Ике йөктө һалып бер иңгә…
Иптәшем ситкә эшкә беҙ осрашып йөрөгән ваҡытта уҡ китте. Шул мәлдә оҙаҡ йылдар вахтовик булып йөрөгән бер ағайҙың: “Һеңлем, тылда тыныс һәм ышаныслы булғанда ғына беҙ бында эшләй алабыҙ”, – тип әйтеүе, һөйгәнемде юҡ-бар, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән борсомаҫҡа, уға күп ваҡыт терәк-таяныс булырға өйрәтте. Өйләнешкәндән һуң был принцип тормош талабына әйләнде, хәйер, донъяһы үҙе яйлап ҡына шуға күндерҙе. Ул ғына ла түгел, ваҡыты-ваҡыты менән әсәй ҙә, атай ҙа ролен башҡарыу, артыҡ уйларға яратмаған, яндырай ғына кешенән төптән уйлап, һалҡын аҡыл менән эшләргә лә өйрәтеп килә тормош һабаҡтары.
Әлбиттә, бер ҡулыңа йоҡлаған бала күтәреп, икенсеһенә аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын көскә һөйрәп ҡайтҡан, танау төбөнән генә һиңә кәрәкле маршрут автобусы туҡтамай уҙған,
түшәмдәге лампочканы алмаштырырға буйың етмәй торған саҡтарҙа: “Их, ниңә беҙҙең атай ҙа һәр саҡ янда түгел икән?” – тип уфтандырып киткән мәлдәр ҙә була. Ул саҡта инде: “Ярай, ауылда тормайһың бит, көн дә мал-тыуар ҡарап, ҡышын ҡар көрәп, бүтән ваҡытта яңғыҙың сәсеп, утап, ҡаҙып йөрөһәң был тормошоң ожмах мөйөшө кеүек күренер ине”, – тип эске “минем” ҡаты ғына итеп тынысландырып ҡуя. Ысынлап та, ауыл ҡатындарына хәләле ситтә эштә саҡта ике йөктө бер иңдә тартыуы күпкә ауырыраҡ, оло түҙемлек һәм сабырлыҡ талап иткәнен ауыл тормошон яҡшы белгән генә аңлай.
Һәр бала атай-әсәй наҙын тойоп, тулы ғаиләлә үҫергә, оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда ғәзиз кешеләренән алған тәрбиәһенә таяна алырлыҡ булырға тейеш. Был йәһәттән, әлбиттә, айҙар буйы ситтә эшләгән атай кеше гелән генә тәрбиә, өгөт-нәсихәт биреп ултыра алмай. Ул ғына ла түгел, күп ваҡыт сабыйының нисек үҫкәнен дә күрмәй. Шулай ҙа, замана технологиялары йылдам үҫешкән заманда йәшәүебеҙ был осраҡта ҙур ярҙам булып тора. Шуға ла ғаиләлә атай абруйы һаҡланһын, бала менән икеһе һәр саҡ бәйләнештә икәнлектәрен тойһондар өсөн, төрлө алымдар ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡыҙым телефон, компьютер уйындары менән мауығып оҙағыраҡ ултыра башлаһа, йә булмаһа ярамаған эш ҡылып ҡуйһа: “Атайың, моғайын, улар менән оҙаҡ уйнауыңды өнәмәҫ ине”, “Атайың, моғайын, һинең өсөн борсолор ине”, йә киреһенсә, ниндәйҙер уңыштары булһа: “Атайың һинең өсөн ҡыуанасаҡ”, тип ҡабатлап торам. Ә инде барыбыҙ ҙа буш ваҡытта ватсаптан видео-шылтыратыу аша һөйләшеп килеп тыуған хәлде асыҡлап, унан сығыу юлдарын күмәкләшеп хәл итергә, бергәләшеп шатланырға күнеккәнбеҙ. Был осраҡта, ғаилә башлығы ситтән генә шелтә бирһә лә, маҡтаһа ла, иң мөһиме, бала үҙенән алыҫта булһа ла, арҡаланыр атаһы барлығын белеп, тойоп үҫергә тейеш.
Минән йыш ҡына: “Тормош иптәшең былай ситтә эшләп тик йөрөһә, араларығыҙ һыуыныуҙан ҡурҡмайһыңмы?” – тип һорайҙар. “Юҡ, ҡурҡмайым,” – тип яуаплайым. Сөнки тормоштоң төрлө миҙгелендә, наҙлы, баллы яҙҙарында ла, ыжғыр буранлы һалҡын ҡышында ла бергә булып, алты йылдан артыҡ бер-беребеҙгә тулыһынса ышанып, һынап ҡарап өйләнешкәнбеҙ. Ә көнө-төнө бергә булып, бер-береңде күҙәтеү аҫтында тотоп та, берәүеңдең күңелендә тойғолар, хистәр юҡҡа сыҡһа, аранан Себер һалҡынының әсе еле үтеүе былай ҙа мөмкин бит. Хыянат итәм, “һулға йөрөйөм” тигәне, иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эштә йөрөгән ваҡытында ла өлгөрә. Ғөмүмән, кеше күңеленә бығау һалып буламы ни? Яныңда тороп ҡына ла нәфрәт ҡатыш боҙло ҡарашы менән туңдырғаны, йә һинән алыҫта булып та иркә, наҙлы һүҙҙәре менән ҡанатландырғаны, күңел йылыһы менән йәшәүгә дәрт, көс өҫтәгәне була.
Шуға ла, мөхәббәт йәшкә генә түгел, аралар алыҫлығына ла ҡарамай тиеү дөрөҫөрәктер был осраҡта. Тағы ла ваҡыты-ваҡыты менән бер-береңдән әҙерәк ял итергә мөмкинселек бирә, тойғоларҙың ысын һәм ныҡлы булыуын да иҫбатлай айҙар буйы айырылышып тороу. Иң мөһиме сабырлыҡ менән бергә намыҫ, тоғролоҡ төшөнсәләрен дә аңлай һәм ҡабул итә белергә генә кәрәк.
Ирҙәр ҡала, ҡатындар китә…
Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, һуңғы ваҡытта ғаиләһен ҡалдырып ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ситкә эшкә китеү осраҡтары йышайҙы. Гүзәл затты бик күп ирҙәр ҙә сығып китергә баҙнат итмәгән урындарға, ҡырыҫ шарттарға эшләргә нимә этәрә һуң? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты ситтә эшләгән ханымдар береһенән һорап беләйек.
Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡан Ғафури районының Бурлы ауылында йәшәүсе Рәзинә Зәйнетдинова:
– 2015 йылға тиклем Бурлы мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләнем. Ике оло балам ситтә уҡый башлағас, уҡытыусы булып йөрөгән иптәшемдең, минең айына 6500 һумлыҡ эш хаҡым бер нәмәгә лә
етмәй башланы. Аптыраған көндән, Тарка ҡалаһындағы ЯАО “Тернефтегаз” ойошмаһына ашнаҡсы булып эшкә киттем. Йәшәү өсөн бар уңайлыҡтары булған ятаҡта бер айға йә 45 көнгә лә ҡалып эшләгәнем булды. Иртәнге биштән киске ун бергә тиклем аяҡ өҫтөндә булһам да, эш ауыр тип зарлана алмайым, сөнки ауылда йыл буйы эшләгәнемде бында бер айға түләйҙәр. Ундағы эшселәрҙең 90 проценты Башҡортостан кешеләре булыуы мине иң аптыратҡаны булды. Күрәһең, беҙҙә йә иң түбән эш хаҡы, йә аҡсалы урындарҙа күптән сит-яттар эшләй. Себергә көн аша поезд йөрөй, гелән туп-тулы булыуы шуға ишара ла инде. Һуңғы ваҡытта, ҡатын-ҡыҙҙар ситкә эшкә китеп рәхәтләнеп типтереп йәшәйҙәр, ситтә уларҙы күреүсе лә, тыйыусы ла юҡ, тигәндәрен ишеткәнем бар. Был осраҡта барыһын да бер епкә теҙеү ярамаҫ ине. Минең кеүек йә балаларын уҡытам тип, йә кредитҡа батҡандар, йә ипотекаға фатир алып шуны түләр өсөн эшләргә мәжбүрҙәр унда. Иптәшем мин өйҙә юҡта һыйырын да һауҙы, өйҙә ҡалған икенсе класта уҡыған, өс йәшлек ҡыҙҙарыбыҙҙы ла ҡараны, гөрләтеп донъяһын да көттө. Бер-береңә ышанғанда, кәрәк саҡта таяныс була белгәндә генә ғаилә тәгәрмәсе үҙ күсәрендә ныҡлы әйләнә.
Әйткәндәй, бөгөнгө көндә Башҡортостандан 100 меңдән артыҡ кеше вахта ысулы менән ситтә эшләй. Нужа ҡалас ашатмай, тигәндәй, барыһы ла рәхәт, күңелле тормош эҙләп ситкә сығып китмәй һәм үҙенең ихтыяр көсөнөң ныҡлығына тулыһынса ышана алған ҡатындарҙың булдыҡлы, йүнсел ирҙәре, йә балаларын уҡытып, кеше итәйем, етеш тормошта йәшәйем тигән ҡатын-ҡыҙҙар ғына сығып китә унда. Нимә генә тиһәләр ҙә…