– Ҡунаҡ-фәлән йыйырға әҙерләнәме икән әллә был Ашҡаҙан?
– Бая бөтә магазинды ҡырып-һеперерҙәй булып әйбер ала ине.
– Әлләсе тағы. Ә-ә-ә, теге Ашҡаҙаны диплом алған ти шикелле. Мужыт, йыуырға уйлайҙарҙыр.
– Шулаймы ни? Йә, Хоҙай! Шул малай ҙа үҫеп еткәнме!?
...Биш бала үҫтереп, инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен татыған Гөлниса апай һуңғы ваҡытта һаулығының шәптән булмауын тоя башланы. Әүәле аш-һыу талымламаған ҡатындыңәллә нәмәләр ашағыһы килә башланы. Инде тамағы һораған ризыҡты әҙерләп, өҫтәл янына ултырҙы тиһә, күңеле болғана, уҡшый башлай. Сирләгәс ни, ерле юҡтан ғына кәйефе боҙола, һис сәбәпһеҙгә илағыһы килә. Ашҡаҙан тирәһе сәнсеп-сәнсеп ауыртҡан һымаҡ. Йөрәге ҡыҫҡандай, тын алыуы ла ауырлашты. Эсәк араларында нимәлер ҡыймылдап йөрөгән кеүек. Төндәрен әллә ниндәй имәнес нәмәләр күреп, һаташып сыға. Уйҙарының иге-сиге юҡ. Инде бығаса иркен генә кейеп йөрөгән курткаһының төймәләрен дәҡаптыра алмай башланы. Күрше-тирәләре, таныш-тоноштары былай ҙа тумалаҡҡына ҡатынҡайҙың тағы ла йыуанайыбыраҡ киткәнен һиҙемләне.
– Гөлниса, әллә бер-бер...
–Һуңғы осор әллә нишләп шешенәм шул, – тине, ауыр уфтанып. – Эй, Хоҙайым, әҙерәк ғүмер биреп, ошо балаларымдың шатлығын күрергә яҙһа ине, тим дә...
– Кит, һармаҡ, иллегә лә етмәйенсәүлем тураһында һөйләмәһәң.
– Әллә инде, әллә. Ашҡаҙан менән оҙаҡ йәшәп буламы икән? Анау Саҙиҡаның да ашҡаҙаны тетелеп бөткән булған ти бит. Йә, Хоҙай! – Инде ҡатын ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртөп ала.
– Кит, ҡыҙый. Тотаһың да шулай тиһең. Исмаһам, духтырға күренер инең.
– Эй, нимәгә бүстәккә ваҡыт әрәм итеп йөрөргә? Нимәм ауыртҡанын уларһыҙҙа яҡшы беләм мин. Шул балнис тип саба башлаһаң, һинең донъяңды кем көтә тағы. Бер бүлмәгә алып инәләр, унан икенсеһенә барырға ҡушалар. Бер яҙыу өсөн генә ярты көн буйы эт итеп йөрөтәләр. Ошо ашҡаҙан булмай нимә булһын тағы? – Гөлниса ауыртҡан ерен тотоп күрһәтә.
Дауаланмай буламы һуң? Дарыуҙарын да алып тора. Күрәләтә кемдеңүлгеһе килһен! Анау тиклем донъяны ете ят бисәгәҡалдырыр өсөн йыйҙымы ни! Сабитына рәхмәт инде, нисек тә хәлен еңеләйтергә тырыша, ҡулынан шифалы үҫемлектәр тураһындағы китапты төшөрмәй. Таныш-тоноштары менән, нисек дауаланырға икән, тип кәңәш-төңәш итә. Урмандан үләндәр йыйып алып ҡайтып, дарыуҙар әҙерләй.
– Бисәкәй, ашҡаҙанға нәҡ ошо килешә, тиҙәр, мә, эсеп ҡара әле. Хәҙер ауырыуыңһыпырып ташлағандай юҡҡа сығыр. Күрше ауылдағы Вәкил үлеп барған еренән үләндәр менән дауаланып, һин дә мин кеше булған да ҡуйған, ти.
Бындай дауаларҙан һуңҡатындың хәле бер арыуланып китә, бер мөшкөлләнә. Ә бер көндө, мейес тирәһендә аш-һыу менән булашҡанда, бил тирәһе әсе иттереп ҡыҫты ла аҫҡа һөйрәй башланы.
– Үләм! Бөттөм былай булғас!
Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуға ҡатын эсен тотоп иҙәнгә сүгәләне. Бөтә ағзаларын ҡыпһыуыр менән аҫҡа тарталармы ни. Ҡатындың күҙенә уттар күренде. Маңлайынан тирҙәр бәреп сыҡты:
Ярай ире Сабит өйҙә ине. Бер килке баҙап ҡалған ир машина һорап арғы остағы Ҡосмандарға осто. Бәхеткә күрә, уныһы өйҙә, бензины ла етерлек...
Район дауаханаһына ваҡытында килеп еттеләр.
Бындай мәлдә ни йәнең менән тыныс ҡына кире ҡайтып китмәк кәрәк. Ире балнис тирәләй йөрөнө-йөрөнө лә, бер-бер хәл була ҡалһа тип, «Ритуальный магазин» янына барып, ваҡ-төйәк алды.
Үлә ҡалһа, яңғыҙым ни эшләрмен икән? Унан
Унан йәнә дауахана алдындағы эскәмйәгә барып ҡунаҡланы. Күпме ваҡыт үткәндер, уның янына шәфҡәт туташы килеп:
– Ғәзизов Сабит һеҙ булаһығыҙмы? – тип һораны.
Ниндәй хәбәр ишетермен тип йөрәген усына тотоп, ни үле, ни тере тигәндәй ултырған ир йылп итеп урынынан һикереп торҙо.
Йәш кенә ҡыҙ инде илле йәштәрҙәге самаһы иргә бер килке ғәжәпләнеберәк ҡарап торҙо ла:
– Ҡотлайым, улығыҙ тыуҙы! – тине.
– Улыбыҙ? – Сабит, әллә яңылыш ишетәмме, шаяртмайһығыҙмы, тигәндәй, ҡабаттан һорағанын һиҙмәй ҙәҡалды.
– Нишләп шаяртайым, ти. Эйе, эйе, ып-ысын бәһлеүән. Дүрт кило ла өс йөҙ грамм!
Сабит тораташтай ҡатты ла ҡалды.
– Бына һиңә ашҡаҙан! – Бөтөнләй башҡа хәбәр көтөп ултырған ир аптырауҙан шаңҡып тигәндәй ҡалды.
Был яңылыҡҡа ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгән ирҙең дауахананан улы ғына түгел, ҡатыны ла яңы исем алып ҡайтыры башына ла килмәне.