Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
10 Февраль 2020, 14:19

Көсләп үткәрелгән байрамдың фәтүәһе юҡ

Совет осоронда Яңы йылдың ысын байрам булыуы ошо йәмғиәттә булған социаль оптимизм менән дә ныҡ бәйле булды. Шунлыҡтан күптәр декабрҙә тыуған балаларын 1 ғинуарға яҙҙыра торғайны. Совет халҡы ниндәйҙер яҡшы нәмәләргә, киләсәккә өмөтләнеп йәшәне. Бөгөн иһә, башлыса пессимизм хөкөм һөрә, ул хатта ҙур стресс, депрессия менән янай. Хәҙерге халыҡ һәр яңы йылды, 1 ғинуарҙы шомланып көтә. Сөнки ул коммуналь түләүҙәргә, газ, электр энергияһы, йылы һ.б. өсөн яңы тарифтар алып килә.Дауамы:

Яңы йыл алдынан ике яңылыҡ уйланырға мәжбүр итте. "Интерфакс-Поволжье" агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа беҙҙең республикала һатыу өсөн ҡырҡылған шыршыларҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара икән. Мәҫәлән, 2015 йылда яҡынса 260 мең шыршы ҡырҡып һатылһа, быйыл уларҙың һаны 100 меңдән дә әҙерәк буласаҡ. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов фекеренсә, был республика халҡының экологик мәҙәниәте кимәленең артыуының һөҙөмтәһе, кеше, йәнәһе, яһалма пластик шыршыларға өҫтөнлөк бирә. Әлбиттә, ундайҙар ҙа барҙыр. Әммә уларҙың һанының ҡапыл шул тиклем артыуы мөмкин түгелдер. Нимә генә әйтмә, сайыр еҫе сығып торған шыршы-ҡарағай барыбер яҡшыраҡ бит.
Бында икенсе көслө факторҙың йоғонтоһон күрмәмешкә тырышыу бар – Рәсәй халҡы өсөн Яңы йыл үҙенең ысын булмышын юғалта бара, уны байрам тип ҡабул иткән кешеләрҙең һаны йылдан-йыл кәмей. Власть быны һиҙә, уның аналитик үҙәктәре был турала уға белгертәлер. Сөнки ул юҡтан ғына быйыл 31 декабрҙе ял көнөнә әйләндереү мәсьәләһен күтәреп сыҡманы. Уның һәр биләмәлә Яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөргә, байрам кәйефе булдырырға тырышыуы ла ошоно иҫбатлай.
Икенсе яңылыҡ та ошо юҫыҡтан. Һатып алыусыларҙың аҙыҡ-түлек, байрам бүләктәренең уртаса чек суммаһы алдағы ун йыллыҡҡа ҡарағанда ҡырҡа кәмегән. Был турала ла тейешле мәғлүмәт бар.
Берҙән-бер иделогиянан ситтә торған иң ҙур байрамдың бәҫе төшөүен берәү ҙә инҡар итмәҫ. Рәсәй халҡы быны байрамға һанамай башланы. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 10 %-ы Яңы йылды байрам һымаҡ бөтөнләй үткәрмәй, ә 30 %-ы башлыса өйҙә, ғаиләләре менән генә ултыра. Күпселеге байрам урынына өс көнлөк ял ғына булыуын талап итә.
Бында ирекһеҙҙән совет осоро иҫкә төшә. Яңы йылды ике тапҡыр билдәләһәк тә, ул ысын мәғәнәһендә байрам булды. Хәҙерге һымаҡ төрлө тәмлекәстәр, матур-матур уйынсыҡтар, петарда-фейерверктар күрмәһәк тә, совет халҡы өсөн Яңы йыл – көтөп алынған тантана ине. Реформалар башланғас, ҡытай яңы йылын да, наурузды ла билдәләй башлағайныҡ. Был даталарҙың артыҡ күбәйеп китеүенең дә ҡасафаты барҙыр. Хәҙер көн дә тиерлек ниндәйҙер байрам билдәләнә. Шул уҡ 11 февраль – ғашиҡтар, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар, 8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнөн генә алайыҡ. Шоколад, фотографтар, блондинкалар... Календарҙа ниндәй генә байрам юҡ. 15 май – Бөтә донъя ғаилә көнөн билдәләй башлағас, Рәсәй июлдә үҙенең, ә Башҡортостан март башында үҙенең ғаилә көнөy булдырҙы. Әммә бынан ғаилә байрамы девальвацияға дусар булды ла ҡуйҙы. Ҡыҙыл көндәрҙең йыш булыуы уларҙың бәҫен төшөрә, үҙенә күрә байрам инфляцияһы барлыҡҡа килә. Ошоноң арҡаһында хәҙер ысын байрам булырлыҡ дата юҡ та һымаҡ була башланы, ул да бүктерә икән.
Бизнес өсөн байрамдарҙың күп булыуы отошло һымаҡ. Унда күберәк әйбер һатып (бүләккә төрлө кәрәкмәгән ваҡ-төйәк: “валентинка”, открытка, календарь, магниттар һ.б.), аҡса эшләп ҡалып була.
Байрам кәйефенең әһәмиәтен аңлаған власть, быға аҡса йәлләмәҫкә тырыша. Артыҡ шаштырып ебәргән муниципалеттар ҙа осрай. Мәҫәлән, Кемерово мэрияһы быйылғы шыршыға 18 млн һум аҡса түккән. Был, баҡтиһәң, Кремль шыршыһынан өс тапҡырға күберәк булған. Интернет киңлегендә Яңы йыл шыршыһын тейәгән фураны оҙатып килгән ГАИ машиналарының кавалькадаһын күреп, хайран ҡалырға була. Красноярск ҡалаһында 2018 йылда 55 метр бейеклектәге шыршы өсөн 51,1 млн һум йәлләмәнеләр. Шул уҡ 2018 йылда Ҡазан мэрияһы "Студио Фести" тигән итальян компаниһына иллюминация өсөн генә 117,4 млн һум, ә боҙ скульптуралары һәм башҡа биҙәүестәр өсөн 106 млн һум түләп, рекорд ҡуйғайны.
Ярай, шыршы, урам биҙәүе бер хәл. Байрам тантанаһын ойошторорға, улар өсөн яуаплы кеше лә табырға кәрәк бит. Ҡала ерендә был ҙур проблема тыуҙырмай. Ә ауылда (мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова мәғлүмәттәре буйынса, бер клубҡа яҡынса 1,5 хеҙмәткәр тура килә) уны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн бер нисә көнгә шул уҡ мәктәп уҡытыусыларын, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен “байрам”һыҙ ҡалдырырға кәрәк була. Шунлыҡтан был байрам әкренләп маразмға әйләнә бара. Халыҡтың берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй, берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй тигәне хаҡ булып сыға ла инде. Власть был байрамды халыҡҡа “көсләп” таға башланы, ә “мәжбүри” байрам бер ҡасан да байрам булмай.
