Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Май 2020, 18:55

Балға шәкәр ҡушҡандар инде әллә...

Һатып алыусыға ул әле генә айыртҡан һымаҡ күренә.

Бал һатып алғайным, ашап ҡарағас, уның саф булыуында бер аҙ шик тыуҙы. Шәкәр ҡушылған, буғай, ти ҡайһы берәүҙәр.
Белгестәр әйтеүенсә, магазин кәштәләренә сығарылған балдың 50–70 проценты яһалма, йәғни сауҙаға шәкәр сиробы ҡушылғаны күберәк эләгә. Тимәк, ҡорттарҙы болонға һирәк сығарып, күберәк сироп менән туҡландырғандар. Балда глюкоза менән фруктоза нисбәте нормаға тура килмәһә, дауалау сифаты ҡалмай, ул тәмләткес “кәнфит” кеүек булып сыға.
Йыш ҡына яҡшы балды, “тауар йөҙө” булдырыу өсөн сироп ҡушып, яңылыш боҙоп ҡуялар. Һатып алыусылар ни өсөндөр үтә күренмәле шыйыҡ балды ярата, шуның менән алдана. Ысын аҙыҡ айыртҡандан һуң кристаллана башлай, шуға ла һатыусылар, шыйығайтайым тип, уны йылыта. Был һис кенә лә ярамай, сөнки 55 градус йылылыҡта бал файҙалы сифаттарын юғалта. Һатып алыусыға ул әле генә айыртҡан һымаҡ күренә.
Ошо юл менән алынған аҙыҡ башҡаса ҡуйырмай, шуның өсөн дә һатып алғанда кристалланғанды һайларға кәңәш итәбеҙ. Ысын бал иһә өс-дүрт ай эсендә ҡуйыра. Ошо ваҡыт үткәндән һуң да банкаға һалғанда әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡалһа, шәкәр сиробы ҡушылған йәки һыу өҫтәлгән тигән һүҙ.
Тағы бер үҙенсәлек: бал аҫтан кристаллана башлай, шуға банка төбөндә — ҡуйы, ә өҫкө яғында шыйығыраҡ икән, шикләнергә түгел.
Тәм-том алғанда умартасыларҙың сертификатлы тауарын һайларға кәрәк, сөнки һәр оҫта үҙенең “марка”һын хурламаҫҡа тырыша. Ә осраҡлы урындан алһағыҙ, төрлө мутлыҡҡа юлығыуығыҙ бар: тауар “йөҙө” булдырыр өсөн аҡбур, шәкәр, аҡһым, он ҡушыуҙары ихтимал, шыйығайтҡансы йылытыу ҙа файҙаға түгел. Ҡайһы береһе шул тиклем оҫтарған, хатта ысын балды яһалмаһынан айырмаҫһың да.
Читайте нас: