“Баланы мәктәпкә оҙатыу кейәүгә биреү менән бер” тип шаярта хәҙерге атай-әсәйҙәр. Ысынлап та, белем көнөнә әҙерлек осороноң мәшәҡәттәре бихисап, сығымдарының да осо-ҡырыйы күренмәй, ғаилә бюджетына ла һиҙелерлек һуға. Был хәл бөтә йылдарҙа ла шулай ҡатмарлы булдымы икәнлеген асыҡларға булдыҡ.
Бөгөнгө көндә һәр сараға саманан тыш артыҡ ҙур иғтибар бүленә башланы, шикелле. Баланың тыуған көндәрен күңел асыу комплекстарында заманса итеп үткәрәләр, элек иһә иптәш ҡыҙ-малайҙарҙы саҡырып, өйҙә торт менән сәй эсеү ҙә ҙур байрам кеүек тойола ине. Йәйге каникулдарҙы мәктәп лагерҙарында уҙғарҙыҡ, уныһы ла бөтәһенә лә тәтеп бармай торғайны. Бөгөн иһә баланың ялын заман атай-әсәйҙәре диңгеҙ буйында, сит илдәрҙә ойошторорға ынтыла. Элек мәктәпкә лә артыҡ шапырынмай ғына әҙерләндек. Өҫтө-өҫтөнә кейем алыу, тиҫтерҙәр араһында кемуҙарҙан мода күрһәтеү кеүек күренештәр күҙәтелмәне. Һәр нәмәлә сама булды.
Бала өсөн иң ҙур байрам Белем көнө һанала килде. Уны уҡыу йылы тамамланыу менән һағынып көтә башлай инек. Байрамға тип алынған кейемдәрҙе көнөнә бер нисә ҡабат кейеп-сисеү шул тантана сәғәтен яҡынайтырға теләүҙән булғандыр. Ә хәҙерге балаларҙы бер ни ҡыҙыҡһындырмай тиерлек. Байрам кәйефе тыуҙырам тип тырышҡан өлкәндәр, аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй календарҙағы һәр ҡыҙыл датаны “ҙурларға” тырыша. Әммә уларҙы ни тиклем ҙурлаған һайын уның мәғәнәһе лә, баһаһы ла, ҡәҙере лә кәмей генә бара төҫлө.
Ә бынан ярты быуат йыл элек мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан әсәйем Гүзәл Сәлихова үҙенең мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп былай тип һөйләне: “Мин 1966 йылда уҡырға төштөм. Мәктәп йылдарын иҫләгән саҡта утын яғып йылытылған ҙур булмаған бина, һоро форма һәм аҡ алъяпҡыслы йәш ҡыҙсыҡ күҙ алдыма килеп баҫа. Ауылда балалар баҡсаһы булмағас, мәктәпкә ашҡынып барҙым. Ул минең өсөн бөтөнләй ят, әммә ҡыҙыҡлы һәм ылыҡтырғыс донъя булды. IV кластан 5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға ҡарлы-буранлы ҡышын, ямғырлы көҙөн йөрөп уҡыған саҡта ла белемгә дәрт, сәм кәмемәне. Тиҫтерҙәр менән бергәләп уйнау, киске уйындарға cығыу, ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән тәнәфес ваҡытында Инйәрҙә һыу инеүҙәр... Бик күңелле һәм ғәмһеҙ саҡ ине ул мәктәп йылдары. Кейем-һалым самалы булһа ла, ихласлыҡ, ябайлыҡ һәм ҡәнәғәтлек артығы менән булды.
Беҙҙең заманда кейемде магазиндан һатып алыу мөмкинлеге юҡ ине, шуға әсәйем мәктәп формаһын үҙе тегә торғайны. Һуңғараҡ сыҡҡан йондоҙ биҙәкле аҡ пионер күлдәген һәм зәңгәр итәк байрам көндәрендә генә шкафтан сыға ине. Спорт костюмдарын V класта ғына күрҙем. Ябай тауарҙан тегелгән триколар “үҙ йөҙөн” юғалта ла ҡуя ине, ә әлеге спорт костюмы сифатлы булды. Уның өҫтөн хатта кофта итеп тә кейгәнем хәтеремдә. Бер көҙ ямғырлы булды, ике ауыл араһында юл ныҡ насарайҙы, ә мәктәпкә кейеп барырға резина итек юҡ. Ә уҡыуҙы ҡалдырғым килмәй. Атайым ҡаланан нисектер бер пар итек эҙләп тапҡас, ҡыуанысымдың сиге булмағайны.
Ғәҙәттә, атай-әсәйем бала кейемдәрен, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы “Балалар донъяһы”, “Универмаг” магазиндарынан алыр булған. Сөнки элек баҙарҙар булмаған, ә “Толкучка”лағы иҫке, кейелгән насар сифатлы тауарҙарҙы үҙһенмәгәндәр икән.
Минең бала саҡта ауыл халҡының ҡулында аҡса булмай торғайны. Колхозсыларға эш хаҡы әйберләтә түләнгәс, атайым уҡыу йылы алдынан һарыҡ ҡуйыр ине. Һәм әлеге ит хаҡына беҙгә ҡаланан кейем-һалым алып ҡайта, әммә беҙҙе эйәртмәй торғайны. Кейем-һалымда күрһәтелгән үлсәмдәр беҙгә тап-таман булғас, беҙгә ҡалаға йөрөүҙең кәрәге ҡалмаған, күрәһең. Етмәһә, һеңлеләргә лә күҙ-ҡолаҡ кәрәк. Ә 13–14 йәштән иптәш ҡыҙ менән, велосипедта 10 саҡрым ара үтеп, Шишмә ауылына мәктәп кәрәк-яраҡтары артынан үҙебеҙ йөрөй инек.
Элек тауар хаҡтары тинләп кенә иҫәпләнгән, шуға аҡса ла бәрәкәтле булғандыр. Хәйер, атай-әсәйем аҡсаларын мәктәп кәрәк-яраҡтарына, кейем-һалымға йәлләмәй тотона ине, кеше араһында беҙҙең кәм-хур булып йөрөүебеҙҙе теләмәгәндер. Шуға канцелярия тауарҙарына ла ҡытлыҡ кисермәнек. Шаҡмаҡ, буй, ҡыя буйлы дәфтәрҙәрҙе күпләп алып ҡуялар ҙа, ул хатта икенсе йылға ла артып ҡала торғайны.
Бынан тыш ауылға йыш ҡына ҡырлайсылар (“коробейник” тиҙәр) килеп йөрөр ине. Унан әсәйем дәфтәр-ҡәләм, уйынсыҡ, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе йөнгә, һөйәккә, сепрәккә алыштырып алып ҡала ине. Ҡара, ҡара һауытын да беҙгә әлеге ҡырлайсылар ташый торғайны. IV класҡа тиклем яҙыуҙа ҡаурый һәм ҡара ҡулландыҡ. Аҙаҡ уҡытыусы матур яҙғандарға ғына авторучка бирә башланы. Уның эсенә ҡара тултырып яҙыша инек. Шариклы ручкалар бер йылдан һуң ғына барлыҡҡа килде. Ҡулыма алған тәүге ручкам алһыу төҫтә ине, уны мин байтаҡ һаҡлап йөрөттөм.
Элек матур яҙыу тип аталған дәрестә баланың каллиграфияһына ныҡ ҙур иғтибар бүленгән. Ҡара менән яҙыу үҙе бер һәләт, шуға ла уҡыусыларҙың почерктары ла, заман балаларынан айырмалы рәүештә, күпкә матур, бөхтә булған, минеңсә. Тәүге уҡытыусым Рәшиҙә апай яҙыу-һыҙыуға оҫта ине, шуғалыр ҙа уға йыл һайын I синыфты ышанып тапшырғандарҙыр. Ә II синыфтан беҙҙе уҡытҡан Бикә апа һулаҡай ҡулы менән дә һоҡланғыс яҙҙы.
Беҙҙең заманда бөтә нәмәлә ябайлыҡ һәм сама булды. Әйберҙәр етерлек кенә тотонолдо, өҫтө-өҫтөнә алыу булманы. Ғаиләләрҙә балалар һаны 4–5-тән күберәк. Әсәйемә 5 баланы яңғыҙына уҡытырға тура килде. Ауыр заман булһа ла, бөтәбеҙгә лә еткерергә тырышты. Артығы ла булманы, башҡаларға ҡарап, ымһынып та йәшәмәнек...”
Әсәйемдең хәтирәләрен тыңлап ултыра торғас, үҙемдең дә мәктәп йылдарым иҫемә килеп төштө. Мин дә уның кеүек аҡ алъяпҡыстар кейеп мәктәпкә барғайным. Әммә был бәхет миңә аҙ тәтене, II кластан аҡ блузка менән ҡара юбка модаһы инеп китте.
90-сы йылдарҙағы талон системаһы мәктәпкә әҙерлеккә лә тәьҫир итмәй ҡалманы. Әсәйемдең ауыл магазинында талон менән кейем-һалым алыуын хәтерләйем. Һайлап тороу юҡ, нимә эләгә, шуға ризабыҙ. Кәштә аҫтында йәшереп ҡуйылған берәй күлдәк, туҡыма алыр өсөн кибеттә эшләгән яҡын танышың булыуы кәрәк. Ҡулда аҡса булып та, әсәйҙәр әйбер ала алмаған осор ҙа булды шулай.
Бәхеткә күрә, бер нисә йылдан кейем-һалым алыу мәсьәләһе еңелләште. Әсәйем, апайым менән бергәләп август аҙағында Стәрле баҙарынан кейем хәстәрләй торғайныҡ. Ундағы әйберҙең күплеге хайран ҡалдыра ине. Аҡсаң ғына етһен. Ә кейемдәр сифатлы ла, үтә ҡиммәт тә булманы, шикелле. Хәйер, мин атай-әсәйҙең: “Ҡайҙан аҡса алып баланы кейендерергә?” – тип баш ватҡанын хәтерләмәйем. Бер барғанда баштан-аяҡ кейенеп, етмәһә, алмашҡа байтаҡ кофта-итәктәр алып ҡайта инек.
Әммә әлеге лә баяғы колхозда эшләгән ғаиләләр өсөн хәл ауырыраҡ булғандыр. Хәйер, улар ҙа әмәлен таба ине. Әйберләтә түләнгән “эш хаҡын”, сөгөлдөр баҫыуында бил бөккәне өсөн бирелгән тоҡ-тоҡ шәкәрҙәр һатып, аҡса эшләй торғайнылар. Ул заманда саҡ сыҡҡан тәүге музыка үҙәге, яҡшы велосипед, төҫлө телевизорҙар беренсе уларҙың өйөнә килеп инде.
Йәй башланыу менән ауыл урамдарын тултырып сиғандар йөрөй торғайны. Ҡапсыҡ-ҡапсыҡ сифатһыҙ әйберҙәрен осһоҙ хаҡҡа һаталар ине. Аҡсаһыҙ ғаиләләр кейем-һалымды сараһыҙҙан һөт-ҡаймаҡҡа, йомортҡаға ла алыштырҙы. Ошо рәүешле һәр кем балаһын мәктәпкә әҙерләргә форсатын тапты, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланып ултырыусылар булманы, шикелле.
Бөгөн иһә мәктәпкә әҙерләү байтаҡ ғаиләләр өсөн ҙур проблемаға әүерелде. “Магазин кәштәрәле тауарҙан һығылып тора, әммә әйбер араһынан сифатлы һәм ҡиммәт булмағандарын табыуы ауыр: сифатлының хаҡы тешләшә, ә “осһоҙҙоң арты тынысһыҙ”, ти атай-әсәйҙәр. Баланы зауыҡлы итеп кейендереү әлеге лә баяғы кеҫә ҡылынлығына барып төртөлә. Һәр кем был мәсьәләне үҙенсә хәл итергә тырыша: статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, илебеҙҙәге ғаиләләрҙең 68 проценты өҫтәмә килем тураһында хәстәрлек күрә, 16 процентына туғандары-дуҫтарынан бурысҡа алырға, ә 4 процентына иһә банкыларҙа кредит юлларға тура килә.
Сөнки мәктәп уҡыусыһының гардеробында бөтә төр кейем дә булырға тейеш, тип талап итә заман. Шуға атай-әсәйҙәр балаларына аҡ күлдәк-блузкалар, сарафандар пинжәк-итәктәр, спорт костюмы, бер нисә төр аяҡ кейеме, портфель, йылы кофта, жилет, салбарҙар, канцелярия тауарҙарын да хәстәрләй. Бынан тыш уҡыу әсбаптары, айырым фәндәр буйынса дәреслек, дәфтәрҙәрҙе һ.б үҙҙәренең аҡсаларына һатып алырға тура килә. Етмәһә, класс фонды, түңәрәктәр, байрамдар өсөн өҫтәмә аҡса йыйыуҙарҙы әйтеп торорға ла кәрәк түгелдер. Был теҙмәне әллә күпме һуҙырға мөмкин булыр ине. Ә уларҙың һәр береһен аҡсалата иҫәпләй башлаһаң, йомро ғына суммаға барып баҫа...
Шул сәбәпле, тәжрибәле атай-әсәйҙәр сығымдарын экономиялау күҙлегенән, кейем-һалымды һәм мәктәп кәрәк-яраҡтарын өлөшләп, бер нисә аҙна алдан алырға тырыша. Баҙар-магазиндарҙа кейем-һалым хаҡтары бер сама булһа ла, сауҙа нөктәләрендә ҙур ғына ташламаларға юлығырға мөмкин. Хәҙерге көндә ҡайһы бер атай-әсәйҙәр әҙерлек мәсьәләһен интернет ярҙамында еңелләштерә. Теләгән тауарҙарын осһоҙ хаҡҡа өйҙәренә яҙҙырып ала. Хәйер, ундағы тауар хаҡы осһоҙораҡ булһа ла, үлсәмдәрен самалап ҡына алырға тура килә. Етмәһә, кейемдең ярамауы ла, заказыңдың билдәләнгән ваҡытҡа килеп етмәүе лә ихтимал. Кемгәлер был ысул уңайыраҡ һәм отошлораҡ күренһә лә, үҙем иһә кейемде тотоп, кейеп ҡарау яҡлымын. Үҙенә күрә бер ләззәт тә тыуҙыра бит.
“Һәр кем юрғанына ҡарап аяғын һуҙа” тиҙәр халыҡта, шуға ла быйыл бер баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшөүен уртаса хаҡтар менән һанап ҡараным. Бер уҡыусыға кәм тигәндә 15–20 мең һум аҡса талап ителә. Мәктәп хәжәттәре был суммаға инмәй, әлбиттә. Ә ике, өс, хатта дүрт баланы мәктәпкә оҙатыусы ғаиләгә сығымдарын бермә-бер арттырырға тура килер.
Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү ҡыуаныслы ла һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы ла, сығымлы ла осор. Һәр замандың үҙ талабы, үҙ йәшәү принциптары. Ә халыҡ уларға ҡулайлаша йәки ҡулайлашырға тырыша. Хәйер, һәр заман атай-әсәйҙәренең изге ниәте – балаһын белемле итеү теләге – аҡсаһыҙлыҡ, сығымдар тыуҙырған күңелһеҙ хистәрҙән өҫтөн торған, уларҙы һәр ваҡыт еңеп сыҡҡан.