Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
14 Ғинуар 2019, 15:07

“Балам” тиеп бағалар, ҡырҡты ҡырлаһа ла балалар...

Йыш ҡына Өфө урамдарында бер күренешкә тап булаһың: бала коляскаһын этеп барған өлкән йәштәге ҡатын эргәһендә ҡулдарын кеҫәһенә тығып йәш әсә атлай. Ваҡыты-ваҡыты менән коляскала ятҡан баланың кейемен рәтләп ҡуйған була, йә булмаһа эйелеп һөйләшеп ала ла, йәнә ҡулдарын кеҫәһенә тыға.

“Балам” тиеп бағалар, ҡырҡты ҡырлаһа ла балалар...

Йәғни заман йәштәрендә инфантиллек ҡайҙан килә?

– Арыны ирем. Эше ауыр, яуаплылығы ҙур, хеҙмәт хаҡы аҙ. Донъя йөгөн бер үҙе тарта бит. Минең эш хаҡым былай ҙа күп түгел ине. Әле бына бәпес алып ҡайтырға йыйынабыҙ, декретҡа сығам. Исмаһам, ике яҡтың береһенән ярҙам юҡ, – тип уфтанды бер ханым.
– 40 йәшкә еткәндә атай-әсәй ярҙамына өмөтләнеп ултырыу дөрөҫмө инде? Үҙегеҙгә уларҙы ҡайғыртыр, игелек күрһәтер ваҡыт еткән. Етмеште ваҡлаған әбей-бабайҙан ниндәй ярҙам өмөт итмәк кәрәк? – тип ҡаршы төштөм.
– Уларҙың матди яҡтан ярҙам итә алыр сағы бит! Фатир алырға кәрәкмәй, бала уҡытырға түгел, кейенергә кәрәкмәй, ә икеһенә алған пенсиялары шаҡтай.
Әлеге һөйләшеү бик оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне. Әленән-әле әйләнеп ҡайтып шуны уйлайым: «Бала атай-әсәй алдында сикһеҙ бурыслы», – тибеҙ. Тик ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға. Беҙҙең илдә атай-әсәй үлгәнсе балаһына бурыслы булып ҡала түгелме һуң?..
Йыш ҡына Өфө урамдарында бер күренешкә тап булаһың: бала коляскаһын этеп барған өлкән йәштәге ҡатын эргәһендә ҡулдарын кеҫәһенә тығып йәш әсә атлай. Ваҡыты-ваҡыты менән коляскала ятҡан баланың кейемен рәтләп ҡуйған була, йә булмаһа эйелеп һөйләшеп ала ла, йәнә ҡулдарын кеҫәһенә тыға. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, туйҙарҙа шаярып ҡына бала коляскаһы йөрөтөү өсөн таныҡлыҡ тапшырһалар ҙа, уның һис уйын түгеллеген ҡала урамынан коляска этеп бер үтеү менән аңлайһың. Бордюрҙар, саҡыр-соҡорло тротуарҙарҙан йөрөр өсөн оҫталыҡ һәм ярайһы ҡул көсө кәрәк. Һәм был осраҡта йәш кешегә еңелерәк булырға тейеш. Тик әсәйҙәр, инде үҙе әсәй булған балаһын йәлләп, ауырлыҡты үҙ өҫтөнә ала. Әсәйҙәр генә түгел, атайҙар ҙа, ни ҡәҙәре генә ҡырыҫ булмаһындар, шул уҡ батырлыҡты ҡабатларға мәжбүр. Инде буй еткән, уҡып эшкә урынлашҡан, ғаилә ҡорған балаларына ярҙам итәм тип малын аҫрай, йорт һалырға йә фатир алырға өлөш индерә. Әммә унан һуң да тыныс ҡына йәшәргә мөмкинлек булмай сыға, сөнки ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерешергә матди ярҙам кәрәк.
Кем ғәйепле һуң бында? «Өф» итеп торған атай-әсәйҙәрме? Үҙ аллы йәшәрлек шарттар тыуҙыра алмаған хөкүмәтме? Үҫеп тә, үҙ аллы була алмаған балалармы? Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә, арбала ла бар, буғай...
– Күптән үҫеп таралыштыҡ. Туғаным ғаиләһе менән Себер яҡтарынан йылына бер генә ҡайта. Беҙ ҙә ҡалала йәшәйбеҙ. Ара йыраҡ, үҙебеҙ эшләйбеҙ, балалар уҡый. Йыш ҡайтып йөрөрлөк мөмкинлек юҡ. Күп тигәндә йылына ике-өс мәртәбә ҡайтып урайбыҙҙыр. Ә атай-әсәй һаман беҙгә итен-һөтөн ебәрергә тип мал аҫрай. «Үҙегеҙгә етерлек кенә ҡалдырығыҙ ҙа, бөтөрөгөҙ малығыҙҙы!» – тибеҙ. Юҡ бит, тыңламайҙар. Күпме көс түгергә кәрәк, күпме һаулыҡ бөтә. Беҙ үҙ-үҙебеҙҙе ҡарар ғына хәлдә инде юғиһә. Утыҙҙан уҙған ҡатын булһам да, баҙарҙан ит һайлап ала белмәйем. Оят, валлаһи! – тип зарланғайны икенсе бер танышым.
Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр бит. Беҙ ауыл балалары булып та, ит һатып ала белмәйбеҙ. Ә мәктәптә генә түгел, юғары уҡыу йортонда ла тыуған йортонда йәшәп уҡыған, унан эшләй башлаған ҡала йәштәре, ғөмүмән, итте һыуытҡыста ғына күрә. Хеҙмәт хаҡының бер өлөшө аҙыҡ-түлек, икенсеһе комммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә тотолғаны уның башына инеп тә сыҡмайҙыр әле. Ул аҡсаһын фәҡәт үҙенә генә тотона: кейенә, күңел аса, ҡыйбатлы телефондар, планшет-фәлән ала. Йылы оянан ул ата-әсәһе алып биргән фатирға ғына сығып китергә мөмкин. Хәйер, ғаилә ҡорғас, йәш кейәү йәки кәләштең айырым йәшәгеһе килеү сәбәпле, фатир «снимать» итеп йәшәп алалар әле. Әммә оҙаҡ түгел. Аҡсаның «һыуға һалынғаны» аңлашылғас, торлаҡ һатып алыу мәсьәләһе күтәрелә һәм, экономиялау маҡсатында, йәнә ғәзиз нигеҙгә килеп һыйыналар. Ипотека бурысын тиҙерәк түләп бөтөрөү өсөн, торлаҡ алғас та, уны «сдавать» итеп, атай-әсәй янында йәшәп ҡалыусылар осрай. Ә бала тыуғас... бала тыуғас, ҡарарға кеше кәрәк тип, тағы тотҡарланалар.
Юҡ, мин ҡала йәштәре ялҡау ҙа, ауылдыҡылар уңған, тимәйем. Беренселәре атай-әсәй ғаиләһенән сығып китә алмаһа, икенселәре бала тыуыуға олатай-өләсәй булғандарҙы үҙ янына саҡыртып ала. Әлбиттә, «әбей ярай бала ҡарай, бабай нимәгә ярай» тип шаяртыу элек-электән ҡалған. Әммә ул ваҡытта ғаилә ҡороу, бала табыу йәше 18-20-лә булған, тимәк, ҡартатай-ҡартәсәйҙәр ҙә йәш буғлан. Ә хәҙер беренсе ейәндәрен 60-ты уҙғас һөйәләр. Уны балалар баҡсаһына йөрөтөү, мәктәпкә оҙатып-ҡаршы алыу кеүек бурыстар етенсе тиҫтәһен ваҡлап килеүселәргә йөкмәтелә...
Социологтар үҙ аллы тип һөнәре булған, атай-әсәһенән айырым йәшәгән, үҙ көнөн үҙе күргән кешене һанай. Хәҙер әйтегеҙ инде: күпме беҙҙә ундайҙар?
Йәштәрҙең инфантиллеге хаҡында өлкән быуын вәкилдәре генә түгел, хатта ғалимдар һүҙ алып бара башланы. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 1950-1959 йылдарҙағы йәш быуынды ысын мәғәнәһендә үҙ аллы тип һанарға мөмкин. Улар араһында 18 йәше тулыуға ситкә сығып китеүселәр иң күбе. Ә быфна бөгөнгө йәштәрҙең 60 проценты утыҙы тулһа ла атай-әсәһе менән йәшәп, компьютер уйындарында «еңеүҙәр яулап», тормошта «үҙен эҙләй».
Хәйер, тарихҡа ҡабатланыу ҙа хас. Бындай хәл бер нисә йөҙ йыл элек булған инде. XIX быуат атай-әсәйҙәре балаларының инфантиллегенә зарланған. «Үҫмерлек осоро» тигән төшөнсә лә ана шул ваҡытта ҡулланышҡа кергән. Әммә психология фәндәре докторы Наталья Толстых фекеренсә, ул балаларына уҡырға һәм үҫергә оҙағыраҡ ваҡыт бирә алған ҡатламдарҙа ғына осраған. Морзаларҙа, мәҫәлән. Ә ябай крәҫтиәндең балаларын улай иркәләп торорға мөмкинлеге булмаған. Бөгөн иһә баймы, аҙ керемлеме – айырма юҡ: бала ниндәй ғаиләлә үҫеп буй еткерһә лә «бәпкә».
Уйлап ҡарағыҙ: Гайдар 16 йәшендә полк командиры булған! Лермонтов 26 йәшендә дуэлдә һәләк булһа ла, донъя әҙәбиәтендә тәрән эҙен ҡалдырып өлгөргән. Туҡай 27 йәшендә мәрхүм булһа ла, быуаттар үткәс тә юйылмаҫ әҙәби мираҫ ҡалдырған. Шәйехзада Бабич .... Ә бөгөнгө көн йәштәре ҡырҡты ҡырлағанда ла ата-әсәһенең ҡанат аҫтынан сыға алмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «балаҡай» күҙлегенән үҙаллылыҡ йыш ҡына үҙ аҡсаңа, үҙеңде тәьмин итеп йәшәү түгел, ә үҙ ҡағиҙәләрең буйынса атай-әсәй йортонда йәшәү менән сикләнә. Атай-әсәйҙәр ҙә, төрлө бәләләргә юлыға күрмәһен тип, булдыра алған ҡәҙәр ҡурсаларға тырыша. Бәлки, ул бала әсәһенең итәгенән ысҡынырға тырышып та ҡарағандыр, әммә талпынышы уңышлы булмағандыр. Йә эшкә урынлашып, хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәрҙер, йә ғаилә ҡороп, уңышһыҙлыҡҡа осрағандыр. Булыуы ихтимал, донъя бит. Билдәле, ундай осраҡта ата-әсәһе балаһын айырыуса йәлләй, йыуата, уңышһыҙлығын онотторорға тырыша. Шуға күрә, үҙаллылыҡҡа ваҡыт еткәнен аңлаһа ла, ҡысҡырып әйтергә баҙнат итмәй.
Әгәр бала атай-әсәй өсөн берҙән-бер проект икән, унан баш тартыу бөтөнләй ауыр була. Сөнки сабый тыуғандан бирле ата-әсәһенең (бигерәк тә әсәй кешенең) бар тормошо уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға ҡорола. Өҫ-башын ҡарау, ашатыу, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөтөү, репетиторҙар яллап белем биреү... «Бар тормошомдо балама бағышланым!» – тип әйтергә ярата ундайҙар. Һәм, ҡысҡырып әйтмәһә лә, үҫкән балаһынан да шуны көтә. Әммә әлеге теорема кире яҡҡа ла шундай уҡ һөҙөмтә менән эшләмәҫкә мөмкин. Үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе барлығына, эшен ҡалдыра алмауына һылтанып, өлкән йәштәге яңғыҙ ата-әсәһен тәрбиәләргә сит кеше яллаған балалар аҙмы ни? Имеш, ейәндәр шау-шыуынан азат булып, тыныс ҡына көн итһендәр... Имеш, тыуған нигеҙенән айырып, ҡала фатирында тилмерткеләре килмәй... 80 йәшкә аяҡ баҫҡанда ғына атай-әсәйҙең хөрмәте арта төшә. Балалары уларҙы ҡулдарында күтәреп йөрөтөргә әҙер була башлай. Көн-төн иҫәнлеген, оҙағыраҡ йәшәүен, оҙағыраҡ пенсияһы менән һөйөндөрөүен теләй. Ана шулай тәүҙә үҙ теләге менән, унан инде, теләйме-юҡмы, әммә үлгәнсе балаһын ҡайғыртырға тейеш була. Утыҙҙа ла, ҡырҡта ла, алтмышта ла...
Атай-әсәй ҡосағынан сыҡмай ғына йәшәгән бала үҙ аллы донъя көтөргә әҙер булмағанын да оноторға ярамай. Тормош өйрәтә ул, тиҙәр. Әлбиттә, өйрәтә. Әммә уның атай-әсәйгә ҡарағанда күпкә ҡырыҫыраҡ уҡытыусы булып сығыуы ихтимал...
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бындай иркә йәштәр беҙҙең илдә генә түгел. Был – донъя тенденцияһы. 2012 йылда үткәрелгән Кларк университеты тикшеренеүҙәре 18-29 йәшлек америкалыларҙың үҙҙәрен үҙ аллы ҙур кеше тип һанамауын асыҡлаған. Германияла 63 процент йәш егеттәр атай-әсәй йортонда йәшәүҙе хуп күрә. Үҙаллылыҡтың тағы бер билдәһе – ғаилә ҡороуға күҙ һалһаҡ та шул уҡ хәл. АҠШ-та егеттәр беренсе тапҡыр 28 йәштә өйләнә, ә ҡыҙҙар 26-ны уҙғас кейәүгә сыға. Японияла тағы ла һуңыраҡ: 32-лә һәм 29 йәштә. Америкала бәлиғ булыу тип – 21, Японияла 20 йәш һаналғанын иҫәпкә алһаҡ, тимәк, ғаилә ҡороп, рәсми рәүештә үҙаллылыҡҡа аяҡ баҫҡансы 7-12 йыл бушлыҡ килеп сыға. Беренсе баланы ла уларҙа нигеҙҙә 30-ҙы уҙғас ҡына табалар. Был сағыштырыуҙар, иҫке бер мәҙәктәге кеүек, «Аллаға шөкөр, бер мин генә иҫәр түгел икән» тип, аяҡ һелкетеп ултырған кеүегерәк килеп сыға инде.
Донъя күләмендәге хәлдәр уйландырырлыҡ. Тик уныһы йыраҡта, диңгеҙ аръяғында булғас, бик һиҙелмәй, күренмәй. Ә бына күҙгә күренеп торған үҙебеҙҙәге хәлдәр йәнде тырнай.
Ябай математика иҫәпләүе менән һанап ҡараһаҡ та, беҙҙең заман малайҙары 7 йәше тулғанда мәктәпкә уҡырға бара. 11 йыл парта артында ултыра. 18 йәше тулғанда мәктәпте тамамлай ҙа, юғары уҡыу йортона инә. Унда 6 йыл (4 йыл бакалавр, 2 йыл магистратура) ғүмере үтә. Унан һуң аспирантураға инмәһә, армияға алалар. Хәрби хеҙмәткә киткәнсе алған һөнәре буйынса урынлашып, тәжрибә туплап, ир ҡорона ингәнсе 30-ҙың өҫтөнә сыға. Был беҙҙең тормош-көнкүреш шаблоны. Тимәк, унан әллә ни тайпылып булмай... Шулай булғас, йәштәрҙе генә ғәйепләү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер. Эш урынынан фатир алған саҡтар, эшкә урынлашҡан йәш белгестең дә тәжрибәле хеҙмәткәрҙән кәм булмаған хеҙмәт хаҡы алған замандар күптән үткән. Бөгөн мәктәбе, балалар баҡсалары ябылған, дауаханалары булмаған, ә кибеттәрендә әйбер хаҡтары өсләтә арттырып һатылған ауылдарҙа йәштәр ҡалмай. Ә ҡалала, һис юғы район үҙәгендә, йорт һалыу, тормош көтөү осһоҙ түгел. Хәйер, ҡасан йортто еңел һалғандар һуң? Бала саҡта ағай-еҙнәй, туған-тыумасаларҙа бер төрлө свитер күреп ғәжәпләнгәнем әле лә иҫтә. Ҡайҙан алғандар икән, тип уйлай инем. Баҡһаң, уларҙың барыһын да өй һалған мәлдә әсәй бәйләп һатҡан. Аҙ булһа ла аҡса булһын тип... Күпме күҙ нуры, күпме сабырлыҡ. Береһенән-береһе бәләкәй беҙҙе – өс балаһын да ҡарарға ваҡыты булған, эшенә лә сапҡан, утар тулы малын да ҡараған. Өлгөргән бит! Ваҡыты ла, көсө лә еткән. Ә бөгөн йәштәр фатир алам тип бәйләм бәйләп ултырырмы икән? Хәйер, бәйләһә лә, хаҡы үҙен үҙе аҡламаҫ шул...
Эйе, тормош еңел түгел. Һәм ҡапҡа төбөндә ултырған әбейҙәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, торған һайын ауырлаша. Тик ул «эскәмйә йыйылыштары»нда йөҙ йыл элек тә шулай тип һөйләгәндәр, йөҙ йыл үткәс тә тема үҙгәрмәҫ. Әммә уға ҡарап ҡына Ер шары әйләнеүҙән туҡтамай бит. Атай-әсәйҙәр ҙә мәңгелек түгел. Ҙур тормош юлына сығып, ике аяғыңа баҫҡансы ярҙам иткәндәренә рәхмәт әйтеп, үҙ ваҡытында уларҙың елкәләренән төшөргә, тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәктер. Пенсия аҡсаһы балаларға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә матди ярҙам күрһәтеү өсөн бирелмәй, буғай, бит... Әллә инде мин яңылышаммы?

Эльмира ИБРАҺИМОВА.

Читайте нас: