1. Әлегә һин тере икән, бөтә нәмә лә ҡулыңдан килә.
Бөгөн һинең үҙ маҡсатыңа табан ынтылыр өсөн төрлө юлдарың бар. Аллаһы Тәғәлә бар нәмәнән дә юғары. Ул ниҙелер бул тип бойорһа, бар нәмә лә була.
Ниндәй ҙә булһа эшкә йәһәт кенә төшөнә һалыу мөмкин түгел. Һәр нәмәгә лә ваҡыт, теүәллек, ныҡышмаллыҡ кәрәк. Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ! Улар аша күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин!
Кем дә кем нәҡ Аллаһ ризалығы өсөн тырышлыҡ һала икән, уның юлдары асыла. Ә инде кемдәндер үтеп китер, ниҙелер иҫбатлар өсөн йә үс алыу йәһәтенән башҡарылған эш хәйерһеҙ булыусан.
Һин үҙең уйлағанға ҡарағанда көслөрәк. Бер бәләкәй уңышһыҙлыҡ арҡаһында ғына башлаған юлыңдан тайпылма.
Үҙ маҡсатыңа табан барғанда ныҡышмал бул. Көсөңдө йәлләмә. Әгәр ниндәйҙер юғалтыу кисерһәң, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә. Күңелеңдә иман бар икән, күп нәмәнән юғары икәнлегеңде онотма.
Әгәр маҡсатыңа ынтылыуҙан туҡтаның икән, был һинең көсһөҙлөгөңдө күрһәтә. Үҙеңде донъяға күрһәт. Кешеләргә ниндәй файҙа бирә алаһың һәм бынан үҙең нисек үҫешәһең – күрһәт. Һәр ниәт иткән эш барып сыға. Ни бары бирешергә, туҡтап ҡалырға ғына ярамай.
Юғары Көс күңелендә һағыш, битарафлыҡ булмаған кешегә изгелек өләшеүҙән туҡтамай. Гел хәрәкәттә булығыҙ, гел алға ынтылығыҙ. Аҙ булһа ла, даими рәүештә эшләгеҙ. Иң отошлоһо ошо.
Ҡасандыр кемдер эшләй алған икән, һинеке лә килеп сығыр! Хатта ки һин теләгәнгә донъялағы бер генә кеше өлгәшһә лә, булдыра алырһың. Был бер ҡасан да артҡа сикмәҫ өсөн ҙур сәбәп.
Юлында ҡаршылыҡҡа осраған кеше лә һин генә түгел. Ауырлыҡтар, ҡатмарлы хәлдәр яман һыҙғырып эргәнән үтеп китеүсе йәҙрә кеүек. Уларҙан ҡурҡмай ғына маҡсаттарҙың текә ҡаяларына, менеп булмаҫтай бейеклектәренә күтәрелегеҙ. Ана шул йәҙрәнең береһе тейеп яралаһа ла сигенмәгеҙ.
Тарих әйләнә лә әйләнә. Бөгөн кемдеңдер мөмкинлеге күп, иртәгә – икенсенеке. Бөгөн отолғандың иртәгә отоуы ихтимал. Был тормошта бер нәмәне лә алдан белеп булмай. Иң мөһиме – килеп сыҡҡан мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмау, рухты һындырмау, күңелде төшөрмәү.
Ауыр осорҙар кемдең кем икәнлеген билдәләү өсөн ул. Кешенең иманы күңелендәме, әллә телендә генәме икәнлеген билдәләү йәһәтенән. Шулай уҡ көслө рухлыларҙы асыҡлау өсөн. Юғары Көс кешене төрлө ауыр хәлдәргә ҡуйып ниәтенең, маҡсатының көсөн самалай, иманын баһалай.
Әммә һәр нәмәнең самаһы бар. Хоҙай тирандарҙы яратмай. Ундайҙар үҙенең хоҡуҡтарын ғына белә, хөрмәт итә, ә бүтәндәрҙекенә күҙ йомоп ҡарай. Үҙенең эштәре алға китһә етте, ҡалғандар теләһә ни эшләһен. Үҙен генә талантлы, булдыҡлы һанап, башҡаларҙы тапап китә, йә һис юғы бик түбән баһалай, өндәшмәүҙәренән файҙаланып үҙе теләгәнсә ҡуллана. Маҡсатҡа ынтылғанда ана шуны ла оноторға ярамай.
6. Хыялың ысынға әйләнеүгә ышан!
Күптәр һинең хыялға кәртә ҡуйып маташыр. Тормошҡа аша торған хыял түгел икәнлегенә ышандырыр, һауанан ергә төшөргә саҡырыр. Уйығыҙҙа йәшәгән ниәттәрегеҙҙҙе бер кемдең дә емерергә хаҡы юҡ! Шул уҡ ваҡытта Юғары Көстөң рәхименә таяныуҙан туҡтамаҫҡа кәрәк.
Яҡындарың менән кәңәшләшеп, ыңғай һәм кире яҡтарын самалап, ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшләгәндән һуң, ҡалғанын Аллаһы Тәғәләгә тапшыр. Көс, ярҙам килеренә ышан, кәрәкле мөмкинлектәр, кешеләр килеп сығыр, хәл-ваҡиғалар һин теләгәнсә ҡуйырыр.
7. Һинән дә хөртөрәк хәлдә ҡалғандар бар.
Әлеге мәлдә һиңә ҡыйынмы? Тағы ла ауырыраҡ хәлдә ҡалғандар бар. Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы китапты уҡырға йыбанаһыңмы? Кемдер тыумыштан һуҡыр булып, хәрефтәрҙе лә күрә алмай. Барҙың ҡәҙерен бел һәм ҡуллан.
Ниәттәргә өлгәшеү генә етмәй, үҙеңдең уңыштарың ярҙамында тирә-яҡҡа файҙа килтереү ҙә мөһим.
Аллаһы Тәғәлә кеше үҙе үҙгәрмәйенсә уның хәлен яҡшыртмай. Үҙенең күңелен байытып, рухын нығытҡанға Хоҙайҙың рәхиме лә мул төшөр. Ә инде рухи яҡтан сереп, кешеләргә алама мөнәсәбәттә булғандар түбәнселекле хәлдә ҡалыр.
Шул уҡ ваҡытта башҡалар менән изге ғәмәлдәр эшләүҙә ярышыу кәрәк. Эргә-тирәләребеҙгә беҙҙән яҡтылыҡ ҡына һирпелһен. Был донъяға бүтән килмәйбеҙ. Ошо бер генә бирелгән мөмкинлекте матур йәшәп үткәрәйек. Кеше күҙенә сағыу, үҙенсәлекле шәхес булып күренеүҙән ҡурҡмағыҙ.
Бер ҡасан да, бер кем дә һиңә бәхеткә хаҡың юҡ тип әйтә алмай. Һәр кемдең үҙ өлөшөнә генә ятҡан бәхете, уңыштары була. Ошоға ышанығыҙ һәм бер ҡасан да бирешеп ҡалмағыҙ, бөгөлөп төшмәгеҙ.