Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Ғинуар 2020, 18:50

“Ҡасан кейәүгә сығаһың?” Йәки замана тупһыҙлығы

“...Беҙҙең халыҡ өсөн хас һыҙат бар. Ул да булһа – тупһыҙлыҡ. Мин ғәҙәти ҡыҙ, ярай инде, утыҙ ике йәшлек ҡатын – ысын мәғәнәһендә сығырҙан сығарған күренеш хаҡында белдерәм, юҡ, белдереп кенә ҡалмайым, яр һалам. Ул да булһа – тупһыҙлыҡ...#Шоңҡаржурналы

“Ҡасан кейәүгә сығаһың?”, “Ниңә бала тапмайһың?”, “Вегетарианлыҡтың зыян икәнлеген белмәйһеңме әллә?”...
Журналист, Блогер Анна Златковскаяның танышыңдан, яҡыныңдан йәки бөтөнләй сит кешенән ишетергә мөмкин булған
тупһыҙ һорауҙар хаҡындағы яҙмаһы интернет киңлектәрендә инде күптән “йөрөй”. Үҙәгенә үткән был күренеште күп осраҡта үҙе аралашҡан белорусь халҡына хас милли һыҙат тип тә билдәләй автор.
Бындай әрһеҙлек беҙҙең халыҡҡа әллә ни хас түгел түгеллеккә. Сөнки башҡорттар борон-борондан кинәйәләп һөйләргә ғәҙәтләнгән. Был хатта ҡанға һеңгән. Үҙебеҙ, киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәре булараҡ, интервью алғанда ла ниндәйҙер мәсьәләләр хаҡында туранан-тура һорарға ҡыйынһынабыҙ. Быны әҙәпһеҙлек тип ҡабул итәбеҙ. Шулай ҙа, аҙым һайын уҡ булмаһа ла, юҡ-юҡта артыҡ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтеү Беҙҙең даирәлә лә осрап ҡуя. Ҡайһы берҙә үҙебеҙҙең урынһыҙ һорау йәки ҡылыҡтарыбыҙҙан үҙебеҙгә лә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерергә тура килгән саҡтар була.Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла...
Түбәндә Златковскаяның яҙмаһынан бер өлөш:
“...Беҙҙең халыҡ өсөн хас һыҙат бар. Ул да булһа – тупһыҙлыҡ. Мин ғәҙәти ҡыҙ, ярай инде, утыҙ ике йәшлек ҡатын – ысын мәғәнәһендә сығырҙан сығарған күренеш хаҡында белдерәм, юҡ, белдереп кенә ҡалмайым, яр һалам. Ул да булһа – тупһыҙлыҡ...

Ни өсөн һин шул тиклем ябыҡ?
Тәүге миҫал шулайыраҡ. Һомғол буйлымын. Кәүҙә ауырлығым 42–45 тирәһе. Йәшермәйем, көслө ел иҫһә, сумкама тотоноп йөрөйөм. Оҙаҡ ваҡыт үҙем эшләгән учреждениела мине хатта лифт йөрөтмәне. Балалар атай-әсәйҙәренән тыш лифтта йөрөмәһен өсөн унда ауырлыҡ буйынса билдәле бер сик булдырылған. Бына шулай, арыу ғына йәшкә етһәм дә, мине лифт “әҙәмгә һанаманы”. Анорексия менән сирләмәйем. Тәбиғәтем шундай: нескәмен, тәмле-татлыны ашамайым, сөнки яратмайым. Кәүҙә ауырлығым үҙемде ҡәнәғәтләндерә былай. Әсәйем менән өләсәйем дә кәүҙәгә әллә ни ҡалын түгелдәр. Ҡыҫҡаһы, үҙемдә бер ниндәй ҙә тайпылыштар һиҙмәйем. Әммә тормош юлымда осраған ханымдар йыш ҡына, бигерәк сибекһең, тип билдәләй: “Ҡасан һимерәһең инде?”, “Былай ябыҡ булырға ярамай!”, “Һуң, ашай башла инде, былай барһа, тиҙҙән аяҡ һуҙасаҡһың бит!”... Ҡыҫҡаһы, нимә генә тиһәләр ҙә, был һүҙҙәрҙең барыһы ла минең ябыҡлығымды һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ә мин, күрәһең, улар алдында ни өсөн был саҡлы ябыҡ була алыуым өсөн аҡланырға тейеш. Әлбиттә, миндә лә ризаһыҙлыҡ тыуып ҡуя: кеше алдында ундай һорауҙар бирергә яраймы ни? Ғөмүмән, кәүҙә үҙенсәлеге, сәстең төҫө, тышҡы ҡиәфәт – былар барыһы ла үтә шәхси мәсьәлә һәм тирә-йүндәгеләрҙең унда эше булырға тейеш түгел, минеңсә. Быныһы – бер. Икенсенән, ни өсөн кешеләр башҡа берәүҙең теге йәки был үҙенсәлеге уларҙың күңеленә хуш килмәүен күрһәтергә тейеш әле?! Мин берәүгә лә: “Ни өсөн һин шул тиклем йыуанһың, ниңә күп ашайһың?” – тип белдермәйем дәһә...

Ҡасан бала табаһың?
Икенсе миҫал балалар мәсьәләһенә ҡағыла. Күптәр ошо һорауҙан ялҡып бөткәндер, тигән фекерҙәмен. Сөнки туғандар ҙа, коллегалар ҙа, хатта магазиндағы таныш кассир ҙа бирә уны. Тәүгеһен тапһаң, икенсеһе хаҡында һораясаҡтар. Был осраҡта ла һин йә аҡланырға, йә алдашырға, йә бөтөнләй ят кешегә дөрөҫөн әйтеп бирергә тейеш булаһың. Кемдер аңлы рәүештә бала табырға теләмәй, кемдер быға өлгәшә алмай. Был тәңгәлдә бәхетһеҙлеккә тарығандар ҙа юҡ түгел. Иң йәнде көйҙөргәне шул: әлеге һорауҙы, ғәҙәттә, тәбиғәттән һиҙеү тойғоһо көслө булған ҡатындар бирә. Әҙәм яҙмышы бит төрлөсә. Әйтәйек, яҡын әхирәттәремдең береһе 20 йәшендә бала тапты, әммә сабыйы үле тыуҙы. Ул кисергән ғазаптарын онотоп, йәнә әсәй булырға теләһен өсөн 11 йыл ваҡыт талап ителде. Бәхетһеҙлек ҡабатланып ҡуймаһын тип ҡурҡты. Илауҙан туҡтаманы. Ошо йылдар дауамында күңел ғазабы хаҡында белмәгәндәргә үҙенең йөрәген әрнеткән һорауға яуап биререгә тура килде уға. Баланың үлеме хаҡында һәр тыҡырыҡта һөйләмәйҙәр инде... Икенсе бер әхирәтем бына ике йыл ауырға ҡала алмай. Борсола, әммә башҡаларға һиҙҙереп бармай. Әлеге лә баяғы шул тупһыҙ комментарийҙар ғына ҡайһы берҙә сығырынан сығарып ҡуя үҙен. Шуға ла яңыраҡ, “ниңә бала тапмайһың” тигән һорауға, “килтереп сығарып булмай шул” тип яуаплаған. Һорау биргән кеше шунда уҡ уңайһыҙланып, уға йәлләүен белдерә башлаған. Ә ул иһә мохтаж түгел...

Вегетарианлыҡтың зыян икәнлеген белмәйһеңме әллә?
Ҡасандыр ҙур компания булып йыйылғайныҡ. Унда дуҫтар үҙҙәренең дуҫтарын алып килгәйне. Йәй, баҡса, шешлек, колбаса, помидор... Һәйбәт, ҡыҫҡаһы. Әммә бер егет, ит ашамайым, тип шешлектән баш тартҡас, ташландылар быға: “Аяҡ кейемең дә яһалма күндәнме?”, “Ҡайышың дамы?”, “Хайуандарҙы йәлләйһеңме?”, “Сирләп китермен тип ҡурҡмайһыңмы?”, “Организмға аҡһым етмәүе нимәгә килтереүен беләһеңме?”... Меҫкен егеттең йөҙөнә ҡарап, уның бындай һүҙҙәрҙе инде меңенсе тапҡыр ишетеүен аңлап була ине. Әкрен генә ҡыяр көйшәп, сабыр ғына һорауҙарҙың тамамланыуын көттө ул. Тормошҡа булған ҡарашың башҡаларҙыҡынан айырылып торһа, беҙҙең мөхиттә ни тиклем ауыр икән, тип уйлап ҡуйҙым шунда. Һин бер ниндәй ҙә аламалыҡ эшләмәйһең, әммә ни өсөндөр кешеләр алдында аҡланырға, яуап тоторға тейешһең. Ундай һорауҙарҙың ниндәй насарлығы бар һуң, тиер бәғзеләр. Яуабым шул: биш йәшкә саҡлымғы балаларға, ысынлап та, ҡыҙыҡ, улар өлкәндәр ярҙамында донъяны танып белергә теләй. Ә беҙгә килешмәй. Ҡыҙыҡ икән, ана, интернеттан уҡы, китапханаға барып кил, йәки был кешенең үҙен генә тап итеп белеш, кеше алдында һорау алыу ойошторма.

Ниңә эсмәйһең?
Тупһыҙ һорауҙарға бәйле йәнә бер миҫал: хеҙмәттәшем спиртлы эсемлектәр эсмәй башлағас, күп таныштары уның менән аралашыуҙан туҡтауҙары хаҡында белдерҙе. Дуҫтары менән сираттағы осрашыуҙарында был сәй генә эсергә теләүен белдергән, һәм шунан һуң башланған да инде: “Эй, иптәш, нимә булды һиңә, ниңә эсмәйһең? Дауаландыңмы әллә?”, “Йәки сирләп киттеңме?”, ”Эсмәгәс, һинең менән һөйләшеп буламы ни?”, “Берҙе генә эс инде!”... Ҡайҙа барһа ла ошондайыраҡ төртмә һүҙҙәр һағалап ҡына торған уны. Ә дуҫтары ла бит... эскесе түгел! Әммә берәй киҫкен сәбәп булмай тороп, кеше эсеүҙән туҡтамай тип уйлайҙар икән. Был осраҡта ла һин улар алдында аҡланырға, барыһын да энәһенән ебенә саҡлы аңлатып бирергә тейешһең. Юғиһә ниндәйҙер ҡурҡыныс сиргә тарығанһың тип уйлаясаҡтар. Ә хеҙмәттәшем ауырыу түгел, бары тик эскеһеҙ тормош менән йәшәп ҡарарға ниәтләгән. Сөнки уларҙың балаһы тыуған һәм ул айыҡ аҡыл менән йәшәргә, сабыйына өлгөлө, ышаныслы атай, хәләленә ныҡлы терәк булырға теләгән. Әммә, билдәләп үтеүемсә, беҙҙең йәмғиәттә башҡаларҙан айырылып торған кешене ҡабул итә белмәйҙәр. Уяу ғына йөрөргә кәрәк. Сөнки тормошҡа булған ҡарашың бүтәндәрҙекенә тап килмәй икән, сәбәбен мотлаҡ аңлатып биреү талап ителәсәк.

Ҡасан кейәүгә сығаһың?
Мәғәнәһеҙлектең иң һуңғы баҫҡысы булып нәҡ ошо һорау тора. Таныш сценарист әйтеүенсә – башҡа контроль дары тоҫҡау. Иң асыуға тейгәне шул: һорауҙы биргән кеше уның ни тиклем тупһыҙ икәнлеген белә һәм ҡыҙ балаға ниндәйҙер яуап табып, был уңайһыҙ хәлдән нисектер сығырға кәрәк буласағын аңлай. Үҙенә күрә бер садист уйыны инде ул – һорау бирергә лә ҡорбандың нисек этләнеүен күреп кинәнергә. Һәм әлеге уйын элек-электән йәшәп килә. Ошо һорауға яуап таба алмай бер булған әллә нисәмә ҡатындар быуыны үҫеп етте инде хәҙер. Ә инде был мәғәнәһеҙлекте туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы: “Унда һинең ни эшең бар?” – тип, һорауға һорау менән яуап ҡайтырыу ғына, ахыры. Яҙғы авитаминоз мәлендә йәки Изге Валентин көнөндә һүгенеп яуаплаһаң да ҡамасауламаҫ. Сәғүд Ғәрәбстанында урлашҡан өсөн ҡулды сапҡан кеүек, был осраҡта ла үҙеңә ҡағылмаған эшкә ҡыҫылыуҙы шундай ҡаты яуап менән генә туҡтатып була...”
...Эйе, әрһеҙләшеп, кешенең эс-бауырына үтеп инеү башҡортҡа хас түгел. Шулай ҙа шәхсән миңә үҙебеҙҙең мөхиттә лә ошондайыраҡ йөкмәткеле һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Ярай әле, беҙ уларҙы мөмкин тиклем тыныс ҡабул итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. тик нисек кенә булмаһын, шәхсиәткә ҡағылыу, аралашҡанда артыҡ шәхси һорауҙар биреү берәүҙе лә биҙәмәй. Уйлап ҡараһаң, бер-береңде уңайһыҙ хәлгә ҡуйған күренештәр бының менән генә сикләнмәй бит. Златковская билдәләгәндәргә тағы ла әллә нисә пункт өҫтәргә була. Әйтәйек, кешенең өҫтөндәге кейемен тотоп ҡарау, буласаҡ балаһының енесе менән ҡыҙыҡһыныу, көнөнә нисә намаҙ уҡыуы хаҡында һорау...
Ҡыҫҡаһы, үҙ-ара аралашыу еңел булһын, ауыр тойғолар ҡалдырмаһын. Тупһыҙ һорауҙар менән кешенең эске һыҙланыуҙарын белмәй, йомшаҡ күңеллеләрҙе рәнйетергә, депрессияға дусар итергә, ә тәрбиәле һәм мәҙәниәтлеләрҙе аптырашҡа ҡалдырырға ла мөмкин бит...
Һеҙҙә ниндәйерәк уйҙар бар?
Читайте нас: