Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Июнь 2019, 21:56

Йәйге Photo-кәңәштәр

Өләсәй йәшәгән ауылдан, тәбиғәт ҡосағындағы ялдан, йә сит илдәргә ҡылған сәйәхәттән нимә алып ҡайтабыҙ әле? Эйе, тәьҫораттар, күстәнәстәр, иҫтәлеккә сувенирҙар… Шулай уҡ яҡшы кәйеф һәм йөҙләгән, меңәрләгән фото һүрәттәр. Һуңғыларының араһында барыбыҙ ҙа уңышлы кадрҙың булыуын теләйбеҙ. Тик, үкенескә күрә, йыш ҡына быға өлгәшә алмайбыҙ. Йәғни ашыҡ-бошоҡ төшөрәбеҙ, хәтер карталары көтмәгәндә “тула”.

Өләсәй йәшәгән ауылдан, тәбиғәт ҡосағындағы ялдан, йә сит илдәргә ҡылған сәйәхәттән нимә алып ҡайтабыҙ әле? Эйе, тәьҫораттар, күстәнәстәр, иҫтәлеккә сувенирҙар… Шулай уҡ яҡшы кәйеф һәм йөҙләгән, меңәрләгән фото һүрәттәр. Һуңғыларының араһында барыбыҙ ҙа уңышлы кадрҙың булыуын теләйбеҙ. Тик, үкенескә күрә, йыш ҡына быға өлгәшә алмайбыҙ. Йәғни ашыҡ-бошоҡ төшөрәбеҙ, хәтер карталары көтмәгәндә “тула”. Әммә эш һәр саҡ хәтер картаһының тулыуына бәйле түгел шул, дуҫтар.


1. Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләгеҙ

Әлбиттә, яҡын кешеңде фотоға төшөргән мәлдә уның иҫ киткес матур фонда тороуы хаҡында ла уйланаһың. Әммә, тәжрибә күрһәтеүенсә, “матурлыҡ”, ғәҙәттә, кадрҙан башҡа кәрәкле күренештәрҙе “ҡыуып” сығара, моделде “ҡырҡҡыслай”.

Әгәр кадрҙа кеше бар икән, мотлаҡ уны “ҡырҡмай” ғына бөп-бөтөн килеш һүрәтләндерергә тырышығыҙ. Йәғни фотола төп урынды ул биләп торһон. Ҡыҫҡаһы, эргә-тирәлә урынлашҡан баобаб, йылға һәм колонналы ҡупшы ғына өйҙө айырым төшөрөп алһағыҙ, иманыбыҙ камил, улар һеҙгә үпкәләмәйәсәк.

2. Яҡыныраҡ килегеҙ

Йыш ҡына кадрға мөмкин тиклем күберәк объекттарҙы “һыйҙырырға” теләп, мөһим деталдәрҙе иғтибарҙан төшөрөп ҡалдырабыҙ: имән ағасы ҡабының семәрҙәрен, йәшел япраҡтар өҫтөндә ҡояш нурҙарының шаярыуын, моделдең ихлас йылмайыуын. Улар ҙа бит иғтибарға лайыҡ, шулаймы? Шуға күрә ҙурыраҡ пландар яһау тураһында онотмағыҙ.

3. Төп ҡағиҙәләргә буйһоноғоҙ

Кеше кәүҙәһен нисек һынландырыу тураһында фотография уйлап табылғансыға тиклем әллә күпме быуат элек баш ватҡандар. Аҡыл эйәләре бының өсөн төп өс ысулдың барлығын билдәләгән: портрет, билдән портрет һәм тулы буйға һынландырыу. Башҡа варианттар ҙа бар, әммә улары уңышлы килеп сыҡһын өсөн, фотоға төшөрөүсе кешенең оҫта һәм ижади ҡарашҡа бай булыуы мөһим. Мәҫәлән, тәбиғәт ҡосағында “дуҫтарса фотоға төшөү” өсөн алдағы өс вариантты ҡулланыу етә.

Портрет – төп планда – йөҙ. Кешене был вариантта төшөргәндә иғтибарлы булығыҙ: фотоаппараттың объективы уның күҙҙәренең тәңгәленә тап килергә тейеш. Баланы төшөрһәгеҙ – сүкәйегеҙ, ике-өс башҡа оҙон кешене фотола сағылдырырға теләһәгеҙ йә һикерәһегеҙ инде, йә ултырғысҡа менеп баҫығыҙ... Портретта геройҙың йөҙө мотлаҡ кадрҙың уртаһында торорға тейеш түгел. Уны уңға йә һулға, йә саҡ ҡына аҫҡараҡ “күсерергә” мөмкин. Артына мамыҡтай болоттарҙы йә алыҫтағы матур-матур йорттарҙы “урынлаштырырға” ла була. Ҡыҫҡаһы, тәжрибә яһауҙан ҡурҡмағыҙ.

Билдән алып төшөрөлгән портрет та насар түгел. Әммә уның эсте бошорғос яғы бар: кадрға кешенең йөҙөнән тыш ҡулдары ла инә. Икенсе төрлө әйткәндә, был осраҡта ҡулдарың “ҡырҡылып” ҡалмаһын, улар артыҡ көсәнгән йә, киреһенсә, йәнһеҙ кеүек тә тойолмаһындар. Ғәҙәттә, моделдең ниндәй позаларҙы, хәрәкәттәр яһарға яратыуын аңлап алыр өсөн бер ни тиклем күҙәтеп алыу ҙа етә. Әйтәйек, кемдер эйәге менән усына таянырға ярата, сәстәрен йыш-йыш рәтләп һала, бармаҡтарын “ҡауыштыра”. Тап ошо “материал” менән эш итегеҙ.

Кадрға кешене тулыһынса “эләктереү” (буйҙы тулыһынса һынландырыу) – моделдең эргә-тирәләге мөхит менән мөмкин тиклем тығыҙ бәйләнештә булыуын да аңлата. Юҡ, фотоға төшөүсенең “бағана” кеүек бер урында ҡатып тороуын үтенмәгеҙ: йөрөһөн, алмаға үрелһен, эскәмйәлә уйланып, ял итеп ултырһын, һикәлтәләр буйлап менеп килһен, янында эте булһа – һыйпап ултырһын. Һәүәҫкәр фотографтарҙың йыш ҡылған хатаһы – отошло күренгән позалағы фотоларҙың саманан тыш ҡабатланыуы. Бында хилафлыҡ юҡ, әммә уларҙың ялҡытыуы ихтимал. Тимәк, фантазияғыҙға ирек бирергә кәрәк.

Кадрҙа, мәҫәлән, төп геройығыҙҙан тыш уның дуҫтары булһа ла ҡурҡыныс юҡ. Бер-береһенең иғтибарын йәлеп иткән арала бер нисә ҡыҙыҡлы кадр төшөрөп ҡалырға мөмкин икәнен онотмағыҙ.

4. Тәбиғи яҡтылыҡты иҫәптә тотоғоҙ

Яҡтылыҡ буйынса, ҡояштың ҡалҡыуы һәм байыуы – иң яҡшы ваҡыт. Бигерәк тә киске сәғәттәрҙе мәңгеләштереү отошло. Сөнки йылы тондағы яҡтылыҡ бик ҡыҙыҡлы эффекттар тыуҙыра, төҫтәрҙе ысынбарлыҡ сифаттарында күрһәтеү көсөнә эйә.

Әгәр ҡояш моделдең артында икән, фотоаппараттың “ялҡынлы яҡтыртҡысы” менән файҙаланығыҙ. Юғиһә, геройығыҙҙың шәүләһен генә төшөрөп аласаҡһығыҙ. Әммә шуныһы ла бар: фотоаппараттың үҙенә ҡоролған яҡтылыҡ сығанағы объектты алыҫтан төшөрөү өсөн ҡаралмаған. Шуға күрә арағыҙҙағы алыҫлыҡ 3-4 метрҙан ашмаһын.

5. Ялҡытмағыҙ

Бөтәһе лә һеҙ теләгәнсә була алмай: кемдер ысынлап та фотоға төшөргә яратмай. Ундайҙар сираттағы “дежур” “Йылмайҙы-ы-ыҡ” менән генә ҡотолоу яғын ҡарай. Бының менән килешергә өйрәнегеҙ. Тын алырға ирек бирегеҙ: ашап алһын, ял итһен, тынысланһын. Бәлки шул саҡта уңышлы кадрҙар “тота” алырһығыҙ.

Йомғаҡлау урынына...

Йәнә бер мөһим кәңәш – фото һүрәттәрҙе эшкәртеү менән үтә ныҡ мауыҡмағыҙ. Уларҙың сағыулығын самаһыҙ арттырыу, төҫлө фотоны төҫһөҙгә әйләндереп “художестволы эшкәртеү”ҙең эшегеҙҙе юҡҡа сығарыуы ла ихтимал.

Р. СӘЛИМОВ.
Читайте нас: