ, ышаныслы хәрәкәттәр яһап, ҡыҙсыҡты ҡаты ҡоршауҙан ысҡындырҙы. Аҙаҡ пациентының хәлдәрен белешкәс, тыныс күңел менән кабинетына йүнәлде.

Әлеге күренештән һуң травматолог һөнәренең ябай һәм еңел булмауын аңланым. Гүзәл заттың был өлкәне һайлауы аптырата ла, һоҡланыу тойғоһо ла уята. Уйымды аңлаған кеүек, Ләйсән дә: “Йыш ҡына минән, һөнәрең ауыр түгелме, тип һорайҙар. Яратҡан эш йөк булмайҙыр ул, минеңсә. Әлбиттә, һәр эш – һынау. Кемделер физик, кемделер хис-тойғо, аҡыл йәһәтенән тикшерә, һөнәр нескәлектәренә лә төшөнөргә кәрәк. Мәҫәлән, миңә көн дә сирлеләр, һыҙланыуҙарға түҙә алмай илаған сабыйҙарҙы күрергә тура килә. Бала тапҡас, әсәлек инстинкты көсәйҙеме икән, ҡайһы саҡта күңелем тулып, илар сиккә етәм. Әммә вазифам төшөнкөлөккә бирелеп, хисләнеп ултырырға рөхсәт итмәй. Табиптар һәр ваҡыт тыныс һәм һалҡын аң менән эш итергә тейеш. Гүзәл зат булараҡ, беҙгә был йәһәттән ауырыраҡ кеүек. Шулай ҙа әлеге һөнәрҙе үҙләштереүселәр һаны арта, үҙемдең коллективымда ғына 2 ҡыҙ эшләп йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар рухы нығына бара, шикелле.

Минең һөнәри бурыстарымдың береһе – бала менән дә, өлкәндәр менән дә уртаҡ тел таба белеү. Сөнки беҙгә килгән кешеләрҙең өстән бер өлөшө генә пациенттар, ә ҡалғандары оҙатыусылар. Уларҙың күңел торошо дауалау процесына ныҡ йоғонто яһай. Ғәҙәттә, балаға атай-әсәһенең кәйефе, эмоциональ көйлөлөгө тәьҫир итә. Ҡайһы бер өлкәндәр балаһының саҡ ҡына имгәнеүенән ҙур бәлә яһай, бөтә кешенән ғәйеп эҙләй, паникаға бирелеп бара. Бындай атмосферала сабый үҙен тыныс тота алмай, әлбиттә. Ә ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең сабырлығына, күңел матурлығына хайран ҡалам. Яңы йыл алдынан булған бер ваҡиға хәтергә төштө. Бер ханым инвалид балаһының ныҡ һыҙланыуына, инде нисәнсе табипҡа барып та, сәбәбен асыҡлай алмауҙарына борсолоп, беҙгә килде. Сабыйҙың диагнозы ҡатмарлы, аяҡтарына икенсе ҡалала дауаланыу курсы алғандар. Ултырғысҡа ултыртҡан саҡта баланың йөҙөндә һыҙланыу билдәләре төҫмөрләнем. Гипсын сисергә булдым. Бөтә бәлә аяҡтарҙы тотоп торған махсус энәләрҙең урынынан ҡуҙғалыуында ғына булған. Гипс йөрөткән саҡта ундай хәлдәр булыуы ихтимал. Сабыйға күрһәткән ярҙамым әллә ни ҙур булманы. Ә уларҙың нисек ҡыуанғанын, шатлыҡ тулы йөҙҙәрен күрһәгеҙ! Балаһының ауыр диагноз менән йәшәүенә ҡарамаҫтан, әсәһенең шул тиклем дә ҡәнәғәт, бәхетле һәм рәхмәтле була белеүе һоҡландырҙы. Ошондай кешеләр менән аралашҡан һайын күберәк ярҙам итке, файҙа килтерге килә башлай”, – тип әҫәрләнеп китте әңгәмәсем.

Табиптың шатлыҡлы йөҙөн күреү минең өсөн дә ҡыуаныслы ине. Ни тигәндә, һыҙланған сабыйыңды үҙе, эше менән ҡәнәғәт белгестәр ҡулына тапшырыуы күпкә еңелерәк һәм ышаныслыраҡ бит. Ҡайһы саҡта ауыртыуҙы баҫыр өсөн йылы һүҙ, йылы мөнәсәбәт тә етә. Ә шулай ҙа сабыйың дауахана тупһаһын тапамаҫ өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк икән, тигән күптән күңелемде өйкәп торған һорауымды бирә һалдым Ләйсән Зәки ҡыҙына.

“Бәләкәй балалар яңы ғына тәпәй баҫып киткән осорҙа йыш йығыла. Ҡайһы бер ата-әсәләр уларҙың тәне тәбиғәттән һаҡланған тип, бик борсолоп бармай. Әммә үҙемдең тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам. Һуңғы осор балаларының терәк-хәрәкәт итеү аппаратының көсһөҙөрәк булыуы күҙәтелә. Шуға уларҙың саҡ ҡына имгәнеүе лә һыныу осраҡтарына алып килеүе ихтимал. Минең уйымса, эш тәү сиратта туҡланыуҙан һәм физик күнекмәләрҙән тора. Аҙыҡ-түлектең сифаты көндән-көн насарая бара. Шуға ла өйҙә бешерелгән тәбиғи ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, фастфуд, чипсы, газлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартырға кәңәш итер инем. Һөт, ит ризыҡтары, йәшелсә-емештәр мотлаҡ рәүештә рационда булырға тейеш. Әлбиттә, сама тураһында ла оноторға ярамай.

Икенсенән, беҙҙе балаларҙың физик әүҙемлеге һүлпәнәйеүе борсой. Заман талабы буйынса йәшәп, бигерәк тә ҡала ерендә, балаларҙы саф һауала йөрөүҙән, хәрәкәт уйындарынан мәхрүм итәбеҙ. Машинаға ултыртып ҡына балалар баҡсаһына, мәктәпкә алып барабыҙ, кисен алып ҡайтабыҙ. Шуға ҡайһы бер атай-әсәйҙәр, әлеге хәрәкәт эҙләп, балаларын парктарҙа йәки төрлө уйын залдарына йөрөтөргә тырыша. Һуңғы йылдарҙа популярлыҡ яулап алған заман техникалары күңелдәрен күтәреп кенә ҡалмай, һаулыҡтарына ла ыңғай йоғонто яһар тип хаталана. Улар хәүефһеҙ түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Мәҫәлән, мине гироскутерҙа йөрөү, батутта һикереү айырыуса ҡурҡыта. Сөнки имгәнеү ихтималлығы ҙур, умыртҡа һөйәге ныҡ зыян күрә. Үткән йылдың һуңғы ярты йылы эсендә беҙгә батутта имгәнгән 97 бала мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, тотош ҡала буйынса был һан күпкә юғарырыҡ. Күпселек аяҡ-ҡул һәм умыртҡа һөйәге имгәнеү осраҡтары теркәлде. Шуларҙың 10 процентына етди дауаланыу курсы һәм хирургия ҡатнашлығы талап ителде. Батуттар зыянһыҙ күренһә лә, әлеге күрһәткестәрҙән һуң уйланырға урын бар. Шуға атай-әсәйҙәргә сабыйҙың умыртҡа һөйәге формалашҡан осорҙа бөтөнләй батутҡа баҫтырмаҫҡа кәңәш итер инем. Организм бындай йөкләмәне күтәрергә әҙер булырға тейеш.

Әлбиттә, балаларҙы тыйып ултырып булмай, айырыуса үҫмерҙәрҙе. Был осорҙа балалар өлкәндәрҙең тулы контроленән арына башлай. Уларҙың үҙ донъяһы, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары барлыҡҡа килә. Мин-минлек өҫкә ҡалҡа, иптәштәре алдында үҙен көслөрәк итеп күрһәтеү теләге арта. Улар йыш ҡына үҙҙәренең мөмкинлектәрен баһалап бөтмәй, хәленән тыш көсәнеп, имгәнә. Шуға күрә был осорҙа өлкәндәргә балаларына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Күңел асыу үҙәктәрендә лә инструкция үткәреү мәсьәләһен бер-береһенә япһармай, атай-әсәйҙәргә лә, ойоштороусыларға ла сифатлы мәғлүмәт еткереү ҡамасауламаҫ ине. Ә шулай ҙа, минеңсә, иң отошлоһо – сабыйығыҙҙың мөмкинлегенә ярашлы спорт төрө һайлап, даими рәүештә шөғөлләнеү. Бала тормошонда физик йөкләмә мотлаҡ булырға тейеш”, – тигән яуап ишетелде.

Ысынлап та, беҙ сабыйҙың күңелен күреүҙе өҫтөн күреп, уның хәүефһеҙлеген күҙ уңынан ысҡындырабыҙ ҡай саҡ. Шуныһы аяныслы. Был, бәлки, мәғлүмәт етмәгәнлектән, бәлки, битарафлыҡтан киләлер. Бөгөнгө көндә өлкәндәр күпселек үҙ ҡаҙанында ҡайнап йәшәүгә күнеккән, шунлыҡтан балаларға иғтибар етеңкерәмәй кеүек. Имгәнгән осраҡта ла бала ауыртҡан ере хаҡында әйтһә лә, хәйләләшә тип, артыҡ әһәмиәт бирмәгән өлкәндәр бар арабыҙҙа. Әгәр ҙә бала ике көн рәттән ауыртыуға зарнала икән, тимәк, юҡҡа түгел. Баланы үҫтергәндә уны тыңларға ла, ишетергә лә өйрәнергә кәрәк шул.

“Атай-әсәйҙәрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында травпунктҡа килгән балалар һаны ла аҙ түгел, – тип билдәләне Ләйсән Зәки ҡыҙы. – Яҙ-йәй миҙгелдәрендә айырыуса тәҙрәнән ҡолап төшкән балалар һаны артып китә. Әлбиттә, табиптар пациенттарҙың ғүмере өсөн көрәшә, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә. Әммә был күңелһеҙ осраҡтың тәүсәбәбе – әлеге ғәмһеҙлек. Сабыйының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – атай-әсәйҙең төп бурысы. Был йәһәттән хатта төрлө административ һәм юридик статьялар булдырылған.

Һәр кем күңелһеҙ хәлгә тарыған кешегә тәүге ярҙам күрһәтә белергә тейеш. Мәҫәлән, бәрелгән урынға мотлаҡ рәүештә һалҡын әйбер ҡуйырға. Был бер аҙ һыҙлауҙы баҫыр, шеште ҡайтарыр һәм ҡан төйөлөүен булдырмаҫ. Быуынды ҡыҫып, бинт менән бәйләп ҡуйырға кәрәк. Ә һынған аяҡ-ҡулдың хәрәкәтләнеүен сикләү мөһим. Бының өсөн берәй оҙон ҡаты әйбергә ҡуша нығытып беркетеү мотлаҡ. Әлбиттә, аҙаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Ошондай мәғлүмәт менән кеше бәләкәйҙән хәбәрҙар булырға тейеш. Элек беҙ мәктәптәрҙә практик дәрестәр бирә торғайныҡ. Яңыраҡ ҡына Мәғариф үҙәгендә 5–7 синыф уҡыусылары өсөн тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса интерактив лекция уҡыным. Дәрес ваҡытында фотограф егет бер ваҡиға хаҡында бәйән итте. Уларҙы ла мәктәптә медицина хеҙмәткәрҙәре уҡытҡан икән. Әммә арабыҙҙа иғтибарлап тыңлаусы булманы, ти. Бер мәл ул сана менән ағасҡа бәрелеп, ҡулын һындыра. Шунда класташ малайҙарының тиҙ генә фекер туплап, ике ботаҡ менән ҡулына шина һалыуына әле килеп аптырай. Баҡтиһәң, дәрестә уйнап ултырһалар ҙа, аңдарына кәрәкле мәғлүмәтте, барыбер һеңдергәндәр икән. Балалар тәбиғәттәре буйынса шундай.

Сирҙе дауалағансы һаҡланыу саралары күреү яҡшыраҡ һәм отошлораҡ икәне барыбыҙға ла билдәле. Шуға ла даими рәүештә профилактик саралар үткәреп тороу – беҙҙең дә, атай-әсәйҙәрҙең дә, сабыйҙарҙың да тыныс һәм бәхетле киләсәгенең нигеҙе икәнен онотмайыҡ”, – тип һүҙен йомғаҡланы Ләйсән Зәки ҡыҙы.


Табип – дауалаусы ғына түгел, минеңсә. Сөнки саҡ ҡына ауырыһаҡ та уларға йүгерә һалабыҙ. Һыҙланыуыбыҙ бер аҙ баҫылһа, күҙҙәр асылып, донъялар яҡтырып китә, бар тирә-яҡ йәмләнә, көс-дәрт арта... Шуға ла “аҡ халатлылар” кеше ғүмерҙәре һағында тороусы ғына түгел, ә йәшәү сәме, йәшәү мәғәнәһе бүләк итеүсе заттар улар.

Читайте нас: