“Бөгөн тағы эскән!” Подъезд алдындағы эскәмйәлә етем генә булып ултырған балаһын күреүгә Миләүшәнең йөрәге өҙөлдө. Көн дә тигәндәй бер үк хәл: улы уҡыуҙан ҡайта ла, иҫерек атаһы янына инергә ҡурҡып, әсәһен көтә... Күпме былай дауам итергә мөмкин? Юҡ, һис шикһеҙ айырылырға!
Ныҡ яратышып, күрешмәйенсә бер көн дә түҙә алмаҫлыҡ булып өйләнеште улар. Күптәрҙе көнләштереп, һоҡландырып матур ғына йәшәп алып киттеләр. Тормоштарына зарланырға, нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдерергә һис сәбәп булманы. Донъяларын түңәрәкләп, улдары тыуҙы. Миләүшә декретта ултырғанда финанс яҡтан ҡытлыҡ бер аҙ һиҙелде, әммә, түҙгәнгә – түш тигәндәй, уныһын ғына йырып сығырҙар ине лә ул... Баланы әллә Хоҙай уларҙың мөхәббәтен һынау өсөн ебәрҙеме икән, тип тә уйлай Миләүшә. Ни булһа ла бала тыуыуы бер яҡтан шатлыҡ өҫтәһә, икенсе яҡтан уларҙы үҙгәрергә, тормошҡа яуаплыраҡ ҡарарға этәрҙе. Улар балалыҡтан да сығып бөтмәгән булған икән. Элекке кеүек ҡайҙа барғың килә, шунда барып, нимә теләйһең, шуны ашап йөрөүҙәр бөттө. Аҡса ла көндән көн күберәк талап ителде.
Бер ваҡыт Рәфис эштән йыш ҡына кәйефһеҙ ҡайта башланы. Төшөрөп алған саҡтары ла йышыйҙы. Тиктомалдан Миләүшәгә екерҙе, аҡса бирмәй аптыратҡан саҡтары булды. Ә ҡайһы көндә, алмаштырып ҡуйғандай талыпынып ҡайтып инеп, ғәфү үтенеп, Миләүшәнең аяҡтарына йығылды. Нимә уйларға, иренең был сәйер холҡон нимәгә юрарға белмәне ҡатын. Ахырҙа, улына йәш ярым тулғас, эшкә сыҡты. Йәшәргә ҡасан аҡса бирер икән, тип көтөп ултырғансы... Килеп тыуған аңлайышһыҙ, ауыр мәл үтер ҙә барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип көттө, әммә өмөттәре аҡланманы.
Матур көндәрҙең береһендә Рәфистең ҡомарлы уйындар менән мауығып китеүе асыҡланды. Аҡса етмәй башлағас, ниндәйҙер иптәше еңел генә аҡса эшләп була икәнен ҡолағына төшөргән бының. Ҡайҙан өҫтәмә эш табырға тип йөрөгән иргә етә ҡала, бәхетен һынап ҡарамаҡсы була. Әҙ генә аҡса отһа, бының ҡомары күтәрелгән, ҡулы уйынға үҙенән-үҙе һонолған. Үҙенең аҡсаһын бөтөрһә, кешенән бурысҡа алған. Миләүшәгә әйтергә ҡурҡҡан. Мул ғына аҡса отам да, бурыстарымдан да ҡотолам, был уйынды ла ташлайым, тип хыялланған.
Күпме бурысҡа батыуҙарын ишеткәс, сәстәре үтә торҙо, саҡ йөрәге ярылманы Миләүшәнең. Ул бында осон-осҡа ялғап, булған аҡсаны йәшәргә саҡ еткерә, улыҡайын бәләкәй генә килеш балалар баҡсаһына биреп, ыштанына “бес” итеп йөрөмәйме, өшөмәйме, ашай алдымы тип көнө буйы ут йотоп йөрөй, ә ул... Миләүшәнең асыу-рәнйештәре алҡымынан алды. Күрә алмаҫ хәлгә етте. “Үҙем дә белмәйем ниңә унда ингәнемде, – тип аҡланып, күҙ йәштәре аша ғәфү үтенде ир. – Бүтән ул ҡәһәр һуҡҡан ергә аяғымдың берен баҫһаммы!” Бар нәмә лә яйлап онотола, асыуҙан һыуынаһың, ғәфү итә алмаҫтай тойолған хәлдәрҙе лә ғәфү итәһең икән. Миләүшә лә, бала хаҡына тип тә, кеше көлдөрмәйем тип тә, барыһын эсенә йотто, иренә ышанды. Бар тапҡандары бурыс түләүгә китә башланы. Рәфис барыһын да аңлағандай йөрөнө. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡыҫҡартылыуға эләкте, эшһеҙ ҡалды. Ғаиләһен аҫрарға хәленән килмәгәнгә әсенеп, юҡ-юҡта элекке шөғөлөндә үҙен “һынаны”…
Улын ҡосаҡлап, подъезд төбөндә байтаҡ ултырҙы Миләүшә. “Етте! Айырылам! – тигән ҡарарға килде ахырҙа. – Күпме түҙеп йәшәргә була!”
Уларҙы тиҙ айырҙылар. Рәфис донъя малын бүлешмәне, әсәһенә йәшәргә күсте. “Зинһар, алиментҡа бирмә, мин былай ҙа ярҙам итеп торасаҡмын”, – тип инәлеп, анттар биргәс, Миләүшә элекке иренә тағы ышанды.
Тәүге мәлдә улы менән тыныс йәшәнеләр. Тапҡаны икеһенә етеп торҙо, эсеп ҡаңғыртҡан кеше юҡ. Улынан бер нәмә лә йәлләмәне Миләүшә: яҡшы уҡығас, түңәрәктәргә лә йөрөттө, кәрәккәндә репетиторҙар ялланы, Рәсәй кимәлендә уҙған олимпиадаларҙа ҡатнаштырҙы. Рәфис, ярҙам итермен, тиһә лә, аҡса бирергә ашыҡманы. Эшкә лә урынлашманы. Кешегә ялланып бер нисә көнгә етерлек аҡса эшләп ала ла, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан тип, тик йөрөнө. Үҙенең аҡсаһы бөтһә, әсәһенең пенсияһы етте. Уға артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй ине.
Ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгән мәлендә иренең рәхәт кенә йәшәп ятыуына Миләүшәнең һарыуы ҡайнаны. Уға берәй этлек эшләгеһе килде. Ниңә мин генә тырышырға тейеш, улдары уртаҡ бит һуң! “Нишләп алиментҡа бирмәйһең, бир! Түләһен!” – тип бер нисә кешенең кәңәшен дә ишеткәс, шундай фекергә килде. Үҙ теләге менән ярҙам итергә теләмәй икән, тимәк, закон юлы менән ҡайырып алырға тура килер.
Миләүшә судҡа бирҙе. Был турала белгәс, Рәфис эшкә урынлашырға йүгерекләп ҡараны, әммә тота килеп кенә эшен ҡайҙан табаһың?! Унан Рәфис ошондай ирекле тормошҡа өйрәнеп тә киткәйне. Ул барыбер көн дә эшкә йөрөй алмаҫ ине. Суд приставтары уны бер киҫәтә, ике… Рәфис һаман йөрөй бирә. Суд ҡарарын үтәмәй тип административ протокол төҙөйҙәр һәм, бала мәнфәғәтен ҡайғыртып, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Әсәһен шатландырып, улы урта мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, Үҙе теләгән юридик факультетҡа уҡырға инде. Уны ла ҡыҙыл дипломға бөттө. Эшкә урынлашырға ваҡыт еткәс, уны теләгән еренә – хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә алманылар, сөнки атаһы – “уголовник”. Енәйәтсе балаһы ундай урында эшләй алмай… Үсемде алдым, тип ҡыуанған ҡатын ниндәй хата яһағанын һәм ошо хатаның, улы алдындағы ғәйеп тойғоһоноң ғүмер буйы уға тынғы бирмәйәсәге шунда ғына башына барып етә. Хәленән килһә, барыһын да яңынан ҡайтарыр, Рәфистең исемен мәңгелеккә хәтеренән юйып ҡына ташлар ине лә бит…
Рида Заһитова, Өфө ҡалаһы Ленин районы мировой судьяһы: