Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Август 2018, 10:24

"Башҡорт шәле" тигән мөғжизә

Шәл тиһәң, Көньяҡ Урал армыттары өҫтөндәге зәңгәр күк йөҙө, унда ел менән ҡыуышҡан болоттар, тау битләүҙәрен көмөшләндереп тирбәлгән суҡ башлы ҡылғандар күҙ алдыма килә.

Шәл

тиһәң, Көньяҡ Урал армыттары өҫтөндәге зәңгәр күк йөҙө, унда ел менән ҡыуышҡан
болоттар, тау битләүҙәрен көмөшләндереп тирбәлгән суҡ башлы ҡылғандар күҙ
алдыма килә. Баш ҡалала йәшәүсе бер оло ғына түрә ағай әйтмешләй, “беҙ дебет
ашап үҫтек”. Дебет – беҙҙең Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр яғында нәзәкәтле һәм
тәкәббер холоҡло йорт кәзәһенең йылы, йомшаҡ һәм сифатлы мамығы. Дебеттән
бәйләгән шәлде беҙҙә “шал” тиҙәр. Ошо бер һүҙ минең өсөн башҡорт халҡының хәләл
көсөнә, фиҙакәр эшһөйәрлегенә, етеш тормош-көнкүрешенә, ҡыуаныслы һәм шаян
йыр-таҡмаҡтарына, боронғо һәм бөгөнгө йолаларына барып тоташа.

Башҡорт
балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы янында бөтә илгә дан ҡаҙанған башҡорт шәле
лә бар. Башҡорт дебет шәле Башҡортостан халҡын ғына түгел, бөтә Урал буйын,
Ырымбур өлкәһен, Үзбәкстан, Алыҫ Көнсығыш, Себер, Мәскәү, Ханты-Мансы
тарафтарын да йылыта. Уның шифалы йылыһын халҡыбыҙ борондан белгән, дебет
алыу-һайлау серен, бәйләү оҫталығын ҡулдан-ҡулға тапшырған. Башҡортостанға
күсеп килгән халыҡтар ҙа был мөғжизәнең бөйөклөгөн аңлап, үҙ оҫталығын, үҙ
йүнселлеген өҫтәгән. Ҡыуандыҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Һарыҡташ, Ейәнсура, Күгәрсен,
Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Миәкә, Fафури райондарына саҡлы
урманлы-далалы төбәктә кәзәләрҙең мамығы йылы һәм мул була. Был яҡтағы һыу һәм
үләндәрҙең сифаты мамыҡҡа күсә, һауа торошо төрлөсә – ҡышын сатлама һыуыҡ,
йәйен еләҫ күләгәле. Fөмүмән, урманлы һәм ҡаялы тауҙар кәзә малының үҙенсәлекле
сыҙамлы һәм үрсемле булыуына килтерә. Ейәнсура яғында улар хатта “башҡорт
кәзәләре тоҡомо” тип йөрөтөлә. Ысынлап та, һәйбәт дебетле кәзәләрҙең нәҫелен
өҙмәйенсә, халыҡ уларҙы быуындан-быуынға тапшырып һаҡлаған.

БАШҠОРТ ШӘЛЕ ТӨРҘӘРЕ

“Дебет шәл”,
“мамыҡ шәл” – уртаса ҡалынлыҡта
иләнгән (1–1,5 мм)
дебеттән бәйләнгән классик йылы шәл, ул халыҡсан ысул менән – ситтәре биҙәк
һалынып һәм “тел” менән семәрләп айырым бәйләнә һәм тегеп йә бәйләп уртаға
ҡушыла, тигеҙ дүртмөйөш яҡтарының оҙонлоғо 70 см-ҙан бер метрға хәтле булыуы
мөмкин. Дебет шәлдең “Килен шәле”, “ҡыҙҙар шәле”, “әбейҙәр шәле” тигән төрҙәре
лә була.
“Селтәр шәл”
йәки “үәл”
– эре итеп йыш күҙ салып, күп биҙәк һалып, нәҙек иләнгән мамыҡтан һирәк итеп
бәйләнгән үтә күренмәле шәл.
“Ауыл шәле”
йәки “урман
шәле” – кәзә мамығын йыуан итеп иләп (диаметры: 2–3 мм!), ҙур энә
менән бәйләнгән “ҡалын, ҙур шәл”. Уны “оло шәл” тип тә йөрөтәләр
(1,5х1,5м). Урман шәле йәки ауыл шәле бик ныҡ ҡабарыуҙан үтеп, тығыҙ бешеләнеп,
кейеҙләнеп китергә тейеш, ул ҡышҡы һыуыҡта тун кеүек йылы була, сәкмән өҫтөнән
кейелә, юрған урынына ла ҡулланыла. Ауыл шәлен Йылайыр яғында бөгөн дә
бәйләйҙәр.
“Өсмөйөш”
– “косынка” – йәш
ҡыҙҙарға йәки йорт араһында ябына торған ҡышҡы баш ябыуы итеп тотонғандар.

ТОҠОМЛО КӘЗӘҢ БАРМЫ?

Башҡорт
шәле — Көньяҡ Уралда көн иткән башҡорт халҡы өсөн тарихи-иҡтисади, милли-мәҙәни
күренеш, ти этнографтар. Ошо таулы-далалы төбәктә йорт кәзәһенең уникаль тоҡомо
— үҙе йылы, матур һәм яҡшы сифатлы мамыҡ-дебет бирә торған төрө үрсегән. Йүнсел
хужабикәләрҙең үҙенә туй бүләге булып, бирнә менән эйәреп килгән кәзәһенең
нәҫелен өҙмәйенсә, һаҡлап үрсетеүе, һайлап-хәстәрләп иң дебетле, иң сыҙамлы
кәзәне тоҡомға һалыуы (орлоҡҡа ҡалһын, тигән булалар) һәм мамыҡ өсөн тотоуы
хәҙер ҙә бар. Йорт кәзәһен бары тик мамығы өсөн аҫрау Көньяҡ Урал армыттары
буйлап ултырған башҡорт ауылдарында борондан килгән хужалыҡ ысулы. Алтай
тауҙарындағы марал боландары кеүек, кәзәнең һөтө, ите, тиреһе лә кеше һаулығы
өсөн файҙалы, шифалы, дауа сифатлы икәнен халыҡ белә.

***

ХХ быуаттың
60-сы йылдары, Хрущев заманы. Кинәт кәзә башына ысын мәғәнәһендә афәт төшә.
Быуаттар буйы һаҡлап килгән ысын дебет кәзәләре юҡ ителә, тап башҡорт аттары
кеүек, башҡорт дебет кәзәһенә, тимәк, дебет шәленә, тимәк, етеш йылы тормошона,
күңел зауығына, көндәлек милли шөғөлөнә иҫ киткес битарафлыҡ менән ҙур зыян
һалына. Күп урында кәзә малы бөтөнләй юҡҡа сығарыла. Уның хаҡында халыҡтың шаян
көләмәс-әйтемдәре, дебет шәлдең күркәм йылыһын данлаған йырҙары ғына ҡала. Шәл
бәйләгән ауыл ҡатындары “спекулянт” тип мыҫҡыллана, шәл һатыу ҡаты тыйыла.
Бәхеткә күрә, был мәшхәр оҙаҡҡа бармай, социалистик ил башлыҡтарының бер
идеянан икенсеһенә һикергән сағында мамыҡ кәзәһе лә, башҡорт аты, башҡорт бал
ҡорто кеүек, “күмәк халыҡ хужалығы дошмандары” тигән яман ярлыҡтан ҡотола.
Таулы-далалы Башҡортостандың бер байлығы булған дебет кәзәләрен ҡайһы бер
төбәктәр, йәшереп-ҡасырып тигәндәй, тоҡомон өҙмәй һаҡлап ҡала алған. Ләкин был
вәхшилектең ҡоротҡос шауҡымы тиҫтәләрсә йылдарға һуҙыла.

ЙӘШӘЙ БЕР РИҮӘЙӘТ

“Ейәнсура
яғында Һүрәм йылғаһы буйында берәүҙең ҡатыны бик оҫта шәлсе була. Килен булып
килгән мәлендә ул арбала тик ултыра бирә – таянып төшөрлөк мөгөҙ көтә. Бейеме
уға бер башмаҡ килтерә. Башмаҡ артынса күк дебетле йәш кәзә тәкәһе эйәреп сыға,
мәүеш башмаҡты ситкә һөҙөп ебәрә лә үҙе киленгә ҡаршы ынтыла. Малҡайҙың
шуҡлығына хайран ҡалып, йәш килен уның муйынына таҫма бәйләй, майлы көлсә бүлеп
ҡаптыра. Тәкәнең ҡоростай ҡаты һәм көслө мөгөҙөнә таянып, былай булғас,
шартлатып донъя көтәм, тип уйлап-ниәтләп килеп төшә килен, айыры тояҡлы бүләккә
бик риза була. Бер-ике йыл үтеүгә уның кәртәһе тулы кәзә булып китә. Улар
көмөштәй көләс, йәйғорҙай йәмле, ебәктәй еңел дебет бирә. Егәрле ҡатын бөтә
ғаиләһе менән көнө-төнө баш күтәрмәй ҡыш буйы дебетте эш итә – күҙ яуын
алырҙай, йырға һалып йырларҙай шәлдәр бәйләй. Кәзәне бөтөрөү, шәхси хужалыҡты
ҡоротоу буйынса аҙаплы сәйәсәт был төпкөлгә лә ябырыла. Колхоз председателе
йыйылыш яһап, иртәгә ауылда бер кәзә лә ҡалмаһын, көтөүлектәр колхоз малы өсөн
генә тейеш, ҡарағыҙ уны, тип янап, бөтә ауылды хәсрәткә һала. Закондың ҡырыҫ
сағы, колхоз эшенә аяҡ сала, ҡамасау һала, тип, баяғы түрәкәй кәзәгә ҡаршы
һуғышты шул тәкәнән башлай. Көтөү башында эре генә ҡайтып килгән күк тәкәне
атып йыға. Мал ҡото булған тәкәһе әрәм булғанға бик әсенә, бик уфтана хужабикә
һәм бер уй уйлай. Тәкәне тау башына сығарып ерләй. Яҙҙан көҙгәсә кәзә малы
таштан-ташҡа ирәйеп һикереп йөрөгән тау ҡырлаһын Күк тәкә һырты тип әйтеү шунан
ҡала. Ил башлыҡтары бойороғо менән йорт кәзәләре бер нисә көндә кәртә-ҡураларҙан
көтөүе-көтөүе менән юҡҡа сыға. Әлеге ҡатын йәһәтләп оло юлға сыға. Юлдан уҙып
барған машиналарҙың береһен тотоп, өгөтләп, Ырымбур өлкәһенә ҡараған Һарыҡташ
станцияһындағы знакумына күстәнәс ебәрә. Ике ҡытай тоғона иң яҡшы дебетле
кәзәһен һәм кәзә бәрәстәрен һалып, йәшереп кенә тейәп оҙата ул урыҫ белешенә.
Сәләмен дә күндерә: ”Это не коза, это алтын. Не резать, не убить, а то беда
будет... Пять лет жди. Сколько коза будет, столько алтын будет”. Шулай итеп,
ауылдар кәзәләрҙән “азат ителә”. Тау текәләре, һырттары, кәзә һуҡмаҡтары бушап
ҡала, уларҙы таш ҡаплай, үлән баҫа, татлы һәм файҙалы тау үләндәре – әтмәкәй,
селе йыуаһы, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡуҙғалаҡтар – кәзә яратҡан йәшел витаминдарҙан
кешеләр ҙә мәхрүм була. Ҡулы эш һорап, күңеле кәзәне һағынып, шәл оҫталары
бойоғоп ҡала. Кәзәгә ҡаршы “яу” бер нисә йылдан баҫыла төшә, баяғы ҡатын
Һарыҡташҡа юллана. Бер трактор араһына тейәп егерме ике баш кәзә тейәп алып
ҡайта ул, ниндәй генә алтындарын биреп знакумын ризалатҡандыр, әммә ауылда йәнә
матур көмөш дебетле кәзәләр үрсеп китә. Ҡот кире ҡайта”.

СӘҢГЕЛДӘК ЙЫРЫ

“Кәзә ҡайт, кәзә ҡайт, ҡунаҡтарға һөт
кәрәк...”, “Аллаһыу, аллаһыу, кәзәләрҙе тауға ҡыу...” тигән сәңгелдәк йыры
быуаттар буйы тирбәлә Уралтау буйҙарында. Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәҫтән тиҙ-етеҙ
итеп шәл бәйләгән уңған, тырыш, булдыҡлы әсәйҙәребеҙ баҫалҡы ғына йылмайып күҙ
алдына килә... Беҙҙең шәлсе әсәйҙәр... Улар ил иңенә мамыҡ шәл ябып йылытҡан
да, йыуатҡан да, уҡытҡан да быуын. Башҡорт шәленә арнап матур илһамлы йырҙар
ижад ителә. Тағы ниндәй һөнәр эйәләренә һәм уларҙың ҡул-йөрәк йылыһы яғылған
эштәргә ил рәхмәте йыр аша тапшырыла икән?
Кәзә
тураһында башҡорт халыҡ ижадында таҡмаҡ, әкиәт етерлек. Шуларҙың иң билдәлеләре
– “Кәзә менән Һарыҡ”, “Кәзә һәм уның ете бәрәсе” әкиәттәре. “Тауҙан-тауға
йөрөнөм – тау емешен мин йыйҙым, Һыуҙан-һыуға йөрөнөм – һыу емешен мин
йыйҙым... Һөтлөгәндән һөт алдым, Балтырғандан бал алдым...” тип йырлай Кәзә
үҙенең бәрәстәренә. Уның яратҡан көнө-юлы һәм ризығы – таулы-шишмәле Уралтау
ҡырлалары ла иң шифалы-затлы дарыу үләндәре... Башҡорт шәле, моғайын, кәзәнән
башлана торғандыр...
Башҡортостанда
мамыҡ кәзәләрен тотоу, уларҙың яҡшы тоҡомдарын сығарыу – электән килгән халыҡ
кәсебенең нигеҙе. Ләкин һәр төбәктең үҙ кәбәге, тигәндәй, һәр яҡтың үҙ мамыҡлы
кәзәһе. Әбйәлил дебетенән Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Көйөргәҙе
яғыныҡы ныҡ айырыла. Башҡорт дебет кәзәһе тигән йорт малы бары тик
Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайышында айырыуса яҡшы дебет бирә. Был
тоҡомдо республикабыҙҙың төньяғына, көньяҡ-көнбайышына, көнсығыш яландарына
күсереп ҡарағандар, бер-ике йылдан мамығының сифаты бөтөнләй үҙгәрә. Тимәк,
бөтә хикмәт – таулы-шишмәле ерҙәрҙең үләнендә һәм һыу көсөндә. Ҡуйсы, кәзәнең
кәзәһенә хәтле урын һайлай, тип әйтә алмайһығыҙ, сөнки кәзәнең ашау-эсеүгә
талымлы, ни хәтле һайлансыҡ булыуын уны аҫраған бөтә кеше белә. Ашау ғына
түгел, ятыу-йәшәү урыны ла ифрат яйлы, ҡоро, яҡты һәм саф һауалы булырға тейеш
уның. Был талаптары уның дебетендә лә сағыла. Йыл ҡоро килһә, дебет ҡыҫҡа һәм
ҡуйы, һалҡын килһә – оҙон һәм ҡалын, ямғырлы икән – һуҙылыусан һәм һирәк була,
ти кәзә аҫраусылар.

КӘЗӘ ТАРАУ

Ҡышҡы
селләнең ҡояшҡа боролған бер мәлендә – шаҡай-февраль айы урталарында кәзәнең
дебете ҡалҡа, уның иң ҡуйы һәм иң ныҡ сағы ошо – сатлама һыуыҡ һәм салт ҡояш
нуры ергә тура төртөлә башлаған мәл. Ҡыш буйы кәзәгә яҡшы йәшел бесән, ярма, таҙа
йылы һыу, витаминлы комбикорм биреү мотлаҡ икәнен һәр кем белә. Кәзә өҫтөнә
бесән ҡойолмаһын, уны үтә ел йәки артыҡ һыуыҡ һуҡмаһын, малҡай епшек
буран-рашҡыла ҡалып күшекмәһен, өҫтөндә елберҙәп кенә ҡалҡып торорға тейешле
мамығы уҡмашмаһын, ул тынсыу-тар урында интекмәһен – көн уртаһын ҡояшлы саф
һауала, асыҡ кәртәлә үткәрһен... Кәзә аҫраған ауыл кешеһенең олоһо ла,
бала-сағаһы ла был ҡағиҙәне тота. Тарар алдынан бер-ике тәүлек кәзәләрҙе йылы
урында – теплякта тоталар, был осраҡта мамыҡ ҡылдан айырыла, тиренән ҡупшый,
өҫкә ҡалҡа һәм тарап алыу еңелләшә, тиҙәр...

ДЕБЕТЕМ ЕФӘК КЕҮЕК

Кәзә
аҫрауҙың рәт-сиратын теүәл үтәү, мамығын эшкәртеүҙең һәр аҙымын ентекле
башҡарыу, уларҙың үҙенсәлеген, ваҡытын белеү – һәммәһе лә был кәсептең халыҡ
тормошонан айырылғыһыҙ һәм борондан билдәле булыуында. Кәзәнең мамығын тарау,
уны бөтә сүп-сарҙан айырыу, ҡыллау, тетеү, кәрәк
булғанда уны буяу (ғәҙәттә сөм-ҡара төҫкә буямайҙар, күберәк
күкһел, һорғолт, һоро төҫтө эҙләйҙәр. Әммә һуңғы йылдарҙа шәл өсөн дебет буяу
бөтөнләй кәрәкһеҙ тип һанала, сөнки халыҡ тәбиғи төҫтәрҙе үҙ итә). Шунан аялау
йәки шапалау (йәки
“ҡабалау”,“тәпәләү”) (ая һәм шапалаҡ, ҡаба
тигән махсус эш ҡоралдары бар), аялаған саҡта бөтә сүп-сар, ваҡ, ҡыҫҡа мамыҡ – дебетте
ойота, эретә торған алама төпрә ая тарағына эләгеп ҡала.
Аяланып бөткәс, ысҡындырып алғанда дебет ебәк кеүек таҫланып торған,
усҡа һыйырлыҡ ҡына гәләбәләргә бүленә (“бүлкә”, ”ләпәшкә”,
“уҫлама”). Дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау (ҡатлыҡ
йәки киҙе-мамыҡ еп ҡушыу, “челнок”, “ойоҡ”), артабан сиратыу (орсоҡтоң
оҙонорағын һайлайҙар), йомғаҡлау (бер шалға сама менән уртаса
тығыҙлыҡтағы алты йомғаҡ әҙерләйҙәр, үлсәһәң дүрт-биш йөҙ грамм самаһы булһа
ярай), шунан инде сит башлау, ситтең телдәрен һанай-һанай,
биҙәктәрен барлай-барлай бәйләү, урта теҙеү һәм бәйләү,
дүрт яғынан сит ҡушыу, йылымыс һыуҙа һабынһыҙ ғына ебетеп тороп сайҡау
һәм еләҫ урында элеп киптереү, телдәрен берәмләп яҙып-тартып
ҡаҙауҙарға элә-элә дүртмөйөшлө киргескә киреү... Һәр аҙымдың үҙ
тәртибе аныҡ һәм мөһим. Әҙер шәлде ҡояшҡа күрһәтеү, елләтеү, ямғырға йәки
буранға сығарып элеп сафландырыу, таҙартыу – һәр оҫтаның үҙ зауҡында һәм
мәйелендә. “Өбөрҫөгә шәл тапау”
тигән бер күренеш бар: шәлде яңы яуған һалҡын өрпәк ҡарға сумдырып-бутап, хатта
тапап алалар ҙа, дүрт мөйөшөн тигеҙләп тотоп ныҡ итеп һелкеп, киптерергә
эләләр. Яңы дебеттән бәйләнгән шәл, хас тере кәзә өҫтөндәге кеүек, тәбиғәттең
һәр миҙгелен ярата һәм “шатланып” ҡабарып-ҡалҡып-өбөрһәләнеп китә...
Шәлде
маҡтау-һынау дебеткә бәйле: “ҡалҡҡан дебет” (кәзәнең өҫтөнә ҡалҡып, ялпылдап
торған мамығын сүпләп-тартып сығарып йыйыу ҙа булғанға), “тәкә дебете” (тәкәнең
мамығы – муйынында, тиҙәр), “алтын балдаҡ аша үтерлек” (шыма, таҙа дебет),
“семтеп тотоп әйләндерһәң дә, өҙөлмәй” (ысынлап та, оҙон дебет бик ныҡлы була),
“йөҙйәшәр дебет” (дөрөҫ тотонолған шәл бик оҙаҡҡа етә, туҙмай).
Әле
шәл бәйләү аҙымдарын белгәнемсә һанап сыҡтым. Үҙем “шал эсендә” үҫһәм дә, шәлде
бик яратһам да, ғүмеремдә ни бары бер шәл бәйләнем, уныһын да әсәйем әҙерләгән
әҙер йомғаҡтарҙан... Уртаса ғына бер шәл килеп сыҡты, бик арыным һәм ялҡтым,
бәйләп тә бөттөм, иртәгеһенә үк һатып та ебәрҙем; аҙаҡ үкендем, сөнки баяғы
шәлде алған кеше уны һаман ябына. Утыҙ йыл үтһә лә, ул ҡупшы һәм таушалмаған.
Хужаһы килешкән, тимәк. Әлбиттә, дебеттең сифатынан һәм бәйләүҙән дә тора. Шәл
“ҡырылмаған”, “бетләмәгән”, “һуҙылмаған”, “ҡыйығаймаған”. Ә ни өсөн мин бүтән
шәл бәйләмәнем? Бәйләүселәре – һылыуҙарым һәм әсәйем ине. Мине “еңел ҡуллы” тип
хуплап-йоплап, дебетте тетергә, ҡылларға, аяларға, сиратырға, йомғаҡларға –
йәғни бәйләргә әҙерләү эшенә ҡуша торғайны әсәйем.

КӘЗӘ ТАРАҒЫ

Кәзә
дебете бөтә Башҡортостанда бер төрлөрәк эшкәртелә. Ситкә тайпылырға тырышыуҙар
шәлдең сифатында шундуҡ күренә, һәм кеше әүәл-әүәлдән һыналған дебет әҙерләү
ысулдарына кире ҡайтырға мәжбүр. Мәҫәлән, үҙ ваҡытында – йәғни февраль
аҙағында, март бурандары алдынан ҡалҡып күтәрелгән һәм тере кәзә өҫтөнән махсус
тимер тараҡ менән тарап алынған дебет иң яҡшыһы һанала. Аҙна-ун көн генә
иртәрәк йә һуңыраҡ таралған дебет күҙгә бәрелеп тора. Ҡырҡып алынған мамыҡҡа
түбән сифатлы тип ҡарайҙар. Ул тиҙ ойоша, бөтөркәләнә, сәнсә, ҡойола.
Ҡыллы
дебеттән бәйләнгән шәлдең ҡатыраҡ икәнен дә белә кеше. Ҡыллау – мамыҡты ҡаты
ҡылдан айырыу, әлбиттә, шәл сифатын яҡшырта. Һуңғы йылдарҙа дебет аялауҙы
махсус тимер тырнаҡлы тараҡтар менән шапалау, йәғни тәпәләү (ҡабалау) менән
алмаштырып маташтылар. Бөгөн дебетте аялау кире ҡайтты, сөнки аяланған дебеттең
күңелле ялтырауы, сәләмәт елберҙәүе шәл бәйләүсе өсөн үҙе бер йән рәхәте.
Дебетте иләүҙең дә һис үҙгәртергә ярамаған берҙән-бер шарты бар. Ул да булһа:
дебет ҡатлыҡтан айырым иләнә. Ҡатлыҡҡа ҡатлағандан һуң уртаса ғына сираҡлыҡта
сиратыла. Шәл оҫтаһы үҙ эшен ихтирам итә һәм был шарттарҙы теүәл үтәй. Еренә
еткереп эшләнгән күркәм шәл — ысын мәғәнәһендә бәйләүсенең күҙ нуры, күңел
яҡтыһы, ҡул йылыһы менән нурланып тора.

ШӘЛЕМ ТҮҢӘРӘК ТҮГЕЛ

Кәзә
дебетенән ҡатын-ҡыҙҙар шәл менән үәлдән тыш башҡа бөтә нәмәне лә – кейәү
бирсәткәләренән башлап йылы балаҫ-юрғандарға хәтле бәйләй. Дебеттән бәйләнгән
еңһеҙ өҫ кейеме көртөй тип йөрөтөлә, дебет пальто-сәкмәндәр иркен итеп бәйләнә.
Кәзә мамығынан бәйләнгән заманса кейем-ҡаралты төрҙәре:
“Юрған” – плед рәүешендә оҙонса
дүртмөйөшләп, ҡалын иләнгән дебеттән бәйләнә;
“Палантин” – иңһәлек шәл, яурынға һалып,
билдән уратып – төрлө рәүештә иркен һалып йөрөрлөк йылы бөркәнсек;
“Елән” – көртөй, еңһеҙ йәки еңле оҙон
кейем һ.б.
Башҡорт
дебет шәленең сифаты, дәрәжәһе һис тә кәмемәй. Киреһенсә, шәл бәйләүселәр
күбәйә, оҫталыҡ арта. Бөгөнгө ғаилә бюджетына ярҙам итә дебет шәл. Балалар
уҡытыу, дауаланыу, йорт һалыу, машина алыуҙа дебет шәл Башҡортостан халҡының
ышаныслы таянысы булып ҡала. Башҡорт шәленең мөғжизәһе һаман илгә, күңелгә,
сәләмәтлеккә хеҙмәт итә.

БАШҠОРТ ШӘЛЕ БАЙРАМДАРЫ

Мин
ысын мәғәнәһендәге халыҡсан “Шәл байрамын” 1992 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт
филармонияһы фойеһында һәм сәхнәһендә күрҙем. Мәҙәниәт министры Салауат Әминев,
республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Светлана Анисимова, байрамдың режиссеры
Кәримә Кайдалова дебет шәл бәйләүҙә дан алған төбәктәрҙән иң оҫталарҙы йыйған.
Ейәнсура районынан иллеләп кеше килгән. Улар шәл күргәҙмәһен, уйын-бейеүҙәрен,
эш алымдарын тамаша яһап халыҡҡа күрһәтте. Энәнән яңы төшкән ифрат матур
шәлдәрҙе күреп, ниндәй оло һөнәрле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына һоҡланыу, рәхмәт
хисе бөтә илде, күңелдәрҙе яуланы. Шәл конкурсының беренсе еңеүсеһе Ейәнсура
үҙәге Иҫәнғолда йәшәгән Мөнирә инәй Псәнчина булды. Тыумышы менән ул Күгәрсен районы
Санъяп ауылынан икән, аръяғына таныша-һораша торғас, миңә алыҫ ҡына туған икәне
асыҡланғас, минең шатлығымдың сиге булманы... Байрамдан һуң үҙебеҙгә сәй эсергә
алып ҡайтҡайным, арыған-талған инәйем минең бәләкәй уланым эргәһенә ятты ла
иҫһеҙ булып өс сәғәт йоҡланы. “Анһат тиһеңме гран-при алыуы”, тип көлгән булды,
йоҡоһо туйғас... Беренсе шәл байрамынан күренештәр – йырлы-бейеүле уйындар,
күргәҙмәләр, һәм был һөнәрмәндәр тураһында тәүге анализ һәм йылы фекерҙәр
“Башҡорт шәле” телефильмында әйтелде (авторы Альда Вәлиева, Башҡортостан
телевидениеһы, 1992 йыл).
“Башҡорт
шәле” күргәҙмәләре һәм шәл оҫталарының бәйгеләре артабан шәлле төбәктәргә
күсте: Күмертауҙа, Стәрлебашта, Ейәнсурала, Хәйбуллала, Күгәрсендә үтә башланы.
2009 йылдан башлап Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡорт шәле”
конкурс-йәрминкәһе йыл аша уҙғарыла. Оҫталарҙың эшен баһалау был милли хеҙмәт
төрөнә дәүләт хәстәрен сағылдыра. Әммә тулы хәстәрлек — башҡорт шәленең хаҡын
билдәләү, һатыу-таратыу, етештереү шарттарын булдырыу.
Эшҡыуар
Алһыу Әбсәләмова Мәскәү, Ханты-Манси, Хабаровск яҡтарында “Башҡорт шәле”
магазиндарын асып, республика оҫталарына шәлдәрен һатырға ярҙамлаша. Әйткәндәй,
Алһыу Әбсәләмова һәр фестиваль, конкурс һайын шәлселәр менән яҡындан танышып,
уларҙың яңы шәл үрнәктәрен һайлап ала, үҙ бизнесында эш урыны тәҡдим итә. Улар
уйлап тапҡан зауыҡлы биҙәктәрҙе таратыу, үҙенсәлекле һәм сифатлы авторлыҡ
эштәрен пропагандалау ҙа кәрәк бит әле. “Дөрөҫөн әйткәндә, бик яҡшы шәлдәр
бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә авторлыҡҡа дәғүә итә ала,” – ти эшҡыуар.
Мәҫәлән, бер нисә йыл рәттән район һәм республика кимәлендә гран-при бүләген
яулаған Зөлфиә Бикбулатова, Роза Кәлиева, Фәнүзә Яубаҫарова (Ейәнсура
районынан) бәйләгән зауыҡлы, күңелле, сифатлы шәлдәр айырым каталогка
индереүгә, ә оҫталар үҙҙәре айырым дәүләт наградаларына лайыҡ. Уларҙың энәһенән
төшкән башҡорт шәлдәре иң юғары талаплы халыҡ-ара күргәҙмәләргә, һөнәрмәнлек
музейҙарына ҡуйырлыҡ. Зөлфиә Бикбулатова – Өмбәт ауылыныҡы, Иҫәнғолда тора.
Уның үҙенең шәлдәре тураһында фекере бик ҡәтғи: “Бөтә серем шунда – мин
ашыҡмайым, ҡабаланмайым, һәр күҙәнәкте еренә еткереп бәйләйем. Эшемдең йәнә бер
үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө – үҙебеҙҙең яҡтың иң яҡшы дебетен һайлап алам,
Ҡарғалы, Байыш ауылдарында һатыла ул мамыҡтар. Өсөнсөнән, “Башҡорт шәле” фестивалдәре
беҙҙең шәлселәр өсөн оҫталыҡ дәресе, күңелде үҫтерә, яуаплылыҡ һәм дәрт бирә,
кеше араһында йөҙөбөҙ яҡты, хөрмәт күрәбеҙ. Бындай йыйындарҙы ойоштороп йөрөгән
яҡташыбыҙ Нәзирә Кәримова, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мең йәшәһен”.

ШӘЛЕМ АҪЫЛ БИҘӘКЛЕ

Борондан
килгән шәл бәйләү ысулы: дебетте ҡул менән иләйҙәр, кизе-мамыҡ еп – ҡатлыҡ
ҡушып сираталар. Шәлдең уртаһы квадрат, тура дүртмөйөш рәүешендә айырым
бәйләнә, уға дүрт яҡлап ситтәр ҡушыла. Һәр сит айырым бәйләнә. Хәҙер оҫталар
машина менән, урта-ситте бергә ҡушып – төрлөсә бәйләй. Әммә халыҡсан традицион
бәйләү матурыраҡ күренә, ҡупшыраҡ һанала. Шәл ситенә биҙәк һалыу – элекке йола
булһа, бөгөн уртаһына ла биҙәкте йәлләмәйҙәр. Оҫталар дебет шәл биҙәктәренә
яғымлы исемдәр ҡуша.
“Шәлдәрҙе
беҙҙә бик күп бәйләйҙәр. Ундағы биҙәктәр – күңел биҙәктәре бит ул” (Лилиә
Тимербаева, Стәрлебаш районы).
Шәл
биҙәктәрен һанайыҡ: “һалма”, “кәкерсәк”, “бесәй табаны”, “тулҡын”, “тура
биҙәк”, “йәйғор”, “шыршы”, “борсаҡ”, “төймә”, “тәгәрмәс эҙе”, “Заһира биҙәге”, “тау
биҙәге”, “тәрәҙә биҙәк”, “өҙмәкәй”.

ТАҒЫ

ЛА КӘЗӘ ТУРЫНДА
Бер
хәбәр-лаҡап бар халыҡ телендә. Имеш тә, ҡытайҙар Себер яғына Башҡортостандан
йорт кәзәләре килтереп, кәзә фермаһы асып, дебетен алып, шәл бәйләп, һатыуға
сығарырға теләгән. Иллә мәгәр бер-ике йылдан кәзәнең дебете танымаҫлыҡ булып
үҙгәрә, ойошҡаҡ йөнгә әйләнә. Тимәк, башҡорт шәле тигән ҡот-бәрәкәт – Башҡортостанға
хоҙай бүләге. Уны республиканың милли хазиналары рәтендә патентлау һәм һис
кисекмәҫтән яҡлау-үҫтереү программаларын эшкә ҡушыу кәрәк. Бигерәк тә урындағы
милли кәсеп-һөнәрмәнлек традицияларын дауам итеп, халыҡҡа эш булдырыу һәм аҡса
табыу ысулы ул – шәл бәйләү һәм һатыу.
Һатыу
тигәндән, алтын сыҡҡан ерендә ҡиммәт, тиһәләр ҙә, был башҡорт шәленә бөтөнләй
ҡағылмай. Ауыл һайын, ҡапҡа һайын йөрөп, башҡорт ҡатындарынан бәйләнгән шәл
һораған, барлығын белеп-һиҙеп ҡалһа, ай-вайға ҡуймай, тартып-талап тигәндәй
ҡулдарынан йолҡоп алып сығып киткән “шәл йыйыусылар” (халыҡ уларҙы шулай ти,
йәки “Ырымбур түтәйҙәре” тигән атамалары ла бар) бер ҙә “алтын хаҡын” бирмәй.
Шәлде эләктереп, сумкаһына тыға ла ул “түтәй”, тотона һатыулашырға,
меҫкенләнергә, хәтта кәмһетеү-әрләшеүгә барып етә. Хаҡын юҡтың аръяғына хәтле
төшөрөп, өҫтәмескә йәнә дебет, бәйләнгән бейәләй, ойоҡбаш, шарф-фәлән ныҡышып
һорап алып, өй эсендә нимә бар, шуны темеҫкенеп, хужаларҙы ҡаңғыртып сығып
китә. “Улар шалдарыбыҙҙы бик арзанға йыялар, хатта дебет хаҡын да бирергә
теләмәйҙәр. Ләкин өйөңдән сығып китер ваҡытың-форсатың булмаһа, аҡса кәрәкһә,
бирәһең дә ебәрәһең. Ғәжәп, ул “түтәйҙәр” хатта алама, иҫке шәлде лә ҡалдырмай,
ала-сола, юлаҡлы-ҡыйыш булһа ла – эләктерә... Күрәһең, үткән еренә алып барып,
тарап-йолҡоп, буяп-тигеҙләп һаталарҙыр. Беҙ ундай алдаҡты белмәйбеҙ, ундай эш
ҡулдан килмәй – Аллаһ һаҡлаһын”, – тиешкән була беҙҙең оҫталар. Арифметика ябай
икәнен бик тә белә улар: төпкөл ауылда шәл 500–600 һумға алыпһатыр моҡсайына
килеп инһә, Өфөлә уны танымаҫлыҡ итеп тарап, мамығын көсләп өҫкә сығаралар,
алыусының танау төбөндә әрһеҙ ялпылдатып төртөп торалар һәм 1500–2000 һум хаҡ
ҡуялар. Ырымбур баҙарында шәлдең башҡорттоҡо икәне бөтөнләй “онотола”, кәрәге
лә юҡ – ул “Ырымбур шәле” тип “эре сирттерә”. Ташкент, Мәскәү, Санкт-Петербург
яҡтарында ла шәл үтә – бындағылар донъяла иң сифатлы шәл – башҡорт шәлен
беләләр, һатыусылар инде хәҙер “Урал”, “Ағиҙел”, “Өфө”, “башҡорт” һүҙҙәрен
ҡушып маҡтап, 5–6 мең һумға осора. Ә инде Себер, Алыҫ Көнсығыш тарафтары бары
тик башҡорт шәлен һорай. Улар яҡтарҙа Ырымбур мамыҡ яулығы – һалҡын уйынсыҡ.
Ҡотопҡа яҡын һыуыҡ ҡалаларҙа ысын башҡорт шәлен 10–15 меңгә хәтле күҙ ҙә йоммай
һатып була, тиҙәр.

БЫЯЛА ДЕБЕТ йәки ЙЫЛАН

ИТЕ
Һүҙҙәр
– төрлө, мәғәнәләре – бер иш. Дебет “кәзә мамығы” тигәнде аңлата. Дебет кәзәһе
– шәл бәйләргә яраҡлы сифатлы мамыҡ бирерлек йорт кәзәһе. Бөтә әтнәкә йәнә шул
дебеткә барып төртөлә. 1960 йылдарҙа Башҡортостандың меңәр йыл аҫраған дебет
кәзәһен көсләп бөтөрһәләр ҙә, аҙағыраҡ Әстерхан һәм Волгоград далаларында
ғәләмәт ҙур кәзә көтөүҙәре пәйҙә булды, әүҙем үрсетелде. Улар оҙон, ялбыр
мамыҡлы, ҡарап торһаң, хатта арыу ғына һымаҡ. Унса малды нисек, ҡасан тарап
бөтөрһөндәр – һыпырып ҡайсылап-машинкалап ҡырҡып алалар, тыңҡыслап тоҡтарға
тултыралар ҙа вагон-кузов тултырып ҡайҙа оҙаталар?! Әлеге лә баяғы
Башҡортостанға! Мәгеҙ, башҡорт бисәләре, ҡулығыҙ ҡысыһа, шәл бәйләмәй тора
алмаһағыҙ, боронғо кәсеп менән осто-осҡа ялғап йәшәргә өйрәнгәнһегеҙ – әйҙә,
алығыҙ, ҡапланығыҙ Волгоград дебетенә! Тәүге Волгоград дебете килеп тулған саҡ
1980 йылдар ине. Беҙҙең бер ҡатлы әүҙемкәй халыҡ баяғы дебетте ҡосаҡлап ташыны,
хатта үҙ кәзәһен бөтөрөп йә тарамай ҡыялғандар булды. Ләкин ысын шәлселәр аҡты
ҡаранан шундуҡ айырҙы: ялпылдап-таралып торған сит яҡ мамығы бер ниндәй йылыны
ла, йырҙы ла, өмөттө лә бар тип тә белмәй, имеш. Урыҫ әйтмешләй, с холодным
носом. Волгоград яғы – ҡыуан елдәр, әрем һәм сәнскәк баҫҡан ҡоро дала, шунда
көн иткән кәзәнең мамыҡ ҡынаһы – хас та быяла, ялпылдай, тик йылытмай, матур
йылмая, тик алдай... Тиҙ баҫыла, бер баҫылһа, төҫһөҙләнә һәм йәмһеҙләнә. Баҙар
мамығы, тиҙәр уны, бер-ике йылдан артыҡ ваҡыт ҡапсыҡта ятһа, баҫылып, кейеҙләнеп-көйһөҙләнеп
тамам эшлектән сыға. Шәлселәр быны белә. Даланан килгән мамыҡтың ҡиммәтлеһен – йөҙ
грамын 500–550 һумға һатып алырға була, ундайы 10–12 см оҙонлоҡта һәм күңелле
ялтырап-балҡып тора. Һайлап-һатып алғас та, һис оҙаҡҡа һуҙмай ғына, яҡшы итеп
шампунь менән йыуып, самаһына тура килтереп иләп-сиратып шәл бәйләгәндә – арыу
ғына кейем килеп сыға ул, ти оҫталар. Ләкин шыуғалаҡ һәм
тырпаяҡ мамыҡ йылыны тотмай, һалҡын булып ҡала. Ундай мамыҡ шәл
иркәләмәй-иркәләнмәй, уралмай-ҡосаҡламай, ғәмһеҙ һәм тәкәббер холҡон ташламай.
Бына шулай, йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр. Кемгәлер ундай шәл оҡшауы
ла бар. “Үҙе уҫал, үҙе сибәр, күрһәң, йәндәрең биҙәр...” – шулай тигән йырҙағы
шикелле. Волгоград мамығынан бәйләнгән шәл – йылан ите булып ҡала инде”, – тип
көлөшә ҡыҙҙар. Үҙҙәре һөйләй, көлөшә, ҡулдарында – сылт-сылт энәләре уйнай,
торған ерҙән шәл сите бәйләп торалар, имеш. Ҡарамай бәйләйҙәр! “Әһә, үҙең
ниндәй дебеттән бәйләп тораһың әле?” – “Әлбиттә, үҙебеҙҙең ауыл кәзәһенеке, уны
ҡарамай ҙа бәйләп була – бармаҡҡа яғылып, уралып тора бит, кешегә
йылышып-иркәләнеп барған йорт кәзәһенең холҡо дебетендә лә ҡала. Шуға ла беҙҙең
башҡорт шәле муйынға уралып, йылытып-хәстәрләп, иркәләп-һөйөп тора бит хужаһын.
Теләһә ниндәй ауырыуға ла дауа, шәлеңә уран да Хоҙайҙан һаулыҡ һора, шул хәтле
килешә, ысын! Тере кәзә өҫтөнән генә тарап алынған тере мамыҡ бит ул – кәзә уны
беҙгә үҙ теләге менән бирә, ҡурҡмай-өркмәй, рәхмәтле-риза булып ҡулыбыҙға
тапшыра. Кәзәбеҙ беҙгә дебетен бүләк итә! Шуға ла беҙҙең дебет әллә нисә йыл
ятһа ла боҙолмай, ойошмай, иҫкермәй. Тетеп-аялап ал да бәйлә, ябынып рәхәтлән!”
Эй, рәхмәт яуғыры шәл оҫталары, егәрле башҡорт ҡыҙҙары! Хоҙай үҙегеҙгә лә
һаулыҡ, иман байлығы, ике донъя рәхәте насип итһен!

АЙЫРМА ҘУР:

БАШҠОРТ

ДЕБЕТ ШӘЛЕ һәм ЫРЫМБУР МАМЫҠ ЯУЛЫҒЫ
Күренекле
рус этнографы Сергей Руденко был хаҡта ХIX быуатта былай тип яҙып ҡуя:
“...Көньяҡ Уралда башҡорт ҡатындары кәзә мамығынан иҫ киткес йылы шәлдәр бәйләй
һәм уларҙы баҙарҙа һатып ғаиләһе өсөн аҙыҡ-түлек таба. Башҡорт ауылдарында өй
һайын туҡыу станогы тора һәм кәзә мамығынан һуғылған бик сифатлы буй балаҫтар
ҙа күп осрай”, – тип яҙа ғалим. Ул башҡорт ҡатындарының файҙалы шөғөлө Ырымбур
губернаһында киң таралыуын билдәләй. Совет власы осоронда Ырымбур йөн яулығы – Оренбургский
пуховый платок – тип аталып киткән йылы кейемдең тап башҡорт шәле
традицияларына тамырланыуы шул яҡта йәшәгән-күргән бөтә кешегә билдәле. Ырымбур
йөн яулыҡтарын етештереүсе фабрика ла тап башҡорт шәлдәренең матурлығын,
кәрәклеген, файҙалы һәм зауыҡлы эш булыуын иҫәпкә алып асыла һәм бөтә ил-дәүләт
ҡарамағына алына. Ырымбур, Ташкент, Өфө, Стәрлетамаҡ баҙарҙарында һәр ваҡыт
Ағиҙел, Оло Эйек, Һаҡмар, Һүрәм, Ашҡаҙар, Юшатыр йылғалары буйында йәшәгән
оҫталар етештергән йылы дебет шәлдәр һатылды. Йылғыр алыпһатарҙарҙың Башҡортостан
ауылдары буйлап өй беренсә ябырылып йөрөп, Ырымбур һәм Урта Азия, Себер
баҙарҙарында һатыу өсөн шәл йыйыуы әлеге көндә лә дауам итә. Мәҫәлән, бер
Ейәнсура районында ғына ауылдарҙа йылына биш меңләп шәл бәйләнә. Улар ҡайҙа
һатыла? Башлыса, Ырымбур яғына оҙатыла, унан алыпһатар юлы менән башҡа яҡҡа
таратыла. Боронғо “Ебәк юлы” кеүек, “Дебет шәл юлы” ла киң тармаҡлы һәм
өҙлөкһөҙ яңырып тора. Ҡыҫҡаһы, кәзә мамығын эшкәртеп, ҡулланыуға бәйле Рәсәйҙә
ике абруйлы бренд бар. Беренсе бренд – борон-борондан Көньяҡ Башҡортостан
хужалыҡ һәм тәбиғәт шарттарына ярашлы барлыҡҡа килгән уникаль кәсептең
өҙөлмәй-юғалмай дауам ителгән күренеше – халыҡ оҫталары бәйләгән Башҡорт шәле.
Икенсе бренд – Оренбургский пуховый платок, фабрикала бәйләнгән биҙәкле Ырымбур
йөн яулығы. Шәл менән яулыҡтың айырмаһы билдәле. Әммә Башҡорт шәле менән
Ырымбур яулығы – икеһе лә гүзәл хеҙмәт емеше.

ЕЙӘНСУРА ШӘЛЕ – ҮҘЕ БЕР

ЗАУЫҠ
Колхоз
эше ҡаты булған осорҙа шәхси хужалыҡтарҙа шәл бәйләү хупланманы, әммә бөтә
Советтар илендәге халыҡ һөнәрҙәрен үҫтереү программаһы буйынса Ейәнсура үҙәге
Иҫәнғолда “Азатлыҡ” тип исемләнгән махсус шәл бәйләү цехы асылды. Унда Ырымбур
шәл бәйләү фабрикаһы өсөн был яҡтағы дебеттән шәл уртаһы бәйләү машиналары
ҡуйылды. Ҡатын-ҡыҙ шәл ситтәрен биҙәкләп бәйләп бирергә надомница, йәғни үҙ
йортонда эшләүсе булып ялланды. Ҡатлыҡ-епте Ырымбурҙан ташынылар, төбәк халҡы
кәзәһенең дебетен тарап, иләп цехҡа тапшырырға тейеш ине. Әҙер шәлдәр Ырымбур
баҙарына “Ырымбур мамыҡ яулығы” исеме аҫтында китеп тора бирҙе. Дебет – беҙҙеке,
бәйләүселәр – беҙҙеке, ә дан – күршеләргә. Шулай анһат ҡына халыҡтың боронғо
кәсебенә икенсе ярлыҡ тағылды. Халыҡ оҫталары ла, шәл уртаһын бәйләтәбеҙ,
тиешеп, эш тиҙләнеүгә-еңеләйеүгә һөйөнөп, шунда ағылды. Ләкин был шатлыҡ оҙаҡҡа
барманы. Машина – машина инде, ул тере кәзәнән тарап алынған мамыҡтың яртыһын
ҡырып алып ҡала, шәл уртаһы ҡаты һәм шөкәтһеҙ бәйләнә, мамығы йоҡа булғас, шәл
күрекһеҙ килеп сыға. Дебеттең әрәм булыуы айырыуса эсте бошора. Йырлай-йырлай
шәл бәйләгән оҫтаның бәйләгән һайын шәле ҡабара бара. Әллә ҡул йылыһынан, әллә
күңел кинәнесенән, әллә күҙ нурҙарынан терелеп ҡабара ул дебет шәл, кем белә...
Иң
яҡшы Ейәнсура шәлдәре Байыш, Әбүләис, Яңыбайҙан, ти оҫталар, сөнки тап Байыш
яғында иң яҡшы дебетле кәзәләр аҫрайҙар. Шул яҡтың дебетен алып шәл бәйләгәндәр
күп. Абзан, Ҡаҙанбулаҡ, Иҙәш, Иҫәнғол, Бикбау, Себенле, Һаҡмар, Ибрай, Үтәғол
оҫталары ла үҙ ауылдарының дебете менән бына тигән шәлдәр бәйләп йәшәй,
конкурстарҙа еңеүсе була.
Иҫәнғол
ауылында йәшәгән Зөлфиә Бикбулатова 2010, 2013, 2015 йылдарҙа республика
“Башҡорт шәле” фестивалдәрендә өс мәртәбә (!) гран-при бүләген яулаған легендар
шәлсе. Рекорд әлегә уныҡы. Бүтән нисек әйтәһең? Уның ижадын(!) өйрәнергә,
хупларға, рәхмәт әйтергә генә ҡала. Ошо урында бер һорау тыуа: өс йыл рәттән
республика фестивалендә гран-при бүләген яуларлыҡ шәл бәйләү оҫтаһын
Башҡортостан хөкүмәтенең, Промышленная палатаның халыҡ һөнәрмәндәрен
хуплар-дәртләндерер баһалары ла булырға тейештер бит?! Халыҡ кәсеп-һөнәр
сәнғәтен үҫтереүсе булараҡ дәүләт бүләгенә ла лайыҡ түгелме ни? Зөлфиә
Бикбулатова ҡулынан бөгөн дә бына тигән шәлдәр илгә тарала. Эйе, ул шәлде
бәйләмәй, башҡорт кәзәһе биргән иң яҡшы мамыҡтың бөтә матурлығы, шифаһы,
бәрәкәте бөркөлөп торған аҫыл шәлдәр ижад итә.
Ейәнсураның бөтә Башҡортостанда дан алған шәл
оҫталары бар – тәүге шәл байрамы (2003) конкурсында еңеүсе булған Мөнирә инәй
Псәнчинаның ҡул арты еңел булды. Унан һуң да ейәнсуралар алдына бер кем дә сыға
алманы. Артабан республика конкурсы баһамандары Хатифа Исмәғилева, Луиза
Ишиналарҙы иң маһир шәл бәйләү оҫтаһы тип билдәләне. Роза Кәлиева (2007 йылғы
республика фестивалендә гран-при лауреаты), Фәнүзә Яубаҫарова (2014 йылғы
фестиваль еңеүсеһе), Алмира Йәғәфәрова (2016), Дилбәр Ҡәҙербаева (2016),
Бибикамал Хафизова (2016), Хәмдиә Теләүбирҙина (2017), Fәлиәбаныу Мырҙағәлиева,
Мәрйәм Һунаншина, Миңленур Дүшәнбаева, Рәйфә Байгилдина, Fәлиә Ишәйева һәм
башҡалар байрам күрке булған шәлдәр бәйләгән. Иҫәнғолдан Фәтхеямал Ишеғолова
һикһән алты йәшендә лә шәл бәйләп майҙан тота.
Һәр
эштә башлап-әйҙәп йөрөгән аҡыллы һәм ғәҙел, уңған һәм фиҙакәр бер шәхес кәрәк.
Ейәнсураларҙы һуңғы осорҙа ҡурсалып алып йөрөүсе Нәзирә Кәримова булды, ул
район китапханалар селтәре мөдире булып эшләне, Ейәнсура шәлселәре ойошмаһы
етәксеһе бурысын иңенә алды һәм арымай-талмай яҡташтарына хеҙмәт итте. Шәлде генә
түгел, шәл бәйләүсене лә таныған кеше ойошма башлығы була ала. Нәзирә
Кәримованың ике маҡсаты булды: тәүгеһе – Башҡортостан Республикаһында “Башҡорт
шәле” дәүләт программаһы ҡабул ителһен һәм был уникаль милли мәҙәни-матди
ҡаҙанышты яҡлау, үҫтереү буйынса хужаларса хәстәрле ил эше башланһын ине!..
Икенсе хыялы: Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылында “Башҡорт шәле” халыҡ
музей-оҫталыҡ йорто асыу. Ике ниәте лә тормошҡа ашмаҫтай түгел, икеһе лә
әһәмиәтле. Ләкин... “Башҡорт шәле” тигән мөғжизә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен
буйлап йөрөгәндә генә республика етәкселәренең иҫенә төшә, йәки зауыҡлы бүләк
кәрәкһә, шәлселәрҙән иң ҡупшы эштәрен таптыралар... Ҡыҫҡаһы, йөҙ илле йыл әүәл
Сергей Руденко беренсе сәфәрендә үк бөтә донъяға һөйөнсөләгән башҡорт милли
кәсебе унан һуң быуын-быуын килеп киткән түрәләрҙең күҙенә лә эленмәй...
Ейәнсура
шәл оҫталары традицион ҡәҙимге бәйләү өлгөләренә бөгөнгө заман биҙәкләп бәйләү
ысулдарын да ифрат ҡулайлы ҡушып ебәрә. Оҫталыҡтың сиге юҡ. Зауыҡлы һәм килемле
эш ул шәл бәйләү. Кәзә мамығын йәнең теләгән төҫкә буяп, ҡулыңа килешкән һыр
менән бәйләп була. Башҡортостан сифатлы дебетен шулай эш итеп торған алтын
ҡулдарға рәхмәт әйтергә генә ҡала. Ләлә Йәнбирҙина, Фәхерниса Кәзбәкова, Фатима
Илбаева, Айгөл Рәхимғолова, Йәмилә Исхаҡова, Зөлфиә Сәлихова, Резеда
Айытҡужина, Гүзәл Шәрипова, Нәфисә Ҡыуандыҡова, Зифа Ишмурзина, Гөлгөнә
Юлдыбаева, Фәсхиә Аҙнағолова, Мәғүзә Һөйөндөкова, Миңзәлә Аҙнағолова, Сания
Ҡансурина, Асия Усманова, Зөлфиә Иҙрисова, Филиә Шәрипова һәм башҡа бик күп
ейәнсура ҡыҙҙары башҡорт шәле тигән хазинаны тыуҙырыусы һәм йәшәтеүсе
замандаштарыбыҙҙың бер төркөмө генә.

ҺУҠҠАН ШӘЛ

Һуҡҡан шәл. Һуҡма шәл. Йыяр шәл.

“Башҡорт
шәле” фестивалдәре мамыҡ шәлдең тағы бер уникаль, ғәжәйеп төрөн – һуғылған
шәлдәрҙе яңынан асты һәм кире тергеҙеүгә юл ярҙы. Ғөмүмән, тарихта бәйләнгән
шәлдәрҙән бик күпкә алда, бер-нисә быуат, меңйыллыҡтар әүәл һуҡҡан шәлдәр
ябынғандар, тигән фекерҙә ғалимдар. Йә хуш, кейем – әҙәм күрке. Бигерәк тә
һалҡын ҡышлы Урал буйында донъя көткән, тамырланған халҡыбыҙ кейемһеҙ булмаған.
Һуҡҡан
шәл тураһында һүҙҙәр, хыялдар, проекттар бер нисә йылдан бирле шәл байрамдарын
ойоштороусы Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре телендә. “Урал”
галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова менән Әбйәлил районында Кейеҙселәр семинарын
үткәргән 2003-2009 йылдарҙа уҡ кәзә мамығынан һуҡҡан шәлдәрҙе күҙ уңына ала.
Уның һорауы буйынса Буранғол ауылы ҡул эше оҫтаһы Рәсилә Вәлиева әсәһенән
ҡалған туҡыу урынын тергеҙеп, боронғоса шәл һуғырға ултыра. Ул һуҡма шәл
кәсебен тергеҙергә бөтә көсөн һалды, бөтә республикаға шәл һуғып күрһәтеү тигән
бурысты үҙ өҫтөнә алды. Стәрлебашта 2003 йылда үткән IV республика шәл
байрамына Рәсилә Вәлиева шәл һуғыу урыны менән ҡуша килде. Ишкилде ауылынан
Мөслимә Мөсәлимова менән бергә “Шәл бейеүен” бейеп сәхнә тултырҙылар, ә Үтәгән
ауылынан килгән сәсәнһүҙ оҫтаһы Хәнифә апай Әбүбәкирова “Шәл таҡмаҡтарын”
көйләне. Шунда беҙ йәнә яңы термин-һүҙ белдек: Әбйәлилдә һуҡҡан шәлде “йыяр
шәл” тиҙәр икән. Амангилде ауылынан Ғәшүрә апай Әбүбәкирова һуҡҡан һоро, аҡ
шәлдәрҙе күреп, барса халыҡ аһ итте: шул тиклем халыҡсан, тарихи хәтерҙең иң
төпкөлөндә ятҡан уй-хистәрҙе ҡуҙғатты һуҡҡан шәл – йыяр шәл...

ХӘТЕР ҺАНДЫҒЫ ТӨБӨНДӘ

– Ҡәрсәйемдең
һуғылған шәле булды. Йәйен-ҡышын уны өҫтөнән төшөрмәне. Башынан ябынһа,
тубығына хәтле кәүҙәһен ҡаплай ине. Көйә ҡырҡып ҡуймаһын өсөн ул шәл һаман ҡул
осонда булды – юрған да булып китә, сәкмән һымаҡ иңгә лә һалына, ишегалдына ла
ябынабыҙ, бөркәнеп-уранып баҙарға ла барып ҡайтабыҙ. Хатта кеше һорап торор ине
– кем туйға, кем дауаға, тигәндәй... Кәзә дебетенән һуғылған шәл ҡәрсәйҙән бер
иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалған (Наилә Ғәни ҡыҙы Ибраһимова, Күгәрсен районы).
– Әбүбәкер
ауылында йөҙ йыллыҡ һуҡма шәл бар, тигәнде ишетеп, киттек күрергә. Шәрифә
Билалова тигән апай ҡәрсәһенең шәлен һаҡлай икән. “Атайым ХХ быуат башында,
ғаиләлә бишенсе бала булып тыуған, уның әсәһенә кейәүгә сыҡҡанда бирнә итеп шәл
һуҡтырғандар. Шулай булғас, егерменсе быуатҡа хәтле һуғылған шәл булып сыға.
Бер быуат ярым тигәндәй ғүмер беҙҙең ғаиләне йылыта ул, – тип Шәрифә апай бына
тигән һуҡма шәл килтереп сығарҙы. – Был монаяттың кәрәкмәгән-бармаған ере
ҡалманы: эшкә лә, ашҡа ла ябындыҡ, Мәскәүгә лә, Алма-Атаға ла ябынып йөрөп
ҡайтылды. Шәл – ул иптәш кеүек: тун да, бүрек тә, юрған-түшәк тә”. Шәрифә апай
үҙе ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә янып эшләгән кеше, Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡайҙа барһа ла, ошо шәлен күрһәтеп, халыҡ кәсебен ҙурлап
йөрөгән. Әбүбәкер ауылы шәлен беҙ Өфөгә республика Шәл байрамына алып барып күрһәттек.
Ваҡыт үтеү менән бер аҙ йоҡарған, мамығы ҡырылған ере лә бар, ләкин һаман да
кейем рәүешен юғалтмаған был ҡомартҡы ғалимдар яҙған мәғлүмәтте раҫлай – “һәр
башҡорт өйөндә балаҫ һәм шәл һуғыу урыны тора, уны хәтта йәйләүгә лә алып
йөрөйҙәр.” Оло йәштәге кешеләр әйтеүенсә, уларҙың бала ваҡытында, бигерәк тә
һуғышҡа саҡлы, башҡорт ҡатын-ҡыҙының икешәр-өсәр кейем дебет шәле булған –
бәйләп тә, һуғып та ябынған улар. Ҡабарыуы етһә, алыусы булһа, күп
уйлап-һатыулашып тормай, һатып ебәргәндәр, яраҡлы нәмәгә алмашҡандар. Егәрле
ҡатындар яңы дебеткә, яңы көнгә, яңы шәлдәргә өмөт менән йәшәгән (Лариса Рәшит
ҡыҙы Мәмбәтова, Хәйбулла районы мәҙәниәт идараһы етәксеһе).
– Һуғылған
шәл – еп ҡушылмаған саф йөн туҡыма. Һуғылған шәлдең тигеҙ һәм дәррәү генә
ҡабарыуы ябынған кешенең тән йылыһына бәйле, йәғни “әйбер хужаһына оҡшай”.
Ошондай тәбиғи материалдан әҙерләнгән кейемдең кеше тәне-йәне менән берләшәүен
теләп, “йылы тәнеңдә туҙһын” тигән изгелекле әйтем дә йәшәй. Һуғылған шәл
киләсәктә бик үҙенсәлекле уникаль этномәҙәниәт һәм этнокейем өлгөһө була ала
(Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова, “Урал” галереяһы мөдире).
– Беҙҙең
Әбйәлил районы Амангилде ауылында Ғәшүрә апайҙың (Әбүбәкирова) ғаиләһе менән
тотоноп кейеҙ баҫыуын ишетеп эй шатландыҡ. Бер заман тағы яңылыҡ: Ғәшүрә апай
кәзә дебетенән шәл һуға башлаған! Тап үҙенең әсәһе өйрәткәнсә, “боронғоса”
һуғылған шәлдәре шундай күркәм, хас та рәссамыбыҙ Әхмәт ағай Лотфуллиндың
картиналарынан төшкән кеүек мөһабәт. Ул шәлдәргә бөтә халыҡ хайран ҡалды,
Ғәшүрә апайҙың шәлдәре бөтәбеҙ өсөн өлгө. Ә минең әсәйем менән оләсәйем һуҡҡан
шәл йоҡараҡ та бәләкәйерәк була ине. Бөгөн беҙҙең һуҡма шәлгә кеше аптырап,
һоҡланып ҡарай (Рәсилә Вәлиева, Әбйәлил районы).

ШӘЛ

– ХАЛЫҠ КҮРГӘҘМӘҺЕНДӘ
Бөгөнгө
халыҡсан кәсеп-һөнәр сәнғәтендә шәл бәйләү мөһим урынды алып тора. Башҡорт шәле
– республиканың Милли музейы, “Урал” галереяһы күргәҙмәләре, фольклор
байрамдары түрендә. Мәскәүҙә һәм Парижда ҙур уңыш яулаған “Тамға” күргәҙмәһендә
дебет-мамыҡ шәлдәр бөтә донъяны һоҡландырҙы. Һоҡланғыс ижад, аҫыл һөнәр емеше
булған дебет шәле – беҙҙең милли байлыҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡулынан
төшмәй торған мөғжизәле кәсепте 1980 йылдарҙа уҡ бөтә республика байрамдарында
халыҡҡа күрһәтә башланылар. Мәшһүр “Тальян гармун” халыҡ ижады байрамдары
башҡорт шәлен данлап, шәлселәрен хуплап майҙанға сығарҙы. Шәлдәр күргәҙмәләргә
ҡуйылды. Хатта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб инәй Биишева менән булған
ваҡиға яҡташтары – Күгәрсен районы кешеләре хәтерендә (Бикбулат ауылынан
Минлегөл Кинйәбаева һөйләгән иҫтәлек). “Тальян гармун” байрамы хөрмәтенә Өфө
уртаһында, “Нефтяник” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда тирмә ҡорола, эсе тулы
– ҡул эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе. Ҡунаҡ итеп тирмәгә саҡырылған Зәйнәб
инәй килеп инә лә күргәҙмәгә текләп бер мәл тып-тын ҡала. Диуарҙа эленеп торған
боронғо һуҡма дебет шәлгә күҙе төшә әҙибәнең. Алып ябынып ҡарарға теләй. “Иҫке
шәл бит ул, яңылары ла етерлек, яңы шәл ябынығыҙ,” – тиҙәр уға баҙап ҡалған
тирмә хужалары. Өлкән яҙыусының теләгенә ҡаршы килеп булмай: ул боронғо һуҡма
шәлде иңенә һала ла бер ауыҡ өндәшмәй-нитмәй тын тора. Шунан шәлде иңенән алып,
кире бирә лә аптырап ҡарап торғандарға былай тип әйтә: “Өшөп-туңып йөрөгән етем
сағымда беҙҙең ауылда иң бай, етеш йәшәгән инәйҙәрҙең арҡаһынан төшмәгән дебет
шәлде – һуғылған оло шәлде ябынып йылыныу тураһында гел хыяллана инем... Ябынып
ҡараным, ысынлап та ғәжәйеп йылы икән. Тыуған яғым мине ҡосаҡлап яратты
һымаҡ... Рәхмәт”.
Тыуған
Урал буйҡайының йылыһын биргән шәл кемебеҙгә ғәзиз түгел?

ШӘЛ-КЛУБ

Башҡортостанда
һуңғы йылдарҙа шәл менән бәйле өс халыҡ клубы асылды. Тәүгеһе Хәйбулла районы
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында “Вәзәм шәлдәре” халыҡ оҫталары клубы 2014 йылда
асылды (етәксеһе – Гөлназ Сурина), икенсеһе Стәрлебаш районы үҙәгендә
“Стәрлебаш биҙәктәре” халыҡ клубы 2016 йылда тупланды (етәксеһе – Зөлфиә
Вапаева). Өсөнсө халыҡ клубы – “Ҡәнифә юлы” төркөмө, ул Йылайыр районы Юлдыбай
ауылында эшләй (етәксеһе – Фариза Хафизова). Өс ижад клубы ла Башҡортостан
мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге һәм “Урал” галереяһы
юллауы менән барлыҡҡа килде (етәксе-кураторҙар: Нәфисә Тулыбаева, Кәримә
Кайдалова, Гөлгөнә Баймырҙина). Тиҙҙән дүртенсе халыҡ клубы – “Ейәнсура шәле”
асылыуы көтөлә (нигеҙ һалыусыһы – Нәзирә Кәримова). Шәл бәйләүҙе еңел кәсеп түгел,
халыҡ тормошонда һәм тарихында ҙур әһәмиәткә эйә һөнәрмәнлек күренеше, халыҡ
промыслоһы икәнен аңларға ваҡыт. Был ҡатмарлы һәм сетерекле хеҙмәт төрөн
республиканың еңел сәнәғәт министрлығы, һөнәрмәнлек палатаһы (Ремесленная
палата) үҙ ҡарамағына алһа, күпме белгестәр ярҙамында шәлселәрҙең эше лә,
эштәренең мәнфәғәте-файҙаһы ла артыр ине. Әлегә беҙҙә берҙән-бер бәләкәй
предприятие эшләй – Алһыу Ғәббәс ҡыҙы Әбсәләмова иллеләп оҫта менән бергә
“Башҡорт шәле” исеме аҫтында тауар етештерә.

ВӘЗӘМ ШӘЛДӘРЕ

Хәйбулла
менән Ейәнсура райондары Ырымбур өлкәһенә сиктәш, ошо төбәктә Шайтантау тәбиғәтте
ҡурсыу заказнигы. Һаҡмар йылғаһы түбәнге ағымында, урау-урау бөгөлдәр яһап,
гүйә Урал тауҙары менән хушлаша. Бәләкәй Арыҫланғол ауылы Әбеш ауыл советы
биләмәһенә ҡарай. Был яҡта халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтөлгән ауыл
Башҡортостандың иң матур һәм төҙөк ауылдарының береһе. Вәзәмдәр – үҙҙәре бер
әҙәмдәр, тигән әйтемдә ауыл халҡының эшкә тырыш, сәмле, дәртле һәм берҙәм
булыуы ла сағыла. Был яҡтарҙа борон-борондан малсылыҡ, ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ
менән шөғөлләнгән үҫәргән ырыуы көн итә. Ир-ат ошо донъяуи эште атҡарһа,
ҡатын-ҡыҙ ҡорот, ҡатыҡ, ҡымыҙ, май хәстәрләп тора, балаҫ һуғыу, шәл бәйләү
менән ҡотло донъя көтә. Хәйбулла яҡтарында бәйләнгән шәлдәр башлыса Ҡыуандыҡ,
Ырымбур баҙарында һатылып, Ырымбур шәле тигән төшөнсәгә нигеҙ булған. Дебет
кәзәләренең күк, һоро, ҡара һәм аҡ мамыҡлылары бар Вәзәмдә. Бөгөн дә күпләп
үрсетелгән кәзәләрҙең дебете башҡа яҡтарҙыҡынан айырылып тороуын, йәғни күпкә
йылыраҡ һәм сифатлыраҡ икәнен шәлселәр үҙҙәре белә.
– Шәл
– бәләкәйҙән ғашиҡ булып, яратып эшләгән эш беҙгә. Унһыҙ тороп булмай хәҙер.
Беҙҙең яҡта ҡатын-ҡыҙ дебетте биш йәштән тота, туҡһан бишкә хәтле иләп-сиратып
ултырғандары ла бар (Зәкиә Мусина, шәл оҫтаһы).
– Беҙҙә
борондан килгән шәл бәйләү, балаҫ һуғыу бер ҡасан да эш булыуҙан туҡтаманы.
Колхоз булһа ла, әсәйҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә кәзә аҫраныҡ, шәл бәйләнек. Берҙән-бер
һуғыу станогы ҡалған силсәүиттә – минең әсәйемдеке. Мәктәп директоры Фазыльян
Сурин ике мәртәбә һорап-инәлеп алып китеп, мәктәп музейына ҡуйҙы. Йәлләһәм дә,
мәктәп директоры килеп һорағас, биреп ебәрҙем баяғы ҡомартҡыны, әсәйемдең төҫө
бит инде. Әле шул станокты клубта ҡуйып, шәл һуғабыҙ, тигәстәре, шул хәтле
тулҡынландым, иланым хатта – шатлығымдан… Эшләһәң, эш ҡарышмай. Йәштәр
тырышһын, ҡулдарынан килә. Уларҙың гөрләшеп эшләгәненә күҙ ҡыҙа (Фәүзиә
Кәримова, ауылда берҙән-бер балаҫ һуғыу урынын һаҡлаусы).
Хәйбулла
яғында кәзә дебетенән һуғылған шәлдәр элек күп булған, бөгөн улар музей
эскпонаты йәки һандыҡ төбөндәге ҡомартҡы. Вәзәм ауылы шәл бәйләүсе ҡатын-ҡыҙҙар
һуҡҡан шәлдәрҙе лә тергеҙеп ҡарарға дәрт итте. Ауылда берҙән-бер балаҫ һуғыу
урындығы һаҡланған. Ошо боронғо ҡоролманы яңыртып, шәл һуғыу эшенә йөрьәт итте
вәзәмдәр. Яҡшы ниәт – эштең яртыһы. Вәзәм ауылы шәлселәренә һуғыу станогы нисек
эшләүен, шәл һуғыу үҙенсәлектәрен ентекләп өйрәтеүсе – Әбйәлил районы Буранғол
ауылынан шәл һуғыу оҫтаһы Рәсилә Вәлиева. Рәсиләнең һуҡҡан шәлдәре республика
шәл фестивалдәрендә, Рәсәй халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәләрендә гран-при бүләктәрен
яулаған затлы һәм күркәм эштәр – ул үҙе бөгөн башҡорт һуҡма шәлен тергеҙеүсе.
– Ауыр
ҙа, ҡатмарлы ла шәл һуғыу, иллә мәгәр бик лайыҡлы, оҫталар эше. Серҙәре бик
күп, уларҙы ентекләп, ҡағиҙәләп белмәһәң, эш ырамай, – ти кейеҙ баҫыу, шәл
һуғыу оҫтаһы Рәсилә Вәлиева.
Башҡорт
һуҡма шәле кәзә дебетенән генә һуғыла, бер ниндәй ҙә еп-ҡатлыҡ ҡушылмай. Һуғыу
урынына оҙатылған, йәғни үткәрелгән кәзә мамығынан иләнгән еп – буйы сираҡ иләнә,
арҡырыһы йәғни арҡауы бушағыраҡ иләнә. Сираҡ булһын өсөн бөгөн машина менән
иләү бар, әммә арҡау епте мотлаҡ ҡул орсоғо менән иләйҙәр.
– Йәштәребеҙҙең
боронғо һуҡҡан шәлдәрҙе тергеҙеүенә тотоноуына, уңғанлығына, иплелегенә хайран
ҡалып, ҡыуанып ултырам. Эш башы хәйерле булһын! – Әсмә инәй Усманова фатихаһы.
Вәзәм
ҡатын-ҡыҙҙарының ҡулынан шәл төшмәй, биш-алты йәштән алып һәр ҡыҙ кәзә дебетен
эшкәртеүгә ҡушыла. Шуға күрә кәзә мамығының һәр бөртөгөнөң баһаһын да, сифатын
да улар яҡшы белә. Был яҡта дебет айырыуса яҡшы, матур, тиҙәр белгестәр.
Ҡатындар Рәсилә Вәлиева өйрәтеп тороуына һөйөнөп, тышта ҡойма буйында буйлыҡ
дебет еп һуҙа башлай.
Вәзәм
ауылы шәл бәйләүселәренең эштәре республика конкурсында ҡатнашып, призлы
урындарҙы ала – Клара Ласынова, Вилә Түрешева, Хәсилә Кәримова, Тәнзилә Күскилдина,
Гөлсәсәк Теләүғолова, Райхана Сурина, Зәкиә Мусина һәм башҡа бик күп ҡатындар
шәл оҫтаһы булып танылған.
Халыҡ
һөнәре бер ҡасан да бер кемде лә кәм итмәгән. Вәзәм ауылы мәҙәниәт йортонда
һуғыу ҡоролмаһы ҡуйып, шәл һуғырға өйрәнеү һәм бер-нисә оҫта берләшеп, һуҡма шәлдәр
етештерергә, уларҙы республика күргәҙмәләренә һәм һатыу нөктәләренә сығарырға
ниәтләй ҡыҙҙар. “Вәзәм һуҡма дебет шәле” тигән исем менән республика шәл
оҫталары бәйгеһендә ҡатнашып (2015), гран-при бүләген дә яуланы шәлселәр.
Өфөлә, “Салауат йыйынында”, ВДНХ күргәҙмәләрендә, Чебоксары ҡалаһында үткән
Рәсәй йәрминәкәлрендә “Вәзәм һуҡма шәле” халыҡ клубы ағзалары ҡатнаша һәм
Башҡортостан һөнәрмәнлеген күрһәтә.
Әйткәндәй,
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы фондында Башҡорт шәле тураһында 10-лап
тапшырыу бар.

УНЫНСЫ ФЕСТИВАЛЬ НИ

УЙЛАТА?
"Башҡорт шәле – 2017" исемле
фестиваль-конкурс Өфөлә үтте. Ҡышҡы һалҡындар алдынан, Әсә көнөнә арналып,
унынсы мәртәбә уҙғарылған йыйында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 150
оҫта ҡатнашты. Рәсәйҙә "Башҡорт дебет шәле" брендын нығытыу,
шәлселәрҙең һөнәри таһылын үҫтереү, шәлдең халыҡсан һәм заманса балҡышын табыу
– БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге,
"Ағиҙел" Башҡорт художестволы кәсепселек предприятиеһы, Өфө ҡала
округы, республика район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан ойошторған сараның төп
маҡсаты, тиергә кәрәк. Стәрлебаш, Федоровка, Күгәрсен, Ҡыйғы, Йылайыр,
Ейәнсура, Салауат, Миәкә, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Бишбүләк райондарынан һәм Өфө,
Бөрө, Салауат, Туймазы, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан шәл бәйләү оҫталары
йән килде баш ҡала халҡына үҙ оҫталығын күрһәтергә, милли һөнәрҙең һаман да
сәскә атыуын, кәрәклеген иҫбат итергә.
Мулла
белгәнен уҡый, тигәндәй, бәйге ваҡытында шәлселәр үҙҙәренең кәсеп
үҙенсәлектәрен генә түгел, бөгөнгө көндә был йүнәлештең ни хәлдә булыуын да
бәйән итте. Дебет кәзәләрен аҫрау ныҡ кәмегән бөгөн. Элек һәр йортта 10–15 баш
кәзә, ҡайһы берҙәрендә 30-лап ваҡ мал аҫралһа, хәҙер ауылда бер нисә йортта
ғына кәзә тоталар. Айырым хужалыҡтар ғына был кәсепте йә дебет етештереү, йә
шәл бәйләү яғына көйләй. Икеһен дә яраш алып барған оҫталар ҙа күп. Шуларҙың
береһе – Зәлиә Ғәзиз ҡыҙы Сыңғыҙова – Йылайыр районы Һултантимер ауылында
йәшәй, уның һарайында ун дебет кәзәһе бар. “Кәзәне көтөү, тарау – иремдең,
улдарымдың ҡулында. Дебетте ҡыҙым менән тетеп алғас, күршеләрҙе “Дебет өмәһе”нә
йыям”, – ти ул. Дебет өмәһенә иң тигеҙ һәм сифатлы эшләүсе дүрт-биш кенә сос
оҫта саҡырыла. Өмәсенең шәплегенә, ихтыярына ҡарап эш алдан бүленә: шапалау,
аялау, иләү һәм сиратыу, йомғаҡлау эштәре атҡарыла. Бер көндә ике-өс шәллек
дебетте эшкәртеп бирәләр. Ҡулалмаш ысулы менән эш ырай, дебет бер иш нәҙеклектә
генә итеп, бәйләргә әҙерләнә. Зәлиә Сыңғыҙова әйтеүенсә, дебет шәл бәйләү
ғаиләлә үҙ-ара дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡты нығыта, күрше-ауылдаштар менән дә эш
араһында хәл белешеү, ярҙам итеү бара. Өмәгә йөрөү – ул сәйгә йөрөү түгел, ти
оҫта.
Ул
бәйләгән еңел, йылы шәлдәр, бәләкәстәр һәм ололар өсөн бейәләй-ойоҡтар,
жилеттар һәр ваҡыт үҙенең һатып алыусыһын таба.
Элекке замандарҙа дебеттән бәйләнгән әйберҙәрҙе, шул иҫәптән шәлде лә һатыу
тулыһынса тиерлек алыпһатарҙар ҡулында була. Улар ауылдар буйлап йөрөп,
дебеттән шәл, шарф, бейәләй-ойоҡ һәм башҡа әйберҙәрҙе осһоҙ ғына хаҡҡа күпләп
һатып алған. Әҙер тауарҙы иһә Мәскәү, Петербург, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҙур
ҡалаларҙа юғары хаҡҡа һатҡан. XIX быуат аҙаҡтарында башҡорт шәлдәрен хатта
Париж, Берлин, Лондон һәм хатта АҠШ-та уҙған күргәҙмәләрҙә осратырға мөмкин
булған. Бөгөн фестивалдең ошо йәһәттән әһәмиәте ҙур: шәл бәйләүселәргә
туранан-тура һатып алыусы менән бәйләнеш урынлаштырырға мөмкинлек бирә ул.
Ҡыйғынан
килгән Сәүиә апай Йомағолова, өлкән йәштә булһа ла, “ҡойолдороп” шәл бәйләп
ултыра: “Беҙ шулай өйрәнгән, ҡый, нисек йәшәгәнбеҙ, шуны ҡыуабыҙ – шәл
бәйләүҙән айырыла алмайбыҙ, ҡый, һәләк тигәнсә кинәнес тә ул. Шуныһы йәл:
йәштәр бик тотмай был матур эште”, – ти ул. Салауат районы яғында ла шәл
бәйләүселәр һирәк, шуға күрә был яҡта Ейәнсура, Мәләүез шәлдәрен ябыналар. Бер
уйлаһаң, дөрөҫ эшләйҙәр. Әле лә “төньяҡ”тан килгәндәр “көньяҡ”тарҙың шәлдәрен
ай-вайлашып һатыулашып алырға тырышты. Шулай инде, балдың хаҡын балсы белә,
шәлдең хаҡын... бөтәбеҙ ҙә беләбеҙме икән?
2017
йылғы фестиваль-конкурстың еңеүселәре: “Дебет шәл оҫтаһы” – Мәләүез ҡалаһынан
Гөлсимә Иҫәнғолова, “Селтәрле шәл – үәл оҫтаһы” – Ейәнсура районынан Шәрифә
Ҡорманаева булды. Күмертауҙан Әлфиә Шәмиғолова, Стәрлетамаҡтан Римма
Ғәбиҙуллина, Көйөргәҙе районынан Вәсилә Ғәббәсова – фестиваль лауреаттары,
Селтәрле үәл өсөн Ейәнсуранан Мәғәфиә Ильясова, Стәрлебаштан Нәфизә Йәһүҙина,
Йылайырҙан Мәғүҙә Һөйөндөковалар шулай уҡ лауреат дипломы алып ҡайтып китте.
2020
йылда Башҡортостан Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡабул итә. “Башҡорт шәле – 2017” республика
фестиваль-конкурсы Фольклориадаға әҙерлек барышында уҙғарылған сараларҙың
береһе. Халҡыбыҙҙың һөнәри оҫталығын бар яҡлап та күрһәтергә тейешбеҙ. Шәлле
төбәктәрҙә – Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүездә шәл баҙарҙары үҙ
оҫталарын барлап-күтәреп тора. Ә республика кимәлендә уҙғарылған фестивалде
йәнә ҙурыраҡ һәм киңерәк итеп үткәрергә була. Өфөлә асыҡ майҙанда, күргәҙмә
залдарында “Башҡорт шәле йәрминкәләрен” даими ойошторорға ла мөмкин булыр ине.
Шул ваҡытта “Башҡорт дебет шәле – Башҡортостан бренды” тип аяҡ терәп әйтә алыр
инек.

БАШҠОРТ ШӘЛЕНЕҢ КИЛӘСӘГЕ

“Башҡорт
шәле” республика күргәҙмә-конкурсын ойоштороусылар: Башҡортостан
Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Урал”
галереяһы, Өфө ҡалаһының һәм “шәлле” райондарҙың мәҙәниәт идаралыҡтары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика Һөнәрселек палатаһы (Ремесленная палата) бер
ниндәй ярҙам, яҡлау күрһәтерлек ойошма түгел. “Тарих һәм рух менән ҡуша үрелгән
милли байлығыбыҙ – мамыҡ шәлдәргә, художестволы йәки киң ҡулланылышлы кейеҙ
баҫыуға, милли кейемдәр тегеүгә хөкүмәт битараф ҡала. Иң оҫта шәлселәргә,
кейеҙселәргә, милли кейем тергеҙеүселәр дәүләт кимәлендәге звание-наградаларға
лайыҡ”, – ти Альмира Ғәйнулла ҡыҙы Янбухтина, күренекле ғалим-этнограф, жюри
рәйесе (2008). Күпте күргән һәм өйрәнгән ғалимәнең дөрөҫ һүҙҙәренә кем ҡолаҡ
һалыр?
Был
йүнәлештә аныҡ тәҡдимдәр етерлек:
Башҡортостанда
мамыҡ кәзәләрен үрсетеү дәүләт ярҙамына алынһын;
Шәл
бәйләү – республикала махсус сәнәғәт тармағы булырға тейеш;
Шәл
һатыу магазиндарын асыу;
Башҡорт
шәле тураһында фәнни хеҙмәттәр, махсус каталогтар сығарыу;
Шәл
оҫталарының күргәҙмәләрен ойоштороу;
Башҡорт
шәлен Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары исемлегенә теркәү;
Башҡорт
шәле – Башҡортостан ҡото, бренды икәнен иғлан итеү.
Фестивалдәрҙә
еңеүсе оҫталарҙың махсус күргәҙмәһен булдырыу, гран-при алған шәлдәрҙе бөтә
теләгән кешегә күрһәтеү мотлаҡ, сөнки иң юғары баһа алған эштең сифатын башҡа
оҫталар үҙ күҙҙәре менән күреп, өйрәнергә, кимәлен күтәрергә тейеш.
ХАЛЫҠ
ӘЙТӘ
Кәзә
һөтө — ҡаймаҡ.
Кәзә
һөтө — шифа.
Аҡ
кәзәнең һөтө — үпкә сиренән дауа.
Һыйырың
булмаһа, кәзәгә лә апа тиерһең.
Өйгә
кәзә инһә, байлыҡ килә.
Кәзә
йылында тыуған — һәр яҡтан да шәп булған.
Мамыҡ
кәзәһе юлға сыҡһа, юл уңа.
Төшөңдә
кәзә күрһәң, байлыҡҡа.
Кәзә
ҡойроғон күтәрһә, көн яуынлай.
Ай
тулғанда — кәзә тара.
Ҡулымда дебет — астан үлмәм бит.
Кәзә әҙ ашай, күп бирә.
Кәзәһе һимеҙ — дебете тигеҙ.
Шәл
башлау – шәп башлау.
Күргәндәр
күреп ҡалһын, күрмәгән тороп ҡалһын.
Эшем
башы — эш ҡыры.
Кискә
ҡарай шәл башлама.
Икендегә
етмәһен, ике кеше күрмәһен.
Шәл
башлайым, еңел аяҡлы кеше килһен.
Шәл
ситен башлағанда, өс тел бәйләмәйенсә, туҡтарға ярамай.
Йома
көндө шәл башлама, эш уңмай.
ШӘЛ
БӘЙЛӘҮ ЫРЫМЫ
Шәлгә
яҡшы теләк ҡушып бәйлә.
Шәлде
тығыҙ бәйләгән ҡыҙ — йомарт, бушаҡ бәйләгән ҡыҙ һаран була.
Йырлай-йырлай
бәйләһәң, шәл тиҙ ҡабара.
Читайте нас: