Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Август 2018, 13:42

1710-сы километр

Ике поезд: береһе Новосибирскиҙан Адлерға, икенсеһе ҡаршы йүнәлештә төнгө ҡараңғылыҡта елдерә. Улар Әшә һәм Оло Тәләк араһындағы 1710-сы километрҙа осраша һәм шартлай...

Ике поезд: береһе Новосибирскиҙан Адлерға, икенсеһе ҡаршы йүнәлештә төнгө ҡараңғылыҡта елдерә. Улар Әшә һәм Оло Тәләк араһындағы 1710-сы километрҙа осраша һәм шартлай. Күп тонналы вагондар юнысҡы һымаҡ урман буйлап оса. 38 вагондың етеһе тулыһынса янып бөтә, 26-һы эстән дә, тыштан да яна, 11-ен тулҡын юлдан ситкә алып ырғыта. Поездар был урында элек бер ваҡытта ла осрашмай. Әле иһә Новосибирскиҙан сыҡҡаны һуңлай, Адлерға барғанында бала тыуа. Яҡындағы станцияла әсә менән сабыйҙы ҡалдырыу өсөн поезд 15 минутҡа туҡтай.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ике поезда 1284 кеше, шул иҫәптән 383 бала була. Ләкин ул йылдарҙа билеттарға исем-шәрифтәрҙе яҙмайҙар, “ҡуяндар” вагондарға еңел инә, биш йәшкә тиклемге балалар бөтөнләй билетһыҙ йөрөй. Шуға күрә пассажирҙар күберәк булғандыр тип фаразлана. Һәләк булыусылар исемлегендә бер үк фамилиялар йыш осрай – берәүҙәр ғаилә менән ял итергә бара, икенселәр ҡайта.
Фажиғә урынында 258 мәйет табыла, 806 кеше бешә һәм йәрәхәтләнә, уларҙың 317-һе дауаханаларҙа үлә. Барлығы 575 кеше вафат була, шул иҫәптән 181 бала.
Шартлау көслө булғанлыҡтан, 10 саҡрым алыҫлыҡтағы Әшә ҡалаһындағы өйҙәрҙең тәҙрә быялалары ҡойолоп төшә. Ялҡын бағанаһы 100 км алыҫлыҡтан күренә. 350 метр тимер юл емерелә, 17 км оҙонлоҡтағы һауа элемтә линияһы сафтан сыға. Янғын 250 гектар урманды солғап ала.
Фажиғәнән дүрт йыл элек тимер юлдан 900 метр ситтә газ үткәргес һуҙалар. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, талаптарҙы боҙоп, газ үткәргес уйһыулыҡтан, урман араһынан һуҙыла, ә тимер юл бейек тупраҡ өҫтөндә. Торбала ярыҡ барлыҡҡа килә, уйһыулыҡта әкренләп газ туплана, тимер юлға үрмәләй башлай. Шартлауға ни сәбәпсе булғандыр, әле булһа билдәһеҙ. Бәлки, тамбурҙан ташланған тәмәке төпсөгөлөр, бәлки, тәгәрмәстәр аҫтынан сыҡҡан осҡондор?
Әйткәндәй, бер йыл элек был торба шартлаған була, бер нисә эшсе үлә. Әммә саралар күрелмәй.
Газ ҙур майҙанға тарала. Ҡайһы бер шаһиттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә насар еҫте һиҙгән. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙлекте булдырмау сараһы күрелмәй.
Катастрофаға өс сәғәт самаһы ҡалғас, приборҙар газ үткәргестә баҫымдың түбәнәйеүен күрһәтә. Газ сығып торған урынды эҙләү урынына, баҫымды арттырыу өсөн газ биреүҙе арттыралар. Тегеләй ҙә, былай ҙа үткән поезд машинистары перегонда газ еҫе аңҡыуын хәбәр итһә лә, быны бер кем дә иғтибарға алмай. Һөҙөмтәлә...
1989 йылдың 4 июнендә урындағы ваҡыт менән 1 сәғәт 15 минутта булған катастрофа Рәсәйҙә иң ҙуры тип иҫәпләнә. Көндөҙ бында СССР Юғары Советы рәйесе М. С. Горбачев һәм хөкүмәт ағзалары килә. 5 июндә илдә бер көнлөк матәм иғлан ителә.

4 июнь. Төн

Шаһиттар һөйләй
– Төнгө сәғәт икенселә Башҡортостан яғынан сағыу ҡыҙыллыҡ күтәрелде, – ти Әшәлә йәшәүсе Геннадий Верзян. – Ут бағанаһы юғарыға йөҙҙәрсә метрға атылды, шунан шартлау тулҡыны килеп етте. Гөрһөлдәү өйҙәрҙәге тәҙрәләрҙе алып осорҙо.
Светлана Шевченко, Силәбеләге 107-се мәктәптең завучы:
– Беҙҙең малайҙар йоҡламаны. Был беренсе төн ине, шаярҙылар, туҡтауһыҙ һөйләштеләр. Уҡытыусыбыҙ Ирина Михайловна Стрельникова вагон буйлап үтте: “Малайҙар, төнгө бер, ә һеҙ һаман йоҡларға ятмағанһығыҙ...” Улар өсөнсө кәштәләргә урынлашты, бер купела барғылары килде. Гөрһөлдәүҙән һуң түбә ҡутарылды – улар тышҡа ырғытылды. Малайҙар ошо арҡала ғына иҫән ҡалды ла инде.
– Фажиғә урыны өҫтөнән осҡанда беҙҙә бында ниндәйҙер напалм үткәндер тигән тойғо ҡалды, – тип һөйләй 1989 йылда Көньяҡ Урал тимер юлының пассажирҙар хеҙмәте начальнигының беренсе урынбаҫары булып эшләгән Алексей Годок. – Ағастарҙан ҡап-ҡара ҡаҙыҡ ҡына ҡалған, әйтерһең, уларҙы тамырынан алып осона тиклем һыҙырып сыҡҡандар. Вагондар туҙып ята...
Шулай ҙа була икән – Новосибирскиҙан килгән поезд һуңлай. Ул үҙ ваҡытында үтһә йәки башҡа ерҙә осрашһалар – бер нәмә лә булмаҫ ине. Фажиғәнең сәбәбе – поездар осрашҡан мәлдә составтарҙың береһе тормозға һалыуҙан осҡон сыға, уйһыулыҡта йыйылған газ шартлай. Тәҡдир. Беҙҙең тәртипһеҙлек тә, әлбиттә...
Мин фажиғә урынында КГБ һәм хәрбиҙәр менән бергә эшләнем, катастрофаның сәбәптәрен өйрәндек. Көн аҙағында беҙ бының диверсия түгеллеген асыҡланыҡ, был – ҡырағай осраҡлыҡ... Ысынлап та, яҡындағы ауылда йәшәүселәр ҙә, беҙҙең машинистар ҙа газ еҫен тойған... Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, унда газ 20–25 көн буйына тупланған. 20–25 көн буйына поездар уҙған! Газ үткәргескә килгәндә иһә, унда тейешле хеҙмәттәр торбаның торошон даими тикшереп торорға тейеш булһа ла бер ниндәй ҙә контроль алып барылмаған. Катастрофанан һуң беҙҙең бөтә машинистар өсөн инструкция барлыҡҡа килде: газ еҫен тойоу менән – шунда уҡ иҫкәртергә, хәл-торошто асыҡлағанға тиклем поездарҙың хәрәкәтен туҡтатырға. Бының өсөн ошондай ҡот осҡос һабаҡ кәрәк булған.
Владислав Загребенко, Силәбе өлкә клиник дауаханаһының табип-реаниматологы:
– Беҙ иртәнге етелә беренсе вертолет менән остоҡ. Өс сәғәт. Ҡайҙа төшөргә икәнен белмәнек. Поездар янына ултырҙыҡ. Өҫтән мин яҡынса бер саҡрым диаметрлы аныҡ һыҙылған түңәрәк күрҙем, ҡарағайҙарҙың ҡара төпһәләре шырпы кеүек сурайып тора. Вагондар банан кеүек бөгөлөп ята. Беҙ килгәндә йәрәхәтләнеүселәр ҙә, мәйеттәр ҙә ҡалмағайны инде. Хәрбиҙәр һәйбәт эшләгән: кешеләрҙе эвакуациялаған, мәйеттәрҙе алып киткән, янғынды һүндергән.
Әшәләр хаҡында айырым әйткем килә. Һәр ауырыу янында үҙҙәре теләп дежурҙа торҙолар, ул ҡәҙәр шәфҡәт туташын ҡайҙан еткерәһең, тағы ла был урынды биләр өсөн сират барлыҡҡа килде. Улар кәтлит, картуф, яралылар һораған бөтә нәмәне килтерҙе. Бындай ауырыуҙарға шыйыҡлыҡты күп эсергә кәрәклеге билдәле. Был тиклем компотты мин күҙ алдына ла килтерә алмайым: тәҙрә төптәре, иҙән туп-тулы. Корпус алдындағы майҙан ирекмәндәр менән тулған. Бөтә Әшә ярҙамға күтәрелде.
Салауат Абдуллин, һәләк булған Ленаның атаһы:
– Вокзалда беҙгә, балаларыбыҙ ултырған һуңғы вагондар зыян күрмәгән, тинеләр. Кемдер улар менән бергә барған уҡытыусы Тулупов шылтыратып, бөтәһе лә тәртиптә, тип әйткән, тине. Беҙҙе ни бары тынысландырғандар.
Киске алтыла беҙ махсус поезд менән Әшәгә, унан Өфөгә киттек. Иҫәндәр исемлегендә ҡыҙыбыҙ юҡ ине. Өс көн буйына дауаханаларҙан эҙләнек. Эҙенә төшә алманыҡ. Шунан ҡатыным менән һыуытҡыстар буйлап йөрөнөк...
Унда бер ҡыҙ бар ине. Йәше беҙҙекенә тап килә. Башы юҡ, аҫта ике теше генә һерәйеп тора. Табалай ҡап-ҡара. Аяҡтарынан танырмын тип уйланым, бейене, балерина, әммә аяҡтар ҙа юҡ ине. Ә кәүҙәһе менән оҡшаш. Һуңынан ҡан төркөмө буйынса тикшермәгәнем өсөн үртәлдем. Умрау һөйәген дә ҡарамағанмын... Ул халәттә быларҙың береһе лә миңә барып етмәгән. Бәлки, ул ҡыҙ беҙҙеке булғандыр... Танылмаған кешеләрҙең киҫәктәре бик күп ҡалды.
Валерий Михеев, “Стальная искра” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары:
– Йоҡларға ятыуым булды, мине ҡот осҡос яҡтылыҡ уятты. Офоҡта ҡыҙыллыҡ дөрләне. Бер аҙҙан Әшәгә шартлау тулҡыны килеп етте. Тиҙҙән ҡаланың милиция бүлегендә инем инде, егеттәр менән яҡтылыҡ яғына елдерҙек. Күргәндәребеҙҙе күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Ағастар олоғара май шәмеләй яна, сейә-ҡыҙыл вагондар юл буйында төтәй. Йөҙҙәрсә кеше ауыртыныуҙан һәм ҡото осоп ҡысҡыра. Урман дөрләп яна, шпалдар дөрләп яна, кешеләр дөрләп яна. Беҙ сәбәләнеүсе “тере факелдарҙы” тоторға ташландыҡ, уларҙы ялмаған утты һүндерергә тырыштыҡ, ут янынан юлға яҡыныраҡ килтерҙек. Ахырызаман... Балаларҙың күплеге! Беҙҙең арттан машиналарҙа медиктар килә башланы. Тереләрҙе – бер яҡҡа, үлеләрҙе икенсе яҡҡа ташыныҡ. Кескәй генә бер ҡыҙҙы алып барғаным иҫемдә, ул минән туҡтауһыҙ әсәһен таптырҙы. Уны таныш табипҡа тапшырҙым – бәй һал! Ул: “Валерка, һуң инде...” “Нисек һуң, әле генә һөйләште лә баһа?!” – “Шаңҡып һөйләшкәндер”.
Красный Восход ҡасабаһы участковыйы Анатолий Безруков ут ялмаған вагондарҙан ете кешене ҡотҡара, зыян күреүселәрҙе дауаханаға алып барырға ярҙамлаша.
– Күккә ялҡын үрмәләне, көн кеүек яҡтырҙы, беҙ атом бомбаһы ташланылар, тип уйланыҡ. Янғынға машиналарҙа, тракторҙарҙа елдерҙек. Техника текә битләүгә күтәрелә алманы. Битләүгә тырышып-тырмашып менергә тотондоҡ – тирә-яҡта ҡарағайҙар янған шырпы һымаҡ тора. Түбәндә – һынған тимерҙәр, ҡолаған бағаналар, электр тапшырыусы матчалар, тән киҫәктәре... Ҡорһағы ярылған бер ҡатын ҡайында аҫылынып тора. Битләү буйлап ут эсенән йүткерә-йүткерә ҡарт шыуыша. Нимәсә йыл үтте, ә ул һаман да күҙ алдымдан китмәй. Шунда мин кешенең газ һымаҡ зәңгәр ялҡын менән яныуын күрҙем. Әгәр тамуҡ булһа, ул унда ине.
Иртәгәһен эшем буйынса урынға барҙым, әйберләтә дәлилдәр йыя башланыҡ. Бына көл, кешенән ни бары шул ғына тороп ҡалған, ә уртала галстук ҡыҫтырғысы ялтырай – тимәк, һалдат. Мин хатта ҡурҡманым да. Был поездарҙа барыусыларҙан тыш берәүгә лә ҡурҡыныс була алмай. Унда бик оҙаҡ көйөк еҫе сығып ятты...
Зыян күреүселәрҙең яҡындары һәм туғандары менән поезд килгәс, йөрәк ҡыҫылды. Улар ҡағыҙ һымаҡ бөгәрләнгән вагондарға өмөтләнеп ҡараны. Өлкән йәштәге ҡатындар яҡындарынан ҡалған нимәнелер табырға өмөтләнеп, ҡулдарына целлофан пакеттар тотоп йөрөнө.
Бешкән яралыларҙы алып киткәс, кәүҙә киҫәктәрен – ҡулдарҙы, аяҡтарҙы, янбаштарҙы бөтә урмандан йыялар, ағастарҙан алып, носилкаларға һалалар. Кискә, рефрижераторҙар килгәндә, кеше ҡалдыҡтары менән тулған бындай носилкалар егермегә яҡынлаша. Кисен дә граждандар оборонаһы һалдаттары тимергә йәбешкән ҡалдыҡтарҙы киҫеп алыуҙы дауам итә. Тирә-йүндә табылған әйберҙәрҙе – балалар уйынсыҡтарын һәм китаптарҙы, сумкалар һәм сумаҙандарҙы, кофталарҙы һәм салбарҙарҙы айырым өйөмгә йыялар, улар ни өсөндөр бөтөн һәм зарарланмаған, хатта көймәгән дә. Иринаның атаһы Салауат Абдуллин үртәнделә ҡыҙы юлға сығыр алдынан үҙе йүнәтеп биргән сәс ҡаҙағысын, унан күлдәген таба.
Шартлау урынында һалдаттар командирҙарға буйһоноуҙан баш тарта.
Юлда эшләүсе һалдаттарға йөҙәр грамм спирт бирәләр. Уларҙың күпме металды һәм янған кәүҙәләрҙе әйләндереүен күҙ алдына килтереү ҡыйын. Эҫелеккә, һыҫыҡ еҫкә иғтибар итмәй, ал-ял белмәй эшләйҙәр.
– Ты что, ох...ел? – ҡулына автоген тотҡан йәш кенә һалдат формалағы өлкән йәштәге ир-атҡа ҡысҡыра.
Граждандар оборонаһы генерал-полковнигы аяғын кешенең яңаҡ һөйәгенән һаҡ ҡына күтәрә.
– Ғәфү итегеҙ, – ул ҡаушап мығырлай ҙа яҡындағы палаткала урынлашҡан штабҡа инеп юғала.
Был күренештә быға шаһит булыусылар кисергән хис-тойғоларҙың бөтә ҡапма-ҡаршылығы сағыла: кешенең стихия алдындағы көсһөҙлөгөнә асыуы; уңайһыҙлыҡ – үҙҙәренең ҡалдыҡтарын йыймауға эстән генә ҡыуаныу; аңраланыу ҡатыш имәнес – үлеүселәр күп булғанда, ул инде көслө рух төшөнкөлөгө тыуҙырмай.
Үлем уйһыулығында юлсылар бик күп аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәр таба. Улар, шул иҫәптән 10 мең һумға һаҡлыҡ кенәгәһе лә, дәүләткә тапшырыла. Ә ике көндән Әшәнән бер үҫмерҙең мародерлыҡ өсөн ҡулға алыныуы асыҡлана. Өсөһө ҡасып ҡотола. Улар, башҡалар иҫән ҡалғандарҙы ҡотҡарғанда, үлгән кешеләрҙең янып күмерләнгән бармаҡтары һәм ҡолаҡтары менән бергә алтын биҙәнгестәрен йолҡоп ала. Әгәр әҙәм аҡтығын Иглиндә һаҡ аҫтына алмаһалар, асыуы ҡабарған халыҡ уны мотлаҡ өҙгөсләп ташлар ине. Йәш милиционерҙар хайран ҡала:
– Шундай енәйәтсене һаҡлағаныбыҙҙы белгән булһаҡ...
Ел тереләй яныусыларҙың көлөн таратҡанда уҡ катастрофа урынына ҡеүәтле техника килтерелә. Тупраҡ менән аралашҡан тән киҫәктәренең сереп тарҡалыуы арҡаһында эпидемия башланыуҙан ҡурҡып, янған 200 гектар уйһыулыҡты ер менән тигеҙләргә ашығалар.
Йөҙҙәрсә кешенең үлеүе, ҡот осҡос бешеүе һәм имгәнеүе өсөн төҙөүселәр яуап бирә. Тәфтишселәр баштан уҡ дәрәжәле кешеләргә – проектты етешһеҙлектәр менән раҫлаған тармаҡ проекты институты етәкселәренә сыға. Нефть сәнәғәте министры урынбаҫары Донгарянды ла ғәйепләйҙәр, ул сығымдарҙы кәметеү өсөн тотош магистралдең эшен контролдә тотоусы приборҙар – телеметрия ҡуймаҫҡа ҡуша. Трасса өҫтөнән осоп йөрөргә тейешле вертолетты ла, линия обходчигын да бөтөрәләр. 1992 йылдың 26 декабрендә суд була. Һуҙғанда һәм ергә күмгәндә торбалар йәнселеү арҡаһында дүрт йыл буйы газ сығып тороуы асыҡлана. Эште яңынан тикшерергә ебәрәләр. Алты йыл үткәс, Башҡортостандың Юғары суды ҡарар сығара: хөкөм ителеүселәрҙең барыһын да икешәр йыл иректәренән мәхрүм итергә. Кемдәр һуң улар? Участка начальнигы, прораб, мастерҙар, төҙөүселәр... Ҡыҫҡаһы, күҙ буяу.

25 йылдан һуң

Сергей Васильевҡа 1989 йылда 18 йәш була. “Новосибирск – Адлер” поезында машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Оло Тәләк янындағы ваҡиғаларҙан һуң “За личное мужество” ордены менән бүләкләнә.
– Өс көндән әрмегә саҡырылырға тейеш инем. Афғанстанға ебәрерҙәр һымаҡ тойолдо. Һәр хәлдә, үҙем шулай уйланым. Ул көндө бәлә килерен һиҙемләмәнем. Беҙ Усть-Ҡатауҙа ял иттек, составты тағып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Иғтибар иткән берҙән-бер нәмә шул булды: ергә йәйелгән насар томан.
Шартлауҙан һуң иҙәндә ята инем, ә унда бөтә нәмә яна. Машинист кабинаға ҡыҫылған. Мин уны һөйрәргә тотондом, ә ул әзмәүерҙәй ир, ауыр. Һуңынан уның алты көндән һуң дауаханала үлеүен белдем. Уны тыртып сығарғас, ишектең рәшәткә менән ҡапланыуын күрҙем, рәшәткәне көс-хәл менән алып ташланым.
Ҡотолдоҡ. Машинисым аяғына баҫа алмаҫ тип уйлайым – тотош янған, саҡ ҡыбырлай... Ә ул баҫты ла атлап китте! Шаңҡыу хәле. Мин 80 процент янғанмын, тәнемдә погондар, ҡайыш һәм табанһыҙ кроссовкиҙар ғына тороп ҡалған.
Вагондарҙың береһендә биш ейәне менән өләсәй диңгеҙгә ял итергә барҙы. Ул тәҙрәне төйә, вата алмай – ике ҡатлы. Мин уға ярҙамлаштым, быяланы таш менән ваттым, ул миңә өс ейәнен тапшырҙы. Өсөһө иҫән ҡалды, ә икеһе шунда һәләк булды... Өләсәй ҙә иҫән ҡалды, һуңынан ул мине Свердловскиҙа дауаханала эҙләп тапты.
Ул саҡта башыма килгән беренсе уй – һуғыш башланған, бомбаға тоталар. Шартлауҙың кемдеңдер иғтибарһыҙлығы арҡаһында булыуын белгәс, шул тиклем ныҡ асыуым килде... Ул асыу мине 25 йыл буйы ташлап киткәне юҡ. Өс айға яҡын дауаханала яттым, унда мине киҫәкләп яңынан әүәләнеләр. Дауаханала буласаҡ ҡатыным менән таныштым. Һуңынан тағы ла машинист ярҙамсыһы булып эшләргә маташып ҡараным. Бер йыл түҙҙем: поезд теге урынға етеү менән, ҡан баҫымым һикерҙе. Булдыра алманым. Күсергә тура килде, осмотрщик булдым. Әле лә шул эштәмен.
Красный Восходта көн күреүсе Марат Йосоповҡа хәҙер 56 йәш. Ул вагондарҙан дүрт кешене алып сыға, яралыларҙы машинаға тейәй.
– Был поездар янында урман бөтөнләй ҡалманы, ә ул ҡуйы ине. Бөтә ағас йығылды, ҡара төпһәләр генә тороп ҡалды. Ер бөткәнсе янды. Бик күп кешеләрҙе хәтерләйем, барыһы ла ярҙам һорай, һалҡындан зарлана, ә төн йылы. Өҫтөбөҙҙәге бар кейемде һалып, уларға бирҙек. Мин беренсе булып кескәй ҡыҙҙы сығарҙым, иҫәнме икән, белмәйем...
Сергей Косматков, Красный Восход ауыл советы башлығы:
– Бөтәһе лә һәләк булыусылар 575 ти, ысынында иһә – 651. Уларҙы таный алманылар, көл дә һөйәктәр генә тороп ҡалғайны. Ике көндән һуң эшселәр килде, яңы рельстар һалырға, тап ҡалдыҡтар өҫтөнә. Кешеләр стена булып баҫты, барыһын да тоҡтарға йыйып, юл янында ерләнеләр. Өс йыл уҙғас, беҙ бында обелиск ҡуйҙыҡ. Ул ирегән ике рельсты, бер үк ваҡытта ҡатын-ҡыҙ һынын һынландыра. Юл буйында тағы ла сағыу ҡыҙыл беседкалар тора. Улар тотош янып бөткән вагондар ятҡан урындарға ҡуйылды. Унда һәләк булыусыларҙың яҡындары йыйылып, уларҙы иҫкә ала.
Төнгө сәғәт берҙә Ҡаҙаяҡ ауылынан дискотеканан ҡайтыусы үҫмерҙәр ярҙамға килеп етә. Улар өлкәндәр менән тиң эшләй.
– Беренсе сиратта балаларҙы сығарырға тырыштыҡ, – тип һөйләй Рәмил Хәбибуллин. – Өлкәндәрҙе уттан тартып алдыҡ. Ә улар ыңғыраша, илай, өҫтәренә ябыуҙы һорай. Ә ни ябаһың? Кейемдәребеҙҙе һалдыҡ. Шаңҡыған яраланыусылар йығылған ағастар араһында шыуыша, уларҙы ыңғырашыуҙарынан, ҡысҡырыуҙарынан эҙләнек.
– Кешене ҡулдарынан, аяҡтарынан тотаһың, ҡулдарыңда уның тиреһе тороп ҡала, – ти Красный Восходтан шофер Виктор Титлин. – Таң атҡансы зыян күреүселәрҙе Әшәгә дауаханаға ташыныҡ.
Марат Шәрифуллин совхоз автобусында өс мәртәбә юллай, шунан ҡысҡырырға тотона: “Бүтән бармайым, мәйеттәр ташыйым!” Юлда барғанда балалар ҡысҡыра, эсергә таптыра, янған тиреләре ултырғыстарға йәбешә, күптәре дауаханаға барып еткәнсе йән бирә.
– Машиналар тауға күтәрелә алманы, – тип һөйләй Красный Восходтан Марат Йосопов. – Кешеләрҙе күлдәктәрҙә, одеялдарҙа, ултырғыс тышлыҡтарында алып барҙыҡ. Майский ҡасабаһынан бер таҙа егетте хәтерләйем, утыҙлаған кешене сығарҙы. Ҡанға батып бөткән, ләкин туҡтамай.
Сергей Столяров яраланған кешеләрҙе электровоз менән өс мәртәбә ташый. Ике айлыҡ ҡына стажға эйә машинист Оло Тәләк станцияһында 212-се тиҙ йөрөшлө поезды үткәреп ебәрә, уның артынан үҙе товарнякта ҡуҙғала. Бер нисә километрҙан һуң ҙур янғын күрә. Нефть тултырылған цистерналарҙы ысҡындырғас, түңкәрелгән вагондар янына әкрен генә килә. Ерҙә шартлау тулҡыны өҙгән тимерсыбыҡтар йыландай уралып ята. Бешкән кешеләрҙе кабинаға алып, Столяров разъезға ҡуҙғала, катастрофа урынына платформа тағып килә. Балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ярҙамға мохтаж ир-аттарҙы тейәй ҙә тейәй...
– Ҡасабалағы бөтә техника килде, кешеләрҙе тракторҙарҙа ташыныҡ, – тип хәтерләй “Красный Восход” колхозы рәйесе Сергей Космаков. – Яралыларҙы ауыл интернатына ебәрҙек, унда уларға балалар бәй һалды...
Махсус ярҙам һуңлап, 1,5–2 сәғәттән һуң ғына килә.
– 1 сәғәт 45 минутта Оло Тәләк янында вагон яныуын хәбәр иттеләр, – тип һөйләй Өфө ҡалаһы “Ашығыс ярҙам” сменаһының өлкән табибы Михаил Калинин. – Ун минуттан һуң тотош составтың яныуын асыҡланыҡ. “Ашығыс ярҙам”дың бөтә дежур машиналарын да линиянан алдыҡ, уларҙы противогаздар менән тәьмин иттек. Ҡайҙа барырға – бер кем белмәй. Оло Тәләк Өфөнән 90 километрҙа. Машиналар факелға ҡарап барҙы...
– Машинанан сыҡҡас, иң беренсе булып күҙгә ҡурсаҡ һәм өҙөлгән аяҡ салынды... – тип хәтерләй “Ашығыс ярҙам” табибы Валерий Дмитриев. – Ауыртыуҙы баҫа торған уколды күпме ҡаҙағанбыҙҙыр – аҡылға һыймай. Яраланған балалар менән юлға сыҡҡас, яныма ҡыҙ бала күтәргән ҡатын йүгереп килде: “Доктор, алығыҙ. Сабыйҙың атаһы ла, әсәһе лә үлде”. Машинала урын юҡ ине, ҡыҙҙы тубығыма ултырттым. Ул эйәгенә тиклем япма менән уралған, башы тотош янған, сәстәре һарыҡ бәрәсенекеләй ҡурылып балдаҡҡа әйләнгән, үҙе ҡыҙҙырылған бәрәстәй аңҡый... Ул ҡыҙыҡайҙы әле булһа онота алмайым. Юлда исеме Жанна, үҙенә өс йәш икәнен әйтте. Ҡыҙым да шул йәштә ине. Хәҙер Жаннаға 21 йәш булырға тейеш, кәләш...
Фажиғә урынынан “Ашығыс ярҙам” табибы Валерий Дмитриев сығарған Жанна табыла. Тик... хәтер китабында. 1986 йылда тыуған Әхмәҙиева Жанна Флорид ҡыҙына кәләш булырға насип итмәй. Ул өс йәшендә Өфөләге Балалар республика дауханаһында вафат була.
Фажиғә урынында мәйет еҫе аңҡый. Йәмшәйеп бөгөлгән тутыҡ төҫөндәге вагондар ни өсөндөр юлдан бер нисә метр ситтә ята. Тимерҙе бындай хәлгә килтерергә ниндәй температура мәжбүр иткәнен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. (Һуңынан белгестәр асыҡлауынса, ул 1000 градусҡаса күтәрелгән). Шуныһы ғәжәпләндерә: был янғында, үртәлгән ерҙә, электр бағаналары һәм шпалдар төбө-тамыры менән аҡтарылған урында кешеләр нисек иҫән ҡалды икән?
– Һуңынан хәрбиҙәр шартлау ҡеүәте 20 мегатонна тәшкил итеүен билдәләне, был американдар Хиросимаға ташлаған атом бомбаһының яртыһына тиң, – тип һөйләй Красный Восход ауыл советы рәйесе Сергей Космаков. – Беҙ шартлау урынына килгәндә ағастар вакуумдағы кеүек ауҙы. Шартлау тулҡыны 12 саҡрым радиуста бөтә өйҙәрҙең дә тәҙрә быялаларын бәреп төшөрҙө. Вагон киҫәктәре хатта 6 км ситтә лә табыла.
– Ауырыуҙарҙы: тереләрен дә, аңын юғалтҡандарын да, үлгәндәрен дә самосвалдарҙа, йөк машиналарында нисек етте шулай килтерҙеләр, – тип хәтерләй табип-реаниматолог Владислав Загребенко. – Ҡараңғыла тейәнек. Хәрби медицина прицибы буйынса сорттарға айырҙыҡ. Ауыр яралыларҙы – 100 процент янғандарҙы – үләнгә. Бында ауыртыуҙы баҫырға укол һалыу ҡайғыһы юҡ, был ҡанун: әгәр береһенә ярҙам итһәң, егермеһен юғалтаһың. Дауаханала ҡаттар буйлап йөрөгәндә беҙ үҙебеҙҙе һуғыштағылай хис иттек. Палаталарҙа, коридорҙарҙа, холлдарҙа ныҡ бешкән ҡара кешеләр ята. Реанимацияла эшләһәм дә, минең бындайҙы күргәнем юҡ ине әле.
Силәбелә бәхетһеҙ поезға Молдавия виноград баҡсаларында хеҙмәт лагерында эшләргә китеп барыусы 107-се мәктәп уҡыусылары ултыра. Мәктәп завучы Татьяна Викторовна Филатова техника хәүефһеҙлеге буйынса балалар ултырған вагон состав башына ҡуйылырға тейешлеген ышандырырға вокзал начальнигына йүгерә. Ышандыра алмай... Уларҙың “нулевой” вагонын иң аҙаҡҡа тағалар.
– Иртән беҙҙең вагондан платформа ғына тороп ҡалғанын белдек, – тип һөйләй мәктәп директоры Ирина Константинова. – 54 кешенән 9-ы ғына иҫән ҡалды. Завуч Татьяна Викторовна аҫҡы кәштәлә биш йәшлек улы менән ята. Икәүләшеп һәләк булалар. Военругыбыҙ Юрий Герасимович Тулуповты ла, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы Ирина Михайловна Стрельникованы ла тапманыҡ. Бер өлкән класс уҡыусыһын – сәғәтенән, икенсеһен ата-әсәһе юлға аҙыҡ-түлек һалып ебәргән сеткаһынан таныныҡ.

Бер балаға ике әсә дәғүәләшә

Ә Өфөлә, Силәбелә, Новосибирскиҙа, Һамарҙа дауаханаларҙа урындарҙы бушаталар. Әшә һәм Иглин дауаханаларынан яралыларҙы Өфөгә килтереү өсөн, вертолет училищеһын йәлеп итәләр. Машиналар ҡала уртаһында цирк артындағы Ғафури паркына төшә. Был урынды Өфөлә әле лә “вертолет майҙансығы” тип атайҙар. Машиналар өс минут һайын оса. Иртәнге 11-гә зыян күреүселәрҙең барыһы ла ҡала дауаханаларына килтерелә.
– Беренсе ауырыуҙы беҙ 6 сәғәт 58 минутта ҡабул иттек, – тип һөйләй Өфө ҡалаһы бешеүҙе дауалау үҙәге мөдире Радик Зиннәтуллин. – Уларҙы төшкә тиклем күп килтерҙеләр. Ныҡ бешкәндәр, барыһының да тиерлек өҫкө тын алыу юлдары зарарланған. Фажиғәгә осраусыларҙың яртыһының тәне 70 проценттан ашыу бешкән. Беҙҙең үҙәк яңы асылғайны, антибиотиктар, ҡан препараттары, бешкән тәнгә ябылыусы фибрин пленкалары запасы етерлек ине. Төшкә Ленинградтан һәм Мәскәүҙән табип бригадалары килеп етте.
Зыян күреүселәр араһында балалар күп ине. Бер малайға ике әсәнең дәғүә итеүе иҫтә ҡалған. Икеһе лә карауатта уның улыҡайы ята тип ышанды...
Фажиғә тураһында ишеткәс тә килеп еткән Америка табиптары обход яһағас: “40 процент ҡына иҫән ҡаласаҡ”, – тине. Улар ҡотҡарып булмаясаҡ тип иҫәпләгәндәрҙең яртыһын аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Мин Сыбаркүлдән десантсы, һөнәре буйынса ювелир Эдик Ашировты хәтерләйем. “Уны наркотиктарға күсерергә кәрәк, бөттө-китте”, – тине американдар. Йәнәһе, барыбер йәшәй алмаясаҡ. Ә беҙ ҡотҡарҙыҡ! Ул дауахананан иң һуңғылар булып сентябрҙә сыҡты.
Ул көндәрҙә штабтарҙа түҙеп торғоһоҙ хәл хөкөм һөрә. Ҡатын-ҡыҙҙар бәләкәй генә өмөткә лә сат йәбешә, исемлектәр янынан оҙаҡ китмәй, шунда уҡ иҫтән яҙып йығылалар. Фажиғәнең икенсе көнөнә Днепропетровскиҙан килгән ҡайны менән йәш кенә килен башҡа ҡәрҙәштәрҙән айырмалы, бәхеттән балҡый. Улар улы һәм ире янына килгән, ә йәш ғаиләлә – ике сабый.
– Беҙгә исемлек кәрәкмәй, – тип ҡул һелтәйҙәр. – Уның иҫән ҡалғанын беләбеҙ. “Правда” гәзитенең беренсе битенә уның балаларҙы ҡотҡарыуы тураһында яҙып сыҡтылар. 21-се дауаханала ята.
Ысынлап та, өйөнә ҡайтып барыусы йәш офицер Андрей Донцов вагондарҙан балаларҙы сығарып, дан ҡаҙана. Ләкин гәзиттә, геройҙың 98 процент тәне бешкән, тип әйтелә. Ҡатын һәм атай аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫа, кешеләр үкһегән хәсрәтле штабтан тиҙерәк сығып киткеләре килә.
– Килеп алығыҙ, мәйетханала, – тип хәбәр итәләр 21-се дауахананан.
Новосибирск өлкәһе һауынсыһы Надя Шугаева истерикаға бирелеп көлөргә керешә:
– Таптым, таптым!
Оҙатып йөрөүселәр ҙә ғазапланып йылмайырға тырыша. Атаһын һәм ағаһын, апаһын һәм бәләкәй ҡустыһын тапҡан. Һәләк булыусылар исемлегендә.
Иң ауыр эште яугир-интернационалистар үҙ өҫтәренә ала. Афғандар хатта күпте күргән, күпте кисергән табиптар ҙа түҙә алмаған махсус хеҙмәттәргә ярҙамлаша. Мәйеттәр мәйетханаға ғына һыймай, шуға күрә кеше ҡалдыҡтарын рефрижератор машиналарына ла һалырға мәжбүр булалар. Урамда сыҙай алмаҫлыҡ эҫелек, тиҙ арала әҙерләнгән боҙлоҡтарҙан түҙеп торғоһоҙ еҫ тарала, тирә-йүндә себендәр оса. Был эш афғандарҙан сыҙамлылыҡ һәм физик көс талап итә, мәйеттәрҙе ашығыс яһалған кәштәләргә урынлаштырырға, биркалар тағырға, сорттарға айырырға кәрәк.
Үҙ балаларын эҙләп аҡылдан шашҡан туғандар күмерләнгән кәүҙә киҫәктәрен диҡҡәт менән ҡарап, тирә-йүндәге бер нәмәне лә күрмәй. Әсәйҙәр һәм атайҙар, өләсәйҙәр һәм олатайҙар, апайҙар һәм ағайҙар сәйер һәйләшә:
– Был беҙҙең Леночка түгелме? – ти улар ҡара ит киҫәге янында йыйылышып.
– Түгел, беҙҙең Леночканың ҡулдары йыйырсыҡлы ине...
Ата-әсәләрҙең ит киҫәктәрен нисек таныуы башҡалар өсөн сер булып ҡала. Ҡәрҙәштәрҙең күңелен йәрәхәтләмәҫ һәм мәйетханаларға барыуҙан ҡурсалау өсөн штабтарға биттәренә танылмаған кәүҙә киҫәктәрен төрлө яҡлап төшөрөп һүрәттәр йәбештерелгән ҡурҡыныс фотоальбомдар таратыла. Ҡот осҡос үлем йыйынтығында “танылды” тигән штамп һуғылған биттәр ҙә була. Шулай ҙа күптәр һүрәттәр алдай тип өмөтләнеп, барыбер рефрижераторҙарға юллана. Яңыраҡ ҡына ысын һуғыштан ҡайтҡан егеттәргә дошмандарға ҡаршы көрәшкәндә лә күрмәгән ғазаптар ябырыла. Уларға йыш ҡына һушын юғалтып йығылыусыларға, аҡылдан яҙыу сигенә етеүселәргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә. Йәки бошмаҫ ҡиәфәттә ҡәрҙәштәргә күмерләнгән кәүҙәләрҙе әйләндерергә булышалар.
– Үлгәндәрҙе терелтеп булмай, тереләр килә башлағас, рух төшөнкөлөгө үтте, – ти афғандар һуңынан иң ауыр кисерештәр тураһында һөйләгәндә.

Ғәжәп хәлдәр ҙә осрай

Иртән Красный Восход ауыл советына Новосибирск поезынан бер ир килә. Портфель тотҡан, костюм кейгән, галстук таҡҡан, бер ере лә сыйылмаған. Ә янған поездан нисек сыҡҡанын хәтерләмәй. Төндө урманда иҫһеҙ буталып йөрөп үткәргән.
Поездан тороп ҡалыусылар штабтарға ла бара.
– Мине эҙләйһегеҙме? – тип ҡыҙыҡһына тимер юл вокзалындағы ҡайғылы урынға ингән егет.
– Ни өсөн беҙ һеҙҙе эҙләргә тейеш әле? – тип ғәжәпләнәләр унда, шулай ҙа исемлеккә күҙ һалалар.
– Бар! – Хәбәрһеҙ юғалғандар бағанаһында үҙ фамилияһын тапҡас, йәш кеше ҡыуана.
Александр Кузнецов фажиғәгә бер нисә сәғәт ҡалғас, һыра эсергә сыға, ә бәхетһеҙ поездың нисек ҡуҙғалып киткәнен хәтерләмәй. Бәләкәй станцияла тәүлек буйы йөрөй, айнығас ҡына фажиғә хаҡында белә. Үҙенең иҫәнлеген хәбәр итергә Өфөгә юллана. Был ваҡытта егеттең әсәһе ерләргә улыҡайынан нимә булһа ла табырға өмөтләнеп, мәйетханаларҙы ҡыҙыра. Әсә менән ул өйҙәренә бергә ҡайтып китә.
Силәбенең 107-се мәктәбе – 45 кешеһен, “Трактор” спорт клубы хоккейсыларҙың үҫмерҙәр командаһын – илдең ике тапҡыр чемпиондарын юғалта. Ҡапҡасы Боря Тортунов ҡына өйҙә ҡалырға мәжбүр була: өләсәһе ҡулын һындыра. Ун хоккейсынан – төбәктәрҙең йыйылма Союз чемпиондарынан – Александр Сычев ҡына иҫән ҡала, аҙаҡ ул “Мечел” клубы өсөн уйнай. Команданың ғорурлығы – һөжүмсе Артем Масаловты, һаҡсылар Сережа Генергардты, Андрей Кулаженкинды, ҡапҡасы Олег Девятовты бөтөнләй таба алмайҙар. Команданың иң йәш хоккейсыһы Андрей Шевченко тәндәре бешкән башҡа үҫмерҙәргә ҡарағанда биш көнгә оҙағыраҡ йәшәй. 15 июндә ул үҙенең ун алты йәшен билдәләргә тейеш була.
– Беҙ уны күрергә өлгөрҙөк, – тип һөйләй Андрейҙың әсәһе Наталья Антоновна. – Уны исемлек буйынса Өфөнөң 21-се дауаханаһының реанимация бүлегенән таптыҡ. Ул мумия һымаҡ ята ине, тотош бәй һалынған, йөҙө һары-ҡоңғорт, муйыны шешкән. Беҙ уны самолетта Мәскәүгә алып барғанда гел: “Егеттәр ҡайҙа?” – тип һорашты. Беҙ уны суҡындырырға теләнек, әммә өлгөрмәнек. Табиптар катетер аша уға өс тапҡыр изге һыу ебәрҙе. Ул шым ғына, аңһыҙ үлде.
“Трактор” клубы, фажиғәнән һуң бер йыл уҙғас, хоккейсыларҙың яҡты иҫтәлегенә арнап турнир ойоштора. Өләсәһе арҡаһында өйҙә ҡалған, һәләк булған “Трактор-73” командаһының ҡапҡасыһы Борис Тортунов илдең һәм Европа кубогының ике тапҡыр чемпионы була. Уның башланғысы буйынса “Трактор” мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр турнирҙа ҡатнашыусыларға бүләктәр алырға аҡса йыя. Уларҙы һәләк булған үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре тапшыра.
1992 йылда фажиғә урынында һигеҙ метрлыҡ мемориал ҡорола. Йыл һайын һәйкәл янында матәм митингылары үтә. 2009 йылда Новосибирск станцияһында фажиғәнең егерме йыллығы көнөндә ҡорбандар иҫтәлегенә һәйкәл асыла. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе 1710-сы километрҙа яңы туҡталыш төҙөй. Өфөнән Әшәгә юлланыусы бөтә электричкалар бында туҡтап китә. Монумент нигеҙендә Адлер – Новосибирск поезының бер нисә маршрут таҡтаһы ята.
Читайте нас: