Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
19 Ноябрь 2019, 14:29

Тәбиғәттән бирелгән иҫ китмәле мөмкинлегеңде файҙалан

Тел телеп һала, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Һүҙ көсө менән ни теләһәң, шуны эшләп була. Теләйһең икән — яраштыр, теләйһең икән — талаштыр. Теләһәң — һауыҡтыр, теләһәң — ғүмерлек сиргә һал. Бер ваҡиға. “Башҡортостан” /Ул саҡта “Совет Башҡортостаны”/ гәзите редакцияһында сибек кенә, кәүҙәгә бәләкәй генә бер ир эшләй ине. Ҡатыны уны һанға һуҡмай ташлап сығып киткән. Ә ир кеше – А. Б. ағай йәшәүҙән тамам төңөлгән. Машинистка ҡатындар бик шаян да, кешегә иғтибарлы ла, хәстәрлекле лә була торғайны. Орҡоя Хәйбуллина, Фәниә Гәрәева апайҙар менән һөйләштек тә: “Был ағайҙы маҡтап, күңелен күтәреп, ирәйтеп ебәрәйек әле, юҡҡа сығып ҡуймаһын, йәш бит әле, бәлки, өйләнер ҙә. Һәйбәт кеше,” - тигән һығымтаға килдек.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА

Тәбиғәттән бирелгән иҫ китмәле мөмкинлегеңде файҙалан

Ҡанға һалынған аңды фәҡәт эске көс тәьҫире менән генә уятып була. Ә эске көстө йәнләндереп ебәреү кешенең үҙенән тора. Психотерапия алымдары тәбиғәттең ошо серенә, ә кешенең тап ошо мөмкинлегенә нигеҙләнгән һәм иҫ китмәле һөҙөмтәләр бирә.

Аңдағы йоҡомһораған ҡайһы бер тойғоларҙы уятып, булмышыңды үҙгәртерлек көскә әйләндереп ебәреүҙә һүҙ көсөнөң әһәмиәте ғәйәт ҙур.

Тел телеп һала, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Һүҙ көсө менән ни теләһәң, шуны эшләп була. Теләйһең икән — яраштыр, теләйһең икән — талаштыр. Теләһәң — һауыҡтыр, теләһәң — ғүмерлек сиргә һал.

Бер ваҡиға. “Башҡортостан” /Ул саҡта “Совет Башҡортостаны”/ гәзите редакцияһында сибек кенә, кәүҙәгә бәләкәй генә бер ир эшләй ине. Ҡатыны уны һанға һуҡмай ташлап сығып киткән. Ә ир кеше – А. Б. ағай йәшәүҙән тамам төңөлгән.

Машинистка ҡатындар бик шаян да, кешегә иғтибарлы ла, хәстәрлекле лә була торғайны. Орҡоя Хәйбуллина, Фәниә Гәрәева апайҙар менән һөйләштек тә: “Был ағайҙы маҡтап, күңелен күтәреп, ирәйтеп ебәрәйек әле, юҡҡа сығып ҡуймаһын, йәш бит әле, бәлки, өйләнер ҙә. Һәйбәт кеше,” - тигән һығымтаға килдек. Мин тәржемәсе булып эшләйем. Ул саҡтарҙа тәржемәне ҡулдан яҙып эшләмәй, туранан-тура машинисткаларға әйтә инек. Шуға гел генә машбюрола була торғайным. Байтаҡ ҡына тәжрибә туплаған, донъя күргән өлкән апайҙар менән көндәр буйы бергә булыу, һөйләшеү, кәңәшләшеү минең үҙемә лә фәһемле була ине. Әле инде күҙ алдында шиңә, юҡҡа сыға барған ир кешене ҡурсалап ҡалыу хаҡында кәңәш ҡорабыҙ.

Ошондай һығымтаға килдек. Был ир кешенең башҡаларға оҡшамаған өҫтөнлөгөн табып, ошо өҫтөнлөктө фәҡәт уның ғына ҡаҙанышы булараҡ маҡтарға кәрәк. Шул саҡта ул үҙенә икенсе күҙ менән ҡарай башлар. Бер көн шулай кәңәш-төңәш итешеп һөйләшеп кенә ултыра инек — бәләкәй генә булып, күҙлеген рәтләй-рәтләй, башын бик ныҡ эйеп теге ағай килеп инде.

— Ағай, беҙ тап һеҙҙең турала бәхәс алып барабыҙ. Беҙҙең редакцияла зәп-зәңгәр күҙле кеше Әниф Бикҡолов ҡына, тиҙәр. Ә мин, Һеҙҙең дә күҙҙәрегеҙ зәп-зәңгәр, болотһоҙ күк йөҙө һымаҡ, тием. Ышанмайҙар. Күҙлегегеҙҙе сисеп, күҙ ҡыҫып ебәрегеҙ әле йәшерәк машинистка ҡыҙҙарға, ағай. Минең еңелеп ҡалғы килмәй, — тием.

Ағай күҙлеген сисеп, йылмая-йылмая тирә-яҡҡа ҡарап алды. Ҡулъяулығын сығарып бик оҙаҡ итеп күҙлеген һөртөп ултырҙы. Үҙе шул арала алмаш-тилмәш машинисткаларға ҡарай ине һәм бер аҙҙан хатта Эстонияла армияла хеҙмәт иткән саҡта күҙҙәренең тап-таҙа зәңгәрлеге арҡаһында уны эстон егете тип уйлап, эстонса белмәгәне өсөн тетеп әрләгәндәрен дә һөйләп ебәрҙе. Унан һуң, мәҡәләһен баҫтырып алды ла, кәүҙәһен башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда ҡупшыраҡ тотоп, яурындарын яҙып, текә баҫып, эре-эре аҙымлап атлап сығып китте.

— Һин күҙлек аша уның күҙҙәрен ҡайҙан абайлап ҡалдың? Күҙең үткер ҙә инде. Ысынлап та, зәп-зәңгәр икән шул, — тине Фәниә апай.

Был ваҡиғанан һуң уның галстугын маҡтап ебәреү, яңы күлдәгенең килешеүен, ғөмүмән, уның зауыҡ менән кейенә белеүен маҡтауҙар йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Ағайыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәреп китте. Шаянлығы кире ҡайтты. Көләмәстәр һөйләй, шаян һүҙҙәр әйтә башланы. Машинистка апайҙарҙың береһе уның тапҡырлығын, отҡорлоғон, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауын, ниндәй хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба алыуын маҡтаны. “Үҙең шулай булғанға мәҡәләләрең дә уҡымлы һинең”, — тип тә дәртләндереп ебәрҙек. Ағай үҙе менән булған бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп алды.

. “...Яңы өйләнешкән саҡ. Ағиҙел буйына һыу инергә барҙыҡ. Кәләш һыуға төшмәй ҙә ҡуя. Мин үҙем генә һыу инә башлағайным, бер төркөм ҡыҙҙар һыу һибергә тотондо. Мин дә ҡаршы һибәм тегеләргә. Бер аҙҙан ҡараһам, кәләш юҡ. Сыҡһам, кейемемде тотош алған да, ҡайтҡан да киткән. Ни эшләргә? Элекке замандағы оҙон трусик, тубыҡҡа етеп тора. Хәҙерге кеүек плавки түгел. Йылға ярына барып ныҡ ҡына итеп һығып кейҙем дә, йүгерә-атлай, ҡулдарҙы тигеҙ генә һелтәй-һелтәй ҡайтып киттем, йәнәһе спортсымын инде...”

Шулай итеп, башын баҫып ҡайғыға бирешеп йөрөгән ағайыбыҙ элекке булмышына ҡайтты ла ҡуйҙы. Бер аҙҙан ул яңынан ғаилә ҡороп ебәрҙе. Һүҙҙең тәьҫир итеү көсө иҫ китмәле.

Рухлы киләсәк - рухлы әсәйҙәр ҡулында

Үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу - тәрбиәнең тос, ышаныслы, ныҡлы бер өлөшө. Әгәр кеше бөтөн нәмәне лә яҙмышҡа, мөхиткә, атай-әсәйҙең яңылыш тәрбиәләүенә һылтап, үҙтәрбиә менән шөғөлләнмәй икән — ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем зарланыуҙан башы сыҡмаясаҡ. Шуның өсөн әсәләрҙең бурысы — бала балиғ булғас, үҙтәрбиә менән шөғөлләнһен өсөн йүнәлеш биреү, ә балиғ булғанға тиклем туған тел, милли рух, мәҙәниәт, сәнғәт, традициялар нигеҙендә заман һулышында тәрбиәләү, белем биреү, аҡ менән ҡараны, уң менән һулды айырырға һәм әҙәплелек ҡағиҙәләренә өйрәтеү. Ә беҙҙең кеүек аҙ һанлы милләт әсәләренең тағы бер иң мөһим бурысы — үҙ балаһының йөрәгенә телгә, халыҡҡа һөйөү, киләсәгебеҙгә өмөт тойғоһо һалыу. Шул саҡта беҙ милләт булараҡ юғалмабыҙ.

Ә инде милли холҡобоҙҙо, милли ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе, милли шөғөлөбөҙҙө, милли традициябыҙҙы юғалтһаҡ, беҙ Ер йөҙөнән милләт булараҡ юғаласаҡбыҙ.

Үрҙә килтерелгән миҫалдан күренеүенсә, һүҙ көсөнөң, һәр ваҡыт ҡабатлап, иҫкәртеп-әйтеп тороуҙың тәьҫире көслө икән, тәрбиә эшендә был ысулды файҙалана һәм әсәләр тәрбиәһе аша халҡыбыҙ генофондын яҡшыртыуға өлгәшә аласаҡбыҙ. Ә бала йөрәгенә рухи аң, халҡыңдың киләсәге хаҡында хәстәрлек тойғоһо һалыу әсәйҙәрҙән башлана.

Әсәйем

Әсәйем, Мәрхәбә Мәхейән ҡыҙы Яҡупова, Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып-үҫкән. Яҙыу-һыҙыуға үҙ аллы өйрәнгән. Әсәһе менән атаһы бик иртә үлеп киткәс, апаһы менән еҙнәһе (Әсҡәпъямал менән Мәғзүм Ҡолмөхәмәтовтар) ҡулында үҫкән.

Әсәйемдең бар көсөн беҙҙе уҡытыуға арнауы, башҡа бер нәмәгә лә артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышып, тормошон беҙгә бағышлауы ғәжәп. Беҙ үҫкән йылдарҙа ете йыллыҡ белем алғандан һуң һигеҙенсе класҡа уҡырға барыу түләүле ине. Ә юғары белем алыу, ҡайҙалыр барып уҡып ҡайтыу — тормошҡа ашмаҫ хыял һымаҡ ине. Урта мәктәптә фәҡәт “урында эшләгән” кешеләрҙең генә балалары уҡый алды. Иҫемдә, бер ваҡыт апайым менән абзыйымдың уҡыуы өсөн аҡса түләй алмағас, атайым менән әсәйем ҡәҙимге ҙур өйөбөҙҙө һатып, бәләкәй өй алдылар ҙа хаҡтағы айырманы уҡытыу өсөн түләнеләр.

Балаларымды уҡытам! Күҙәүе булһа, энә юғалмай — был әсәйемдең маҡсаты ине, һәм ул бөтөн балаларының да юғары уҡыу йорттарында уҡыуына сикһеҙ ғорурланды.

Үҙ телен, моңон яратты әсәйем. Азат рухлы ине. “Үлһәм дә бер үкенесем дә юҡ, уйнарын уйнаным, эшләрен эшләнем, йәшәрен йәшәнем. Маҡсатыма ирештем, балаларымды үҙем уйлағанса үҫтерҙем,” — тиер ине. Дүрт балаһының да ғаиләһендә үҫкән ейән-ейәнсәрҙәренең генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәренең дә телдәре туған телдә асылып, таҙа башҡортса һөйләшеүҙәре, башҡорт мәктәптәрендә уҡыуҙары, йыр-моңға әүәҫ булыуҙары әсәйем өсөн ғорурлыҡ та, бәхет тә, шатлыҡ та ине.

Әсәйемдең тормошона хәҙерге күҙҙән ҡарайым да шундай һығымтаға киләм: уның төп йәшәү принцибы - балаларын “кеше” итеү, башҡортлоҡто оноттормау, үҙе менән туған телендә һөйләшерлек ейән-бүләләр ҡалдырыу. Мин беренсе класҡа барған йылда, 1950 йыл ине, ни ғиллә менәндер башҡорт кластары асылды. Беренсе менән өсөнсө, икенсе менән дүртенсе кластарҙы берләштереп уҡыттылар.

Тәүҙә беренсе класҡа килеүселәрҙең бөтөнөһөн дә бергә ултырттылар. Бер ваҡыт беҙҙең буласаҡ уҡытыусыбыҙ, директор һәм тағы бер нисә кеше класҡа килеп инде.

— Рустар, ҡул күтәрегеҙ, — тине директор. Бер нисә бала ҡул күтәрҙе.

— Башҡорттар, татарҙар, мишәрҙәр, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. Бөтөн класс тиерлек күтәрҙе.

— Баҫығыҙ.

Баҫтыҡ. Күмәк инек. Директор ултырырға ҡушты ла икенсе һорау бирҙе:

— Кем уҡый белә?

Мин ҡул күтәрҙем. Абзыйыма ла, апайыма ла рус класында уҡып китеү ҡыйынға тура килгәнлектән, мине бәләкәйҙән уҡырға өйрәттеләр һәм мин беренсе класҡа барған саҡта “Букварь” китабын уҡый, арифметиканан миҫалдар эшләй инем.

Директор алдымда ятҡан “Букварь” китабының бер битен асты ла, уҡы, тине. Уҡыным.

— Как фамилия?

— Биктимерова.

— Понятно. Садись.

Апайым менән абзыйым кластарында иң яҡшы уҡыусылар ине. Директор уларҙы белгәндер, өҫтәүенә, абзыйымды бөтә мәктәп “Салауат” тип исеме менән генә йөрөттө, яҡшы уҡыуы арҡаһында абруйы ҙур ине. Апайым да унан ҡалышманы. Шуға директор минең уҡый белеүемә аптырамағандыр. Ултырырға ҡушты. Башҡаларҙың да фамилияһын һораша, уҡытыусылар менән һөйләшә, ҡайһы берҙәрен таҡта эргәһенә сығарып баҫтыралар. Таҡта эргәһенә сығарып баҫтырғандарҙы башҡорт класына алып китәләр, башҡорт класы асыла икән, тип һөйләшә башланылар. Унлаған уҡыусы йыйылғас, йәш кенә уҡытыусы минең яныма килде лә:

— Исемең кем һинең? - тип һораны, башҡортсалап.

— Мәрйәм.

— Мәрйәм һылыу, әйҙә минең класҡа. Мин һиңә бейеүҙәр, йырҙар өйрәтермен. Анна, иптәштәрең бөтәһе лә миңә бара бит,- тине.

Мин бер уҡытыусыға, бер директорға ҡарап тора бирҙем. Шунан директор:

— Она остается, — тигәс, кире урыныма ултырҙым. Директор сығып китте.

Сара, Рауза, Миңнегөл, Әхмәҙулла, Фәүжәт, Хәлит исемле балалар: “Әйҙә, Мәрйәм, әйҙә”, — тип саҡыра башланылар. Рауза бөтөнләй үк эргәмә килеп, әйберҙәремде йыя башланы, үҙенең күҙҙәрендә йәш күренде. “Әсәйем, һиңә Мәрйәм ярҙам итер, тигәйне. Мин хәҙер нисек уҡыйым инде? Миңә хәҙер кем ярҙам итә инде?” — тип һөйләнә-һөйләнә илай ине Рауза Туҡтамышева. Үҙе минең әйберҙәремде ҡосаҡлап алған да бирмәй. Уҡыусылар аптырашып киткән. Рус класы уҡытыусыһы:

— Биктимерова, садись. Остальные идут в другой класс, — тигәйне, башҡа ҡыҙҙар ҙа Раузаға ҡушылып илай башланы. Шунан мин улар менән киттем дә барҙым.

Беренсе класта уҡыһам да, өсөнсөләргә һәр ваҡыт ярҙам иттем. Рус телен айырыуса ауыр үҙләштерә торғайнылар. Таҡтаға яҙған һүҙҙәрен төҙәтә инем. Аҙаҡ ҡына аңланым — башҡорт класына йә уҡыуға ауыр, йә класында артта ҡалған, йәше үткән балаларҙы йыйғандар икән.

Башҡорт класы тип һаналһа ла предметтар рус телендә алып барылды. Башҡорт кластарын һәр саҡ иҫке мәктәптә уҡыттылар, яңы мәктәптең кластарына инеп, бер генә йыл ошо ҙур тәҙрәле яҡты кластарҙа уҡыһаҡ ине, тип хыяллана торғайныҡ. Икенсе сменала булдыҡ, фәҡәт унынсы синыфта ғына беренсе сменаға күсерҙеләр. Ботаника дәрестәрендә сәскәләрҙең, үҫемлектәрҙең атамаларын, зоология дәрестәрендә ҡоштарҙың исемдәрен башҡортса һорай торғайным уҡытыусыларҙан. “Ни эшләп башҡортса уҡытҡас, бөтә фәнде лә башҡортса ғына алып бармайһығыҙ ул? — тип аптырап һорай торғайны әсәйем дә уҡытыусыларҙан. “Нимәгә ул? Вузда рус телендә уҡыясаҡтар”.

— Ошо балалар бөтәһе лә вузға инер тиһегеҙме? Көн һайын Мәрйәм янына килеп дәрес әҙерләйҙәр. Әхмәҙулла минең Салауатым йәшендә бит. Мәрйәм менән уҡый. Венера, Рәхимәләр (Ҡара тәкә тигән ауылдан Яңы юлға күсеп килгән мишәр ғаиләләре ҡыҙҙары ине улар) Мәрфуғам йәшендә. Мәрйәм көн һайын шул балаларға өйгә эш аңлата. Уларға аңлатҡан нәмәне мин ятлап бөтәм. Көн һайын бер үк нәмәне тылҡый. Килгән һайын шуны оноталар. Башҡортса булғас, башҡортса ғына уҡытһағыҙ, бәлки, бер нәмә йоғор ине үҙҙәренә.

— Шулай ҡушалар бит беҙгә, Мәрхәбә апай.

—Ҡушалар тип ни, аңламағандарына башҡортса һөйләһәң, кем нимә әйтһен инде? Үҙегеҙ башҡорт та инде.

Ысынлап та, бөтә предметтарҙан да тиерлек башҡорт уҡытыусылары уҡытты. Биологиянан — Динә ;әзиз ҡыҙы Зәйнуллина, химиянан — Фәриҙә Мөхтәр ҡыҙы Ғәйнуллина, тарихтан — Харис Вәли улы Солтанов, математиканан — Зөфәр Бикәт улы Әҙеһәмов һәм Кәбирә Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, физиканан — Йәүҙәт Йәмлехай улы Ғәйнуллин, рәсемдән һәм һыҙманан Сәлих Сәлмән улы Аллағолов, рус теле һәм әҙәбиәтенән — Рәмзиә Лотфулла ҡыҙы Ғәзизова һәм башҡалар. Ә уҡытыу рус телендә алып барылды.

— Шул балаларҙың аңламағандарын, исмаһам, башҡортса аңлатып ебәрһәгеҙ, уҡыуы ла ҡыҙығыраҡ булыр ине үҙҙәренә, — тип, әсәйем һаман үҙ фекерен тылҡыны. Йәштәре үтеп тә, күҙле бүкән һымаҡ, бер ни аңламай ултырған балаларҙы йәлләй ине ул.

— Ҡайҙа ул, тикшереп кенә торалар, — тинеләр уҡытыусылар.

— Тикшереүселәре лә һеҙҙең һымаҡ кеше бит инде. Аңлаша алмайһығыҙмы ни?

Бөтә илдә руслаштырыу барғанда, өйҙә үҙ балалары менән рус телендә һөйләшеүҙе мәртәбәгә һанап, уҡытыусыларҙың бөтөнөһө лә, хатта беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла үҙ балаларын рус кластарында уҡытҡан саҡта, баланы туған телдә уҡытыу, телдән айырмау зарурлығын ҡайҙан аңлағандыр әсәйем — әле лә аптырайым.

Әсәйемдең өс туған апаһы йәшәне Иҫәнғолда. Ибрай ауылынан инеләр. Мин белгәндә олатай үлгәйне. Инәй бер үҙе итәк тулы бала менән ҡалғайны. Бөтә балалары ла зирәк, уҡыуға һәләтле инеләр. Инәйебеҙҙең аңына совет идеологияһы ныҡ һеңгәйне, балалары рус телле генә булып үҫтеләр, беҙҙең өйҙә башҡортса һөйләшкәнлектән, балаларын беҙгә бик ебәрмәне, күршеләрендәге рустар менән аралаштырҙы, инәй хатта үҙе лә балалары менән вата-емерә русса һөйләшеп маташты. Һөҙөмтәһе шул булды — өс улы мәрйәгә өйләнде, кесе ҡыҙҙары рус егетенә кейәүгә сыҡты. Бына тигән әзмәүерҙәй өс егет күңел бушлығын, күңел йыуанысын эсеү менән таба башланы һәм егерме алты йәшендә генә химия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә булған ағай ҙа, бик һәйбәт белгестәр булып танылған ҡустылары ла яҡты донъя менән иртә хушлашты. Фән кандидаты ағай Өфөлә саҡта беҙгә килә лә:

— Һылыу, һин ғүмер буйы әсәйеңә рәхмәтле бул. Һеҙҙе телдән айырмаҫҡа нисек аңы еткән Мәрхәбә апайҙың! Беҙ бит бөттөк. Бөттөк. Мин бер кем дә түгел. Башҡорттар араһында башҡорт түгелмен, рустар араһында рус түгелмен. Ә белем бар! Белем етерлек!Кандидатлыҡ яҡлаған саҡта, яуаптарыма хатта ҡул сабып ебәрҙеләр! Ә туған тел юҡ. Һинең әсәйең - Мәрхәбә апай, беләһеңме, нимә тине миңә? Һиңә, ҡустым, уң да юҡ, һул да юҡ, үҙең тотҡан юл да юҡ, тине. Белем менән генә йәшәп булмай икән, Мәрйәм һылыу. Кешегә йыр кәрәк, күңел йыуанысы кәрәк, туғандарың менән рәхәтләнеп һөйләшеү кәрәк. Ибрайға ҡайтам, туғандарым менән ярым-йорто һөйләшәм. Зәғиф мин, зәғиф. Күңелем зәғиф. Шул нимә була инде, ә, һылыу!? “Атай” тип әйтерлек балаң да булмаһын әле...

Йәл ине ағай.

Читайте нас: