Интернет селтәрен байҡағанда бауырһаҡ, сәк-сәк фотоларына юлыҡтым. Был милли аҙыҡтарҙан тыш төрлө күркәм ҡул эштәренең һүрәттәре лә бар ине. Миндә был матурлыҡтың хужаһы менән танышыу теләге тыуҙы. Көҙҙөң ҡояшлы беренсе көнөндә Бүләк Исмәғилева менән осраштыҡ. Матурлыҡты күрә белгән кешенең күңеле лә матур була, тиҙәр бит. Бүләк тә тап шундайҙарҙан булып сыҡты.
- Исемең бик матур, үҙенсәлекле. Уны кем ҡушты? - тип ҡыҙыҡһындым.
- Атайым да, мин дә 14 февралдә тыуғанбыҙ. Уға 50 йәше тулған көндө етенсе бала булып донъяға килгәнмен. «Юбилейыма матур бүләк булды», тип атайым миңә исем дә уйлап тапҡан, - ти ул.
Бүләк Исмәғилева - Ейәнсура районы ҡыҙы. Ул Самаҙы ауылында 9-сы класты тамамлаған. Уҡытыусы булыу теләге уны Салауат ҡалаһының педагогия колледжына алып килә. Ҡыҙ яратҡан һөнәре буйынса бына инде ун һигеҙ йыл эшләй һәм бик күп һөҙөмтәләргә ирешкән. 2016 йылда «Йыл уҡытыусыһы» ҡала конкурсында еңеүсе исемен яулаһа, шул уҡ йылды республика конкурсында ҡала исемен яҡлап, финалға сыға. Үткән йылда уға Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исеме бирелә.
Тырыш хеҙмәткәр өйөндә лә уңған хужабикә. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Үҙенең яҡындарын тәм-том менән һыйлай, бөхтәлек ярата. Әсәһенең “Өйрәнгәнең - үҙеңә...”, тигән һүҙҙәрен онотмаған оҫтабикә тырышып донъя көтә.
- Интернетта һин бешергән сәк-сәк, сәскә, ҡош теле һәм бауырһаҡтарҙың фотоларын күрҙем. Бәлки гәзит уҡыусылар менән был затлы ризыҡтарҙы бешереү серҙәрен дә уртаҡлашырһың?
- Бауырһаҡ бешереү рецебы берәү булһа ла, һәр кемдең төрлөсә килеп сыға. Уның серҙәрен миңә Стәрлебаш районынан таныш апайым өйрәтте. Тәүҙә бешергәнен ҡарап ултырҙым, һуңғараҡ яйлап ҡына үҙем дә тәүәккәлләнем. Иң беренсе төрлө мәжлестәргә бешереп, күстәнәскә алып барҙым. Барыһы ла оҡшатып, яратып ашайҙар, рецебын һорайҙар. Һуңынан әле теге, әле был байрамдарға бешереп биреүемде һорай башланылар. Шулай башланып китте инде. Күстәнәстәр Башҡортостандан тыш, Ҡаҙан, Һамар, Санкт-Петербург ҡалаларына ла «китте». Күңелгә яҡын шөғөлдөң ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа ла өлөшө һиҙелерлек.
Эше лә мәшәҡәтле уның. Күберәк бауырһаҡ һорайҙар, шуға ла журнал уҡыусыларға был тәмлекәсте бешерергә өйрәтәйек.
Бауырһаҡ өсөн 8 йомортҡаға ике ҡалаҡ һөт, бысаҡ осонда сода, бер семтем тоҙ ҡушып яҡшылап күперткәс, туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ итеп ҡамыр баҫаһың. Яңы ғына иләнгән ондо өҫтәлгә һалам да, ҡалаҡлап өҫтәйем. 4 стакан тирәһе китәлер. Ҡамырҙы арҡанан тир бәреп сыҡҡансы, оҙаҡ баҫырға кәрәк. Формаһын үҙегеҙгә оҡшағансы эшләргә мөмкин.
Уны суйын һауытта бешереү яҡшы. Һауытҡа бер литр тирәһе көнбағыш майы һалабыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас һыуытабыҙ. Йылы май эсенә әҙер бауырһаҡтарҙы төшөрәбеҙ. Даими болғатып торорға ла онотмағыҙ. Тишекле сүмескә һалһаң, әҙер бауырһаҡтың артыҡ майы ағып бөтә.
Кәңәшем шул, яңы бешерә башлағандарҙың киң таралған хатаһы - майҙа ҡыҙҙырғанда, бауырһаҡты иртә алалар, майҙа матур булып ятҡан бауырһаҡтың эсе бешмәһә, майҙан алғас, шиңә лә ҡуя. Уны ҡыҙарта биреп ҡыҙҙырырға кәрәк.
Бауырһаҡты шәкәр сиробы менән болғатам. Бер стакан шәкәргә 50 гр һыу һалып, шәкәре иреп бөткәнсе йылытҡас, бер ҡалаҡ бал ҡушып, 15-30 минут яй утта ҡайнатаһың. Әҙер булыу ваҡыты балға ҡарай, төрлө бал була. Ҡайнап сығыу менән сиропты өйөп һалынған бауырһаҡ өҫтөнә ҡойорға. Һуңынан бауырһаҡты ҡалаҡ менән бутарға ярамай. Сироп яҡшылап һеңһен өсөн һауытты баш түбән икенсе һауытҡа бушатырға кәрәк, - ти Бүләк.
Аш-һыу оҫтаһы бауырһаҡтан тыш сәк-сәкте лә телде йоторлоҡ итеп бешереүе менән танылған. Туғандары, таныштары уның туйға, төрлө табынға тәмлекәс әҙерләп биреүен үтенеп мөрәжәғәт итә икән.
Оҫта һәр ерҙә лә оҫта. Бүләк Сәмиғулла ҡыҙы атлас таҫмалар менән картиналар ҙа сигә, интерьер ҡурсаҡтары һәм мендәрҙәр яһай, тәҙрә пәрҙәләре, ламбрекендар һәм ҡыҙҙарына күлдәктәрҙе лә үҙе тегә икән. Ошо ҡул эштәре менән ҡалала һәм республикала үткән күргәҙмә-фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ул - ҡәләм оҫтаһы ла. «Шоңҡар», «Башҡортостан уҡытыусыһы» һәм башҡа республика баҫмаларында мәҡәләләре донъя күрә.
Бүләктең тағы ла хыялы бар - ҡурсаҡтар өсөн башҡорт милли кейемдәр тегеү. Нимәгә тотонһа ла, барыһы ла бик матур килеп сыға уның. Алтын ҡуллы, тиҙәр ундайҙарҙы. Ҡыҫҡаһы, ул ысын мәғәнәһендә матурлыҡ тыуҙырыусы.
Ә ни өсөн тап бауырһаҡ бешерәһегеҙ, башҡа ризыҡ түгел, тигән һорауыма Бүләк былай тип яуап бирҙе:
- Ҡайҙа ҡарама бургер, пицца, шауырма тәҡдим итәләр. Мин тап башҡорт милли ризыҡтарын популярлаштырыу маҡсатында был шөғөлгә тотондом. Һәр бала үҙ милләте йолаларында үҫһә, киләсәгебеҙ ҙә булыр, - тигән фекерен еткерҙе бауырһаҡ бешереү оҫтаһы.