Бер көн ятаҡта ултырһам, яныма дуҫым килеп инде лә: “Мин яңы һөнәр таптым – вайнер! Әйҙә, беҙ ҙә бәләкәй генә видеояҙмалар төшөрәбеҙ ҙә, аҡса һуғабыҙ”, – ти. Аптырап: “Кит, видеояҙма төшөрөп кенә килеп сыҡмаҫ, юҡты һөйләмә”, - тинем. Был хәлдән һуң бер нисә йыл үткәс, үҙебеҙҙең Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм күрше Татарстан вайндары (ҡыҫҡа көлкөлө видеояҙма) шаҡтай ҙур тулҡын менән интернетҡа, айырыуса, Инстаграм, «Бәйләнештә» селтәрҙәренә килеп инде. Ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы, көлмәҫ ерҙә көлдөрөр ҙә, илатыр ҙа... Эштә күңелһеҙ булып киттеме, ин дә вайн ҡара, яҡшы кәйеф тә булыр, эшеңә дәрт тә өҫтәлер.
Вайн – инглиз теленән үҙләштерелгән яңы һүҙ. 2012 йылда “Twitter” (Твиттер) компанияһы 6 секундтан оҙонораҡ ҡыҫҡа видео төшөрөп була торған “Vine” (Вайн) исемле мобиль ҡушымтаны һатып ала. 2013 йылда Вайн иң күп ҡулланылған ҡушымта исемен ала, унда 200 миллиондан артыҡ кеше ултыра. Тик өс йылдан һуң Инстаграм, Снэпчат, Ютуб менән көрәшеүҙе күтәрә алмай, Вайн үҙенең аудиторияһын юғалта. Шунан килеп сыға ла инде бөгөнгө көлкөлө ҡыҫҡа видеояҙмалар, йәғни вайндар.
Вайндар менән аҡса эшләү Европа илдәрендә киң таралған, Рәсәйҙә лә йылдан-йыл үҫешә, миҫалға, эргәләге ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙҙы алып ҡарайыҡ, унда ҙур ойошмаларҙы танытып бер вайн төшөрөү бер миллион тәңкәгә барып баҫа, йәғни беҙҙеңсә 200 мең һум. Әлбиттә, был һандар реклама бирергә теләүсе компанияның продуктынан һәм идеяһынан сығып билдәләнә. Заказ биреүселәр араһында хатта Рәсәй ойошмалары ла бар. Бер төркөм ҡаҙаҡ егеттәре һәм ҡыҙҙары ойошторған Yuframe-дың вайндарын Инстаграмда өс миллиондан ашыу, Ютубта миллион ярым кеше ҡарай, улар ике йыл эсендә 800-гә яҡын видеояҙма төшөрөп өлгөргән. Уйлаһаң, шаҡтай ҙур һандар килеп сыға. Шул уҡ Ҡаҙағстандың рәсми сайттарының мәғлүмәттәре буйынса, ҡаҙаҡ вайнеры “Sekavines”тың килеме айына миллион һумға барып етә икән. Был йәштәребеҙгә бик таныш персонаж. Уның кәсебенә килгәндә, ул һаҡаллы йыуан егет образында төрлө көлкөлө хәлдәргә тарый, йә өйһөҙ бысраҡ асарбаҡ Боря булып төшә, йә ҡыланып дәртле итеп бейей, ошондай сүрәттә төшөрөлгән бер минутлыҡ видеоларын ике-өс миллион кеше ҡарай. Шул “әҫәрҙәр”е араһына реклама ҡуйып интернет киңлектәренә тарата. Бындай реклама уңышлымы, ышаныслымы? Уныһы икеле, әммә уның менән ҡулланыусылар бер ҙә кәмемәй. Ҡаҙаҡ вайнерҙары белдереүенсә, көн һайын видео төшөрөү ауыр хеҙмәт талап итә һәм башлағанда ауыр тәнҡит осорон үтергә кәрәк, сөнки һинең тәжрибәң дә юҡ һәм ышаныусы кешеләр һирәк була.
Күрше Татарстан республикаһында ла күптән вайнерлыҡ “һөнәре” үҫешкән. Унда вайнерҙар күптән ҡыҙыҡ, сифатлы вайндар эшләй һәм уларҙы йөҙәр меңләп кеше ҡарай. Иң ҡыҙығы: күптәре тик саф татар телендә генә төшөрә бит. Ут күршеләребеҙҙең өлгөрлөгө яңы өлкәлә лә сағыла.
Ә Башҡортостанда туған телебеҙҙә вайндар төшөрөүселәр бармы икән? Иң тәүҙә, тиҫтә йылдан артыҡ Башҡорт асыҡ КВН лигаһының күп тапҡыр еңеүсеһе, «Хәйерле Stand-up кис» резиденты Марсель Мөхәмәтйәновтан һорашып алдым:
- Башҡортостанда уңышлы эшләп киткән вайнерҙар юҡ, тиерлек. Бер нисә кешене генә айырып әйтә алам: күптән түгел Фидан Ҡолмөхәмәтов эшләй башланы, бик шәп килеп сыға, миңә оҡшай. Беҙҙә төшөрөлгән вайндарҙың һәр яңыһын түҙемһеҙлек менән көтөп алам, тип әйтә алмайым, Инстаграм йә Бәйләнештә селтәрҙәрендә килеп сыға икән, мин уны ҡарайым. Әгәр ҙә һин шәп вайнер булам тиһәң, көн һайын берәр ҡыҙыҡлы вайн сығарып торорға тейешһең.
Бөгөнгө көндә Инстаграм биттәрендә вайндар сығып тора, әммә уларҙы вайн тип әйтеп буламы? Бәлки, ҡыҙыҡлы видео тип әйтергә мөмкиндер. Вайндар – ҡыҫҡа, көлкөлө, кемдеңдер тарафынан уйлап сығарылған видеолар. Инстаграм килеп сыҡҡанда, улар 15 секундтан ғына тора ине, ә хәҙер 30 секунд, хатта бер минут булып китте. Уларҙың иң төп үҙенсәлеге ҡыҫҡа булыуында бит. Бүтәндәр менән сағыштырғанда, беҙҙә был өлкә хатта башланғыс та алмағандыр ул. Был тәңгәлдә уңыштарыбыҙ алдалыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Үҙемдең һабаҡташтарыма ла һүҙ бирәйем. Был студенттар Инстаграм селтәрендә ни бары биш меңдән ашыу кеше йыйып, вайн төшөрөүҙе хобби итеп алған. Иң мөһиме, кешеләргә оҡшай бит, бушҡа был тиклем халыҡ йыйылмағандыр. Үҙҙәре ни тиер?
“Башстудвайн” командаһы (Ислам Төхвәтуллин, Айгөл Аҙнабаева, Илнур Ҡыямов, Тимур Мөхәмәтғәлиев, Динар Ғайсин):
– Беҙ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары, бер йыл элек вайндар төшөрә башланыҡ. Төп маҡсатыбыҙ – башҡорт телен, мәҙәниәтен, ғөмүмән, Башҡортостанды пропагандалау. Вайндар ярҙамында телебеҙҙең дәрәжәһен күтәрергә ынтылабыҙ. Ауылда ғына түгел, ҡалала ла башҡортса һөйләшеп, үҙ телебеҙҙә шаярып йәшәп була икәнлеген күрһәтәбеҙ.
Инстаграмдағы махсус битебеҙҙә яҙылыусылар һаны көндән-көн арта, бөгөнгө көндә башҡорт вайнерҙары араһында беренсе урында торабыҙ☺. Шулай уҡ быйыл “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумында грант отоуға өлгәштек. Ойоштороусылар, Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре союзы, беҙгә ярҙам итергә теләк белдерҙе һәм йыл да үткән “Осҡон” башҡорт кинофестивалендә быйыл вайндар араһында конкурс үткәрергә булдылар. Видеояҙмаларыбыҙҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә бар, башҡорт мәҡәлдәрен, әйтемдәрен ҡулланабыҙ. Спортты, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалайбыҙ, шөғөлләнгән кешене көслө баһадир итеп күрһәтәбеҙ, урлашҡан кешене ҡурҡаҡ итеп төшөрәбеҙ һ.б. Шуның менән беҙ йәш быуындың рухын, ҡеүәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тип уйлайым. Телде пропагандалауға килгәндә, беҙгә хатта сит илдән һорап яҙғандары булды, күптәр ниндәй телдә төшөргәнебеҙҙе, Башҡортостанды белмәйҙәр, ҡаҙаҡ теле менән бутайҙар. Беҙ уларға аңлатып яуап ебәрәбеҙ.
Маҡсатыбыҙ тик аҡса эшләү булһа, рус телендә төшөрөп ҙурыраҡ аудиторияны йәлеп итер инек. Юрий Никулин әйтмешләй, “һәр кеше көн һайын бер кешенең булһа ла күңелен күтәрһә, донъяла йәшәүе еңелерәк булыр ине”. Кешеләрҙе шатландырыуҙан үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Вайндарыбыҙ шуныһы менән айырылып тора – унда бер әҙәпһеҙ һүҙ юҡ, тик сәләмәт тормош һәм спорт. Ә башҡа милләт вайнерҙарын алып ҡараһаҡ, һүгенеү һүҙҙәрен бик йыш ҡулланалар, хатта шуның ярҙамында күберәк яҙылыусылар йыялар.
Иң тәүге башҡортса вайн төшөрә башлаусы “Башвайн” командаһы, ойоштороусылары Наҙгөл Ғәлиева, Лилиә Дауытова:
- Беҙҙең сәхифә 2016 йылда башҡорт телен популярлаштырыу өсөн, эксперименталь майҙансыҡ булараҡ, барлыҡҡа килгәйне, тик йылдан ашыу уның менән шөғөлләнгәнебеҙ юҡ. Ваҡытында беҙҙең видеояҙмалар тиҙ арала таралғайны. Рәсәйҙә, йәки башҡа илдәрҙәгенән айырмалы рәүештә, вайндар Башҡортостанда бөтөнләй үҫешмәгән, шуға аҡса эшләү ысулы тип әйтә алмайым. Әммә беҙ Лилиә менән бушлай ашай торғайныҡ, сараларға йөрөү мөмкинлеге эләгеп кенә торҙо☺. Бөгөнгө көндә ярайһы уҡ танылыу яулаған “Ҡорҙаштар”ҙың вайндары күңелгә ята, профессиональ артистар булғас, бик яҡшы килеп сыға. БДПУ студенттары ойошторған Bashstud_vine-дың ятаҡ тормошо хаҡындағы эштәре лә бик ҡыҙыҡ.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ойошторған “Ҡорҙаштар” мәҙәк командаһы, Зөлфәр Әхмәтов Шәһит Хамматов:
- Беренсенән, вайндарҙы беҙ тик кеше күңелен күтәрер өсөн төшөрәбеҙ, тип ышаныслы әйтә алам, икенсе яҡтан, реклама өсөн дә эшләп алабыҙ, Аллаға шөкөр, заказдар сығып тора. Уныһы инде матди яҡҡа барып тоташа. Ғөмүмән, беҙҙең өсөн вайн – ул бер минут эсендә йәмғиәтебеҙҙә күҙәтелгән актуаль бер ваҡиғаны сатира аша күрһәтеү. Үҙебеҙсә көлкөлө һәм халыҡсан итеп эшләйбеҙ, башҡа вайнерҙарҙы ла ҡарап барабыҙ, әммә ҡайһы бер ҡаҙаҡ, рус вайнерҙарының әҙәпһеҙ ҡыланыуҙарына ҡаршыбыҙ, сама булырға тейеш.
Танылған йәш мәҙәксе, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының абсолют чемпионы Фидан Ҡолмөхәмәтов (“Кәкре сүкеш” командаһы):
- Вайндар минең өсөн ул мәрәкәле лә, мәғәнәле лә видеолар. Яңыраҡ ҡына үҙем дә төшөрә башланым. Башҡортсаһын да, руссаһын да төшөрәм, тиҙерәк танылыу яулар өсөн. Башҡортостанда вайндарҙың киләсәге бар, тип уйлайым. Әле 5 кенә видео яҙҙырһам да, кешеләрҙең, яҙылыусыларҙың әүҙемлеге күҙәтелә. Шул уҡ ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар, әрмәндәрҙең видеолары миллиондан ашыу ҡарау йыйғанды, беҙ ҙә булдыра алырбыҙ, моғайын.
“Дәртлеләр” вайн командаһы:
– Беҙҙең командабыҙҙа өс кеше – Эльвира Йәрмөхәмәтова, Лениза Ғәскәрова һәм Заһир Ҡужәхмәтов. 2016 йылдан бирле вайндар төшөрәбеҙ. Башҡорт вайндарының киләсәге бар, былтыр Эльвираны вайндарҙан күреп ҡалып, Мәскәүгә актерлыҡ оҫталығы буйынса уҡырға саҡырҙылар, беҙҙе телевидениеға ла төшөрҙөләр. Әлеге ваҡытта Эльвира баш ҡалала вайндар төшөрә, эшебеҙҙе туҡтатмаҫҡа тырышабыҙ. Кәсеп тигәндә, төрлө эшҡыуарҙарҙың беҙҙән реклама, йә артистарҙың концерттарға саҡырыуҙар төшөрөүебеҙҙе һорағандары булды. Башҡа вайнерҙарҙың да эшләүе оҡшай, “Башстудвайн”-дың егеттәре бик әүҙем, студент, ятаҡ тормошо хаҡында уңышлы вайндары күп. “Ҡорҙаштар” бик эмоциональ, уларҙан нимә көтөргә белмәйһең, әммә бик ҡыҙыҡ.
Һүҙемде тамамлап, вайнерҙарға уңыштар юлдаш булыуын теләйем, йәштәштәремдең заман менән бергә атлауына сикһеҙ шатмын. Ауыҙ тултырып, беҙҙә вайнерҙар күп, тип әйтә алмайбыҙ, шулай ҙа улар бар. Айырыуса, студенттар әйтмешләй, телебеҙ өсөн ауыр ваҡытта уны ҡурсалап, һаҡлап ҡалыу өсөн вайн төшөрәбеҙ тиеүҙәре ҡыуаныслы. Сит илдә башҡорт ҡурайын белеп торғандай, вайндар менән туған телебеҙ ҙә бөтә донъяға танылыр, бәлки. Яҡын киләсәктә үрҙәге мәҙәкселәрҙән берәйһе танылған вайнер булып китеп, уны миллионлаған кеше ҡарап ултырырына ышаныс юҡ түгел.