Совет осоронда Яңы йылдың ысын байрам булыуы ошо йәмғиәттә булған социаль оптимизм менән дә ныҡ бәйле булды. Шунлыҡтан күптәр декабрҙә тыуған балаларын 1 ғинуарға яҙҙыра торғайны. Совет халҡы ниндәйҙер яҡшы нәмәләргә, киләсәккә өмөтләнеп йәшәне. Бөгөн иһә, башлыса пессимизм хөкөм һөрә, ул хатта ҙур стресс, депрессия менән янай. Хәҙерге халыҡ һәр яңы йылды, 1 ғинуарҙы шомланып көтә. Сөнки ул коммуналь түләүҙәргә, газ, электр энергияһы, йылы һ.б. өсөн яңы тарифтар алып килә. Башлыса ябай халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән яңы закондар, яңы һалымдар, түләүҙәрҙең күп өлөшө ошо дата менән бәйле. Власть был насар үҙгәрештәрҙе 1 ғинуарға ҡалдырмаҫҡа тырыша ла ул. Барыбер ҡайһы бер төп яңылыҡтар ошо датаға тура килә. Яҡынса мартҡа тиклем яңы йылдың ошо яңы шарттарына, яңы хаҡтарға, һалымдарға ғәҙәтләнергә ваҡыт талап ителә. Ә был үҙе – айырым стресс. Ғинуар айы сауҙа өсөн айырым бәләгә әйләнә. Шунлыҡтан был көндө бер нисек тә байрам итеп ҡабул итеп булмай. Яҡты киләсәккә өмөт ҡалманы тиерлек. Дәүләт етәкселәре вәғәҙә иткән күп нәмәләр бойомға ашмағас, киләсәккә өмөт юҡ.
Радий Хәбировтың һуңғы мөрәжәғәтнамәһендә билдәләп үтелгән халыҡтағы тарҡаулыҡ та үҙ ролен уйнай. Байрам булғас, ул халыҡтың күпселеге менән байрам ителергә тейеш. Ә бер-береһен күрә алмаған, көн һайын эш урыны өсөн бер-береһе менән ярышҡан кешеләр өсөн уртаҡ ҡыуаныс юҡ. Боронғолар юҡҡа ғына, ил менән ҡара көн дә байрам булыр, тип әйтмәгәндер. “Халыҡ һәм партия берҙәм” тигән нәмә булмағас, ябай кеше Яңы йылда үҙенең байрамын күрмәй. Бер нисә йыл рәттән Франция, Швейцария курорттарында рәхәтләнеп ял иткән олигархтарҙы телевизорҙан күреп килгән Рәсәй халҡының Яңы йылды үҙ байрамы итеп ҡабул итмәгәненә аптырарға кәрәкмәй.
Оҙайлы Яңы йыл каникулдарында телевизорҙан бер үк совет фильмдарын, йырҙарын тыңлау ҙа ялҡытты. Бөтә телеканалдарҙа ла бер үк сюжет, бер үк кешеләр, бер үк хиттар, бер үк тамаша – был, әлбиттә, ялҡыта. Дәүләт етәкселәренең дә халыҡты ҡотлауы элеккесә ҙур энтузиазм килтермәй. Уны төрләндереп тә маташҡан булалар, әммә Яңы йылды үҙенең байрамы итеп ҡабул итмәгән ябай халыҡ өсөн, ул тик сәғәт төнгө 12 булырын белгертеүсе сигналға әйләнеп бара.
Кемдер был авторҙың йәш сағын һағыныу сентенцияһы ғына, тип әйтер. Барҙыр. Әммә төп эшем буйынса студенттар менән аралашҡас, уларҙың кәйефен белгәнгә күрә яҙам. Яңы тыуған 2020 йыл да улар өсөн тик сираттағы йыл, ул үткән Ҡабан йылынан яҡшыға бер нәмәһе менән дә айырылмаясаҡ. Шулай булғас, был байрамдан мөғжизә көтөп булмай. Был сихри нәмәне бер креатив Ҡыш бабай ҙа булдыра алмаясаҡ. 2020 йылдың Аҡ сысҡан йылы булыуы ла әллә ни ҡыҙыҡһындырмай.
Байрамдың башы – эш икәнен аңларға кәрәк. Совет осоронда эш, эш урыны, эш хаҡы, тигән артыҡ борсолоу булмағас, үткәргән байрамдары ла шәп булды. Бөгөнгө Рәсәйҙең эшһеҙ интеккән, эше булып та, унан йәм тапмаған халҡы өсөн байрамдар үҙенең күркен тамам юғалтыуға бара шикелле...
Читайте нас: