Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Октябрь 2019, 11:17

Аҙашҡан болан балаһылай тиһәләр ҙә...

Джесси мине осратҡансы башҡорттар тураһында ишеткәне булмаған. Әммә ул электән Рәсәйҙе, Путиндың идеологияһын хөрмәт иткән. (#ВладимирПутин) Ил президентын ысын лидер ти. Уның телмәрҙәрен йыш субтитрҙар аша ҡарай. Горбачевты ла яҡшы белә, бәләкәй саҡтарында Һиндостан яңылыҡтарында Рәсәй бик популяр булған. #ВладимирПутин

Кейәүгә сыҡҡан йыл. Иптәшемдең ауылда йәшәгән туғандарынан башҡаларын ишетеп кенә беләм. Бер ағаһының тыуған көнөндә ымлап ҡына ситтән ҡайтҡандары менән таныштыра. Мөләйем генә бер парға туҡталғас: “Ә быларҙың ҡыҙҙары японға кейәүгә сыҡҡан”, – тип әйтеп һалды. Был яңылыҡҡа башта иҫем китмәй генә: “Бәй, мин дә японға сыҡтым инде”, – тинем (Ауылда иптәшем йәшәгән урамды, өйҙәр тау баштарында айырым-айырым, тырым-тырағай ултырғас, Япониялағы кеше йәшәгән утрауҙарға оҡшатып, Япония урамы тиҙәр). Әйткәнен ысынға алмағанды аңлап: “Ысын японға сыҡҡан тим бит, әле шунда йәшәй, ти”, – тип хәбәрен теҙҙе. Ул ваҡытта был яңылыҡҡа аптыраһам да, әллә ни илтифат итмәгәйнем. Бары тик донъя көтөп, бала тәрбиәләй башлағас ҡына, ҡайһы саҡта үҙ башҡортоңдо аңлап булмағанда, ситтә, бөтөнләй икенсе милләт, дине, йолалары бүтән булған кешеләр менән нисек торалар икән, тигән уй башҡа йыш килә башланы.

“Башҡорттар ихлас, ҡунаҡсыл халыҡ”

Әлбиттә, иң тәүҙә Сато (Билалова) Эльвира Зәки ҡыҙының нисек япон килене булып китеүе ҡыҙыҡһындырҙы. Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһында тыуған, Башҡортостандың Салауат ҡалаһында үҫкән ҡыҙ УГАИС-ты тамамлағас, Мәскәү ҡалаһына юллана. Бында корей телен өйрәнеү өсөн бушлай курстарға йөрөй башлай, корей дуҫтары үткәргән бер кисәлә буласаҡ тормош иптәше Хидэмару менән таныша. Ул Рәсәйгә автомобилдәргә ҡағылышлы эшҡыуар булараҡ килә һәм, урыҫ телендә яҡшы һөйләшкәс, йыш ҡына тәржемәсе ролендә лә йөрөгән була.

“2013 йылдың июлендә Мәскәүҙә туйыбыҙҙы үткәргәс, Токиоға килеп төпләндек. Әле шунда ҡуртымға фатир алып торабыҙ. Дүрт йәшлек улыбыҙ бар. Иптәшем һуңға тиклем эшләгәс, баланы тәрбиәләү күпселек минең иңгә төшә. Шуға ла ял көндәрен өсәүләшеп, файҙалы итеп үткәрергә тырышабыҙ: тәбиғәткә сығабыҙ, дуҫтарыбыҙ менән осрашабыҙ. Интернеттан ҡарап япон, корей аштарын бешерергә өйрәнәм. Билмәнде яраталар, шуға ла уны йыш әҙерләйем. Дөгө ялҡытып китһә, әсәйемдәр бүтән төр ярмалар ебәрә. Улым әлегә күпселек минең ыңғайға урыҫса һөйләшә, әммә япон телен аңлай. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, ныҡлап өйрәнер әле, тип уйлайым. Унда бер төркөмгә ундан артыҡ баланы алмайҙар, кесе йәштән тәрбиәгә, баланы шәхес итеп үҫтерергә бар көстәрен, тырышлыҡтарын һалалар.

Үҙемә телде өйрәнеү ауыр бирелде. Ҡәйнәмдәр менән айына бер нисә тапҡыр осрашып торабыҙ. Башта интернет-тәржемәгә таянып аралашам, әгәр ҙә ике көндән артыҡ бергә булһаҡ, улар ыңғайына һөйләшә, һорауҙарына тиҙ генә яуап бирә башлайым. Улар ейәндәрен ярата, миңә иң оҡшағаны – уға ҡарата мөнәсәбәттәре етди булыуы, бәләкәй генә уңыштарына һөйөнөп баралар. Ғөмүмән, бында йәш айырмаһына ныҡлап иғтибар итмәйҙәр, барыһына ла тигеҙ ҡарайҙар.

Үҙемә сит мөхиткә өйрәнеп китеүе ауыр булманы. Бәлки, иптәшем яғынан мине барыһы ла йылы ҡабул иткәнгә шулай булғандыр. Бындағы халыҡ алсаҡ, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Тәбиғәткә ҡарата үтә һаҡсыл булыуҙары хайран итә.

Минән йыш ҡына: “Япон ҡатын-ҡыҙҙары үтә тыныс, һалҡын ҡанлылармы?” – тип һорайҙар. Тәбиғәте менән гүзәл зат ҡайҙа ла бер инде. Әйтергә теләгәнен әйтмәй, уйындағын эшләмәй ҡалмай, улар ҙа шулай)))). Шулай уҡ модаға эйәреп кенә кейенергә яраталар, күпселеген салбар, угги, башлыҡтар менән ҡыш сығалар. Милли кейемдәре киманоны бик һирәк кейәләр.

Йылына бер тапҡыр булһа ла Башҡортостаныма ҡайтырға тырышабыҙ. Минең теләгемә ҡаршы килмәй, япон кейәүҙәрен үҙ улдарылай итеп ҡабул иткәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәт. Хидэмару ҙа ҡайны-ҡәйнәһенә, туғандарыма тиҙ эҫенде. Уларға ҡарап: “Башҡорт халҡы ихлас, ҡунаҡсыл халыҡ”, – ти”.

“Ҡәйнәм менән бер-беребеҙгә йылмайышып ҡарап тик йөрөйбөҙ...”

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуып үҫкән Гүзәл Сингх (Бикйәнова) менән дә интернеттан аралаштыҡ. Үҙе әйтеүенсә, ун йыл тирәһе башҡортса яҙышҡаны булмаһа ла, сатнатып (башҡорт шрифтары менән!) туған телендә һорауҙарыма яуап биреүе менән һоҡландырҙы ла, үҙ илдәрендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, тыуған ауылынан сығып етер-етмәҫтән, вата-емерә урыҫса һөйләшергә маташҡан ҡайһы берәүҙәргә үрнәк булып та тора.

Бала сағында бер күрәҙәсе инәй уға: “Алыҫҡа кейәүгә сығаһың”, – тип юрағас, әллә ҡайҙа, ете диңгеҙ аръяғында йәшәгән кешегә тормошҡа сығырмын, тип уйламай ҙа, әлбиттә. Әммә теге инәйҙең юрағаны юш килә. Бәләкәйҙән тырыш ҡыҙ мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға инә. IV курста йәйге каникулында “Кемп Америка” программаһы буйынса төркөмдәш ҡыҙҙары менән өс айға АҠШ-ҡа эшкә китә. Ошонда, үҙе эшләгән лагерҙа, һинд киноларын ҡарап, геройҙарына ғашиҡ булып үҫкән Гүзәл үҙе кеүек үк ваҡытлыса ғына Һиндостандан йәйгелеккә эшкә килгән тренажер залы директоры Джесси Сингх менән таныша. Һөйгәне менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көткән ғашиҡ ҡыҙ, V курстың иң һуңғы имтиханын тапшырған көндө үк АҠШ-ҡа оса. Хатта ҡыҙыл дипломын үҙе лә барып алмай.

“Туйыбыҙ Бостонда артыҡ шау-шыуһыҙ, тыныс ҡына үтте. Шунда 8 йыл йәшәнек. Кейәүгә сыҡҡандан һуң миңә ике илдең мәҙәниәтен бергә өйрәнергә тура килде. Иремдең ғаиләһе тик үҙ телендә генә һөйләшә, үҙҙәренең ризығын бешерәләр. Мин дә уларса бешерергә бик тиҙ өйрәнеп алдым. Ә тышта – Америка. Тормош иптәшемдең менталитеты нисектер башҡорттарға тартҡан, улар ябай, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл һәм бигерәк ғәҙелдәр. Американдарҙың мәҙәниәте бөтөнләй башҡа.

Джессиҙың ғаиләһе мине яҡшы ҡабул итте. Ҡәйнәм үҙенең ҡыҙылай мине яҡын күрә. Уларҙың йолаһы буйынса, ир бала ата-әсәһенең йортонда ҡалырға тейеш. Шуға ла уларҙың Һиндостандағы өйҙәре ҙур итеп һалынған. Ләкин иремдең ҡустыһы ла, беҙ ҙә Америкала булғас, ҡәйнәм кинйә улында йәшәй. Ҡайным күптән үлгән. Беҙ өйләнешкән йылды күмәкләшеп бергә торҙоҡ, әле генә эш буйынса икенсе ҡалала йәшәйбеҙ. Улар бер-береһе өсөн үлеп баралар. Башта хатта үтә ныҡ ярҙамсыл, ҡунаҡсыл булыуҙары миңә ят тойолдо. Шулай уҡ ҡатындар ирҙәрен ныҡ хөрмәт итә. Балаларын атайға, ололорға ҡарата ихтирамлы булырға кәрәк тип тәрбиәләйҙәр. Һинд ҡатын-ҡыҙҙары оҙон сәс үҫтерә. Ҡәйнәм сәсен бер ваҡытта ла ҡырҡмаған. Ҡыҙҙарымдың да сәсен ҡырҡыуҙы тыя. Мин уны үпкәләтмәйем тип, төрлө һылтауҙар табып тигеҙләй тоғайным, хәҙер өлкән ҡыҙым сәсен үҙе ҡырҡтыртмай. Тағы ла тәмәке тартып, аҙып-туҙып йөрөгән һинд гүзәл заттарын күргәнем юҡ. Иптәшем дә эсмәй, тартмай. Беҙҙең өйҙә үткән бөтә байрамдар ҙа бик шаулы, күп һәм төрләндереп бешерелгән табын менән алкоголһеҙ үтеп китә.

Ҡәйнәмдән уңдым тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Ул һинд киноларындағы ыңғай яҡтан һүрәтләнгән героиняларҙы хәтерләтә. Үҙе диндар кеше, ейәнсәрҙәре өсөн (ике ҡыҙыбыҙ үҫә, һигеҙ йәшлек Жасмин һәм ике йәш ярымлыҡ Грейси) йәнен бирергә әҙер. Ул – инглизсә, мин уларҙың телен яҡшылап белмәгәс, бер-беребеҙгә күп ваҡыт йылмайышып ҡарап тик йөрөйбөҙ)))).

Иремдең милләте тураһында һөйләгәндә, бер мөһим деталгә туҡталып китергә кәрәк. Ул Һиндостандың төньяғында урынлашҡан иң ҙур һәм билдәле штат Пенджабтан; индус түгел (индус тип индуизм динен тотҡан кешегә генә әйтәләр). Ғөмүмән, Һиндостанда төрлө милләт кешеһен осратырға мөмкин. Джессиҙың милләте пенджаб, ә дине сикх. Был беҙҙең өсөн бәләкәй генә деталь булып күренһә лә, улар өсөн мөһим. Һинд киноларында баштарына сәллә, уң ҡулдарына көмөш беләҙек таҡҡан ир-егеттәр ана шул сикх динен тотоусылар инде. Ҡатын-ҡыҙҙары ла сари кеймәй, уларҙыҡы камиз тип атала. Уларҙың милли кейемдәре менән минең дә кейем шкафы тулған. Ҡәйнәм Һиндостанға ҡайтҡан һайын миңә камиз күлдәктәр, үҙҙәренең биҙәүестәрен алып килә. Шулай уҡ улар һыйырҙарға бөтөнләй табынмайҙар))). Минең һыйыр итенән бешергән бишбармаҡты ла тәмләп, яратып ашайҙар.

Джесси мине осратҡансы башҡорттар тураһында ишеткәне булмаған. Әммә ул электән Рәсәйҙе, Путиндың идеологияһын хөрмәт иткән. #ВладимирПутин Ил президентын ысын лидер ти. Уның телмәрҙәрен йыш субтитрҙар аша ҡарай. Горбачевты ла яҡшы белә, бәләкәй саҡтарында Һиндостан яңылыҡтарында Рәсәй бик популяр булған.

Сит милләт кешеһенә кейәүгә сығырға теләгем барлығын белгәс, әсәйемдең: “Һине көсләп ҡайтарып бәхетһеҙ иткем килмәй”, – тип үҙ ихтыярыма ҡуйғаны әле лә хәтеремдә. Атайым был яңылыҡты тыныс ҡабул итһә лә, башта ҡыйын булғандыр, тип уйлайым. Үҙем дә башта уларҙы һағынып йонсоном, быйыл Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтырға йыйынабыҙ. Минең өсөн кеше милләтенә, диненә ҡарап айырылмай. Башҡортостанда ла, Америкала ла төрлө кешеләрҙе осратырға тура килде. Иң тәү сиратта ҡайҙа ғына булһаң да кеше булып ҡалып, матур, татыу ғаиләлә балалар үҫтереүҙе йәшәүеңдең маҡсаты итеп ҡуйһаң, икенсе яртың менән ҡорған тормошоңдан уңаһың.

“Владивостокты күрәләр ҙә...”

Айгөл Рауил ҡыҙы Сонг (Нурисламова) буласаҡ тормош иптәше Сонг Хёник менән интернеттан таныша. Көнө-төнө тиерлек өс айлап яҙышҡас, буласаҡ кейәү егете ҡыҙ янына Өфөгә килә.

“Иптәшем менән беҙҙе уртаҡ хыялдар, ҡыҙыҡһыныуҙар яҡынайтҡандыр тип уйлайым. Ул да компьютер техникаһы, компьютер уйындары менән ҡыҙыҡһына. Әлеге ваҡытта Инчхондың Халыҡ-ара аэропортында эшләй, ошо уҡ ҡалала “вилла” тибындағы 4-5 ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәйбеҙ. Мин бала ҡарап өйҙә ултырам, тиҙҙән корей теленә өйрәтеүсе күнекмәләргә йөрөрмөн, күңелемә ятҡан эш табырмын, тип торам. Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында модельер һөнәренә уҡығайным, бәлки, икенсе юҫыҡта ла белем алырға, үҫешергә мөмкин булыр.

Корей йәштәре лә беҙҙең башҡорт йәштәре кеүек. Матур, бөхтә итеп, модаға эйәреп кейенергә яраталар. Күркәм, зауыҡлы кейем – уңыштың нигеҙе, тип һанайҙар. Әммә һуң ғаилә ҡоралар, корей ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡансы – 30, ир-егеттәре өйләнгәнсе 35 йәш булып китә.

Кореяла башҡорт халҡы тураһында бөтөнләй белмәйҙәр. Әгәр ҙә һин Рәсәйҙән икән, тимәк, урыҫ, тип уйлайҙар ҙа ҡуялар. Үҙҙәре Рәсәй халҡы менән ҡыҙыҡһынһалар ҙа, “Бандитский Петербург” кеүек фильмдарҙы ҡарап, әҙерәк шөрләйҙәр. Йә Владивостокка барып киләләр ҙә, Рәсәйҙә нисек йәшәгәндәрен, ниндәй халыҡ торғанын беләбеҙ, тип уйлайҙар.

Рәхәтләнеп күңелле итеп ғаилә байрамдарын үткәрәбеҙ, ике яҡ туғандар ҙа беҙҙең ғаилә тормошо менән ҡыҙыҡһынһалар ҙа, корей егетенә кейәүгә сығырға, башҡорт киленен алырға әлегә башҡа теләүселәр юҡ”.

“Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, бәлки, күңелеңә ятҡан, йөрәгең һайлаған кеше менән тормош ҡорор өсөн уның ҡайҙан, ниндәй милләт кешеһе булыуы мөһим дә түгелдер бөгөн. Шулай ҙа бала баҡҡанда, ниндәйҙер дини йолаларға таянғанда фекер-ҡараштарҙың бергә тура килеүе лә кәрәктер. Үрҙә алынған героиняларым иһә барған ерҙәренә таш булып батып, ебәк булып ҡына ишелеп, бүтән халыҡтар араһында: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары шулай икән!” – тип һоҡландырып ҡына йәшәһендәр, уларҙы бүтәндәргә үрнәк, өлгө итеп ҡуйһындар ине. Сөнки улар аша беҙҙең халыҡты ситтәр таный, уларға ҡарап беҙҙең турала һығымта яһайҙар бит.

#ВладимирПутин