Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
18 Июль 2019, 18:38

Аҫылмалы күпер

Атай-әсәйҙәр тере саҡта уларһыҙ ҙа йәшәп булыр төҫлө, ә уларҙы юғалтыу менән тормош шундай ауыр тойола. Яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, ваҡытында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек, дуҫтар! #Шоңҡаржурналы #хикмәт


Бейек тауҙағы ике ауыл араһында тәрән тарлауыҡ икән. Ике ауыл халҡы уның аша үтер өсөн аҫылмалы күпер төҙөп ҡуйған. Кешеләр ағас таҡталар буйлап йөрөһә, ике яҡлап һуҙылған трос яндауыр булараҡ хеҙмәт иткән. Был күпер аша кешеләр яндауырға тотонмайынса ла йөрөргә өйрәнгән, хатта балалар ҙа тарлауыҡ аша бер ҡурҡыуһыҙ йүгереп уҙыр булған.
Әммә бер ваҡыт трос-яндауырҙар юҡҡа сыҡҡан. Иртә менән тарлауыҡ янына килгән кешеләр күпер аша бер аҙым да яһай алмаған. Тростар булғанда, уларға тотонмай ҙа үтергә мөмкин ине, ә уларһыҙ күпергә яҡын барғыһыҙ.
Атай-әсәйҙәребеҙ менән дә шундай уҡ хәл. Улар тере саҡта уларһыҙ ҙа йәшәп булыр төҫлө, ә уларҙы юғалтыу менән тормош шундай ауыр тойола. Яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, ваҡытында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек, дуҫтар!
Читайте нас: