Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
20 Июнь 2019, 23:43

Ике һыңар пар килһә, йәки Бөрйән молдованы тарихы

”Юҡ, мин барыбер ошо яҙмышымды теләп һайлар инем. Мәйсәрәһеҙ, алсаҡ башҡорттарһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңә ошондай яҙмыш яҙғаны өсөн гел Хоҙайға рәхмәт әйтәм”.

Ысын парҙар, бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәр күктә ярала, тиҙәр. Уныһын Хоҙай белә, әммә Бөрйән районының төпкөлөндә, Әтектә йәшәп ятыусы Грецулар хаҡында нәҡ шулай тип әйтеп була. Бәй, 98 процент башҡорттар йәшәгән “Бөрйәнгә был молдовандар ҡайҙан килеп сыҡҡан?” тигән һорау ҡуйыр уҡыусы. Уныһы ла – яҙмыш ҡушыуы. Совет заманында армияла хеҙмәт итеүсе егеттәр менән хат алышыу тигән матур йола йәшәне. Үҙенең буласаҡ ҡайнағаһы менән бергә хеҙмәт итә Молдовияның Кагул ҡалаһы эргәһендәге Румянцев ауылынан килгән Грецу Михаил Николаевич. Әтек егете һеңлеһенең адресын хеҙмәттәшенә бирә. Хат аша сәләмләшеү тора-бара оло дуҫлыҡҡа әүерелә. Әрменән ҡайтышлай, Өфөлә шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөүсе Мәйсәрәгә һуғылмай түҙә алмай Михаил. Муйыл күҙле Бөрйән ҡыҙына бер күреүҙә ғашиҡ була. Унан, йолаһына тап килтереп әйттереп, Себер тарафтарына алып китә. Мурманск өлкәһендә йәшәй йәш ғаилә. Михаил рудникта эшләй, ПТУ-ла уҡыта. Отпуск осоронда Бөрйәнгә килеп йөрөйҙәр. Шул мәлдә тәүге тапҡыр ҡуйы урманды, бейек-бейек тауҙарҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙе, ауыл кешеһенең тоғро дуҫы – балтаны, салғыны күрә. Ҡайныһы 40 йылдан ашыу ғүмерен урмансы һөнәренә бағышлаған Бейембәтов Әүхәҙи Атанғол улынан бесән сабырға, оҫталыҡ эштәренә, ғөмүмән, крәҫтиән һөнәренә өйрәнә. 1989 йылда Бөрйәнгә күсеп ҡайта Грецулар ғаиләһе. Өс йыл тигәндә башҡорт телен һыу кеүек эсә башлай Михаил. “Телгә өйрәнеү еңелдән булманы. Башҡорт теле ауыр тел бит ул. Етмәһә, башҡорттар бер һүҙҙе күп мәғәнәлә ҡуллана. Тәүҙә русса өндәшһәләр ҙә, тырышып-тырмашып башҡортса яуап бирҙем. Миңә бит ошонда йәшәргә, унан ни эшләп күп кеше миңә ярарға тырышып русса һөйләргә тейеш, мин яңғыҙмын, тимәк, миңә урындағы халыҡтың телен өйрәнергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Хәҙер рәхәтләнеп ”Таң” гәзитен дә уҡыйым. Уҡығанда һөйләгәнгә ҡарағанда ла күберәкте аңлайым. Балаларым рус телендә лә, башҡорт телендә лә матур һөйләшә”, – ти Михаил Николаевич.

“1990 йылда өй һалырға ниәт иттек. Ҡайным үҙе урманда йөрөп иң яҡшы ағастарҙы һайланы. Ул саҡта мин институтта уҡып йөрөй инем. Белорет аша ауылға ҡайтып киләм. Күрәм: беҙҙең өйҙө тотош ауыл кешеһе өмә яһап күтәреп ята. Минең ғүмеремдә иң бәхетле мәл ошо булғандыр. Ошондай ярҙамсыл, алсаҡ халыҡты күргәнем юҡ. Шатлығымдан да, рәхмәтемде белдерге килеүемдән дә күҙемдән йәштәр атылып сыҡты. 1991 йылда өйгә сыҡтыҡ. Инессабыҙ Себерҙә тыуғайны. Уға интернациональ исем ҡуштыҡ, ике милләткә лә уртаҡ булһын тип. Ул әле БДПУ-ла биолог-дизайнер һөнәренә уҡып йөрөй, Вадим исемле ул үҫтерә. 1991 йылда Аннабыҙ тыуҙы. Ул хәҙер Белорет педагогия колледжының IV курсында белем ала. Төпсөгөбөҙ Руслан быйыл Магнитогорск дәүләт университетының информатика факультетына уҡырға инде. Шөкөр, балаларҙан уңдыҡ. Мәктәптә һәйбәт уҡынылар, әүҙем йәмәғәтсе булдылар, аҙып-туҙып йөрөмәйҙәр. Руслан былтыр ”Йыл уҡытыусыһы - 2010” конкурсында өсөнсө урын яуланы. Ғөмүмән, тормошомдан да, ҡатынымдан да, эшемдән дә уңдым мин. 22 йыл Әтек мәктәбендә төрлө фәндәрҙән белем бирәм. Тәүҙә технологиянан уҡыттым. Уҡыусыларым менән төрлө сувенирҙар, шкатулкалар, ағас саналар, һандыҡтар, тәҙрә семәрҙәре эшләй торғайныҡ. Ағас эшенең серенә бер яҡлап ҡайным өйрәтһә, икенсе яҡлап хеҙмәт уҡытыусыһы булыуым төшөндөрҙө. Бөрйәнгә килгәнемдә таҡтаның ниндәй булыуын, һөйәндең нимә икәнен дә белмәй инем. Телгә өйрәнеүемә уҡыусыларым булышлыҡ итте: дәрес һайын мең һорау бирәләр, мин уларға тырышып-тырмашып яуап бирәм. Балаларҙы, мәктәпте яратам мин. Уҡыусылар ҙа мине үҙ итте. Шөкөр, улар йылдың-йылы рәсем, география, һыҙма, технология фәндәренән олимпиада-конкурстарҙа призлы урындар алып килә. Мәҫәлән, Зарипова Гөлнур быйыл фәнни-тикшеренеү эше буйынса район күләмендә беренсе урын яулауға өлгәште. Уның эше әле республика конкурсына тәҡдим ителде. Гөлнур ауыл эргәһендә үҫкән йыуанлығы – 5, бейеклеге 45 метрлыҡ меңйәшәр тарихи ҡарағас тураһында ғилми эш яҙҙы. Был ҡарағаста солоҡ та бар. Унда үҙем дә менеп төштөм. Текә тау битендә үҫкәс, ҡурҡыныс. Киләсәктә уны кәртәләп, тарихи урын тип иғлан итеп, экскурсиялар ойошторорға мөмкин. Әйткәндәй, был ҡарағаста ырыу тамғаһы ла бар. Ғөмүмән, балалар үҙ тыуған яғының тарихын белеп үҫергә тейеш”, – тип хәл-әхүәлен бәйән итә М. Грецу.
Коллегалары ла ҡәнәғәт Михаил Николаевичтан. “Һәр эште еренә еткереп башҡара. Ул – балаларҙы, балалар уны ярата. Тырыш, пунктуаль, эшем эш булһын тип эшләй”, – тиҙәр уның хаҡта.
”Мөғжизә булып, һеҙгә яңынан яҙмышығыҙҙы һайлау мөмкинлеге бирелһә, икенсе юлдан китер инегеҙме, әллә әлегеләй башҡорт мөхитенә юлығып, Бөрйән башҡорттары араһында ғүмер итер инегеҙме?” – тип һорау бирәм.
”Юҡ, мин барыбер ошо яҙмышымды теләп һайлар инем. Мәйсәрәһеҙ, алсаҡ башҡорттарһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңә ошондай яҙмыш яҙғаны өсөн гел Хоҙайға рәхмәт әйтәм”.
”Юҡ, мин барыбер ошо яҙмышымды теләп һайлар инем. Мәйсәрәһеҙ, алсаҡ башҡорттарһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңә ошондай яҙмыш яҙғаны өсөн гел Хоҙайға рәхмәт әйтәм. Әйткәндәй, мин Мәйсәрәмә ғүмерем менән дә бурыслы: өйөбөҙгә ҡайным менән яҡтау ултыртып йөрөгән мәл. Бер саҡ күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплап, ялт та йолт йәшен йәшнәй башланы. Мин тәҙрә уйымы тапҡырында тора инем. Ҡайнымды ла, мине лә йәшен атҡан. Миңә нығыраҡ эләккән: тәнем, үпкә тирәһе янған. Иң ҡыҙығы: муйынымда көмөш сылбырҙа тәре бар ине. Ни мөғжизә менәндер сылбыр бөтөнләй юҡ булған, тәреһе өҙөлөп төшкән. Муйында сылбырҙың урыны ҡарайып ҡалды. Мин үле кеүек ятҡас, барыһы ла төңөлөп бөткән. Мәйсәрә йүгереп килеп яһалма тын алдырып, массаж яһап, ергә, балсыҡҡа күмеп, аңыма килтергән. Дауаханала ла ятып сыҡтым. Ана шулай үлеп терелдем. Шулай ҙа йәшендән ҡурҡыу ҡалманы, көнөң бөтһә, ҡасан да бер инде. Аллаһҡа ышанам, ике динде лә ихтирам итәм. Мин бит алты милләт вәкиле йәшәгән ауылда тыуып үҫтем. Унда ғағауыздар, болгарҙар, украиндар, молдовандар, урыҫтар ҙа йәшәне. Милләт-ара татыулыҡ тыуған ауылдан башланды, бер-беребеҙҙе ҡыйырһытманыҡ. Атай-әсәйем үлеп ҡалды инде. Әсәйем, Акулина Ильинична, мине – молдован, ағайым Николайҙы украин итеп яҙҙыртҡан. Бер-бер хәл тыуһа, бер-берегеҙгә барып йөрөрлөк булһын, тигән. Әйткәндәй, минең телем – украин теле. Рус мәктәбендә уҡыным. Интернеттан Башҡортостан укараиндары менән яҙышам, башҡорт араһында йәшәһәм дә, туған телемде онотмайым. Дингә килгәндә, балаларға ирек ҡуйҙым үҙҙәре һайлар, Аллаһ бер бит ул. Кешенең иманы күңелендә, йөрәгендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Документ буйынса милләтем – молдован, туған телем – украин, уҡыған телем – рус теле, йәшәйешем, йолаларым – башҡортса. Ислам динен ихтирам итәм. Яңыраҡ ҡына ҡайным мәрхүм булып ҡалды. Үҙ атайым кеүек яҡын кеше ине ул. Уға булған рәхмәтемде һүҙ аша еткереп булмай. Ныҡ ярҙам итте, тормошҡа, эшкә өйрәтте. Ул үлгәс, илағым килде, ә башҡорттар бит кеше үлгәс иламай, түҙҙем инде. Беҙҙә кешене ерләгәс эсәләр, һеҙҙә улай түгел. Ашап бөткәс, Аллаһҡа рәхмәт әйтеп, Аллаһу әкбәр әйтәм, эште бисмилланан башлайым. Молдовандар шарапһыҙ йәшәй алмай. Сәйҙе лә һирәк эсә. Мәйсәрә килеүгә әсәйем һинд сәйе алып ҡуя ине. Балалар унда һут эсә. Мин хәҙер сәйһеҙ йәшәй алмайым. Саф башҡорттарҙың кәсеп-шөғөлөнә өйрәнеп бөттөм. Солоҡ та ябам, умарта ла тотам. Бал ҡорттарын ҡарағанда мин Мәйсәрәнең урынбаҫары инде. 19 баш умартабыҙ бар. Эш хаҡын студенттарға бүлеп бирәһең дә, бал, мал аҡсаһына йәшәйһең инде. 8 баш һауын кәзә тотабыҙ. Кәзәләр һаны 20-гә етә. Мәйсәрә йәй буйы ҡымыҙ эшләп һата. Кәзә ҡымыҙынан шәп нәмә юҡ инде ул. Бесәнде быйыл алыҫта, Биктамышта эшләнек. Үҙебеҙҙең “Беларусь” бар. Картуфты ла ауылдан 7 саҡрым алыҫлыҡтағы бөткән ауыл Иҫәнғазыла ултыртабыҙ. Ундағы ерҙең йомшаҡлығы – һөргәндән һуң баҫһаң, итегең күмелә. Ҡуңыҙ ҙа булмай, картуфы ла емерелеп уңа. Кешеләр араһында кәм-хур булмай йәшәргә тип тырышып ятабыҙ. Өйҙәге йыһаздарҙы ла үҙем эшләнем. Беҙҙең яҡта ҡола ялан, емеш ағастары ғына үҫә. Машинаның кузовына менеп ҡараһаң, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы ауыл күренә. Бында иһә тау ҙа урман. Бер йылы ағайымдар ҡунаҡҡа килгәйне. Ҡасан бөтә ағастарығыҙ, тип теңкәне ҡороттолар.Ҡана йылғаһына алып барғас, уның таҙалығына иҫтәре китте. Ышанмай төшөп ҡаранылар. Беҙҙә бындай төбө күренеп ятҡан һыуҙар юҡ. Ғөмүмән, Бөрйән ожмахында йәшәйем мин. Беҙҙең яҡта һыуҙар 80 метрҙан сыға, уныһы ла буръяҡ. Эш юҡ, хужалыҡтар тарҡалды, ауылдар бөтөү өҫтөндә. Сағыштырып ҡараһаң, Башҡортостан – сәскә атыусы ил! Ялҡау булмаған кеше Бөрйәндә лә бынамын итеп йәшәй ала. Үҙебеҙгә ҡайтһам, тын тарыҡҡан кеүек, һауа етмәй. Хәҙер ысын Бөрйән кешеһе булып бөттөм”, – ти Михаил Николаевич, күңел сәхифәләрен аҡтарып.
Грецуларҙың күркәм өйө ауыл урамына йәм биреп ултыра. Мәйсәрә апай ҙа юҡты бар итергә тора. Уңған хужабикә ҡул станогында йөндән шәлдәр бәйләй, матур-матур гөлдәр үҫтерә, донъяһын сынъяһау итеп тота. Мәктәптә умартасылыҡ нигеҙҙәре дәрестәре лә алып барған. Ике баш умартаны етегә тиклем еткергәндәр, уҡыусылары республика буйынса беренсе урын да яулаған. Әлеге лә баяғы замана шойҡаны – мәғәнәһеҙ ҡыҫҡартыуға эләгеп, эштән сыҡҡан. Хәҙер ҙә буш ултырмай, шәл бәйләй, йәйҙең йәй буйы ҡымыҙ эшләп һата, бал ҡорттарын ҡарай. Ана шундай дан ғаилә йәшәй Әтектә.
Ике тәртә бергә тартҡас, донъя йөгө лә йылдам алға китеп ултыра. Хәмер менән дуҫ булмағас, балаларын кеше итергә тырышып торғас, ҡылғандары ла изгелек кенә булғас, донъялары ла бәрәкәтле, эштәре һөҙөмтәле Грецуларҙың. Иң мөһиме: был интернациональ ғаиләлә бер-береңде аңлау, бер-береңдең динен, йолаһын ихтирам итеү, йылдарҙа һыналған оло мөхәббәт хөкөм һөрә.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: