Көндәр йылынып, ағастар япраҡҡа бөрөләнә башлау менән баҡсаларҙа май ҡуңыҙҙары күренә башлай. Оҙонлоғо өс сантиметрға еткән был ҡоротҡос ҡара ҡорһаҡлы, ҡыҙғылт-һары һыҙатлы төҫтә, мыйыҡлы.
Бөжәктәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн уның хаҡында бер аҙ белергә кәрәк. Май ҡуңыҙының ҡарышлауығы тупраҡта дүрт-биш йыл үҫешә. Өлкәндәре апрель-май айҙарында оса башлай һәм ағас япраҡтары менән туҡлана. Һуңынан 10-15 сантиметр тәрәнлектә инәләре йомортҡа һала. 20-40 көндән күкәйҙәрҙән ҡарышлауыҡтар хасил була. Улар тиреҫ, нәҙек тамырҙар менән туҡлана. Ҡыштан һуң ҡарышлауыҡтар эреләнә башлай һәм үҫемлектең йыуаныраҡ тамырҙарын да кимереп зарарлайҙар.
Май ҡуңыҙы һалҡынды ныҡ яратмай — һауа торошо хатта өс градустан һалҡын булғанда уның ҡарышлауыҡтары һәләк була. Ҡуңыҙҙар тиреҫ өйөмөндә ҡышларға ярата, яҙын уны барлыҡ баҡсаға тараталар. Июнь айында, ҡорттар йомортҡа һалғанда, өйөмдө пленка менән ныҡлы ҡаплағыҙ. Әгәр ҡарышлауыҡтар уға йыйылып өлгөргән булһа, тиреҫте тоҡтарға тултырып, ҡышҡылыҡҡа ҡалдырығыҙ.
Яҙын ерҙе ҡаҙғанда ҡарышлауыҡтарҙы йыйып алығыҙ. Ерҙе ҡаҙа башлар алдынан тупраҡҡа ваҡланған йомортҡа тышын һибегеҙ — ҡорттар уны яратмай. Йәнә ҡарышлауыҡтарҙы киң һауытҡа йыйып, күренеп торған урынға ҡуйығыҙ. Был ҡоштарҙы баҡсаға йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә.